«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛДЕ ҺАҠЛАУ - КӨНДӘЛЕК ЭШ
+  - 



Уҡытыусы төрлө уйҙарға сумып, мәктәптән ҡайтып бара. Ул балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Тик бына башҡорт теле дәрестәре йылдан-йыл ҡыҫҡартыла, башҡорт ауылдарында ла тик урыҫса ғына һөйләшкән, аралашҡан балалар күбәйә. Был хәлдең сәбәбе ниҙә? Беҙ, өлкәндәр, илебеҙҙең, телебеҙҙең киләсәгенә алһыу күҙлек аша ҡарамайбыҙмы икән? Өлкәндәр күп осраҡта тураһын әйтергә ҡыйынһына, барыһын да шымартып һөйләргә тырыша. Уйланған уйҙарына яуап табыр өсөн Уҡытыусы уҡыусы балаларынан инша яҙҙырырға булды.

"Башҡорт теленең киләсәге бармы? Республика етәксеһе булһам, башҡорт телен һаҡлар өсөн ниҙәр эшләр инем?" тигән тема алды ул. Нисек кенә булмаһын, балалар күңеле, уйы таҙа, нимә уйлайҙар, шуны яҙасаҡтарына ышана Уҡытыусы. Ул балаларҙың инша яҙғанын һиҙҙермәй генә күҙәтте. Кемелер елкәһен тырнап уйлай, кемдер ручка кимерә, уйланалар, бер-береһенә ҡарап алалар, үҙ-ара бәхәсләшеп тә китәләр, әйтерһең дә, етди хөкүмәт ҡарары сығаралар. Уйлап ҡараһаң, йәштәрҙең дә әйтер һүҙе бар бит. Юҡҡа ғына "Бер олоно, бер кесене тыңла", тип әйтмәгән халыҡ.
Инша яҙырға бирелгән ваҡыт тиҙ генә үтеп киткәндәй тойолдо. Балалар ҙур ҡәнәғәтлек менән яҙған эштәрен өҫтәлгә килтереп һалды. Уҡытыусы иншаларҙы сумкаһына һалып, өйҙә тикшерер өсөн алып ҡайтып китте. "Йә, нимә тураһында яҙғандар икән минең уҡыусыларым?" - тип, тулҡынланып, беренсе иншаны ҡулына алды Уҡытыусы.
"Аҡса юҡ, тип һылтаналар, башҡорт телендә открыткалар, календарҙар, туйҙарға, байрамдарға саҡырыу ҡағыҙҙары баҫтырып сығарып булмаймы икән ни? Өләсәйемде тыуған көнөндә башҡортса яҙылған открытка менән ҡотлағы килде, таба алманыҡ. Татарса, русса открыткалар тулып ята, үҙебеҙҙеке юҡ. Әгәр республика етәксеһе булһам, типографияларға, матбуғат йорттарына етерлек кимәлдә башҡортса открыткалар, календарҙар, төрлө милли ҡулланмалар сығарыу тураһында бойороҡ бирер инем..." "Ҡалай төплө фекер йөрөтә Динислам", - тип, башҡа иншаларға күсте Уҡытыусы.
"Мин аптырайым, ни өсөн башҡа милләт балаларын башҡортса уҡытып маташырға? Үҙебеҙҙең башҡорт балалары үҙ туған телен белмәй бит! Иғтибар үҙ милләтеңә нығыраҡ булырға тейеш! Аҡсаны ошо маҡсатҡа, туған телдәге дәрестәрҙе, төрлө түңәрәктәрҙе күбәйтеүгә тотонорға кәрәк. Ә башҡа милләт балаларына үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы, йолаларыбыҙҙы, исмаһам, башҡортса күрешергә, хушлашырға өйрәтһәк тә еткән", - тип тамамлай әйтер һүҙен Айгөл.
"Телде ғаилә генә һаҡлап ҡаласаҡ, ти ҙә һөйләйҙәр. Был фекер бик дөрөҫтән түгел. Ни өсөн тигәндә, мәҫәлән, беҙҙең синыфта 20 уҡыусының яртыһынан күберәгенең аталары Себер яҡтарында эшләй. Әсәйҙәре яңғыҙ донья көтә, былай саба, тегеләй саба, балаларын тәрбиәләргә ваҡыты бик аҙ ҡала уның, ә атай кеше тәрбиәлә бөтөнләй ҡатнашмай. Атайым: "Себерҙә беҙҙең яҡташтар шул ҡәҙәре күп, осрашҡанда, һеҙ ҡайһы райондан, тип кенә күрешәбеҙ хатта", - ти.
Республика етәксеһе булһам, ошо мәсьәләгә нығыраҡ иғтибар итер инем. Ситтә йөрөгән ир-егеттәрҙе ҡайтарып, уларға эш урындары булдырыу, халыҡҡа лайыҡлы эш хаҡы түләүҙе хәстәрләр инем", - тип тамамлай яҙма эшен Сания.
"Телде һаҡлап ҡалайыҡ, тиһәк, яңыса эшләргә кәрәк, - тип яҙа Алмаз. - Әйтәйек, матур, фәһемле итеп эшләнгән йәнһүрәттәр ярҙамында ғына балаларға башҡорт телен өйрәтергә була. Минең һылыуым шул йәнһүрәттәр ҡарап, уйнап ҡына ултырып русса һөйләшергә өйрәнде лә ҡуйҙы. Ул йәнһүрәттәрҙәге геройҙар балаларға һорауҙар бирә, төҫтәрҙе, предметтарҙы, хәрәкәттәрҙе ҡабатлата.
Беҙҙең тел ғалимдарыбыҙ, уҡытыусыларыбыҙ ошо йүнәлештә ныҡ эшләргә тейеш. Төрлө-төрлө программаларҙы, уйындарҙы башҡорт теленә тәржемә итеп, уҡытыу эшендә ҡулланырға кәрәк. Мин Башҡортостан Башлығы булһам, Мәғариф министрлығына, ғалимдарға, яҙыусыларға ошо йүнәлештә ныҡлы эшләргә ҡушыр инем".
"Башҡортостаныбыҙҙың яңы етәксеһе эшен бик яҡшы оран менән башлап ебәрҙе: "Алға, беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!" - тип яҙа Варис. - Әлбиттә, килешәбеҙ ошо һүҙҙәр менән. Телде һаҡлап ҡалыу мәсьәләһенә килгәндә лә беҙ яҡшыраҡ эшләргә тейешбеҙ. Онотҡанда бер йыйылып үткәрелгән сараларҙың файҙаһы юҡ. Телде һаҡлау - көндәлек эш. Телевидение, радио аша тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә программалар яңғырап торорға тейеш. Бигерәк тә кескәйҙәр өсөн мауыҡтырғыс, файҙалы программалар, әкиәттәр, йәнһүрәттәр кәрәк. Был телде һаҡлап ҡалыу өсөн иң ябай һәм иң дөрөҫ юл. Ни өсөн башҡорт балалары урыҫҡа әйләнеүе тураһында ололар уйлап ҡарағаны булдымы икән? Бөтә бәлә ошо рус телендәге мәғлүмәти һөжүмдә бит. Әгәр үҙебеҙҙең Башҡортостан телевидениеһы тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә һөйләп торһа, республикалағы бар халыҡ белер ине башҡорт телен.
Бер туҡтауһыҙ тамып торған һыу тамсыһының ташты тишкәнен беләбеҙ бит. Ә йөҙәрләгән урыҫ телендәге программаларҙың тәүлек әйләнәһенә шул эште башҡарғанын аңлай алмайбыҙ. Республика етәксеһе булһам, милләтте һаҡлап ҡалыр өсөн ошо проблема буйынса аныҡ эштәр башҡарыр инем..."
Үҙенең иншаһын Дамир ошо юлдар менән башлаған: "Беҙ - замана балалары, һәр беребеҙҙә кеҫә телефоны. Ҡулға телефон тотоп, йоҡонан торабыҙ, кискә ҡәҙәр ҡулдан телефон төшмәй, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ менән аралашабыҙ. Көнө-төнө ватсап аша русса йырҙар, ҡотлауҙар, шаян клиптар менән алышабыҙ. Улар башҡорт телендә юҡ тиерлек. Үҙебеҙҙең йырҙарҙы, шиғырҙарҙы, матур шаян клиптарҙы башҡортса ла халҡыбыҙға еткереп була бит. Мин республика етәксеһе булһам, Мәҙәниәт министрлығына, халыҡ ижады үҙәктәренә ижади коллективтар туплап, ошо йүнәлештә лә эшләргә ҡушыр инем..."
Уҡыусыларҙың иншаларын уҡып, Уҡытыусы бик ҡәнәғәт ҡалды. Тимәк, Башҡортостаныбыҙ киләсәге тураһында уйлаған, аҡыллы фекер йөрөткән улдарыбыҙ, ҡыҙҙарыбыҙ бар, тик уларҙың һүҙҙәрен дә ишетһендәр генә.

Урал МӨХӘМӘТШИН.
Мәләүез районы Иштуған ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 604

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru