«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАБИЧ"ТАР БАБИЧЛЫ БУЛДЫ!
+  - 

Халҡыбыҙҙың аҫыл тарихын булдырыусы шәхестәр кинофильмдарҙа, яҙыусылар әҫәрҙәрендә урын ала - был ҡыуаныслы хәл. 2017 йылда режиссер Булат Йосоповтоң танылған башҡорт шағиры, ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәр Шәйехзада Бабичҡа бағышланған "Бабич" исемле тарихи картинаһы сығыуға һөйөнөс кисерҙек. Бабич үҙе беҙгә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Әле бына был фильмға ҡағылышлы тағы шатлыҡлы мәл кисерәбеҙ: унда төп ролдәрҙе башҡарыусы артистар Илгиз Таһиров (Шәйехзада Бабич), Рәмзил Сәлмәнов (Әхмәтзәки Вәлиди) һәм Радмир Абдуллиндарҙың (Ғабдулхай Иркәбаев) ижади төркөмө Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты исемен алды!

- 2015 йылдарҙа Таңсулпан Бабичеваның "Әлмисаҡтан һин шағирһың" тип аталған проектында ҡатнашып, Шағир образын кәүҙәләндергәйнем. Тормошта бер нәмә лә буштан-буш булмай, тиҙәр бит, ошо ролгә әҙерлек ине ул. Бабичтың ижадын, тормошон өйрәндем, эҙләнеүҙәргә юлыҡтым. Театрҙан китеп йөрөгән сағымда был ролде тәҡдим итеүҙәре, үҙем өсөн һығымталар яһап, тормошомдағы билдәләнешемде асырға ла ярҙам итте. Бер һүҙ менән әйткәндә, "Бабич" фильмы минең икеләнеүҙәрҙе юйҙы, актер икәнлегемә инандырҙы, ысын сәнғәткә алып ҡайтты. Төптә йәшеренеп ятҡан осҡон тоҡанып китте, - тип серҙәре менән бүлеште төп геройҙы башҡарған Илгиз Таһиров.
Уйсан ҡарашлы, ҡайһы саҡта үтә етди Рәмзил Сәлмәнов та сер бирмәҫкә тырыша: "Әхмәтзәки Вәлидиҙең халҡыбыҙ өсөн эшләгән эштәрен, уның хеҙмәттәрен ентекле өйрәнеп сығарған ролем. Маҡсатлы, аҡыллы шәхесте кәүҙәләндереү - ҙур яуаплылыҡ. Ҡанатланып, талпынып көттөм был премияны. Үҙемдең генә түгел, Илгиз, Радмирҙың ошо премияны алыуын теләүемдәндер. Премияны киләсәктә үҙ ижадым менән яҡлап йөрөтөрмөн. Сөнки был һөнәргә мин уйламағанда килеп ингән кеше түгел. Ул - минең тормошомдоң мәғәнәһе. Яратҡан театрыма хеҙмәт итеп, саҡыралар икән, киноларҙа төшөп йәшәү - үҙе бер ғүмер", - ти ул.
Тарихыбыҙға һағайыбыраҡ ҡараған осорҙа "Бабич" кинофильмының килеп сығыуы күбебеҙ өсөн яңылыҡ, хатта яңы мәғлүмәттәр асты. Башҡортостан йәштәренең "Тулҡын" ойошмаһына нигеҙ һалыусы, башҡорт милли хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе, шағир Ғәбделхай Иркәбаев хаҡында ла һөйләй фильм. Белеүебеҙсә, ул да Шәйехзаданың көрәштәше, 1919 йылдың 28 мартында 1-се Смоленск уҡсы полк ҡыҙылармеецтары тарафынан Йылайырҙа язалап үлтерелә. Фильмда был образды шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Радмир Абдуллин кәүҙәләндерҙе. "Геройым тормошона байҡау яһап ҡына ҡалманым, уның кисерештәрен аңлап уйнаным. Халыҡ тейешенсә ҡабул итә алды икән, мин бик шатмын. Сөнки тарихи шәхестәрҙе сәхнәгә сығарыу - сауаплы эштер тип уйлайым. Уларҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ", - ти Радмир.
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу көндәрен байрам иткәндә йәштәребеҙҙең дәрәжәле исемгә лайыҡ булыу шатлығын театр коллективы, тамашасылар ҙа уртаҡлаша. Алда уйнайһы ролдәр, күтәреләһе бейеклектәр иҫәпһеҙ булһын!

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының әҙәбиәт бүлеге мөхәррире.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 508

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru