«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЙМАҠТА ҠОРОЛОҠ - ХАЛЫҠ АРЗАНҒА МАЛЫН ТАРАТА...
+  - 

Әле ни өсөндөр республика мәғлүмәт даирәһенә сыҡмаған проблема борсоуға һала. Быйыл Урал аръяғында ҡоролоҡ булды, шул айҡанлы ундағы кешеләрҙән борсоулы, "Бесән булмағас, кеше арзанға малын хата, беҙҙә бер арба бесән 10 меңдән артыҡ тора, кешегә былай ҙа эш, аҡса юҡ", тигән йөкмәткеле хәбәрҙәр килеп тора.

Элек республиканың бер осонда һалам етмәһә, икенсе осонан ташый торғайнылар. Райондар бер-береһенә ярҙам итә ине. Бер яҡта ҡоролоҡ була ҡалһа, икенсе яҡтан "малсылыҡ - удар фронт", "ҡала - ауылға" тип ярҙам ылауҙары ағыла торғайны. Ауыл хужалығы мөхитенән айырылғанғамы, мин әле лә шулайҙыр тип уйлай инем. Хәҙер улай түгел икән шул... Ямғыр яумай икән - үҙ көнөңдө үҙең күр. Минеңсә, был дөрөҫ түгел, нисек кенә булмаһын, башҡорттар күпләп йәшәгән райондарҙа малсылыҡ - ул халыҡтың аҡса килтергән төп кәсебе. Уны кәметеүгә юл ҡуйырға ярамай.
Әгәр махсус министрлыҡ кешеләргә, шәхси хужалыҡтарға ярҙам ҡулы һуҙмай, малһыҙ ҡалдырһа, ул төбәктәге иҡтисади-социаль хәлдең тағы ла насарайыуына килтерәсәк. Бесән юҡ тип, малын һатҡан башҡорт ҡышын нимә эшләһен, тағы ла зимагурлыҡҡа Себергә китә инде...
Ошо проблемалар хаҡында ни уйлай ауыл халҡы, яуаплы хеҙмәткәрҙәр, район етәкселәре, махсус министрлыҡ белгестәре? Баймаҡтар үҙҙәре өндәшмәй, әллә бөтә Урал улдары хәҙер "тәрән шахта эсендә алтын ҡаҙыу эшендәме" икән? Урал аръяғындағы бесәнһеҙ ҡалған халыҡҡа берәй ярҙам ойоштороламы, кем белә?

Дәүләт СУРА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.19 | Ҡаралған: 659

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru