«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ БАЛАЛАРЫ ЛА "БАШҠОРТ ӘЛИФБАҺЫ"Н ЯҠШЫ БЕЛӘ
+  - 

Балаларыбыҙҙы туған телебеҙҙең моңон тойорға өйрәткән, башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен һәм тарихын күңелдәренә һеңдергән, милләттең киләсәген хәстәрләгән "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ошо көндәрҙә сираттағы үҙенсәлекле сараһын - "Башҡорт әлифбаһы" медиапроектының исем туйын үткәрҙе.

"Башҡорт әлифбаһы" медиапроектын "Тамыр"ҙар Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арнаған. Телеканал директоры Гөлназ Ҡолһарина әйтеүенсә, балаларға аңлайышлы һәм уларға яҡын булған әлифба форматында республиканың тарихын күрһәтеү теләге һәм идеяһы Сочи ҡалаһында үткән XXII Ҡышҡы Олимпия уйындары ваҡытында барлыҡҡа килгән. Ниһайәт, был матур ниәт видеоролигы, китапсығы, дискыһы, линейкаһы һәм хатта кәнфите булған медиапроект рәүешендә тормошҡа ашырылды. Кемеһе атай-әсәйен етәкләп, кемеһе олатай-өләсәйенә эйәреп, бәғзеләре хатта коляскала мыш-мыш килеп йоҡлап килеп еткән балалар "Родина" кинотеатрының тамаша залына шығырым тулып урынлашып бөткәс, ошо үҙенсәлекле әлифбаны ҙур экрандарҙа ҡараны. "Башҡорт әлифбаһы"нда туған телебеҙҙең 42 хәрефенә ярашлы республиканың күренекле шәхестәре, башҡорт халҡының булмышын сағылдырған ҡәҙерле әйберҙәрҙең төшөнсәләре индерелгән. Мәҫәлән, "А" хәрефе мәғрифәтсе-шағир Аҡмулла, "Б" хәрефе - башҡорт балы, "В" - Ватан, "Г" - Советтар союзы Геройы осоусы Муса Гәрәев, "Ғ" - мәшһүр хореограф Фәйзи Ғәскәров исемдәре менән бәйләп бирелә. Һәр шәхес эргәһенә ҡыҫҡа, ләкин йөкмәткеле мәғлүмәт тә, сағыу фотоһүрәттәр ҙә ҡуйырға онотмаған авторҙар.
Әйткәндәй, был проекттың ижади төркөмөндә режиссер Ләйсән Солтанғолова, мөхәррир Гөлназ Ишемғолова, рәссам Айгөл Бикбаева, комьютерҙа эшләү оҫтаһы Айрат Арыҫланов, ҡораусы Данир Сәғитов һәм "Тамыр" студияһы балалары бар. "Һәр хәреф буйынса беҙ шул хәтлем оҙаҡ уйлаштыҡ, сөнки бер шәхесте алһаҡ, икенсеһе ҡалған кеүек. Әммә 42 хәрефкә Башҡортостанды кәүҙәләндергән шәхестәрҙе һәм шулай уҡ беҙҙең күңелебеҙҙә, рухыбыҙҙа йәшәгән төшөнсәләрҙе һалырға тырыштыҡ. Бәлки, кемдәрҙер индерелмәй ҡалғандыр, быныһы инде икенсе йыр, икенсе уйын, икенсе формат буласаҡ. Бөгөн "Башҡорт әлифбаһы"нда беҙ балаларға Башҡортостандың тарихын һөйләп бирәбеҙ", - тине "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.
Байрам сараһын "Тамыр" вокал ансамбленең моңло йырсылары һәм М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы "Дуҫлыҡ" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығыштары биҙәне. Башҡорт моң-көйөнә сорналып, сараны алып барыусылар ойошторған уйын-ярыштарҙа ихлас ҡатнашып, башҡортса һөйләшеп, бүләктәр отоп кинәнде кескәй тамашасылар. Әйткәндәй, балаларҙың зирәклеге һәм башҡортса яғымлы өндәшеү һүҙҙәрен, хайуандарға хас өндәрҙең нәҡ башҡортса яңғырашын, һирәк ҡулланылған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен яҡшы белеүе күңелгә май булып яғылды. Бал ҡортоноң "бҙҙҙ" тип осоуон, ҡаҙҙың "ыҫҫҫ" тип ыҫылдауын, һыйырҙың "мөөө" тип мөңрәүен белеү әллә ни әһәмиәтле һөнәр ҙә түгел һымаҡтыр, ләкин бына шунан башлана ла инде баланың туған телен үҙ итеүе һәм һөйөүе. Баш ҡала балаларының был белемдәренә саҡырылған ҡунаҡтар - Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Римма Үтәшева, "Юлдаш" радиоһының баш мөхәррире Тәнзилә Үлмәҫбаева, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков та бик ҙур баһа бирҙе.
Ә бына байрам тураһында кескәй тамашасылар үҙҙәре һөйләне. "Башҡорт алфавитын күптән белһәм дә, ҡайһы бер өлкән ағай-апайҙарҙы белмәйем икән. Шуға өйҙә яңынан ҡарап, Мостай Кәрим, Муса Гәрәев, Фәйзи Ғәскәров тураһында уҡыясаҡмын", - тине сараны оҡшатып ҡабул иткән 102-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Рәсүл Ҡамбулатов. Байрамдан алған тәьҫораттарын Өфө ҡалаһынан Мәликә Батыршина тәмле бүләк-кәнфитте ашаған арала "оҡшаны" һүҙе менән генә белдерһә, Шамонино ауылынан Фатима Туҡаева ихлас һөйләште: "Бында миңә бөтә нәмәһе оҡшаны, үҙем дә иртәгә йырлайым, - тине ҡыҙыҡай. - Әле уҡый белмәйем, хәрефтәрҙе ҙур үҫкәс өйрәнәм. Балалар баҡсаһында әле исемемде һәм фамилиямды ғына яҙырға өйрәндем. Ә бөгөн әлифбалағы "Ватан" һәм "Ҡымыҙ"ҙы иҫләп ҡалдым, минең ҡымыҙ һәм бесәй тураһында шиғырым бар. Миңә байрамдар ныҡ оҡшай, уларҙы ныҡ яратам һәм киләм"...

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Башҡорт әлифбаһы"ның видеоролигы 4 минутлыҡ тирәһе генә булып, китапсығы ла ҙур булмаһа ла, ул башҡорт халҡының тел байлығын, шаңлы һәм данлы тарихын, үткәне һәм киләсәген үҙ эсенә һыйҙырған ифрат йөкмәткеле медиапроект булып сыҡты. Иң мөһиме, тәүге тапҡыр күргән һәр кемдең - кесеһенең дә, олоһоноң да күңеленә ятты.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.10.19 | Ҡаралған: 655

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru