«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘ ӘМӘЛЕ - ҮҘ ЕРЕБЕҘҘЕҢ МЕҢ ТӨРЛӨ ҮЛӘНЕ
+  - 



Учалы районы Уралтау аръяғында, Яйыҡ йылғаһы башланған Ирәмәлтау үренә үрелеп һуҙылған ҡайын урманлы һырттар буйлап ята. Мин был аҡ ҡайынлы төбәкте әллә нисә тапҡыр арҡыры-буйға кисеп үтһәм дә, һәр саҡ тәүгә күргәндәй һоҡланып, был яҡтың ожмахтай хозурлығына ғәжәпләнеп ҡайтам. 2019 йылдың көҙгө әбейҙәр сыуағы ваҡытында йәнә был яҡҡа юл төштө. Беҙҙе Учалы ағинәйҙәре Бөйҙө (Учалы-2) ауылы мәҙәниәт йортонда көтә ине.

Ағинәйҙәр йыйыны һәр саҡ бер айырым темаға арнала: милли кейемдәрҙе өйрәнеү (этнография белгестәре һәм оҫталар махсус сығыштар яһай), халыҡ байрамдарын үткәреү (шулай уҡ белгестәр, режиссерҙар, ойоштороусылар лекция уҡый), балаларҙы туған телгә өйрәтеү (йәш сабый һәм мәктәп йәшендәгеләргә ниндәй аҡыл-фәһем биреү мотлаҡ - табип, психолог, балиғ булмағандар менән эшләү органдары хеҙмәткәре саҡырыла). Учалылар был юлы бик ябай һәм боронғо тема һайланы: дарыу үләндәре һәм халыҡ медицинаһы. Йыйын башында уҡ уның төп лейтмотивы иғлан ителде: "Кешегә үҙенең тыуған-үҫкән ерендәге үләндәр генә ярҙам итә ала". Тимәк, Урал аръяғындағы башҡорт ерҙәре шифаһын туплаған үҫемлектәр һәм ағастар хаҡында һүҙ барасаҡ.
Ошо йәшел аҙыҡты ашаған малдың ағы - һыйыр һәм кәзә һөтө тураһында тотош бер сәхнә күренеше менән бөйҙөләр осрашыуҙы башлап ебәрҙе. "Һөт аҙыҡтары" тигән өҫтәлдә егермеләп төрлө аҙыҡ теҙелгән, атамалары яҙылған: һөт, ҡаймаҡ, ҡатыҡ, эремсек, һары май, ҡыҙыл эремсек-эжегән, һары майға һәм аҡ майға батырылған еләк-емеш... Шунан башҡорт аҙығының батшаһы - ҡорот һәм уның төрҙәре теҙелеп китә: киптерелгән, еләкле, майлы-боросло, эркет... Эркет менән сәсте, битте-тәнде йыуыу, эсәктәрҙе таҙартыу, аяҡ сөйәлдәрен йомшартыу һәм дауалау, күҙҙе һәм тамаҡты сайҡатыу бик файҙалы икәнен иҫкә төшөрәләр. Әүәле кендек әбейҙәре сабыйҙың кендеген ҡырҡҡас, әсе эркеткә сайҡап, эркеткә манылған таҙа сепрәк бәйләгән. Көн һайын ярты сынаяҡ эркет эсеп, бауыр сирен һауыҡтырып, һимеҙлекте бөтөрөп була икәне лә билдәле. Был мәғлүмәттәр - барыһы ла һомғол буйлы, етеҙ хәрәкәтле, сағыу тауышлы Бөйҙө ағинәйҙәре теленән алынды. Улар йыйынды хөрмәтләп, һәр кемгә күстәнәс ҡороттар таратты.
Артабан ағинәйҙәр сиратлап төрлө дауа төрҙәрен йыйылыусылар иғтибарына тәҡдим итте. Гәүһәр Мозафарова үҙенең сығышын һарғылт төҫтәге шыйыҡ балды тәмләтеүҙән башланы: "Был - ҡарағай балы. Июнь айында йәшел ҡарағай тубырсыҡтарын йыйып, өс литрлы банкаға тултыраһың, бер килограмм аҡ шәкәр ҡомо йәки ете йөҙ грамлы банка менән шыйыҡ бал һалабыҙ. Тубырсыҡлы банканы тәҙрә төбөнә, ҡояшҡа ултыртабыҙ, көнгә бер мәртәбә әйләндереп болғатабыҙ. Сентябрь айына хәтле тора ул банка ҡояшта, шунан һөҙөп алып, ҡалаҡлап, сироп кеүек балды һыуға болғап эсәһең.. Иммунитетты күтәреү өсөн, тын юлы сирен сығарыу өсөн бик файҙалы", - тип һөйләне ул.
Рәйлә Кәшәфетдинова һөйләй: "Донъяла "Дүрт дарыу" тигән бер дауа бар. Балан, еҙәй, ҡарағат, миләш - бөтәһен дә берәр стакандан һалып бутарға, биш минут ҡайнатып йә термоста төнәтеп, шул сәйҙе эсергә. Бөтә ауырыуға ла килешә. Беҙҙең Урал үләндәре шул емештәрҙең ояһы инде. Электән билдәле был "дүрт дарыу" әллә нисә быуынды үпкә, йөрәк, бөйөр, ҡан сирҙәренән ҡотҡарған".
Рәмзиә Йомабаева һөйләй: "Йәшерен-батырын түгел, эскелектән халҡыбыҙ бик миктәне. Иң яман яуҙар ҡыра алмағанды, "йәшел йылан" ике-өс быуынды урып ырғытты. Эскелеккә ҡаршы бер генә эсемлек бар, ти торғайны беҙҙең яҡта йәшәгән бер имсе ҡарт: бер сынаяҡ һөткә бер семтем әрем сәскәһе һалып ҡайнатырға ла, тиҙ генә эсеп ебәрергә. Өс мәртәбә эскәндән һуң кеше араҡы яғына әйләнеп тә ҡарамай".
Фәрит Фәйезов һөйләй (һүрәттә): "Мин 1933 йылғымын, һикһән ете йәшем менән барам. Ҡайҙа ғына эшләмәнем, ниндәй генә ауыртыныу-һыҙланыуҙар үткәрмәнем. Ләкин мин үләндәр ярҙамында ғына ошо йәшемә еттем. "Иң шифалы үлән нимә?" тип һорамағыҙ. Һәр бер үлән - дарыу, һәр береһе - ағыу. Ҡайсаҡ үҙегеҙҙе урманға сыҡҡан бесәй йәки эт итеп хис итегеҙ, күҙегеҙ йә тынығыҙ ниндәй үләнде эҙләп таба, шуға иғтибар итегеҙ, бәлки, был тап һеҙгә кәрәк дарыуҙыр. Һуңғы ваҡыт ашҡаҙан-эсәктәр хәле буйынса күп мөрәжәғәт итәләр: мин бер кәңәш бирә алам. Әрекмән, бәпембә, сельдерей тамырын алмаш-тилмәш ҡайнатып, унар көн эсергә кәрәк. Араһында берәр аҙна ял итергә. Ошо тамырҙар кешене эстән таҙарта. Мин көн дә велосипедта яланға үлән йыйырға сығам, был хәрәкәтләнеү - үҙе бер һаулыҡ, үҙе бер файҙа. Ә үләнде ҡайҙан, ҡасан, нисек йыйыу - бик мөһим. Уныһын китаптағы мәғлүмәттән тыш, үҙ белдегегеҙ менән эшләмәгеҙ, юғиһә, булған йәшел аптеканы әрәм-шәрәм итерһегеҙ. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәр тау-яланға сыҡһа, ҡулы ҡысып, үләнде өҙөргә генә тора. Хатта мал да үҙенә кәрәкмәгән үләнде урап үтә..."
Артабан ағинәйҙәр халыҡ медицинаһының бөгөн дә бик кәрәкле төрҙәре тураһындағы мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Таңһылыу Йосопова һөйләй: "Радикулит ауырыуы менән йонсоған кешене янып ятҡан йылы тиреҫкә күмеп (тиҙәккә лә мөмкин) ҡуялар, өҫтән ҡалын кейем, толоп менән бөркәйҙәр. Әйләнгән һайын йылы сәй, һыу эсерәләр. Тиреҫкә бер мәртәбә ятыу (күмелеү) етә, тиҙәр, бары тик бер шарты бар: тиреҫтән сыҡҡас, толоп, быйма, бүрек кейеп, йылы өйҙә бер нисә сәғәт йоҡларға, йәки ял итергә кәрәк. Май айындағы яңы тағарылған йәш ҡайын япрағында ятыу ҙа шифалы: япраҡтарҙы йыйырға, уларҙы мендәр тышы йәки киндер тоҡ эсенә тултырып, йылы урынға һалып торорға. Аҙаҡ әлеге япраҡ араһына аяҡтарҙы тығып, юрғанға уранып, бер сәғәтләп ултырырға. Һуңынан йәнә йылы йөн ойоҡбаш, итек-быйма кейеп, бер нисә сәғәт ятыу йә ултырыу кәрәк".
Мәүлиҙә Махиянова эс һылау, йөрәк һылау, һөлөк һалыу, ҡот ҡойоуҙарҙың халыҡтың әүәлдән һыналған дауаланыу ысулдары булыуын иҫкә төшөрөп китте. Артабан Мөкәримә Ғайсарова дауам итә: "Һөлөк һалыу тураһында беҙҙең башҡорт борондан белгән. Уның бик файҙалы һәм оҙаҡҡа етерлек шифаһы бар, был дауаны ныҡлап аяҡҡа баҫтырырға, иҫкә төшөрөргә кәрәк.. Беҙҙең яҡ халҡы хатта йырҙарында, иртәктәрендә, легендаларҙа һөлөктө һөйләй, уны үҙенең сәләмәтлеген һаҡлаусы, үҙенә ярҙамсы бер йән эйәһе итеп күрә".
Мансур ауылынан Зөлфирә Мөхәмәҙиева, Мәмдүҙә Мөхтәруллина халыҡ им-том һәм дауалау ысулдарының береһе - "кернә тартыу" тураһында һөйләне. Баштағы сәсте бармаҡҡа урап тартып, баш тиреһе ҡойҡаһын ҡуҙғатыуҙы "кернә" тип атайҙар. Был ысул тире аҫтындағы һары һыуҙы тарата, ҡан тамырҙары һәм нервылар эшмәкәрлеген яҡшырта. "Кернә тартыу"ҙы баш ауыртҡанда, мейе һелкенгәндә лә ҡулланалар.
Әсмә Хисамова һөйләй: "Доғалар менән өшкөрөү беренсе урында тора, сөнки дауаланыу һәм терелеү - ул үҙ-үҙеңә ышаныуҙан башлана. Рух көсөн доғалар уята. Мин үҙем яһаған буҙаны ла изге доғалар менән өшкөрә-өшкөрә әҙерләйем, бар кешегә ризалыҡ һәм йән тыныслығы бирһен ул эсемлек, тием. Буҙаның шифаһын уны даими эскән кеше белә. Намаҙ кеүек файҙалы ул, тиер инем".
Зөбәйҙә Ҡәләмова һөйләй: "Кешене дауалау ваҡыты уның тыуған көнө менән бәйле. Күптәр тыуған көнө-айы алдынан ныҡ ауырып китеүсән. Быны борондан белгәндәр. Ул ваҡытта "ҡоро ураҙа" тотҡандар, йәғни бер-ике көн ашамай-эсмәй тороу хупланған. Икенсенән, айҙың торошона ҡарап дауалау булған. Үҫкән ай мәлендә дауалау күҙ, ҡолаҡ, һөйәк, быуын ауырыуына килешкән. Кәмегән ай ваҡытында ашҡаҙан, бауырҙы дауалағандар. Айҙың торошо һәр төрлө ауырыу-сырхауҙы йә баҫа, йә аҙҙырып ебәрә бит".
Ағинәйҙәр халҡыбыҙҙа көмөш тәңкә менән дауалауҙың киң таралған булыуын да иҫкә төшөрҙө. Мәҫәлән, кешене көмөш тәңкә ҡаптырып, ҡаҙанға ебәрелгән балыҡты күҙәтеп ултыртып ҡуялар. Шулай ултыра торғас, балыҡ йән бирергә тейеш. Был дауа алымы баш әйләнеүҙән, нервылар ҡаҡшауҙан, хатта эпилепсия сиренән дауалай икән. Икенсе миҫал: йортҡа йәш килен төшкәс, уға бағышлап, малдың ҡартаһынан аш бешерәләр, эсәк-ҡарын араһына мотлаҡ көмөш тәңкә һалып йә урап, киленгә һоғондоралар. Был уны төрлө эс сирҙәренән дауалай, тип ышанғандар. Шулай уҡ яҫы көмөш тәңкәне ҡырып, онтағын майға яғып ялауҙың тел-теш һәм тамаҡ ауырыуын дауалауын, йәки онтаҡ менән майҙы бутап, боҙолған ергә, яраға һөртөү килешкәнен белгәндәр. Бигерәк тә йәш баланы көмөш тәңкәле һыуҙа ҡойондороу, көмөш тәңкә менән ҡашын һыпырыу, сыбыртҡан тәненә һөртөү файҙалы була, тигәндәр. Бала кендеге боҙола башлаһа, эҫе һыуҙа йә утта тотоп йылытып һыуытылған көмөш тәңкәне ҡуша бәйләп ҡуйғандар. Бүҫерҙән дә көмөш тәңкә баҫып бәйләү ярҙам иткән.
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәрзиә Солтанбаева ла үҙ белгәндәре менән уртаҡлаша: "Минең өләсәйем тештәребеҙҙе үҙенсә дауаланы. Башымдан яулыҡ бөркәп ябындыра ла, тилебәрән орлоғон яндырып, шуның төтөнөн уртлатып ултыртып ҡуя. Бер аҙ ултырғас, тештәр һәм ҡаҙналар янып ҡысыта башлай, ауыҙ эсенән шайыҡ-һыу ҡойола, шуның менән тештең эсендәге ҡорт төшә, тиер ине. Борондан теш һыҙлауын ошолай баҫҡандар, кариес та булмаған. Ошо дауа арҡаһындалыр инде, минең бер ҙә тешем һыҙламаны, етмешкә етеп барам - бер тешем дә хатта кителмәне лә..." Артабан Мәрзиә Сәғит ҡыҙы Учалы ағинәйҙәренең яңы тормошсан проектын иғлан итә: үҙ төбәгебеҙҙәге халыҡ дауалары тәжрибәһен өйрәнәбеҙ, яҙып алабыҙ, үҙебеҙҙә таратабыҙ, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, ауыл халҡы алдында сығыштар яһайбыҙ.
Бөйҙө ауылы ағинәйҙәре йәнә бер нәмә менән аптыратты: улар бик матур итеп "Ағинәйҙәр бейеүе"н башҡарҙы. Өйрәтеүселәре - йәш кенә һылыу ҡыҙ Әлиә Яҡупова килешле һәм йомшаҡ хәрәкәттәр менән башҡорт ҡатын-ҡыҙының төп асылын - күңел сафлығын һәм серлелеген, рух юғарылығын һәм байлығын сағылдырыуға өлгәшкән. Аһәңле бейеү бөтә ағинәйҙәргә бик оҡшаны, киләсәктә уны йыйындарҙа, майҙандарҙа, парадтарҙа барыһы бергә бейергә һүҙ ҡуйышты.
Учалы яғы уникаль фекерләүсе кешеләргә бай шул: Финзирә Солтанова үҙе теккән милли кейем - барын-табын ҡыҙҙары кейемен күрһәтте. Ул милли кейем белгесе Азат Ғарипов етәкселегендә бығаса музей һәм һандыҡ төбөндө һаҡланып ҡалған үрнәктәрҙең заманса яңы тегелешен тергеҙеүҙә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Аяҡ кейеменең сарыҡ (күн табанлы тупыҡ башлы итеккә тула йәки һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ҡуныс), үксәле ҡата (күн итеккә тула ҡуныс) тигән төрҙәре лә халыҡҡа күрһәтелде. Бығаса сәхнәгә галош һәм йөн ойоҡбаш менән сыҡтыҡ, артабан уны милли ҡата, ситек, сарыҡ алыштырасаҡ, тине учалылар.
Шулай уҡ Гөлйемеш Рәҡипованың сарыҡ ҡыҫмауы (сарыҡ ҡунысын бәйләй торған бауы) һәм "учалы камзулы" тип нарыҡлаған камзулын тамаша ҡылыу күп һорауҙар тыуҙырҙы. Камзул итәгенә теҙеп тәңкә баҫыу - тиләү ырыуына хас. Тимәк, камзул, елән кеүек ҙур кейемде тергеҙгәндә, уларҙы барлыҡҡа килтергән ырыу атамаһын ҡалҡырыу, теүәл әйтеү - бик тә фарыз эш. Иҫтамғол ауылынан Гөлсирә Ғәлиәхмәтова ла "ҡаратабын ырыуы ҡатындарының камзул итәгенә биш рәткә хәтле тәңкә теҙелә", ти. Улар һәр даим үҙҙәренең ғалимы, төп юл күрһәткес шәхес Азат Салауат улына ҡарап тора. Ул һәр йыйында берәй темаға махсус һүҙ ала. Был юлы "флүр" һәм "француз" яулыҡтарҙың айырмаһын бик асыҡ итеп аңлатып бирҙе.
Учалы яғында традицион һаҡалды "яға" тиҙәр (Силәбелә лә шулай). Бөйҙөгә йыйылған ағинәйҙәр һәр ауылдың биҙәге-сәскәһе булып, үҙ яғаларын тағып килгәйне. Әйтергә кәрәк, учалылар бары тик традицион стилдә эшләнгән яғаларҙы ғына халыҡ араһына кейә. Уйынсыҡ йә сувенир һымаҡ өйрәнсек эштәр бөтөнләй күренмәне. Бөгөн ағинәйҙәр араһында милли кейемде тергеҙеүҙәге "хаталар өҫтөндә эш" барыуын да уларҙың дөрөҫ аңлауы, дөрөҫ ишетеүе һәм ваҡытында төҙәтеүе бик тә мөһим бит.

Шулай итеп...
Учалы яғына Ирәмәл түбәләре һынап ҡарағандай. Мең төрлө үҫемлек менән халыҡты һау-сәләмәт үрсеткән, йәшәткән изге төбәк ошо хазинаның да ҡәҙерен белеүҙе теләй. Һау-сәләмәт кешенең кейенергә лә, йыр-бейеүгә лә дәрте булыр, ти Ирәмәл. "Ир әмәле" тиеп лә аңлатыла был изге тауҙың исеме. Әмәлен тапҡан ил ғәмәлен-эшен дә атҡарыр икәнен беләбеҙ бит инде беҙ.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 602

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru