«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТСА КИНО ҠАРАЙБЫҘ!
+  - 



Ниһайәт, ваҡыт табып, "Һеңлекәш" фильмын барып ҡараныҡ. Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен бәләкәйҙән уҡып үҫкәс, был повестың кино версияһы нисегерәк булды икән, тигән ҡыҙыҡһыныу тынғы бирмәне. Етмәһә, афиша фотоһындағы балаларҙың һөйкөмлөлөгө үҙенә саҡырып, тартып торғандай ине. Фильмдың нимә тураһында булыуы һәм нисек барыуын һөйләп тороуҙың кәрәге булмаҫ. Шулай ҙа тап әҫәрҙәгесә генә икән тип тә уйламаһын тамашасы. Кино булараҡ, унда өҫтәмә күренештәр ҙә, "Беҙҙең өйҙөң йәме" менән "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"тың ҡушылып киткән урындары ла бар.

Дөйөм алғанда, кино оҡшаны. Һәр хәлдә, ҡайһы бер башҡорт фильмдарындағы һымаҡ яһалмалыҡ шаһиты булыуҙан уңайһыҙланыу кисереп ултырылманы. Баштан уҡ үҙ эсенә алып инеп китте лә, көлдөрөп-илатып, аҙағынаса рәхәт тә, ҡыйын да булған көсөргәнештә тотто. Бигерәк тә Йәмилде уйнаған бәләкәс актерҙың ихласлығы, тотоп ҡына тупылдатып һөйөрлөк һөймәлекле һөйәк булыуы арбай. Был баланы һайлап, хәтәр генә лә отҡан ойоштороусылар. Хатта һөйләшкәндә, ҡапыл ҡарағанда, үҙһүҙләнеп, эйәген күтәреп ебәргәндә, аптырап йәки ҡурҡып киткәндә лә ул шундай тәбиғи, балаларса ябай, малайҙарса тупаҫыраҡ. Иптәше Марат та шундай уҡ. Бер ҡатлы, бошмаҫыраҡ, әммә тоғро һәм изгелекле. Уларҙың ҡыланышы, үҙҙәрен тотош-фиғеле "тас башҡортса" тип әйтке килә ошо урында.
Иҫ киткес тәбиғәт кинола. Башҡорт ерҙәренең хозурлығы үҙе бер айырым донъя шикелле булып күренә. Сит тамашасы, сит халыҡтар быны шунда уҡ аңғарыр, моғайын. Башҡорт ауылы, өйҙәре, өй эсендәге йыһаздар ҙа бик яҡын. Ҡул балаҫтары, әрмәктәр, урындыҡтарҙағы, һикеләрҙәге тирүгәләр, һандыҡ өҫтөндәге ҡаралты-яҫтыҡтар, йоҡо урындарын бүлгән шаршауҙар ҡабатланмаҫ милли мөхитте булдырып, күҙгә ташланып ҡына тора. Өләсәй бешергән түңәрәк майғы икмәк был йортта ысын ауыл башҡорттары йәшәгәнлеген һүҙһеҙ дәлилләй. Бөтөн ошо һөйләгәндәрҙе экранда күреү икенсе төрлө тәьҫораттар уята икән ул. Балалар ҙа әленән-әле: "Ҡара, өләсәйҙеке һымаҡ!" - тип тертләп китте. Ошолары менән дә алдырҙы фильм. Балалар оҫта уйнаны, тип әйткәйнем инде. Балалар ололарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ, тәбиғирәк уйнаны, тип тә өҫтәйем. Сөнки был ысынлап та шулай булды. Оло актерҙар сәхнә телендәрәк һөйләште, йәғни һүҙен әйтер алдынан уларҙың йөҙөнә, күҙҙәренә бер яһалмалыҡ һынлана ла, шунан ғына сәхнә интонацияһындағы телмәр килеп сыға. Ә балаларҙа ул юҡ. Улар быға өйрәнмәгән әле. Әгәр киноактер булырға теләһәләр, был стилгә бөтөнләй ултырмаһындар ине, тип теләйек. Кино телмәре менән театр телмәре араһында айырма ҙур һәм был, үкенескә күрә, беҙҙең драма актерҙарының уйнауында һиҙелә.
Тағы ла бер нәмә: киноның һөйләш телендә түгел, ә әҙәби телдә, хатта әле һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән ниндәйҙер яһалма әҙәби телдә булыуы ла аңғарылды. Балаларға хас булмағанса ауыр һөйләмдәр әйтеп ҡуя бәләкәс актерҙар. Боронғо (бөгөнгө өсөн боронғо инде) башҡорт ауылындағы балаларҙың улай һөйләшмәгәне көн кеүек асыҡ, әлбиттә. Бигерәк тә рус ҡыҙының ошо фильмда уйнау өсөн тырышып-тырышып башҡортса өйрәнеүе һәм буйтым итеп һөйләшеп тороуы үҙе үк һоҡланғыс. Балалары башҡортса һөйләшмәгән башҡорт ата-әсәләренең баҡсаһына елле генә таш та был.
Фильм "Һеңлекәш" тип атала, йәғни үҙеңдән бәләкәй ҡыҙ туғаның тураһында, йәнәһе. Эйе, Мостай Кәримдең әҫәрендә лә Йәмилгә һеңлекәш алып ҡайталар, ҡыҙыҡай унан бәләкәйерәк була. Ә бында фильмдың рекламаһындағы һүрәтенән үк малайҙың бәләкәй, ҡыҙҙың ҙур булыуын аңғарып, "Ни өсөн "һеңлекәш" икән?" тигән уй килә. Кинола ла һеңлеһе булған ҡыҙ бала малайҙан бер башҡа ҙур һәм йәшкә оло икәнен йәшерерлек түгел. Күрәһең, кинола һайланған ҡыҙыҡай шулай тура килгән дә, башҡорт телендәге туғанлыҡ терминдарын боҙоуҙы артыҡ һанға һуҡмағандар, күрәһең. Ысынында, шундай матур ҡыҙсыҡ, килеп тороп матур уйнай, килештерә - уны был ролгә алмау ҙа мөмкин булмағандыр. Нисек булғанда ла, был тәңгәлдә кино төшөрөүселәр тел мәсьәләһендәге бындай һорауҙарға түгел, ә актриса ҡыҙыҡайға яраҡлаштырған фильмды. Шул актриса икән - шул актриса, ә унда башҡортса "һеңле" тип әйтеләме "апаймы", "еңгәме", "инәйме" - барыбер уларға. Әммә башҡортса аңлаған, белгән һәм әсәйҙе әсәй, апайҙы апай, ә һеңлене һеңле тип үҫкәндәргә барыбер түгел. Бөгөн был фильмды ҡараған йөҙәрләгән бала-сағаға ла барыбер булмаһын ине.
Һәм тағы. Кинола аталары һуғышта үлгән балаларҙың хәлен, кисерештәрен бигерәк үҙәккә үткәрерлек итеп бирә алды кескәй малайҙар. Уларҙың "насар малай" булып һуғышып йөрөгәндәре лә, ыңғай геройҙары ла сытырман булып "атай" исеменә йәбешкән, тындары менән тартып ҡайтарырҙайҙар атайҙарын. Хатта фильм тулыһынса атай культына ғына бағышланған тигәндәй. Һуғыштан бөтә ауыл менән, һәр бала үҙ атаһын көтә лә, кемдәре уның һәләк булыуын белеп илай, кемеһенеңдер йөрәге ҡатып ҡала, кемелер атайһыҙлыҡтан тәрбиә күрмәй. Һәр бала үҙенсә кисерә был юғалтыуҙы. Оксана ла, Йәмил дә, Марат та, үрге ос малайҙары ла. Һәр береһе үҙ урынында тамашасының күңелен әйләндереп сығарырлыҡ роль башҡара.
Афарин, малайҙар!
Дөйөм алғанда, кино бик-бик оҡшаны. Хан ҡыҙында ла бер хата була тигәндәй, өҫтә телгә алғандарын да күҙгә элмәҫкә мөмкиндер. Күп халыҡтарҙың билдәле фильмдары ла бит яҙылған әҫәрҙәренән ярайһы уҡ айырыла һәм улар өҫтөндә лә әллә ни төрлө бәхәстәр ишетелә. Эшләнгән эш һыртында фекерҙәр ҙә, бәхәстәр ҙә, төрлө ҡараштар ҙа булмай тормаҫ. Шулай уҡ тәнҡит тә урын алырға тейеш. Эш булмаһа ғына һүҙ булмай ул. Ә бында шундай ҙур һәм файҙалы хеҙмәт ята. Һәм был һуңғыһы ла булмаҫ, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 595

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru