«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РЕСПУБЛИКА КӨНӨ БАЙРАМЫ
+  - 



Республика көнө байрамы ҡасан һәм ниндәй ваҡиғалар айҡанлы барлыҡҡа килде? Хәтирәләр менән уртаҡлашып алайыҡ әле...

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ, 1995-2003 йылдарҙа "Юрматы" башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе:
CCCР тигән ҙур дәүләт уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарында ҡот осҡос дауыл сығып, ғәрәсәт уртаһында ҡалған карапты хәтерләтә ине. Ваҡиғалар ағышын ҡулында тоторға тейеш булып та, идара итеүгә һәләтһеҙ Горбачевтың булдыҡһыҙлығы арҡаһында, илдең әле бер төбәгендә, әле икенсеһендә милләт-ара сыуалыштар башланды. Әзербайжандағы Ҡарабах, Ҡырғыҙстандағы, Үзбәкстандағы ҡан ҡойоштар янып ятҡан утҡа кәрәсин һипкәндәге кеүек тәьҫир итте. Уларҙың ҡайһы берҙәре һис бер ойошоуһыҙ барлыҡҡа килһә, Ош йәки Алматы ҡалаларындағы бәрелештәрҙең артында Америка Ҡушма Штаттарының махсус ойошмалары торғанлығын йылдар үткәс кенә белдек.
Ваҡиғалар киҫкенләшкән бер мәлдә Башҡортостанда ла республикабыҙға киңерәк иҡтисади үҙаллылыҡ, союздаш статусы биреүҙе, башҡорт телен, рус теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле итеп таныуҙы талап иткән лозунгылар көнүҙәк булып китте. Ошо сығыштарҙы, талаптарҙы системаға һалып, бер көскә туплау өсөн ниндәйҙер ойошма кәрәк ине. Хәтерем яңылышмаһа, 1988 йылдың яҙында Мәләүез ҡалаһында республикабыҙҙың иң беренсе "Көнгәк" башҡорт халыҡ үҙәге барлыҡҡа килде. Власть органдары, әлбиттә, башта уны танырға теләмәне. Бары тик ойошманың лидеры Сәйфулла Әмировтың ул ваҡытта илебеҙҙә тыйылған "Америка тауышы" радиоһы аша сығышынан һуң ғына тейешле органдар "Көнгәк"те рәсми теркәне. 1989 йылдың башында, мәләүездәрҙән үрнәк алып, бындай ойошмалар Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында барлыҡҡа килде. Һуңынан улар баш ҡалабыҙҙағы "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенә һыйынып, бер йоҙроҡ булып төйнәлде. Быйыл 100 йыллығын билдәләгән Башҡортостаныбыҙҙың һуңғы 30 йылдағы яңы тарихын "Көнгәк", "Юрматы", "Аҡбуҙат", "Аманат", "Тере шишмәләр" һәм, әлбиттә, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәктәренең актив эшмәкәрлектәренән башҡа күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Тап ошо ойошмалар республикабыҙҙың үҙаллылығына нигеҙ һалды, башҡорт теленә дәүләт статусын яңынан ҡайтарҙы. Республикабыҙҙа президент институты уларҙың талабы менән барлыҡҡа килде, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҙа - уларҙың эшмәкәрлеге емеше.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА, "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәгенең шул йылдарҙағы сәркәтибе: Илебеҙҙә лә, республикабыҙҙа ла демократик үҙгәрештәр башланғас, һәр милләт вәкилдәре, күңелендә быуылып килгән уй-хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн, төрлө ойошмалар төҙөй башланы. Мин Белорет районының Йөйәк ауылында уҡытыусы булып эшләп йөрөгәндә Өфөнән бер төркөм иптәштәр мине яңынан Өфөгә, яңы ғына ойошҡан, рәйесе Рәшит Шәкүр булған "Урал" башҡорт халыҡ үҙәгенә сәркәтип итеп саҡырҙы. Шуға, бөгөнгө байрам булараҡ билдәләнгән көндөң нисек барлыҡҡа килеүе тотош күҙ алдымдан үтте, тиергә мөмкин.
Республиканың Юғары Советы 1990 йылдың 11 октябрендә Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итте, тип әйтеүе генә еңел. Уға саҡлы "Башҡортостанға - союздаш республика статусы" тигән талапты хуплап, ҡултамғалар йыйған саҡта күпме бәхәстәр, күпме фекер алышыуҙар, янауҙар булды. Беҙ баҫалҡылыҡ һаҡланыҡ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙә ҡыҙыу ҡанлы йәштәребеҙ беҙҙе ҡартайыуҙа, йәштәрсә фекер йөрөтә белмәүҙә ғәйепләне. Бындай оло мәсьәләне хәл итеү алдында торғанда дыуамал, яндырай булыуҙың ярамағанлығын аңлатырға тура килде уларға. Ошондай ваҡытта "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге эше ҙур роль уйнаны. Үҙәктең Башҡортостан территорияһында һәм башҡорттар йәшәгән күрше төбәктәрҙә филиалдары эшләне. Малаяҙҙа Дауыт Хәйретдинов яңғыҙы ойошманың "Замандаш" гәзитен сығарҙы. Уның биттәрендә рус телле башҡорттар өсөн мәҡәләләрҙе рус телендә лә бирергә тура килде.
Халыҡ тарихы, көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш Башҡортостан башҡорттары яҙмышы, республика суверенлығы, тел статусы, кадрҙар мәсьәләһе, миграция процестары, милли мәктәп концепцияһы, тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы һәм башҡа бик күп мәсьәләләр ҡарала торғайны идара ултырыштарында ла, йыйындарҙа ла. Ул ваҡытта "Урал" үҙәгенә бирелгән бүлмәне "Смольный" тип йөрөттөләр. Ул райондарҙан шылтыратыуҙар, ҡаланыҡыларҙың килеп үҙ кәңәштәрен биреүҙәре, юғарыға саҡыртыуҙар... Гимн өсөн һүҙҙәр яҙып та, флаг өлгөләре тегеп тә алып киләләр, герб хаҡында ла фекерҙәр әйтәләр. Даими армия, республиканың үҙ аҡса өлгөһө, хатта армиябыҙ ҙа булырға тейеш, тигән фекерҙәр әйтәләр ине. Ер кодексы, Һыу кодексы, тупраҡ һәм сүплек проблемалары, Иштуған һыуһаҡлағысы, Ағиҙел атом станцияһы... Төрлө тәҡдимдәр, бихисап үтенестәр, һорауҙар... Улар барыһы ла һуңынан Б.Н. Ельцинға һәм Хөкүмәткә мөрәжәғәт эшләгән саҡта файҙаланылды. Ҡыҫҡаһы, республикабыҙҙың суверенитет тураһында халыҡ фекере тыуҙырыуҙа "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге, уның филиалдары, "Йәшлек" гәзите ғәйәт ҙур роль уйнаны. Рәшит Шәкүр, Дамир Вәлиев, Марат Ҡолшәрипов, Диас Йәнтүрин, Мөхәмәт һәм Тәлғәт Исҡужиндар, Хәлил Барлыбаев, Зөфәр Еникеев, Мазһар Иҫәнбаев һәм башҡа бик ил улдары һәм ҡыҙҙары, ғәмле йәштәребеҙ булғанға үҙаллылыҡ яулау кимәленә халыҡ булып ойошоп, тарҡалмай килеп еттек тә инде.

Сөмбөл АБДУЛҒАФАРОВА, уҡытыусы: Беҙ - тап ошо рухи һәм сәйәси күтәрелеш осоро балалары, тип әйтһәң дә яҙыҡ булмаҫ, сөнки ул замандарҙа иң популяр булған "Йәшлек" гәзитендә көнүҙәк темалар һәм проблемалар даими яҡтыртылып, халыҡ араһында аңлатыу эштәре киң ҡолас менән алып барыла ине. Шуға күрә, илдәге сәйәси хәл-ваҡиғаларҙы ситтән күҙәтеүсе генә түгел, ошо ваҡиғалар уртаһында ҡайнап йөрөүселәр ҙә булдыҡ.
Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеү тап шундай республиканың гөрләп торған ваҡытына тура килде. "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге ойошторған митингылар булһынмы, "Аҡ тирмә" клубының мәҙәни сараларымы - беҙ, башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыусы студенттар һәр саҡ уларҙың уртаһында йөрөй торғайныҡ. Беренсе курсты тамамлар алдынан баш ҡалала фенол фажиғәһе килеп тыуҙы. Уҡыуҙы туҡтатып, беҙҙе бер аҙнаға ҡайтарып ебәрҙеләр. Ошо ваҡиғанан һуң йәшелдәр хәрәкәте киң ҡолас алды. Һәм ҡайҙа ғына, ниндәй генә сара үтмәһен - унда студенттар әүҙем ҡатнашты. Хатта уҡытыусыларҙың бәғзеләре үҙҙәре үк дәрестән митингыға ебәрә ине.
Икенсе курста уҡығанда башҡорт, башҡорт-рус, журналистар бүлектәре бер аудиторияла декан урынбаҫарының лекцияһына йыйылғанбыҙ. Күңел, әлбиттә, митингыла йөрөй, әммә дәрес ҡалдырырға ла ярамай - декан урынбаҫары үҙе бит! Дәрес башланыуҙы белдереп ҡыңғырау шылтырап, бер-нисә минут үттеме, юҡмы, аудиторияға лектор килеп инде һәм: "Дорогие мои башкиры. Что вы тут сидите, когда идет борьба за суверенитет и язык!" - тип, барыбыҙҙы ла дәрестән азат итте. Совет майҙанындағы митингынан һуң беҙ, башҡорттар тупланып, Ринат Байымовтың "Башҡортостан-гөлбостан" тип йыр башлауын күтәреп алып, Салауат һәйкәленә юлландыҡ. Иң алдан Беренсе башҡорт автономияһының флагын тотоп, Спартак Хөсәйенов барҙы. Батырыбыҙ исемен йөрөткән майҙан быға тиклем бындай тантананы күргәне булмағандыр, моғайын! Унда студенттарҙың ритайымы гелән ойошторолһа ла, был - ысын мәғәнәһендә рух байрамы, азатлыҡ байрамы ине. 11 октябрҙә республиканың төрлө мөйөштәренән килгән халыҡ, студенттар Юғары Совет сессияһы барған Ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһы тирәһенә йыйылды. Ингән һәр депутат талаптар, лозунгылар яҙылған плакаттар тотҡан халыҡтың тере коридоры аша үтә. Ултырыш башланғас, тышта тороусыларға тура трансляция алып барылды. Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ һис бер таралышмай депутаттарҙың ҡарарын көттө. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителеүе тураһында ҡарарҙы ишетеү менән урамда ниндәй хис-тойғолар ҡайнағанын әйтеп аңлатырлыҡ түгел. Һәм... бер нисә минуттан Ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһы ҡыйығында торған Рәсәй флагы ергә осоп барып ятты. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының башҡорт бүлеге студенты, курсташыбыҙ, Баймаҡ егете Рәсүл Арыҫланов алып ташланы уны. Һуңынан, әлбиттә, уны судҡа ла тарттырҙылар, әммә рухи азатлыҡ тәмен тойған халыҡ уны хөкөмдән яҡлап алып ҡалды. Бөгөнгө йәштәр өсөн, бәлки, был әллә ҡасан булған тарих, әкиәт кеүек тойолалыр, әммә был көндәр беҙҙең йәшлегебеҙҙең сағыу ҙа, шанлы ла, данлы ла көндәре булып хәтерҙә һаҡлана.

Земфира ХӘБИРОВА
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.19 | Ҡаралған: 459

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru