«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАШЛЫГЫ" ҺҮҘЕ ҠАЙҘАН КИЛЕП СЫҠҠАН?
+  - 

Бер заман интернет селтәрҙәрендә блогерҙар Башлыгы ла Башлыгы, тип яҙып, шау-гөр килешеп, хәбәр сурыта башланы. Конституцияла шулай яҙылмыш икән. Ышанманым. Тәү мәлдә. Башҡорт тотоп-нитеп ҡарамаһа, ышанмай бит. Улай итеп булмаһа, уҡып та ышанырға була. Тап шулай иттем. Ышандым, Конституцияның конституцияһында шулай яҙылғас, нисек ышанмай ти ул. Миңә ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ уҡып ҡарағыҙ. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 82-се статьяһында урыҫса тап ошолай яҙылған: "Наименование должности высшего должностного лица Республики Башкортостан на государственных языках Республики Башкортостан Глава Республики Башкортостан и Башкортостан Республикаhы Башлыгы равнозначны".

Минең ни, тәүге һөнәрем башланғыс кластар уҡытыусыһы булғас, күҙҙәрем шундуҡ аҡрайып күренеп торған хаталарға абынды. Тегеләй ҙә уҡып ҡарайым, былай ҙа: нисә тапҡыр уҡыһаң да, хата барыбер хаталығын юғалтмай инде. Уҡытыусыбыҙ һөйләмдең эйәһе менән хәбәре булыуын 1-се класта уҡ аңлатҡайны, уларҙы бер-береһе менән гел килештереп яҙыу кәрәк. Рус теле бит ул ябай түгел, бөйөк тел, тип өйрәттеләр. Ә 82-се статьяла, ҡәһәрең, "Наименование … равнозначны", тип яҙылған. Эйәһе - берлектә, хәбәре - күплектә. Үәт әй, шулай ҙа була икән. Әлбиттә, иң юғары пост биләгән кеше берәү генә була, ул биләгән вазифа ла - берҙән-бер генә, әммә был положениела һүҙ ошо вазифаның рус һәм башҡорт телдәрендәге атамалары хаҡында бара бит. Тимәк, "наименование" урынына "наименования" тип, күплектә яҙыу мотлаҡ ул. Саха-яҡуттар үҙҙәренең конституцияһында тап шулай яҙған да инде: күрәһең, яҡут депутаттары урыҫса беҙҙекеләрҙән яҡшыраҡ белә. Әйткәс, әйтәйем инде, эсемде тырнап торған тағы бер хата бар бында, уныһы тырнаҡтар тураһында. Атаҡ-атаҡ, тиерһегеҙ, ул тағы ниндәй тырнаҡтар һуң? Юҡ-юҡ, ҡул-аяҡтарҙағы тырнаҡтар түгел, ә һөйләмдә ҡулланыла торған махсус билдә-тырнаҡтар хаҡында һүҙем. Әлеге статьяла республикала иң юғары вазифа биләгән конкрет кеше тураһында түгел, ә уның ике дәүләт телендәге вазифа атамаларының ни рәүешле яҙылыуы (әйтелеүе) хаҡында һүҙ бара, һәм улар бер һөйләмдә бер-бер артлы атап кителә, шуға күрә ошо атамаларҙың тырнаҡ эсенә алыныуы фарыз.
Былары ғына бер нәмә, эсте иң ныҡ бошорғаны - Конституциябыҙҙа республиканың иң юғары вазифаһын биләүсенең башҡорт дәүләт телендәге вазифа атамаһының хаталы яҙылған көйө бирелеүе.
"Башҡортостан" урынына "Башкортостан", "Башлығы" урынына "Башлыгы" тип, татарсалап яҙып ҡуйылған. Ошо хаҡта уйланһаң, аптырамаған ерҙән аптырарлыҡ: әллә шул законды ҡарағанда башҡорт парламентында башҡортса белгән депутаттар булмағанмы ла, әллә инде улар йомшаҡ урындыҡтарында йоҡлап ултырып ҡалғанмы?
Аптырағас-йөҙәгәс, тигәндәй, конституциябыҙҙың башҡортсаға тәржемәһенән ошо уҡ 82-се статьяны табып уҡыным. БР Конституция Судының сайтында бар был тәржемә. Унда бына нисек яҙылған: "Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһенең вазифа атамаһы Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Глава Республики Башкортостан тиң мәғәнәле." Әлеге лә баяғы, башҡортса "вазифа атамаһы ... тиң мәғәнәле", тип яҙыу үҙе мәғәнәһеҙерәк яңғырай түгелме һуң? Нөсхәлә "Глава Республики Башкортостан" атамаһы уның башҡортса вариантынан алда бирелгән, тәржемәлә - киреһенсә. Ғөмүмән, һөйләм төҙөлөшө лә дөрөҫ түгел. Ярай әле, иң юғары вазифа биләүсенең башҡорт телендәге атамаһы был юлы дөрөҫ яҙылған.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тәҡдимем шул: Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына ошо хаталарҙы төҙәтеү фарыз. Минеңсә, БР Конституцияһының 82-се статьяһы рус һәм башҡорт телдәрендә бына нисек яҙылырға тейеш: "Наименования должности высшего должностного лица Республики Башкортостан на государственных языках Республики Башкортостан "Глава Республики Башкортостан" и "Башҡортостан Республикаhы Башлығы" равнозначны". "Башҡортостан Республикаһының иң юғары вазифалы кешеһенең Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендәге вазифа атамалары "Глава Республики Башкортостан" һәм "Башҡортостан Республикаһы Башлығы" тиң мәғәнәле".

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 641

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru