«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!
+  - 



Юл ыңғайында тағы бына ошо фактты ла иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Әйлеләр һәм, ғөмүмән, башҡорт тарихына ҡарата ошондай классик ҡарашта тороусы ғалимдар Көньяҡ Уралда беҙҙең эраға тиклем, таш һәм бронза быуат дәүерҙәрендә йәшәгән ҡәбиләләрҙең башҡорттар өсөн этник нигеҙ була алыуын әлегә тиклем ышаныслы фараз итеп ҡарамай әле. Ошондай тарихи версияны ысынбарлыҡта булыуы мөмкин, тип иҫәпләгәндә, шул уҡ Алтай - Урта Азия ерлегендә теркәлеүсе ырыу-ҡәбиләләрҙең беҙҙең эранан бик күпкә алдараҡ быуаттарҙа климатик катастрофаға дусар булған Уралдан көньяҡ тарафтарға күсеп китеп, заманалар үтеү менән иң боронғо төйәктәренә кире ҡайтыуҙары менән дә аңлатырға булалыр.
Йәнә әйлеләр тарихында булған (йәиһә булыуы мөмкин булған) үтә ҡыҙыҡлы бер факт хаҡында ла хәтергә алыу урынлы булыр. Хисам-ад-Дин ибн Шараф-ад-Дин әл Булғари исемле мосолман авторы үҙенең "Рисала-и таварих-и Булгарийа" китабында башҡорттар араһында иң беренселәрҙән булып әйле ырыуы вәкилдәренең Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ сәхәбәләренең тәбиғиндәре, йәғни уҡыусылары булып китеүе хаҡында яҙа. Ҡаҙан ҡалаһында 1902 йылда баҫылған "Рисала-и таварих-и Булгарийа ва зикр-и мавляна хазрат-и Аксак Темир ва хараб-и шахр-и Булгар" исемле китапта бына ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Первым, кто пришел с западной стороны Урала для обучения у сахабов из племени Башкурт, был Аиткул, сын Заита, который пришел из долины реки Ай. Затем Кутлубай, сын Давлетбая; Эткусты, сын Муйнака; Этимган, сын Кулчума; Уразбаки, сын Бурджана; Таймас, сын Тайсына - все они, придя с реки Ай, получили обучение у сахабов, вернулись в свои юрты, став мусульманами".
Әйлеләр һәм мырҙалар тәүҙәрәк Ағиҙел үре, Яйыҡ, Уй һәм Миәс йылғалары менән сикләнгән ғәйәт ҙур территорияла көн итә. Улар Яйыҡ йылғаһы буйлап хәҙерге Әбйәлил районы ерҙәренә тиклем килеп етә, бындағы Ярлыҡап ауылы эргәһендәге тау әле лә Әйҙегән тип атала. Риүәйәттәргә ярашлы, тап ошо тау башында әйле батырҙары ерләнгән икән. Әйлеләр, Урал һырты буйлап өҫкәрәк күтәрелеп, Миәс йылғаһы үҙәнен дә үҙләштерә, артабан Әй йылғаһы буйҙарында ла таралып йәшәй башлай. Легендаларҙың береһендә Әй йылғаһы башында бер тау булып, ошо тауҙа әйлеләр ханы Сәйҙәштең төп төйәге урынлашыуы хаҡында әйтелә. Һарт-әйлеләр, мырҙалар ҙа ошо төбәктә урынлаша. XVIII быуатта ғалим-сәйәхәтсе Паллас үҙенең яҙмаларында Урал һыртынан көнсығыш юҫыҡта, Миәс үрендә Һарт олоҫо булыуы хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған.
Ошо уҡ төбәккә табын ырыуы башҡорттары ла үтеп инә, һәм XIV быуат аҙағында әйлеләр Яйыҡ һәм Миәс үрендәге ерҙәренән төньяҡҡараҡ, Әй йылғаһы үҙәненә табан йүнәлә. XV быуатта һарттарҙың бер өлөшө әйлеләр артынан китә, байтағы табындар менән йәнәш йәшәүен дауам итә. Был ваҡытта Әй үҙәне башлыса әйлеләр, дыуан-әйлеләр, мырҙалар ҡарамағында булғас, һарттар Урал аръяғына юллана. Һарттарҙың ҙур булмаған төркөмдәре Тобол, Миәс һәм Уй йылғалары арауығындағы күлле далаларҙа көн итә. Әммә Урал аръяғындағы һарт-әйлеләр ошо төбәктә XVIII быуаттан ғына даими йәшәй башлай. Ошо шарттарҙа әйлеләр табын башҡорттары менән тығыҙ аралашып йәшәй, был ошо ырыуҙарҙың һөйләш уртаҡлығында бик асыҡ сағылыш тапҡан.
XVIII быуатта йыш ҡабатланып торған башҡорт ихтилалдарында әйлеләр даими әүҙемлек күрһәтә, тап шуның арҡаһында уларҙың күп ауылдары яндырыла, ерҙәре тартып алына, байтағы яуҙарҙа һәләк була. Тап ошо шарттарҙа әйлеләрҙең бер өлөшө көнсығышҡараҡ күсеп китеп, Уй һәм Тобол йылғалары буйҙарындағы далаларға барып сыға. Бында улар ҡатайҙарға йәнәш, йә был тарафтарға алдараҡ килеп йәшәүсе һарт-әйле ерҙәрендә төпләнә. Һарттарҙың бәғзе бер төркөмдәре XVI быуат башынан уҡ Тарихи Башҡортостандың көнбайыш яғынараҡ күсеп китә, бында улар Ағиҙел йылғаһының урта ағымындағы, уның һул яғындағы ерҙәргә килеп сыға, бында һарттарға ғына хас топонимдарҙың күп булыуы ла тәбиғи. Һарт-әйлеләрҙең бер өлөшө Ыҡ тамағына барып етә, XVIII быуатҡа ҡараған сығанаҡтарҙа бында Һарт-Мең олоҫо булыуы ла билдәле. Хәҙер Әй йылғаһы буйында йәшәүсе һарттарҙың риүәйәттәрендә ата-бабаларының ҡасандыр Минзәлә өйәҙендә йәшәп, шунда боронғо зыяраттары булыуы хаҡында ла бәйән ителә.
Ихтилалдар барышында карателдәр эҙәрләүенән ҡасып киткән байтаҡ ҡына әйле башҡорттары Бәләбәй өйәҙенә (хәҙерге Туймазы районы), Дим үрендәге, Үсән буйындағы башҡа башҡорт ырыуҙары ерҙәренә килеп урынлаша. Ҡаҙан даруғаһының Йәнәй олоҫо ерҙәренә күсеп килеүсе әйле башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә тамам бөлгөнлөккә төшөрөлөүе сәбәпле тыуған яҡтарын ташлап китергә мәжбүр ителеүҙәре хаҡында тарихи документтар бар. Әйле берләшмәһенә ҡараған башҡорт ырыуҙары XVI быуат урталарында, Иван Грозный Ҡаҙан ҡалаһын яулап алған ваҡытта, Себер ханы Күсем ҡулы аҫтында була. Себер ханлығы Мәскәү батшалығы хакимлығын танымай, шуға күрә XVII быуат баштарына тиклем ҡаршылыҡ күрһәтә. Күрәһең, ошо ханлыҡ составындағы әйле һәм табын башҡорттары ла батша наместниктарына баш һалып бармай, улар Себер ханлығы тамам тар-мар ителгәндән һуң ғына Рус дәүләтенә буйһондорола. Ошондай баш бирмәҫ, яугир рухлы башҡорттар урындағы батша хакимиәте тарафынан үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғы тупаҫ боҙолған саҡтарҙа, йәиһә халыҡ өсөн үтә мөһим булған башҡа бер сәбәптәр нигеҙендә береһе артынан береһе тоҡанып торған ихтилалдарҙа бик әүҙем ҡатнаша, көстәр тигеҙ булмағанда ла, аҙаҡҡы сиккә тиклем айҡаша. Әйле берләшмәһенең арҙаҡлы ир-уҙамандары, XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренән Һары Мәргән (1662-1664 йылдар), Алдар Иҫәкәев етәкселегендәге күтәрелештә (1704-1711 йылдар) ҡатнашыусы ил ағалары Ялпай батыр, Миңлехужа (Әйле олоҫо), Илкәй Бикбаев (Һыҙғы олоҫо), Жиянбәт (Ҡошсо олоҫо), Аслай (Мырҙалар олоҫо), Таир хафиз (Дыуан олоҫо), Мәмбәт (Салйоғот олоҫо), Һөйәрембәт (Күҙәй олоҫо), Байкөсөк (Һарт олоҫо), Өмөркәй (Өпәй олоҫо), Килдек (Түбәләҫ олоҫо), Көсөк хафиз (Ҡаратаулы олоҫо), шулай уҡ Ҡатайҙан Арыҡҡай, Балыҡсынан Байегет, Ҡыуаҡандан Байкеше үҙ ырыуҙары башында тора.
1735-1740 йылдарҙағы оҙайлы башҡорт ихтилалы бөтөн Башҡортостанды биләп ала, төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттары ла ошо халыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китә. Әсир алынып, ҡаты язалауға дусар бер башҡорттоң әйткәндәре бына ошо рәүешле теркәлгән: "Салзаутской волости Исенгул с прочими, также Катайской, Черлинской, Сызгинской волостей башкирцы мириться не хотят, и одно у них согласие с Юсупом, и хотят русских рубить...". 1740 йылда Әйле башҡорттары үҙҙәре Ҡараһаҡал тип исемләгән кешене, аҡ кейеҙҙә күтәреп алып, йыйындарында Башҡорт ханы итеп иғлан итә. Бер фараз буйынса был кешене юрматы башҡорто Миңдеғол Юлаев тип тапһалар, икенсе фаразға ярашлы, Солтан-Гәрәй хан исеме аҫтында Күсем хан нәҫеленән булған Байбулат Хәсәнов исемле кеше була. Әлбиттә, башҡорттар зат-нәҫеле хандар династияһынан булмаған кешене үҙҙәренең ханы итеп танымаҫтар ине. Ҡараһаҡал етәкселегендәге ихтилалда төньяҡ-көнсығыш башҡорттары айырыуса әүҙем ҡатнаша, әйлеләрҙе старшиналар Аланзиянғол Ҡотлоғужин, Хужа Миңлехужин, Көҙәмеш Бикхужин, Ҡыҙрас Килдешовтар етәкләй.
1772-1775 йылдарҙағы ихтилалда Әйле ырыуҙары берләшмәһенә ҡараған Шайтан-Көҙәй ырыуынан йәш кенә Салауат Юлаевты барса башҡорт үҙҙәренең яу башы итеп таный. Ошо оҙайлы күтәрелештә әйлеләр башҡорт хәрәкәтенең башында тора, уларҙың йорт старшиналары үҙ егеттәрен яуға күтәрә. 1-се Әйле олоҫо старшинаһы Байғазы Көҙәмешев батша ғәскәрҙәре тарафынан ҡамалған Емельян Пугачевты һәм уның ярандарын таш-таулы урман араларынан үҙ биләмәһенә алып сығып, уны әсир алыныуҙан ҡотҡара. Өфө провинция канцелярияһының 1774 йылдың 1 ноябрендә төҙөлгән бер ведомосында ихтилалда ҡатнашҡан Себер даруғаһы старшиналары исемлегендә Иҫекәй Садыров, Тайыш Һыныҡаев, Илсеғол Итҡолов, Яуын Сыуашев, Яхъя Яҡшиев, Юлай Аҙналин, Өмөтәй Ураҙымбәтов, Собханғол Килтәков, Мәдияр Арҡаев, Томансы Йыуашкин, Алағуз Баҡыновтар күрһәтелә.
Башҡорт ихтилалдарын ҡанға батырған полковник А.И Тевкелев үҙенең генерал Соймоновҡа яҙған бер хатында әйле башҡорттары тураһында бына нимәләр яҙа: "Айские башкирцы всех протчих башкирцев непокорливее и злодейственнее, и всякое неспокойство во первых происходит от айских башкирцев". Ошо башҡорттарҙы тамам буйһондороу маҡсатында ул Әй йылғаһы буйында 3 ҡәлғә төҙөтөп, был яҡтарға күпләп рус кешеләрен күсереп килтереү хаҡында батша властарына үҙенең шәхси тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә. Әммә был тәҡдим ғәмәлгә ашырылмай.
Этногенетик тикшеренеүҙәр әйле ырыуы башҡорттарының күп өлөшө табын, унлар, балыҡсы, танып, ҡатай, ҡошсо, көҙәй һәм башҡа башҡорт ырыуҙарына хас булғанса, R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарауын күрһәтте. Был төркөмгә ҡараған ҡәбиләләр боронғо һинд-иран сығышлы халыҡтар иҫәбенә инә, улар беҙҙең эраға тиклем I мең йыллыҡ аҙаҡтарында Бөйөк Даланың ғәйәт киң территорияһына таралып көн итә. Тырнаҡлыларҙың һәм мырҙаларҙың ни сәбәпле I1-M253 гаплотөркөмөнә (башлыса, Скандинавия халыҡтарына хас) ҡарауын әлегә асыҡлау мөмкин түгел. Түбәләҫтәр, әйлеләрҙең бер өлөшө кеүек үк, N1c1-M178 гаплотөркөмөнә ҡарай, әммә уларҙың субклады - N1c1-F4205 монгол, тыва, бурят һәм ҡалмыҡтарҙыҡы менән бер иш. Ҡаратаулылар R1b-M73 гаплотөркөмө кешеләре, был уларҙың ҡыпсаҡтар менән нәҫелдәшлеген раҫлай.
Әйле берләшмәһенә ҡараған ырыуҙарҙың бөгөнгө вариҫтары Башҡортостандың Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы, Салауат, Туймазы райондарында, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Красноармейский, Ҡуҫа, Сосновский, Сыбаркүл райондарында, Ҡарабаш ҡала округында, Курган өлкәһенең Әлмән һәм Сафакүл райондарында йәшәй.
Урта Азияла һәм Волга-Урал ерлегендә киң билдәле "Ҡиссаи Йософ" әҫәре менән дан алған Ҡол Ғәли, әйле ырыуы шәжәрәһен тәүләп китапҡа индергән Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди, башҡорт халҡының азатлыҡ көрәше символына әйләнгән Салауат батырыбыҙ әйлеләрҙең иң арҙаҡлы заттарынан һанала. Зәки Вәлидиҙең иң яҡын арҡаҙаштарының береһе, Арғаяш башҡорто Нуриәғзәм Таһиров, бер туған Харун һәм Мөхәммәт-Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиевтар ҙа башҡорт халҡының милли автономияһы өсөн көрәштә ҡатнашҡан әйлеләрҙең иң күренеклеләре булып танылды.
Совет осоронда әйле берләшмәһенең элекке олоҫтары ерендә ойошторолған кантондарҙа, һуңынан яңыса исемләнгән райондарҙа йөҙәрләгән билдәле башҡорт зыялылары, яҙыусы һәм шағирҙар, фән эшмәкәрҙәре, артистар, Башҡортостан иҡтисады, мәғарифы һәм мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәр үҫеп сыҡты. РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғималетдин Минһажев, дәүләт эшмәкәре, 1930-1935 йылдарҙа БАССР-ҙың мәғариф наркомы Риза Әбүбәкеров, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, БАССР-ҙың Игенселек наркомы Шакир Төхвәтуллин (1926-1929 й.й.), БАССР Совнаркомы рәйесе, ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Сабир Ваһапов, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Фәйзрахман Зағафуранов, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, ЮНЕСКО-ның Г.Х. Андерсен исемендәге халыҡ-ара Почетлы дипломы эйәһе, шағир, драматург Сафуан Әлибаев, техник фәндәр докторы, академик Рәғиб Ғимаев, профессор, диалектолог Нәжибә Мәҡсүтова, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, йырсы Хәбир Ғәлимов, БАССР-ҙың халыҡ артистары Закирйән Ханов, Олег Ханов, Рәүис Заһитов, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артискаһы Рәфиға Галина, виртуоз-ҡумыҙсы Роберт Заһретдинов, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәнифә Искәндәрова, композитор Әкрәм Даутов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғазимулла Хәйбуллин, яҙыусы, әҙәбиәт белгесе Суфиян Сафуанов, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов, сәнғәтте өйрәнеү докторы, композитор Риф Сөләймәнов, көрәш буйынса СССР чемпионы Харис Йосопов һәм башҡа бик күп зыялыларыбыҙҙың исем-шәрифтәре Башҡортостан тарихында лайыҡлы урын алды.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 39-40-сы һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.19 | Ҡаралған: 550

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru