«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨСӨБӨҘ - ТАМЫРҘАРЫБЫҘҘА!
+  - 



1990 йылдың 11 октябре - алтын көҙҙәге Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгән көнө тарихыбыҙ биттәренә алтын юлдар менән яҙылды. Сөнки ошоға тиклем башҡорт халҡы тарихына һәр көрәш ҡанлы юлдар менән теркәлгәйне. Ошондай хәл иткес ваҡыттарҙа, шанлы йылдарҙа халыҡ барыбер аҡыллы, төплө һүҙгә, лидерға мохтаж. Йылдар аша ҡабат ошо ваҡытҡа урап ҡайтып, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара ҒӘНИЕВА һәм БР-ҙың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса фәнни-етештереү үҙәге директоры Данир ҒӘЙНУЛЛИН менән хәтерҙе барлайбыҙ.

Шул ваҡытта Башҡортостан яҙыусыларының, ғөмүмән, башҡорт зыялыларының роле ниндәй булды? Йәштәр үҙ артынан башҡаларҙы туплай, уларҙы артынан эйәртә, ошо ваҡиғаларҙың мөһимлеген аңлата алдымы?

Тамара Ғәниева:
Мин - шағир. Шағирҙың төп бурысы - күргән-кисергәндәренән һығымта яһап шиғыр яҙыу һәм шуның менән уның бурысы тамам. Ул халыҡтың байрағы ла, халыҡтың да, власть органдарының да кәңәшсеһе лә, уларға юл күрһәтеүсе лә булырға тейеш түгел. Хоҙай Тәғәлә уны Ергә кисерештәр даирәһендә йәшәргә, халҡының кисерештәр һәм интеллектуаль юғарылығын күрһәтергә тип ебәргән.
Ләкин Рәсәй илендә, Башҡорт илендә лә шағирҙар шағирҙан ҙурыраҡ тигән инаныс йәшәй. Шағирҙарға әллә нишләп рупор вазифаһы көсләп тағылды. Беҙҙең халыҡ та Салауат Юлаев, Шәйехзада Бабич кеүек шағир һәм батырҙар өлгөһөндә һәр бер шағирҙы батыр һәм көрәшсе итеп күргеһе килә. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының төп, аңына һәм ҡанына һеңгән идеалы - азатлыҡ. Нисәмә-нисә быуаттар халыҡ шул идеалға инанып, өмөтләнеп, бәлки, ҡасан да булһа мөстәҡиллек һәм бойондороҡһоҙлоҡҡа өлгәшеп булыр, тип йәшәй. Ул тойғо һәр ғаиләлә һалына. Атайыма 9 ғына йәш булғанда олатайым Ағзам Әхмәтзәки Вәлиди ғәскәре составында һәләк булған. Ағзам олатайымдың ҡустыһы Муса бабай ҙа шул ғәскәрҙә йөрөп-йөрөп, Ҡытайға сығып киткән. Шулай булғас, азатлыҡ тураһында, көрәш тураһында һөйләшмәй мөмкин түгел. Нимә тип әйтергә теләйем: был көрәш шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың бурысы булмаһа ла, намыҫлы шағирҙарҙың ниндәйҙер эске талабына әүерелде. Әйтәйек, беҙ, Факиһа Туғыҙбаева, Таңһылыу Ҡарамышева, Йыһат Солтанов, Мәрйәм Бураҡаева кеүек битараф булмаған әҙиптәр, шул 90-сы йылдарҙың бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәшенә әүҙем ҡушылып киттек. "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге төҙөлөү ҙә эшмәкәрлеккә ярҙам итте. Сөнки мин ошо үҙәктең ағзаһы булыу сәбәпле, иҫ киткес көслө рухлы, ғәжәйеп белемле башҡорттар бар икәнен аңланым. Бер ауыл булып йәшәмәгәс, бер-беребеҙҙе бигүк белмәйбеҙ. Төрлө өлкәләрҙә, төрлө ойошмаларҙа һөнәребеҙ буйынса эшләп тик йөрөгәнбеҙ. Нефтселәр, ғалимдар, табиптар, иҡтисадсылар, журналистар, юристар, уҡытыусылар, тарихсыларҙы әйтеп тә тормайым - шундай энтузиаст һәм белемле кешеләр менән танышыуым минең офоҡтарымды киңәйтте. Ниндәйҙер берҙәмлек һәм ойошҡанлыҡ, яңғыҙ түгелбеҙ икән, тигән тойғолар барлыҡҡа килде. Шундай берҙәмлек тойғоһо кешелә ышаныс тыуҙыра.
Данир Ғәйнуллин: 7-8 йәштәрҙә бер фильм ҡараным. Унда Әхмәтзәки Вәлидиҙең әйткән ҡайһы бер һүҙҙәрен, нисектер, совет цензураһы үткәреп ебәргән. Шуны ҡарағас, әсәйемдән: "Ул ағай дөрөҫ һүҙҙәр һөйләй, нишләп уны насар итеп күрһәтәләр", - тип һорайым. Ул шул саҡта: "Улым, ул башҡорттар өсөн, беҙҙең республика булһын өсөн көрәшкән, шуға уны ситкә сығып китергә мәжбүр иткәндәр",- тип аңлатты. Оҙаҡ уйландым. БДУ-ға уҡырға кергәс, асыҡлыҡ башланғас, уҡып белгәндәр аша Әхмәтзәки Вәлидиҙең дөрөҫ юлдан барғанын, дөрөҫ көрәш алып барғанын, автономия яулауыбыҙ, башҡорт халҡының милләт булып һаҡланыуы ни өсөн кәрәк икәнен аңланым. "Аҡ тирмә" милли-мәҙәни клубы, "Урал" башҡорт халыҡ үҙәге ойошторған сараларға йөрөй башланыҡ. Унда беҙҙең абруйлы ағай-апайҙар сығыш яһай. Беҙ, йәштәр, ололарҙың ойошмаһы бар, йәштәрҙеке лә булырға тейеш, беҙ ҙә көрәшергә тейешбеҙ, тип уйлана башланыҡ. Сөнки сәнғәт институтына барғайныҡ, унда музыка ҡоралдарында уйнайҙар ҙа, йырлайҙар-һөйләшәләр ҙә ҡайталар, "Аҡ тирмә" эргәһендәге йәштәр йыйынына барғайныҡ, унда ҡурай уйнарға өйрәтә башланылар. Был беҙгә кәрәкмәй, тип, үҙебеҙ йәштәрҙең милли хәрәкәтен ойошторорға ҡарар иттек. Тарих факультетының 8 студенты йыйылып, ойошманың уставын яҙып, Башҡорт йәштәре иттифағы булдырҙыҡ. Ойошманы танытыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Төрлө эҙләнеүҙәр аша коммунистар партияһының юлын ҡабатларға булдыҡ: баҫма матбуғат булдырырға! Ул ваҡытта милли ойошмаларҙың береһенең дә гәзите юҡ ине әле.
Сибайҙа төндә гәзит сығарып булғанын белә инек. Бер гәзитлек мәҡәләләр тупланыҡ та, Артур Иҙелбаевҡа: "Артур, һинең атайың - ғалим, әсәйең - журналист, гәзиттең беренсе һанын һин баҫтырып алып ҡайтырға тейешһең" - тинек. Артур ысынлап та поезд менән сығып китте лә, өс көн тигәндә 999 тиражлы "Оран" гәзитенең беренсе һанын баҫтырып алып ҡайтты. Әле ойошма ойошоп та бөтмәгән, әммә уның тураһындағы мәғлүмәт, үҙенең ваҡытлы баҫмаһы булыуы йәштәргә шул тиклем ныҡ тәьҫир итте - улар беҙҙең рәттәргә күпләп ағыла башланы. Һәм беҙ "Башҡорт йәштәре иттифағы" тигән исем менән милли хәрәкәткә ҡушылып киттек. Митингыларҙа ҡатнаштыҡ, башҡорт байраҡтарын тергеҙҙек. Ойошма хәрәкәте төрлө уҡыу йорттарына таралды. Улар бик актив эшләп китте.

Атайҙар һәм балалар проблемаһы һәр ваҡытта ла йәшәгән һәм йәшәй. Әммә өлкәндәрҙә - аҡыл, сабырлыҡ, түҙемлек тупланған, ә йәштәр - максималист, уларҙа ҡайнар йөрәк, ҡыйыу фекер, ҡыҙыу ҡан. Ошондай йәштәрҙе лә ололар ул заманда үҙҙәре менән бер рәткә туплай алды. Бөгөн иһә йәштәр менән ололар бер нисек тә уртаҡ фекергә килә алмағандай...

Тамара Ғәниева:
Йәштәрҙе үҙ эргәбеҙгә ылыҡтырыуҙың сәбәбе ябай - маҡсаттың уртаҡ булыуы. Бөгөнгө көндә халыҡтың маҡсаттары төрлө-төрлө. Кемдең башына ниндәй уй килә - ул үҙен генә хаҡлы тип уйлай башлай. Икенсе сәбәбе - ул ваҡытта йәштәрҙә өлкәндәргә ҡарата ихтирам тойғоһо ныҡ тәрбиәләнгәйне. Хәҙерге заманда ни өсөндөр өлкән кешенең абруйы юҡ. Был башҡорттарҙың борондан килгән өлкән кешегә ҡарата ихтирамы һәм иғтибары йолаларының ҡаҡшауынан килә. Әлбиттә, был ярайһы ауыр мәсьәлә. Бөтә төрки халыҡтарында ла аҡһаҡалдар, ил инәләре - был башҡортта бик һирәк бирелгән абруйлы статус - һаҡланып ҡалған. Өлкәндәр әйттеме - бөттө. Нишләптер тик башҡортта ғына бөгөнгө көндә атайҙар һәм бабайҙар хужа була алмай: донъяһына ла, балаһына ла, йәштәргә лә. Был үҙенә күрә проблема һәм фажиғә, тиергә мөмкин.
Данир Ғәйнуллин: Ваҡыт үтеү менән мин был мәсьәләгә бик фәлсәфәүи ҡарайым, сөнки был хәлде тиҙ генә төҙәтеп булмай. Кешенең биологик тәбиғәте шундай: йәштәрҙең максимализмына, ололарҙың һәр аҙымын үлсәп баҫыуы, аҡыл менән эш итеүенә фәлсәфәүи ҡарарға кәрәк. Сөнки бөгөнгө йәштәр олоғайғас барыбер "аҡылға ултырасаҡ" - беҙ ҙә йылдар үткәс бер аҙ баҫылдыҡ. Йәшлек үткән кеүек, йәш ваҡыттағы уй-фекерҙәр ҙә, яндырайлыҡ та, ҡыҙыулыҡ та, холоҡ та үтә ул. Эйе, һәр быуын ололар дөрөҫ эшләмәй, тип уйлай. Беҙ ҙә, ололар пассив, улар ҡурҡа, беҙ ҡыйыуыраҡ булырға, суверенитетты күберәк умырырға тырышырға тейешбеҙ, тип уйлай, һәр нәмәлә радикаль ҡарашта тора торғайныҡ. Беҙ ҙә ололарҙы тәнҡитләнек. Ә бөгөнгө күҙлектән сығып фекер йөрөтһәк, анализлаһаҡ, ул ваҡытта ағай-апайҙар ҙа бик ҡыйыу һәм шул уҡ ваҡытта төплө аҡыллы булған. Беҙҙә йәшлек максимализмы өҫтөнлөк иткән - бөтөн нәмә лә шунда, ошо уҡ урында, минутында-секундында кәрәк. Мөстәҡиллек яулайбыҙ икән, шул секундында уҡ азат булырға тейешбеҙ. Ә бөтөн нәмәнең дә бер юлы булмауын миңә Булат ағай Рафиҡов бик матур итеп төшөндөрҙө. Федератив килешеүгә риза булмайынса, аслыҡ иғлан иткәс, һәйкәл янында 7-8 егет менән ултыра инем, Булат ағай килде лә: "Ҡустым, нишләйһегеҙ, нимә талап итәһегеҙ?" - ти. Үҙебеҙҙең ҡәнәғәтһеҙлекте белдергәс: "Ҡустым, йәһүдтәрҙең бер алымы бар: улар ҙур яуҙарҙа көрәшеп еңә алмағас, һәр бер кеше, бәләкәй генә ғаилә халҡы өсөн көн дә бер бәләкәй генә еңеү эшләргә тейеш, тигән бурысты алға һөрә. Шул бәләкәй еңеүҙәр тотош халыҡтың ҙур еңеүенә килтергән дә инде", - тине.

Тарих ҡабатлана, тиҙәр. Ул ваҡиғаларға сирек быуаттан ашыу ваҡыт үтте. Мөсәл һайын тарих ниндәйҙер дәрәжәлә ҡабатланып тора. Уйлап ҡараһаң, шул йылдарҙа ҡуйылған талаптар бөгөн дә актуаль. Шул уҡ ер мәсьәләһе, экология, туған тел, иҡтисад һ.б. Был нилектән килә: яулап алғандарҙы һаҡлай, яҡлай алмауҙанмы, әллә үҙебеҙҙең битарафлыҡтанмы?

Тамара Ғәниева:
Үкенескә күрә, Татарстанда ҡабул ителгән декларациянан айырмалы, Башҡортостанда төп халыҡтың туған теле дәүләт теле тип иғлан ителмәне. Башҡорт теленә дәүләт статусы 1930 йылда уҡ бирелә һәм уны бер кем дә ғәмәлдән сығармаған. Башҡорт зыялыларының фиҙаҡәр һәм ныҡышмал, эҙмә-эҙлекле, туҡтауһыҙ талап итеүе арҡаһында ете йылға һуңлап булһа ла был указ кире ҡайтарылды. Шул йылдарҙа хатта Президент ауыҙынан "Проблему языка поднимают лишь представители гнилой интеллигенции", тигән һүҙ сығыуы ла беҙҙе шаңҡытты. 1994 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында төҙөлгән килешеүҙең 1-2-се статьяларына Декларацияла иғлан ителгән сәйәси һәм иҡтисади хоҡуҡтарыбыҙ теркәлде, әммә күп тә үтмәй, был килешеү юҡҡа сыҡты. Ә милли хәрәкәт зыялылары төшөнкөлөккә бирелде.
Ауыр йылдар булды. Янауҙар ҙа ишеттек, милләтсе тигән мөһөр ҙә баҫтылар. Ә бит милләтсе - ул башҡаларҙы инҡар итеү түгел, ә үҙеңдең милләтеңде яратыу һәм уның мәнфәғәтендә эшләү. Ошо үҙаллылыҡ яулауҙа алдан йөрөгән, милләт өсөн ҙур эштәр эшләгән интеллигенция вәкилдәренә һуңынан дәүләт структураларында вазифалар табылманы. Улар ҡайҙа тәғәйенләһәң, шунда эшләп алып китерлек ағай-апайҙар ине. Киреһенсә, был зыялыларға ниндәйҙер кимәлдә юлдар ябылды. Күп шағир, яҙыусылар был көрәштән ситтә йөрөнө, мине лә унда ҡатнашмаҫҡа өндәгәндәре һуңынан ҙур-ҙур вазифаларға үрләне, төрлө регалиялар алды. Был, әлбиттә, кәйефте төшөрҙө, сәләмәтлекте ҡаҡшатты. Сөнки ғәҙелһеҙлек шул тиклемгә барып етте: өҫтән ҡарап, мыҫҡыллап, нимәгә өлгәштегеҙ инде, тигән мөнәсәбәттәрҙе лә күрергә тура килде.
Данир Ғәйнуллин: Беҙҙең көрәш, барыбер ҙә, ниндәйҙер кимәлдә халыҡ аңында, милли хәрәкәттә революцион сара булды. Күптәр ошо тулҡынға инеп китте. Ләкин 90-сы йылдар үткәс, күп йәштәребеҙ ошо күтәрелештән тыныс тормошҡа, халыҡҡа тыныс юл менән хеҙмәт итеүгә яраҡлаша алманы. Был бик ҙур проблема булды. Мин шунда аңланым: күп егеттәребеҙ ысын революционерҙар, ғөмүмән, башҡорт - ул яугир халыҡ икәнлеге шунда күренде. Британ яҙыусыһы, тарихсы һәм фәйләсуф Томас Карлейль әйткәнсә, революцияны романтиктар уйлап сығара, фанаттар тормошҡа ашыра, уның емештәре менән ҡәбәхәттәр ҡуллана. Шуның кеүек, күптәр тыныс тормошҡа яраҡлаша алманы һәм яуланған емештәр тиҙ яраҡлашҡандар өлөшөнә эләкте. Шунан мин, Булат ағай әйтмешләй, ысынлап та, халыҡҡа хеҙмәт итер өсөн урамға сығып революция эшләргә түгел, ә ҡайҙалыр бер урынға ныҡлы баҫып (станок артынамы, һабан артынамы, дәүләт посынамы) аныҡ эш башҡарырға, баш менән аҡыллы эш итергә кәрәклекте аңланым. Сөнки урам буйлап күкрәк һуғып йөрөү менән генә бер нәмәгә лә өлгәшеү мөмкин түгел. 90-сы йылдар үтте-бөттө, ә алда - киләсәк.
Тел мәсьәләһендә һуңға ҡалдыҡ тиһәк тә, Татарстанға, Ҡаҙанға күп тапҡыр барғаным бар, аралашып торам. Урам буйлап барғанда дәүләт структураларында, рекламаларҙа, магазиндарҙа татар телендәге алтаҡталарҙы күрмәйһең. Ҡаҙанды татар ҡалаһы тип хис итеп булмай. Күп нәмә русса. Башҡортҡа аҡыл һуң төшә, һуң төшһә лә мул төшә, тигәндәй, беҙҙә закон һуң ҡабул ителһә лә, шунда уҡ Терминология комиссияһы булдырылды, ҡала-райондарҙа улар һаман да бар. Райондарға барып, мәктәптәрҙә йөрөп, башҡорт теле нисек уҡытылыуы, дәүләт структураларында вывескалар нисек эшләнгәне тикшерелде. Әле лә Өфөлә ике телдә яҙалар. Һәм мин бының менән ҡәнәғәтмен.
Эйе, һуңғы 7-8 йылда артҡа китеүҙәр ҙә, торғонлоҡ та булды. Хөкүмәттәге ул комиссия бөтөнләй эшләмәне, телгә иғтибар булманы. Шуның арҡаһында артҡа киттек, ләкин уға тиклем бик күп нәмәне эшләп өлгөрҙөк. Беҙҙә ҙур тәжрибә тупланған һәм уны ҡабаттан тергеҙеүе, ул эште ҡабаттан йәндәндереп ебәреүе ҡыйын булмаҫ.

Нисек кенә тиһәк тә, ул бит шул тиклем ҙур күтәрелеш, алға китеш булды, шул иҫәптән халыҡтың аңы ла үҫте...

Тамара Ғәниева:
Был күтәрелештең ниндәйҙер кимәлдә уңышлы булыуының сәбәптәренең береһе - Горбачевтың ҡоро закон индереүе йоғонтоһоноң көслө булыуында ине. Ауылдарҙа, ҡалаларҙа ул осорҙа байтаҡ халыҡ айыҡ булды. Айыҡ кешеләр, нигеҙҙә егеттәр, айыҡ фекергә килә һәм айыҡ һығымталар яһауға һәләтле була. Һуңынан, ҡоро закон бөтөрөлгәйне, егеттәрҙең күбеһе эскегә һабышты. Эскелек - беҙҙең иң ҙур фажиғәгә әйләнде.
Шул уҡ ваҡытта нимәһе менән һәйбәт булды был көрәш заманы, ғөмүмән, шул үҙгәртеп ҡороуҙар тигән бигүк аңлашылып бөтмәгән формацияның алышынышы? Мәҫәлән, шағир өсөн, публицист өсөн тыйылған темалар ҡалманы: теләһәң күңелеңде асып һал, теләһәң, табыштарың, үҙең эҙләнеп барып осраған мәғлүмәтең менән уртаҡлаш. Был, әлбиттә, ҙур ҡаҙаныш ине.
Данир Ғәйнуллин: Ул ваҡытта ҡуйған талаптар һәм беҙгә бирелгән үҙаллылыҡ осоронда эшләнгән эш - ул республикаға ҙур карт-бланш булды. Күп иҡтисади мөмкинлектәр тыуҙы, шул ваҡытта республикала төҙөлөш киң ҡолас алды, юлдар һалынды, газ үтте, яңы объекттар төҙөлдө. Бөгөн беҙ белгән үҙен үҙе тәьмин итә алған республикаға шул йылдарҙа нигеҙ һалынды. Әле күп позицияларҙа артҡа сигендек, тиһәк тә, тормош гелән алға барыуҙан ғына тормай. Тарих мөмкинлек биргән ниндәйҙер мәлдә беҙ ҙур һикереш эшләйбеҙ ҙә, икенсе ауыр ваҡыттарҙа саҡ ҡына артҡа сигенәбеҙ. Шуларҙы күҙ уңында тотоп, тағы ла алға барыу мөмкинлектәре бар, тип уйлайым һәм һуңғы ваҡытта республикала барған үҙгәрештәрҙе ыңғай баһалайым, артабанғы үҫешкә нигеҙ итеп күрәм.

Хәҙер Данир Әхмәҙи улы - үҙе ир-азамат ҡорона еткән, Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы - ағинәй йәшендә. Бөгөн шул йылдарға күҙ һалып, ниндәй хаталарҙы, яңылышлыҡтарҙы күрәһегеҙ һәм уларҙы булдырмаҫҡа ла мөмкин ине, тип уйлайһығыҙ?

Тамара Ғәниева:
Минең ундай үкенесем юҡ. Хаталар эшләгәнбеҙҙер, тигән уй башыма ла килмәй. Беҙ намыҫыбыҙ ҡушҡанса, бөтә нәмәне - ҙурмы-бәләкәйме - еренә еткереп эшләнек. Ҙур күтәрелеш ваҡытында бөтә кешеләр ҙә трибун булмай. Ә ниндәйҙер икенсе эштәрҙе лә башҡара. Мин бер төн эсендә район-ҡалаларға, сит республикаларға митингыға саҡырып, тексын үҙем машинкала баҫып, 300 хатты конвертҡа һалып йәбештереп ебәрҙем. Президент һайлауҙары ваҡытында Тәнзилә Йәндүрина менән икәүләп өйҙән-өйгә, фатирҙан-фатирға йөрөп, кешеләр менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ. Бындай бөтмәҫ-төкәнмәҫ, күҙгә күренмәгән мәшәҡәттәрҙе әллә ниндәй ҙур эш түгел тип ҡарарға ла була. Әммә бая Данир ҡусты әйтмешләй, былар ҙур еңеүгә илткән бәләкәй еңеүҙәр ине. Һәр механизмда бәләкәй генә шөрөп тә ҙур роль уйнай. Иң мөһиме, беҙ хәл-торошто Чечен Республикаһы ситуацияһына алып барып еткермәүсе быуын. Лидерҙарҙың болғанышлы мәлдәрҙә лә бына-бына ҡабыныр усаҡты һүндерергә башы, шуға аҡылы етте. Һәр хәлдә, милләтебеҙҙең йәш киләсәк быуыны барыбер беҙ эшләгән эштәрҙән илһам алып алға баралыр, тигән фекерҙәмен.
Данир Ғәйнуллин: Мин дә ниндәйҙер хаталар эшләгәнбеҙҙер тип уйламайым, сөнки бер нәмәне лә үҙгәртеү мөмкин түгел - ул тарих, ә тарихты үҙгәртеп булмай. Нисек булған - шулай булған. Хатта нимәлер дөрөҫ эшләнмәгән тиһәк тә, ул ваҡытта дөрөҫ тип уйланылған.
Халҡыбыҙ бик аҡыллы, зирәк. Шул ваҡытта ошо сәйәси сараларҙы тыныс юл менән хәл итеү һәм аҡыллы фекер йөрөтөү яҡшы булған, тием. Ысынлап та, беҙ, башҡорттар, ҡыҙыу, гөлтләп ҡабынырға ғына торабыҙ, ләкин интеллигенцияның, етәкселәрҙең, аҡһаҡалдарҙың был осҡондо ялҡынға әйләндермәҫкә аҡылы етте. Халҡыбыҙҙың 17-18-се быуаттарҙағы ихтилалдарының һабағынан сығыптыр инде, йәштәрҙе тынысландырып тороуҙа ла, беҙгә артыҡ юл ҡуймауҙа ла улар аҡыллы эш итте.

Башҡорттарҙы яугир, ҡыҙыу, ярһыу сифаттарға эйә тип белһәк тә, тарихтан ҡараһаҡ, ниндәйҙер киҫкен ваҡыттарҙа ул шунда уҡ берләшергә әҙер генә тора. Әммә ундай хәл-торош юҡ икән, һәр ҡайһыһы айырым, үҙ алдына йөрөп тик ята...

Данир Ғәйнуллин:
Башҡорт халҡының Уралда халыҡ булып ойошоуына ла бәйләнгән был. Ошо Уралда иркенләп ырыу-ырыу булып йәшәгән, үҙенең аҫабалыҡ хоҡуғын монголдар алдында ла, Рәсәй империяһы алдында ла иҫбат итеп ҡалдырған һәм ниндәйҙер ауырлыҡ килеп тыуғанда тиҙ генә туплана белгән ата-бабалар. Беҙ бер ҡасан да хан һайлап, бер етәкселек аҫтында йәшәмәгәнбеҙ. Ләкин хәрби демократия ысулы менән халыҡ берҙәм булған. Уйлап ҡараһаң, беҙ ысынлап та уникаль милләт.
Тамара Ғәниева: Минең "Ҡатын" тигән поэмам бар. Унда мин Рус дәүләтенә ҡушылған ваҡытты һүрәтләйем. Ошо поэманы яҙа-яҙа халҡыбыҙҙың ни саҡлы аҡыллы, зирәк булыуын аңланым. Ул саҡта бит өс йыл рәттән Башҡортостанда аслыҡ була. Аҡман тигән бей Ҡаҙанды яҡларға китеп бара - халыҡ ҡырылып ята, көсһөҙ, хәлһеҙ. Бына ниндәй бейҙәр һәм ҡатындар булған милләтебеҙҙә. Был - беҙҙең гендарыбыҙҙа ята, ҡаныбыҙға һеңгән, менталитетыбыҙға һалынған.

Быйыл Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын билдәләнек, яңы тарихта күптән түгел суверенитет яулауҙың сирек быуатын байрам иттек. Алдағы сирек быуатты ниндәй төҫтәрҙә күҙаллайһығыҙ? Ниндәй фараздар бирәһегеҙ?

Данир Ғәйнуллин:
Ғөмүмән, һуңғы бер йылда булған үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алып, мин республиканың киләсәген бик яҡты итеп күҙ алдына килтерәм, сөнки бөтөн Башҡортостан халҡына әлеге көндә етәкселек яғынан яҡшы, ыңғай ҡараш бар. Был бигерәк тә социаль өлкәгә ҡағыла. Радий Фәрит улы Хәбировтың инаугурацияһынан һуң беренсе указы үҫеш стратегияһы булды. Уны ентекләп ҡарап сыҡтым. Башҡортостан халҡына ла, башҡорт халҡына ҡарата ла бик яҡшы пункттар бар. Мәҫәлән, билдәле археолог Нияз Мәжитовтың эшен дауам итеп, "Боронғо Өфө" республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы базаһында археологик парк һәм асыҡ һауала "Атайсал" музейын төҙөү. Был бит күптәнге хыялыбыҙ, башҡорт халҡының этногенезы музейын эшләү, тигән һүҙ. Беҙ уны нисәмә йылдар тормошҡа ашыра алманыҡ. Бөгөнгө етәксебеҙ шуны аңланы, сөнки тарих - ул халыҡтың тамыры. Тарихы булған, тарихын хөрмәт иткән халыҡтың киләсәге бар. Үҫеш стратегияһында Шүлгәнташты үҫтереү, "Торатау" геопаркын булдырыу, был объекттарҙы ЮНЕСКО-ның мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү тураһындағы пункттар ҙа бар. Ҡыҫҡаһы, был указ башҡа йүнәлештәр менән бер үк ваҡытта тамырҙарҙы нығытыуға йүнәлтелгән. Ә тамыры ныҡ ағас ел-дауылға бирешмәй, уның көсө - тамырҙарында.
Тамара Ғәниева: Мин дә киләсәккә позитив ҡарашта. Сөнки, ысынлап та, йәшәйеш серпантин формаһында үҫешә. Уның юлы, әлбиттә, гелән еңеүҙәрҙән тормай, еңелеүҙәр ҙә була. Кешенең яҙмышында ла шатлыҡ менән ҡайғы аралашып килә. Һәр бер милләт - тере организм. Ул төшөнкөлөккә бирелә, алға табан бара, үҫеш кисерә, бер урында тапанып тора, һ.б. Иң мөһиме - милләттең киләсәгенә һәр ваҡыт ышаныс менән ҡарарға тейешбеҙ. Әлбиттә, глобалләшеү шарттарында беҙҙең төп хәстәребеҙ - туған телде һаҡлау булырға тейеш. Төрки донъяһында ғына түгел, хатта тотош донъяла үҙенсәлекле теле булған, телен һаҡлаған башҡорттар беҙ. Артабан да телебеҙҙе һаҡлап ҡала алһаҡ, Алла бойорһа, юғалмабыҙ, бөтмәбеҙ, киләсәгебеҙ яҡты булыр, тип өмөтләнәйек.

Шулай итеп...
Әңгәмәне йомғаҡлауҙы оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, тарих өсөн бер мөһим фекерҙе генә яҙып ҡуйғы килә: быйыл республикабыҙ автономияһының 100 йыллығын билдәләгән кеүек, Алла бойорһа, киләсәк быуын Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең 100 йыллығын да донъя кимәлендә барлыҡ өлкәләрҙә һәм тармаҡтарҙа үҙен танытҡан, дан тотҡан дәүләт булып, башҡорт телендә һөйләшеп байрам итһен!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.19 | Ҡаралған: 536

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru