«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕ ЯҠҠАМЫ? БЫ ЯҠҠАМЫ?
+  - 



Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең бөтә ижадында уның үҙ cовет дәүере уҙаманы, үҙ Рәсәй Ватаны гражданины һәм үҙенең туған башҡорт халҡының улы булыуы күренә: илгә дошман яуы ябырылғас, ат атланып яуға киткән яҡташтарын күтәрмәләп-әйҙәп яусыл оран ташлай; илде тергеҙгән дәүерҙә Рәсәйҙе һәм ватансыллыҡ рухын данлай; балалар әҙәбиәтен үҫтереү өсөн шиғырҙары, повестары илгә тарала; театр сәхнәләрен шаулатыр драматургия әҫәрҙәре яңы офоҡтар аса; социалистик ҡоролош йөй-ситенән һүтелә башлағас, йәшәү асылы һәм ҡанундары хаҡында фәлсәфәүи ҡараштары әҫәрҙәренә күсеп, халыҡҡа барып етә... Былай ынтыматлы һәм емешле ижад Хоҙайҙан бирелгән егәрле һәләттә, йәшәү менән үлем сигендә йөрөп, теге һәм был донъяларҙың тынын тойған кешелә генә булыуы мөмкин.

Танышыу

Мостай Кәрим ижады академик совет мәктәбендә башҡорт әҙәбиәтен һәм шиғриәтен уҡыған һәр балаға таныш. Яңы уҡырға өйрәнгән сағымда, 1960 йылдар башында, уның "Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?" тигән китабы беҙҙең өйҙә лә булды. Ҙур китап тышына эре хәрефтәр менән яҙылған хикәйә исеме минең хәтеремә ғүмергә уйылды, яҙмыштың һәр боролошо һайын тып итеп алдыма баҫа торған мәңгелек һорау булып ҡалды: "Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?" Мостай Кәримдең үҙен дә донъяның ошо һорауы төрлө яҡҡа тартҡыланы, ахырыһы, ләкин Шағирҙың йәшәмеш умыртҡаһы, йәғни илаһи сынүҙәге тотороҡло булды, бындай сайҡауҙарға бирешмәне. Шағир астрология буйынса Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында тыуған, йыһан бизмәне - уның күңелендә. Мин дә шул уҡ Үлсәү йондоҙо нурына ҡарап донъяға килгәнмен, шуға шағирҙы аңлайымдыр кеүек тойола.
Хәйерниса ҡәрсәйем ғәжәп оҫта әкиәтсе булды, бөтә ауылға һәм беҙгә, балаларына, "Буҙегет", "Таһир-Зөһрә", "Йософ бәйғәмбәр" ҡиссаларын көйләп илата торғайны, ә атайым унан батырҙар тураһында бик күп әкиәттәр отоп алып, беҙҙе "Аҡъял батыр", "Аҡшан батыр" мажараларын һөйләп рәхәтләндерә ине. Ләкин миңә туған әҙәбиәттең тәмен татытҡан тәүге әҫәрҙәр - Зәйнәб Биишеваның "Ел-ел арбам" әкиәттәре менән Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы. Ғөмүмән, әсәйем үҙе күп китап уҡыны, ҡалын-ҡалын романдар алып ҡайтып, почта аша журналдар яҙҙырып, уларҙың эстәлеген кис һайын, сериал кеүек, беҙгә лә һөйләр ине. Һәм ул Мостай Кәримдең китабын ҡулымдан төшөрмәй ятлап бөткәнемде лә күрҙе, әлбиттә.

1969 йыл. Беренсе сирҡаныс

Өсөнсө класта уҡығанда, ун бер йәшемдә мин беренсе тапҡыр хикәйә яҙырға баҙнат иттем. Һуғыштан алда Үзбәкстанға Ырымбур педтехникумын тамамлаған Орҡоя инәйем рус теле уҡытыусыһы итеп ебәрелә, ул шунда ҡалды, йәй һайын балаларын эйәртеп, ялға ҡайтты. Туғандар ишле, төрлө ауылда йәшәйбеҙ, ә ул барыбыҙҙы барлап, кемдәлер нисәшәр көн ҡунаҡ булып, беҙҙе аралаштырып йөрөгән бер аҡыл эйәһе булды. Уның бәләкәй ҡыҙы Наилә апайым беҙгә матур йырҙар, бейеүҙәр, уйындар өйрәтте. Ул ҡайтып киткәс, бик болоҡһоп йөрөгәндә, һеңлеһенән айырылып ҡалған Йәмилдең хәлен төшөндөм. "Беҙҙең өйҙөң йәме - ул минең апайым", тип уйланым да, уның менән бергә үткән көндәрҙе тасуирлап яҙҙым. Ярты дәфтәр самаһы яҙмамды әсәйем алып уҡыған: "Нишләп кешенекен күсереп яҙаһың, кешенекен урлап, яҙыусы булмайҙар!" Башыма күҫәк менән тондорған кеүек булды, яҙмамды янып ятҡан мейескә ырғыттым. Күрәһең, ятлап бөтөлгән әҫәрҙең ҡайһы бер һүҙҙәре, хатта һөйләмдәре минең тәүге хикәйәмдә ярылып күренеп торғандыр. Нисек һүрәтләргә белмәгәнмендер инде мин һағыныу-юҡһыныу хистәрен... Ләкин әсәйемдең һүҙҙәре ғүмер буйы ҡолағымда ғына тора. Кешенән бер-ике һүҙ ҙә ала алмайым, алырға тура килһә, авторын күрһәтә һалам...
Әммә ҡайсаҡ бер һорауҙы бирәләр: "Яҙырға кем өйрәтте һине, остазың кем?" Минең күҙ алдымда баяғы картина: дөрләп янған ут эсендә юҡҡа сыҡҡан йәшел тышлы дәфтәрем, унда көйрәп ҡыҙыл көлгә әйләнгән тәүге һөйләмдәр артында һағыныуҙан һығылып илап торған Йәмилдең йөҙө... Ә шулай ҙа "Те яҡҡамы? Бы яҡҡамы?" тигән был гамлетса ғәжәп серле һорау минең артымдан ҡалманы.

1971 йыл. "Айгөл иле"

Мин Өфөләге 1-се мәктәп-интернатта 7-се кластан уҡый башланым... Бөтә класс менән барып, Башҡорт академия драма театрында "Айгөл иле" спектаклен ҡарағандан һуң минең өсөн Мостай Кәрим ижады икегә бүленде. Береһе - хыялый Айгөл (Хәнә Минһажева башҡарҙы) һәм икенсеһе - үкенес һәм хәсрәт эйәһе Ябағаев. Айгөлдөң нурҙан торған донъяһын уратып ғазап утында көйрәгән кешеләр өйөрөлә: яуапһыҙ мөхәббәттән сәмләнгән Ричард Галин, яһалма һөйөүҙән биҙгән Илдар, тыуған иленән ситтә сарсаған Зөлхәбирә, япа-яңғыҙ ҡалыуҙан ҡурҡҡан Йәғәфәр, үҙ ғәйебен танып алйыған Ябағаев... Класташым Альмира Ҡыуатова ятаҡта ла, мәктәптә лә көнө-төнө Айгөл булып уйнаны, ә мин һатлыҡ йән Ябағаевты ғәфү итмәгән Йәғәфәр ҡартты (уны бөйөк Арыҫлан Мөбәрәков уйнаны!) уйланым да уйланым. Ғәфү итеүсе бер Алла, ти торғайны ҡәрсәйем. Әҙәм балаһы ғәфү итә алмай икән, тимәк, шул арҡала ул бәхетле лә була алмай. Альмира Айгөлдө һайланы. Ә мин Ябағаевты. "Донъяның аҡ яғына ҡарап, күҙең сағылмаһын, һәм ҡараңғы яғын күреп, күҙең йомолмаһын", - тигән кеүек булды миңә Шағир.

1979 йыл. Интервью

"Те яҡҡамы, бы яҡҡамы?" Мостай Кәримдең был һорауы мине Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда тағы килеп тотто. Тәнәфестән һуң дәрескә йүгереп китеп барабыҙ, деканаттан секретарҙың телефонға ҡысҡырған тауышы яңғырай: "Бишме, дүртме?" Мин йәнфарман уҙып барышлай башымды ишеккә тығып: "Биш! Биш!" - тейемсе. Шаяртып ҡына. Ә ул миңә баш ҡаҡты ла: "Ярай, биш булһын!" - тип тороп ҡалды. Кафедраға инеп ултырышып бөткәйнек, ул беҙҙең аудиторияға килеп инде лә: "Барығыҙ, телевидениеға интервью бирегеҙ. Бишенсе курс, тип һеҙҙе һайланыҡ", - ти. Уҡытыусы Тимерғәли ағай Килмөхәмәтов биш-алты кешене лекциянан бушатты. Мин дә эләктем. Ағай эште аңлата: "Мостай Кәрим ижады буйынса фекерҙәрегеҙҙе һорарҙар. Университет алдында оператор көтә. Кемдәрегеҙ әҙер, хәҙер үк барығыҙ". Егеттәр йүгерешеп оператор янына төшөп китте. Мин китапханаға йүнәлдем. Шағирҙың томлыҡтары уҡыу залында асыҡ кәштәлә торғанын беләм. Алдым да йомолоп шиғырҙарын уҡый башланым. Донъямды онотҡанмын. Бер мәл иптәштәрем мине эҙләп килгән, тиҙ бул, һин генә ҡалдың, тиҙәр. Университет алдындағы колонналар янына сыҡһам, оҙон-оҙон ике егет тора. Береһе камера артында, икенсеһе блокнот-ручкалы. "Московское телевидение", тиҙәр! Үҙҙәре өшөгән, көҙгө әсе ел кәрәктәрен биргән. "Ваше мнение о творчестве Мустая Карима?" Мин нишләптер тел осомда ғына торған бер шиғырын һөйләй башланым: "Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем, икенсеһен ергә өндәштем..." Быларҙың күҙҙәре түңәрәкләнде. Мин шиғырҙы руссаға тәржемә итеп ҡабатланым да үҙемсә анализ яһайым: "Шағир юлы әсәйҙән һәм тыуған ерҙән башлана, һәм мине уның ижадында иң ышандырғаны шул: әсәйҙе һәм тыуған ерҙе алдап булмай. Улар - ике ос, береһе тыуҙыра, икенсеһе - ҡуйынына ала. Ошо ике арауыҡтағы юл - кеше яҙмышы, ә шағир өсөн ул һорауҙар, ғазаптар, асыштар юлы". Кинәт оператор: "Стоп! Кассета кончилась", - ти. Мәйтәм, әллә нәмә һөйләп торамдыр ҙа былар юрый туҡтатты; уф, тип оялып ситкә ташландым. Юҡ, блокнот тотҡаны артымдан баҫтыра: "Не уходите, повторите сначала!" "Ни за что! Не умею повторять!" - ҡасырға итәм. Беләгемдән ҡымтып тотоп алды теге, һәм операторы шатыр-шотор килтереп кассета алыштырғансы, ебәрмәй торҙо ла һорауын ҡабатланы. Тағы баш тартырға ҡыйынһындым. Яңынан баяғы шиғырҙы башҡортса һөйләнем, руссаға тәржемә иттем, фекеремде әйтеп ҡуйҙым. Аҙаҡ ишетәм, Мостай Кәримдең 60 йәшлек юбилейы уңайынан Мәскәү телевидениеһы төшөргән документаль фильмгә минең генә сығышымды алғандар... Үҙем күрмәнем, әйттеләр. Бер кеше хатта һуҡранып әйтте...

1980 йыл. Министрҙың таянысы

Мин Башҡортостан телевидениеһында редактор булып эшләй башланым. 1956-1971 йылдарҙа мәғариф министры булып эшләгән Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаны телетапшырыуға саҡырҙым, аҙаҡ ул минең менән махсус һөйләшеп ултырҙы, тырышып эшләргә, күп өйрәнергә, күп уҡырға, тип кәңәштәр бирҙе. Мин уны оҙата сыҡтым. Ғафури урамы осонда беҙгә бер төркөм яҙыусылар осраны, араларында Динис Бүләков менән Мостай Кәрим дә бар. Салауат һәйкәле яғына китеп баралар. Ағайҙар Фатима инәйҙе уратып алды, ҡул биреп күрештеләр. Мин ситкә китеп көтөп торам. Иң аҙаҡтан Мостай Кәрим инәйгә ниҙер әйтте лә, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе. Инәй уға ҡул һелтәне лә минең янға килде. Мин шағирҙың инәйгә нимә тип әйтеп көлгәнен белгем килә, ә Фатима инәй шунда бер генә һөйләм менән яуап бирҙе: "Мин Мостай Кәримдең бөтә шаяртыуҙарына ла түҙәмен, сөнки ул заманында бөтә башҡорт мәктәптәрен һәм бөтә башҡорт теле уҡытыусыларын ҡотҡарҙы..." Үҙенең был һүҙҙәрен асыҡлап, һуңғараҡ биргән интервьюһында Фатима Хәмит ҡыҙы 1960 йылдарҙа булған ауыр һәм сетерекле хәлдәр хаҡында бәйән итте: "Хрущев беҙгә, бәләкәйерәк милләттәргә, бик ауыр ғәйеп ташланы: рус телен белмәгән кеше совет кешеһе була алмай, тине. Мәскәүҙән шундуҡ ҡарарҙар килеп төштө, тиҙ арала башҡорт мәктәптәрен рус мәктәптәренә әйләндерергә ҡушылды. Беҙҙәге йәмәғәтселек, ғалимдар (Әкрәм Бейеш), шағирҙар (Рәми Ғарипов), уҡытыусылар күтәрелеп сыҡты, конференция үткәрергә булдыҡ. Мәскәү министерствоһынан килгән кеше мәсьәләне шул хәтле ҡаты ҡуя, хәҙер үк ҡарарҙы үтәгеҙ, тип янап-ҡурҡытып сығыш яһай. Шунан кешеләр ҡаршы шаулаша башлағас, үҙе лә ҡурҡып, урамға сығып китте. Уның артынан мин дә сыҡтым, беҙгә Мостай Кәрим эйәрҙе. Ҡалғандар беҙҙән ҡалмай - арттараҡ килә. Бөтә зал урынынан ҡупты тиерлек. Мин нишләргә лә белмәйем, тегене туҡтатып һөйләшергә итәм, мине ишетергә лә теләмәй. Шунан Мостай Кәрим баяғы чиновникты ҡамап туҡтатты ла былай тине: "Башкирского министра Вы можете не слушать, а меня, башкирского поэта, Вы обязаны выслушать. Я пишу на башкирском языке, меня читают на башкирском языке. Если вы закроете башкирские школы, кто будет меня читать? Для кого мне писать? Ответьте на этот вопрос: для кого мне писать?" Теге чиновник ни әйтергә белмәй, ыҡ-мыҡ итә. Мостай Кәрим һаман ныҡыша, артынан ҡалмай баҫтыра бара, баяғы һорауын ҡабат-ҡабат бирә, яуап бирегеҙ, тип талап итә. Теге бәндә ҡул һелтәп ҡайтып китте. Беҙ башҡорт мәктәптәрен ябырға, тигән ҡарарҙы ҡабул итмәнек. Шулай булһа ла, ҡайһы бер ялағайҙар урындарҙа башҡорт мәктәптәрен бөтөрҙө, мәскәүҙәргә арҡаланып, район үҙәктәрендә байтаҡ мәктәпте руслаштырып өлгөрҙө..."
Фатима инәй минән бер нәмә лә йәшермәй һөйләй торғайны. Ул үҙе ҡатмарлы заман вәкиле, мөғжизә менән иҫән ҡалған башҡорт балаһы, "Сталин кешеһе" тигән ҡырын ҡараштарҙы ла йырып сыҡты. Һәм башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримгә лә ул оло хөрмәт һәм ышаныс менән ҡараны.

1989 йыл. Мостай Кәримгә 70 йәш

Шағирҙың етмеш йәшлек юбилейын киң билдәләү бурысы беҙҙең телевидениеның бөтә бүлектәренә лә ҡағылды. Телевизион тапшырыуҙар дәүләт комитеты М. Кәрим ижадына бағышлап концерттар, спектаклдәр, документаль таҫмалар әҙерләне. Мин балалар һәм үҫмерҙәр өсөн телевизион тапшырыуҙар редакцияһында эшләй инем. Мостай Кәрим менән уҡыусыларҙың осрашыу кисәһенән репортаж әҙерләмәк булдым. Ҡайһы уҡыусылар менән осрашасаҡ? Әлбиттә, 1-се башҡорт мәктәп-интернатының актовый залы ПТС (передвижная телевизионная станция) камераларын ҡуйыу өсөн яйлыраҡ ине. Унан да бигерәк, тап ошо мәктәптә рәхәтләнеп башҡортса кисәләр үткәрергә мөмкин. Мин егермеләп һорау әҙерләп, балаларға тараттым, улар залдан шағирға һорау бирәсәк. Кисә бик йәнле барҙы, Мостай ағай бала-саға алдында тағы ла алсағыраҡ, ябайыраҡ, хатта бер ҡатлыраҡ булып китә, берсә шаярта, берсә етдиләнә...
Иң ҡыҙығы телестудияға ҡайтҡас башланды. Ағай иртәгәһенә иртүк үҙе килеп етте һәм кисәнең тулы яҙмаһын тотош ҡарап сыҡты. Шунан бергәләп ике-өс көн монтажда ултырҙыҡ. Мин мөхәррир булараҡ, һәр һөйләм-һүҙҙе, сценарийҙы тикшерәм. Ә шағир ағай үҙенең видеотаҫмаға төшкән һәр һүҙен, һәр ҡарашын күҙҙән үткәрә. Уңышлы урындарында бала кеүек шатлана, хатта осоноп китә, әгәр оҡшамаһа, кисекмәҫтән алып ташларға ҡуша. Мин уны күҙәтәм, ә ул кадрҙы ҡарай. Шулайтып бергә эшләнек. Нисәмә шағир һәм яҙыусы тураһында тапшырыуҙар әҙерләп тә, мин был хәтле яуаплылыҡ менән мөхәррир эшенә ҡыҫылған башҡа бер кемде лә күрмәнем. Был бит әле балалар менән осрашыу ғына кисәһе! Мостай Кәрим тигән кеше үҙ дәрәжәһе өсөн ни хәтле борсола, үҙ эшенә ни тиклем яуаплы ҡарай, үҙ баһаһын һәм ижадын ни хәтле ҡәҙерләй! Шунда үҙемә бер асыш яһаным: Мостай Кәрим үҙенең һәр ҡыҙыҡлы образын, һәр тәрән фекерен Хоҙай биргән бүләк, тип иҫәпләй, ул һәр бер шиғырына һөйөнөп, еренә еткереп эшләй һәм тиҙерәк, күберәк кешеләргә еткерә. Осрашыуҙа тағы бер нәмәне аңланым: Мостай Кәрим үҙенең ижадын бик ярата, үҙенең шиғырҙарын ярата. Үткер яңғыраған образдарына һөйөнә: "Шәп бит, ә!" - тип ҡысҡырып ебәрә. Белмәйем, башҡа мөхәррирҙәр менән бергә ултырып эшләнеме-юҡмы, ләкин монтаж аҙағында ул миңә бер һорау бирҙе: "Балалар миңә сетерекле һорауҙар бирҙе, ә уларға кем яҙып бирҙе?" Мин дөрөҫөн әйттем. Ағай миңә һынап ҡарап торҙо ла өндәшмәне. Мин дә аңланым: "Һеҙ үҙегеҙҙе башҡортмон тип әйтергә ҡурҡмайһығыҙмы?" - һүҙ ошо һорау тураһында ине. Ағай уға бик шыма яуап биргәйне бит: "Мин бер ҡасан да, башҡортмон, тип ҡысҡырманым. Ләкин башҡортса уйланым, башҡортса яҙҙым, Башҡортостан тигән республиканың шағиры булдым, һәм бер ҡасан да үҙгәрергә йыйынмайым..."
Мин был һүҙҙәрҙе көндәлегемә теркәп ҡуйғанмын.

2000 йыл. Фатима инәй тураһында фильм

Фатима инәй Мостафина 1998 йылда декабрҙең сатлама һыуығында вафат булды. Ҡорос ихтыярлы, академик белемле ҙур йөрәкле башҡорт мәғрифәтсеһе 86 йыл йәшәне. Ғүмере гел көрәштән торҙо, һуңғы осоронда ла ауыр һынауҙар көткән: берҙән-бер улы Әнүәр Абдулла улы Закиров 42 йәшендә үлеп ҡалды. Инәйҙе Хәлит исемле туғанының ғаиләһе ҡараны, бигерәк тә килене Гүзәл Сафиуллина сабырлыҡ һәм хөрмәт менән баҡты.
Инәй тураһында фильм төшөргән саҡта күп кеше уның хаҡында йылы һүҙ әйтте. Мин Мостай Кәримгә лә мөрәжәғәт иттем, ул да бер һүҙһеҙ риза булды. "Фатима тураһында әйтергә була", - тине.
Мостай Кәрим менән интервьюны телецентрҙағы махсус президент бүлмәһендә алырға булдыҡ, видеооператор Ринат Әмирханов тура килде. Һөйләшелгән сәғәткә шағир студияға килеп етте, грим бүлмәһен үтеү, ут ҡуйыу һәм башҡа әҙерлек шыма ғына барҙы. Башта ул шаян, еңел генә һөйләшһә лә, камера тоҡанғас, етдиләнде. Фатима Хәмит ҡыҙы тураһында төплө һәм дәлилле яуап бирергә әҙерләнгәне күренде.
"Фатиманы мин йәш саҡтан уҡ яҡшы белдем. Фатима ҡайһы бер ирҙәргә ҡарағанда ла егет булды. Уның теленән дә, ҡулынан да килде. Түрәләр алдында тәрилкә тотманы, үҙ дәрәжәһе өсөн ҡурҡып ҡалтырап төшмәне. Ул ир ҡыҙ ине. Белемле - меңде йығыр, тип, тап уның кеүек ғалим етәкселәрҙе әйтәләр..."
Инәйҙе һикһән йәшлек юбилейы уңайынан "Нефтселәр" мәҙәниәт йортонда ҡотлап, Мортаза Рәхимов, Заһир Исмәғилев сығыш яһаны. Ил аҙаматтарының хөрмәтен күрҙе инәйем, башы күккә тейҙе. Мостай Кәримдең дә шундай оло баһаһын Фатима Хәмит ҡыҙы үҙе иҫән ваҡытында ишетһә, бик тә ғорурланыр ине.

2004 йыл. М. Кәримдең 85 йәшлек юбилейы

Мостай Кәримгә 85 йәш тулыуҙы тотош республика йәмәғәтселеге байрам итергә йыйынды. Таңсулпан Бабичева менән Азат Нәҙерғолов миңә йәй уртаһында уҡ әйтеп ҡуйҙы: "Һин сценарий яҙаһың, дәүләт кимәлендәге тантаналы кисә опера һәм балет театрында үтәсәк". Ул йылды Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу айҡанлы "Салауат йыйыны"ның театрлаштырылған тамашаһы өсөн сценарий яҙғайным (йәнә 2005 йылда Салауат районында, 2008 йылда Салауат ҡалаһы янында, 2009 йылда Өфө ҡалаһында үткән "Салауат йыйындары" сценарийын яҙыу насип булды).
Шулай итеп, Мостай Кәримдең юбилей кисәһенә әҙерлек башланды. Уның бөтә әҫәрҙәре менән электән танышмын. Шағирҙың күп томлы йыйынтығын алып уҡырға тотондом, ике ай буйы уҡыным, уйландым, был оло шиғри һәм фәлсәфәүи донъя эсендә йәшәнем. Иң ҡыҙығы: Мостай ағайҙың үҙе менән осрашырға ынтылманым, миңә уның ижады ҡиммәтерәк ине. Сценарий яҙыр өсөн башта үҙ ҡарашымды асыҡларға, үҙ һүҙемде табырға теләнем. Бер тапҡыр телефон аша әҫәрҙәрен тотош уҡып сығыуымды әйттем. "Ярай, зыян итмәҫ", - тине ул. Зыян итмәне. Кисә бик юғары кимәлдә үтте. Рәсүл Ғамзатов килде. Уның килеүе үҙе бер мәртәбә, үҙе бер бүләк бит инде. Тантананың телевизион версияһын әҙерләүселәр кисәнең сценарий авторын күрһәтергә онотто, ләкин мин барыбер риза ҡалдым, сөнки Мостай ағайҙың йәнә бер феноменаль яғын астым: ул донъя менән хушлаша белә. Ул үҙенең һәр шиғри юлы, һәр образы һайын кешегә йәшәү тәмен тәмләтә торған шәхес. Устағы ваҡ ташҡа ҡарап, донъя яралтылған мәлде уйлау, алыҫ йондоҙға ҡарап, яныңда ғына ваҡыт арғымағы елкенеүен тойоу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик һирәк осрай.

2009 йыл. Шағирҙың Хәтер кисәһе

Мостай ағай донъянан үтте. Республикала болоҡһоу, һағыныу, үкенеү хистәре ҡайнаны... Тыуыуына 90 йыл тулыу хөрмәтенә Хәтер кисәһенә халыҡ йәнә опера һәм балет театрына йыйылды. Миңә йәнә сценарий яҙыу йөкмәтелде. Барыһы ла һәйбәт, элеккесә кеүек, ләкин арала Шағир үҙе генә юҡ. Башлыса моңһоу йырҙар, уйсан шиғырҙар... Улар тағы ла уйсаныраҡ һәм моңлораҡ яңғырай. Кемдәрҙер таянысһыҙ ҡалған кеүек асырғана, кемдер нимәлер эшләп өлгөрмәгән кеүек әсенеп сығыш яһай. Ләкин Шағир үҙе барыһына ла өлгөргәндер һәм бер нимә өсөн дә үкенмәйҙер кеүек тойола. Был хаҡта уның һуңғы шиғырҙары асыҡ һөйләй.

2018 йыл.Мәңгеләштереү

Мостай Кәрим ижады бөгөн башҡорт шиғриәте, әҙәбиәте, сәнғәте ҡаҙанышы ғына түгел, ә үҙе бер айырым мәҙәни утрау һәм... сәйәси суҡмар. Уның исемен мәңгеләштереү Өфөләге башҡорт гимназияһы, урам, Милли йәштәр театры, мемориаль һәйкәл, фестивалдәр генә түгел. Мостай Кәрим ижады бөгөн иң алдынғы мәғрифәти һәм сәнғәти аҙымдар менән бәйле. Шағир исемендәге фонд ярҙамы менән махсус музей-кабинет асылды, уның эсендә виртуаль стенд өсөн ил башлығының гранты бүленде. Был эш 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан уникаль яңы заман күренеше булырға тейеш. Мине тағы сценарий яҙырға саҡырҙылар: шағир ижадын бөгөнгө уҡыусыға яҡынайтырға кәрәк!.. Оҙаҡ яҙҙым, ярты йылға яҡын тырыштым. Ниһайәт, өсөнсө вариант ҡабул ителде. Был күләмле картинаның - 3Д экспозицияһының артабанғы яҙмышы оператор-рәссам-режиссерҙарҙан тора. Ләкин шуныһы ҡиммәт: мин йәнә Мостай Кәрим ижады менән йәшәнем, уны тотош күңелемдән кисерҙем. Үҙем уйлайым: ниңә тағы миңә тура килә был эш, инде был юлы нисек йырып сығырмын? Шунан һығымта яһайым: Хоҙайыма мең шөкөр, йәнә шундай ҡыҙыҡлы эш насип булды миңә - шағирға эйәреп, үҙемсә ижад итеү бит был!..

2019 йыл. 100 йыллыҡ сират күпере

Һәр кемдең - үҙ шағиры. Күңеле менән, тормошҡа ҡарашы менән яҡын һәм аңлайышлы дуҫы була. Мостай Кәрим бик күптәрҙең шиғранә дуҫы, бөтә Рәсәй, хатта Ер шары буйлап һибелгән уның рухи дуҫтары, тип уйлайым. Сөнки уның ихласлығы һәм фиҙаҡәрлеге, йәшәүҙе яратыуы һәм үлемдән ҡурҡмауы кешеләргә лә күсә. Шағир йәшәү менән үлем уртаһындағы сират күпере өҫтөндә йәшәгән: унан ялған һәм хәҡиҡәт бер юлы атлай; унда артҡа юл юҡ; унда яңылышырға ярамай; унда тоғролоҡ һәм мөхәббәт кенә алға барырлыҡ көс бирә.
"Те яҡҡамы? Бы яҡҡамы?" Был гамлетса сәйер, аяуһыҙ һәм серле һорау Башҡортостандың халыҡ шағирын юҡҡа ғына яфаламағандыр ул...

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 660

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru