«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙЛАМАЙ ҺӨЙЛӘГӘН - АУЫРЫМАЙ ҮЛГӘН...
+  - 



Гәзитебеҙҙең "Аҡыл-ҡаҙна" рубрикаһында ҡыҫҡа ғына бер хикәйәт сыҡҡайны. Уның эстәлеге яҡынса ошолай. Батша төш күргән һәм юраусы уға: "Тиҙҙән һин яҡындарыңдың барыһын да юғалтасаҡһың", - тигән. Батшаға был, әлбиттә, оҡшамаған. Ул төш юраусыны хатта зинданға ябып ҡуйған, имеш... Ә икенсе төш юраусы шул уҡ төштө былай тип юраған: "Батшам, һин тирә-йүнеңдәге бар кешеләргә ҡарағанда оҙағыраҡ йәшәйәсәкһең". Быныһын инде батша йомарт бүләкләгән. Батша хеҙмәтселәре был төш юраусынан былай тип һораған: "Һеҙ бит хакимға тәүге төш юраусы менән бер үк хәбәрҙе еткерҙегеҙ, ни өсөн ул хөкөм ителде, ә һин бүләкләндең?" "Эйе, беҙ был төштө бер төрлө юраныҡ. Ләкин хәбәрҙең ниндәй булыуы мөһим түгел, уны нисек еткереү мөһим бит", - тип яуап ҡайтарған төш юраусы...

Ысынлап та, төптәнерәк уйлап ҡараһаң, һөйләшкәндә йә иһә ниҙер яҙғанда ниндәйерәк һүҙҙәр һайлауың бик мөһим роль уйнай. Мин бала саҡтан уҡ, нишләптер, шундай-бындай ваҡ төйәккә иғтибар итә инем. Мәҫәлән, кемдер берәүҙән: "Фәлән нәмәне ҡайҙан табырға була?" - тип һорайһың. "Мин уны ҡайҙан беләйем?" - тип, һорауыңа һорау менән яуап бирһәләр, уны үҙемә ҡарап екереү һымаҡ ҡабул итәм. Әгәр шул уҡ яуап "Әлләсе, мин белмәйем", - тип яңғыраһа, был мине ҡәнәғәтләндерә. Ә инде "Әлләсе, ана шул-шул кешенән һорап ҡара әле", - тигән кәңәш тә биреп ебәрһәләр, был бөтөнләйгә күңелгә бәлзәм булып ята. Бына шулай, эстәлеге бер иш булыуына ҡарамаҫтан, төрлөсә әйтелгән бер үк хәбәрҙе әҙәм балаһы ифрат төрлөсә ҡабул итә. "Ҡайҙан беләйем", тип яуаплаған кешегә тағы ниндәйҙер башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт итке лә килмәй...
Бер-беребеҙ менән аралашҡанда һүҙҙәрҙе уйлап, һайлап һөйләү ҙур ғына әһәмиәткә эйә, минеңсә. Сөнки һинең ауыҙҙан дөрөҫлөккә тап килмәгән, йә иһә, дөрөҫ булһа ла, килбәтһеҙерәк, тупаҫыраҡ берәй һүҙ ысҡынып китте икән, аҙаҡтан, нисек кенә үкенһәң дә, уны ҡабаттан тотоп алып булмай. "Әйткән һүҙ - атҡан уҡ", тиҙәр халыҡта. "Әйткән һүҙ - ҡырҡылып ауған имән", тигән варианты ла бар был мәҡәлдең. "Уйламай һөйләгән - ауырымай үлгән", тип тә әйтәләр.
Бәғзе берәүҙәр башҡаларҙың һүҙ айышына төшөнөп етмәгән көйө тура бәрҙерергә яратыусан. Беҙҙең яҡта ошондай лаҡап йөрөй. Танһыҡбикә исемле йәш килен, тары бутҡаһы бешереп, ашъяулыҡҡа алып килеп ултыртҡан, имеш. Ә был килендең ҡайныһы алсаҡ, телдәр кеше булған, күрәһең. "Танһыҡҡа тары бутҡаһы ла ярай ул", - тип, ихласлап ашарға керешкән. Һәр нәмәгә яуапты "кеҫәһендә генә алып йөрөгән" кешеләр ҙә була бит. Ул ғына ла ла түгел, һәр бер һүҙҙе "ҡырын һапларға" әҙер булғандар бар. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, был килен дә тап ана шундайҙарҙан булып сыҡҡан. Әлеге ҡайныһы әйткән әйтемде ғүмерендә лә ишетмәгән һәм уның мәғәнәһен аңлап етмәгән, күрәһең: "Ярпылдап ултырған Ярулла ҡартҡа ла бата ул тары бутҡаһы", - тип һалдырған, имеш... Бында икеһе лә килешкән. Ҡайныһы ла, килене лә. Килененең исемен яҡшы белгән Ярулла ҡарт әйтемде ҡулланмайыраҡ, түҙеп ултырһа ла булыр ине. Икенсенән, йәш килен булараҡ, Танһыҡбикә лә бер аҙ уйлабыраҡ һөйләргә тейеш ине. Әммә улар ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙе тотоп ала алмаусыларҙан булғандыр инде...
Уйламай һөйләүҙәргә ҡағылышлы тағы бер миҫал. Ауырыу кешенең хәлен белешеү - бик сауаплы ғәмәл. Был хаҡта оло кешеләр яҡшы белә. Беҙҙең яҡта бер бабай ҡаты сирләп ятҡан. Ундай кеше тураһында, ғәҙәттә, күрше-тирә араһында "Бына-бына донъялыҡты ташлап китер ул", тигән хәбәрҙәр ҙә йөрөй. Шулай, бер әбей әлеге ауылдашының хәлен белешергә ингән. Ҡолағы ишеткән, күҙҙәре күргән, аҡылы ла теүәл булған был бабай менән бер аҙ һөйләшеп ултырғандан һуң: "Ярай, Фәлән күрше, һау булып тор, ауыр тупрағың еңел булһын", - тип хушлашып сығып киткән әбейебеҙ... Йәшәргә, ысынлап та, бер нисә көн генә ҡалған был ҡарт уның һүҙҙәрен нисек ҡабул иткәндер инде. Һәр хәлдә, уға бындай "изге теләктән" әллә ни еңел булмағандыр. Ғәҙәттә, кеше үлгәндән һуң әйтелә торған был һүҙҙәрҙе әбейең уйламайыраҡ ысҡындырған шул. "Ошо арала үлеп китһәң-маҙар, ауыр тупрағың еңел булһын", тигән һымағыраҡ килеп сыҡҡан...
Һәр ауылда ла шуның һымаҡ хәлдәр аҙ түгелдер. Тиҫтәнән ашыу йылдар элек беҙҙең күрше ауылда булған тағы бер ваҡиғаны хәҙер көлкө итеп һөйләйҙәр. Әммә ул саҡта кемдер өсөн әллә ни күңелле булмағандыр, тип уйлайым. Етмеш йәштәр тирәһендәге бер ағай яман шеш менән сирләп өйөндә ятҡан. Бөтә ауыл кешеһе был хаҡта белгән, әлбиттә. Бер мәл ауылдың хакимиәт башлығы үҙ йомошо менән район үҙәгенә китеп барышлай әлеге ағайҙарҙың өйө тапҡырында машиналар йыйылып ултырғанын күреп ҡалған. Иғтибарлы был хужа, автомобилен туҡтатып, үтеп барыусы берәүҙән: "Нишләп унда машиналар йыйылып киткән икән?" - тип һораған. Ә теге үтеп барыусы ауылдашы: "Әй, Фәлән ағай ауыр хәлдә ята ине, моғайын, үлгәндер. Туғандары уны ерләргә килгән буғай..." - тип әйткән. "Шулай икән..." - тигән дә, ҡабат-ҡабат йөрөмәҫ өсөн гәзит редакцияһына инеп, бер ыңғай некролог биреп сығырға ҡарар иткән хакимиәт башлығы. Баймаҡта үҙенең төп йомошон йомошлап бөтөп, ҡайтып килешләй тағы бер ауылдашын осратҡан. Хәл-әхүәл һорашҡас: "Баймаҡтан ҡайтып киләм әле. Фәлән ағай хаҡында некрологка заказ да бирҙем..." "Фәлән ағай?.. Мин бит әле генә уның янына инеп хәлен белешеп сыҡтым, һөйләшеп ята ул!" - тигән тегеһе. "Нисек? Ә өйҙәренең ҡапҡаһы алдында ниндәй машиналар йыйылғайны һуң?" "Әй, күршеләре ҡунаҡ саҡырған буғай..." Ҡабаланырға яратҡан башлыҡ, машинаһын кире бора һалып, ҡабаттан район үҙәгенә елдергән. "Туғандарҙың ҡайғыһын уртаҡлашыу" хаҡындағы мәғлүмәтте инде типографияға биреп өлгөргән мөхәррирҙе нисек етте шулай өгөтләп, әлеге некрологты көскә "тотоп" алып ҡалып өлгөргән. Ә теге ағай шул ваҡиғанан һуң тағы бер ай тирәһе ваҡыт үткәс кенә донъя ҡуйған... Үҙе хаҡында некрологты уҡыған хәлдә, әлбиттә, уға ла әллә ни еңел булмаҫ ине...
Халҡыбыҙҙың "Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ", тигән мәҡәле тик тегенсе, йә иһә башҡа һөнәр кешеләренә генә ҡағылмай, ә "ауыҙыңды үлсәп ас", тип әйтеүгә лә ишара булыуын аңлау кәрәк. "Кеше һүҙе кеше үлтерә", тигән әйтем дә бар бит әле. Күрше ауылыбыҙҙағы бер ағай табиптарға барып тикшерелгәндән һуң ниндәйҙер ағзаһында яман шеш табыуҙары хаҡында белгәс, йөрәк инфарктынан кинәт кенә вафат булыуы хаҡында һөйләгәйнеләр элегерәк. Шуға күрә үҙеңдең һәр һүҙеңде контролдә тотоу талап ителә, айырыуса, табип халҡынан. "Табип этикаһы", "Табип сере" (врачебная тайна) тигән термин ҡулланыла медицинала. Дөрөҫ дауаламау арҡаһында ғына түгел, ә һаҡһыҙ ниҙер әйткән табип һүҙе лә кешене сиргә һабыштырыуы мөмкин. Табип сәбәпсе булған бындай ауырыуҙарҙы "ятрогенное заболевание" тип тә атайҙар.
Уйламай әйтелгән бәғзе бер хәбәрҙәрҙе халҡыбыҙҙа мәҙәк итеп һөйләргә лә әҙерҙәр. Бер туған Юлай ағайым менән бер йылда медицина институтына уҡырға ингәйнек. Мин хәрби табип булырға ҡарар иттем, ә ул гражданкала ҡалды. Оҙаҡ йылдар суд-медицина эксперты булып Сибай ҡалаһында эшләй. Уның эше, тураһын әйткәндә, моргта, ҡала күләмендә көн һайын булып торған һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан донъя ҡуйған кешеләрҙе ҡарап, уларға дөрөҫ диагноз ҡуйып, үлем сәбәбен асыҡлауҙан ғибәрәт. Шулай бер табында ултырғанда ағайымдың бер танышы: "Әй, Юлай, һин врач бит. Һиңә бер киләм әле, бына шул-шул ерем ауырта..." - тип әйтә башлаған икән, һүҙгә йор ағайым: "Юҡ, һин миңә килмәҫкә тырыш!.." - тип яуап биргәс, һүҙҙең ҡайҙа барғанын төшөнгән ҡунаҡтар геү килеп көлөшөп алған. Шулай, ҡәҙерле туғандар, һәр һүҙебеҙҙе уйлап һөйләйек.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 509

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru