«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ АТТАРЫНА МАЙҘАН БИРЕГЕҘ!
+  - 

Башҡортостан автономияһына 100 йыл тулыу айҡанлы үткәрелгән төрлө саралар араһында халыҡтың иғтибарын айырыуса йәлеп иткәне, моғайын да, "Терра Башҡортостан" ат-спорт турниры булғандыр. Республиканың һәр районынан бәйгеселәр ҡатнашыуын маҡсат итеп, быйылғы йылдың апрель айында Өфөләге "Аҡбуҙат" ипподромында старт алған масштаблы сара, ниһайәт, 11 октябрҙә еңеүселәрен билдәләне. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Күгәрсен районынан Динис Ҡорбанаев төп еңеүсе тип табылды.

"Терра Башҡортостан" ат-спорт турнирының төп маҡсаты - башҡорт тоҡомло аттарҙы бәйгелә ҡатнаштырыу ине. Ошо рәүешле ойоштороусылар республикала башҡорт атын үрсетеүгә киң йәмәғәтселектең һәм хужаларҙың иғтибарын йәлеп итеүҙе күҙалланы. Берҙән, был ат тоҡомон һаҡлау һәм төбәктең брендына әйләндереү булһа, икенсенән, тарихта һыбайлы булып дан алған башҡорттоң еккегә өйрәтелгән аттары һуңғы йылдарҙа бармаҡ менән һанарлыҡ булып ҡалыуын нисектер кисектереү ниәтендә үткәрелде ярыштар. Юғиһә, ауылдарҙа йылҡы малын тик ит-ҡымыҙ етештереү өсөн генә үрсетеп, эшкә яраҡлы алашаһы ла, ярышҡа тигән саптары ла ҡалмай бара бит. Был хәл-торош "Терра Башҡортостан" бәйгеһендә лә асыҡ сағылды: республиканың бөтә төбәктәренән дә саф башҡорт аттарын ярышҡа килтерә алманылар. Бәйгенең ҡайһы бер этаптарында хатта бер генә лә башҡорт аты булмай сыҡты, ҡайһыһында йүгерек сифаттары буйынса күпкә отошло тоҡом аттары менән ярышып, башҡорт аты иң артта ҡалып хур булды. Бындай күренештәрҙе халыҡ өнәп етмәһә лә, ойоштороусыларҙы ла аңларға була: республикалағы хәл-торош шундай. "Идеябыҙ ярҙам тапҡас, ойоштороу йәһәтенән бик күп кәңәшмәләр үтте, төрлөсә уйлашҡандан һуң, шулай ҙа һәр районға үҙ командаһы менән сығыш яһап, йылҡысылыҡ һәм ат спорты менән шөғөлләнгән һәүәҫкәрҙәрҙе асыҡлау хоҡуғын бирергә булдыҡ, - ти был турала "Аҡбуҙат" йылҡысылыҡ һәм ат спорты буйынса компетенция үҙәге директоры урынбаҫары Владимир Артамонов. - Быйыл бөтә райондарҙа ла бәйгеләр ойоштора алманыҡ, бының өсөн Радий Фәрит улы алдында ғәфү үтендем, ул хәлебеҙгә ингәндәй булды. Сөнки был эш ваҡыт талап итә: башҡорт атын үҫтерергә, еккегә өйрәтергә, ярышҡа әҙерләргә кәрәк. Шуға бер аҙ йомшаҡлыҡ күрһәтеп, урындағы тоҡом аттарында ла ярышырға рөхсәт иттек. Әммә ҡайһы берәүҙәр ошо "урындағы" тигән терминды дөрөҫ аңламай, ярышҡа ҡатнаш һәм саф тоҡомло йүгеректәрҙә лә сыҡты. Улар бәйгелә ҡатнашһа ла, финалға үткәрмәнек. Үпкәләүселәр булмаҫ, улар өсөн башҡа ярыштар ҙа ойошторолоп тора, ә "Терра Башҡортостан" - ул башҡорт аттары бәйгеһе".
Шулай ҙа ат еткерә алмай аҙапланып, район-ара сабыш аты, хатта жокейҙар менән алмашыу осраҡтары ла теркәлде. 112 мең йылҡы малы (шуның 30 меңе - башҡорт тоҡомло) аҫраған республикала, урындағы власть вәкилдәренең һигеҙ яҡшы сапҡыр һәм һигеҙ һәүәҫкәр жокей таба алмауы ойоштороусыларҙы ла ғәжәпләндерҙе. Шулай булмай ни, "Атһыҙ ир - ҡанатһыҙ ҡош", тип иҫәпләгән башҡорттар араһында ат йәнлеләр ҙә, үҙ сапҡырҙары ла булмай сыҡһын әле...
"Терра Башҡортостан" ат-спорт турнирының финалында Дыуан, Илеш, Дүртөйлө, Белорет, Федоровка, Ҡыйғы, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Борай һәм Хәйбулла районы һәүәҫкәр жокейҙары оҫталыҡтарын күрһәтте. Улар "Аҡбуҙат" ипподромының саф башҡорт тоҡомло йүгеректәрендә ярышты. Шарттар буйынса тәүге урауға аттарҙы йәрәбә тартып һайлаһалар, икенсеһенә иң беренсе һәм иң аҙаҡта килгән аттар менән алмашты жокейҙар. Һөҙөмтәлә беренсе урынды Күгәрсен районынан 13 йәшлек Динис Ҡорбанаев яуланы. Икенсе урынға Көйөргәҙенән Айбулат Әбдрәхимов, өсөнсөгә Хәйбулланан Виталий Роголев сыҡты.
"Туғыҙ йәштә совхоз һабантуйында ат сабышында беренсе урын яулағайным. Дүрт йыл рәттән шулай булды. Шунан һигеҙенсе класты тамамлағас, ат ҡараусы булырға хәл иттем. Район һабантуйҙарында өс йыл рәттән "Малыш" ҡушаматлы ат менән беренселекте бирмәнем. Ипподромдан сабыш аттары алып ҡайта башлағас, уларға ҡарап профессиональ жокей булырға хыяллана торғайным", - тигән Динис Ҡорбанаев Күгәрсен районының "Мораҙым" гәзитенә биргән интервьюһында. Әлеге көндә ул Үрге Сирбай мәктәбендә етенсе синыфта белем ала, киләсәктә механизатор һәм мал табибы һөнәрҙәрен үҙләштереп, сабыш аттары фермаһы асырға хыяллана.

Шулай итеп...
Тәүге эш - кәүеш тигәндәй, бер аҙ етешһеҙлектәре булһа ла, "Терра Башҡортостан" бәйгеһе бына ошондай йәш һәүәҫкәрҙәргә республика кимәлендә үҙен һынарға һәм хыялдарын тормошҡа ашырыу өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтеүе, тамашалы ат сабыштарын күреүгә һыуһаған халыҡ өсөн матур сара ойоштороуы менән әһәмиәтле булды. Боронғоларҙың "Ат булһа, майҙан табыла, ат булмаһа, майҙан ябыла", тигән хаҡ һүҙҙәрен дә хәтерҙән сығармайыҡ әле. Ҡулда булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, ата-бабаларыбыҙҙың борондан килгән һөнәрен һаҡлап ҡалыу, балаларҙы атта оҫта йөрөргә өйрәтеү, башҡортто кәүҙәләндергән тоҡом аттарын үрсетеүгә тырышлыҡ һалыу зарур.

Ғәлиә ШӘМСЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 573

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru