«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАБИЧ РУХЫ ТУҒАНДАРҘЫ ЛА БЕРЛӘШТЕРӘ
+  - 

Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре һәм шағир Шәйехзада Бабичтың йәш быуындары уның тураһындағы хәтерҙе һаҡлап йәшәй. Күптән түгел Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында шағир бюсы яңыртылыуы ла быға дәлил.

Ҡыйғаҙытамаҡ ауылын Бабичевтар нәҫеленең ата-бабалар төйәге, тиһәң дә яңылыш булмаҫ: шағирҙың атаһы ошо ауылдан, бөгөн дә бихисап нәҫел-нәсәбе бында донъя көтә. Йәмле йәй айҙарында шәжәрәләрен барлау маҡсатында илдең төрлө тарафтарынан йыйылған Бабичевтар шағирҙың бюсын яңыртыу идеяһы менән янып ҡайта. Уйлашып, нәҫелдәрен бейеклеккә күтәргән бөйөк шәхес бюсына лайыҡлы таҡтаташ ҡуйырға килешәләр. Ниһайәт, ошо көндәрҙә Бабич бюсына реставрация яһап, нигеҙенә гранит яҙыу беркетеп ҡуйғандар. "Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы тотошлайы тиерлек беҙҙең нәҫел кешеләре, улар һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алып, уртаҡ эштәргә ҡушылырға ғына торалар. Был юлы һәйкәлде ипкә килтерергә "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең художество етәксеһе, шулай уҡ Бабичтар нәҫеленән булған Нәфирә Иҡсанова һәм бер туған ағайым Рәйес Бабичев менән барҙыҡ. Ә ҡунаҡсыл ауыл халҡы Ҡөрьән табынына йыйып, был ваҡиғаға хөрмәт күрһәтте", - тине изге эштәре тураһында бәйән итеп Таврис Бабичев.
Таврис Сәғит улы Шәйехзада Бабичҡа атаһы яғынан туған булып сыға икән, ул үҙ шәжәрәһендәге быуындарҙы 1812 йылдан алып яҡшы белә. Әммә һаман да ата-бабалары һәм бигерәк тә Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы тураһында тарихи мәғлүмәттәрҙе өйрәнеүҙе дауам итә, хатта республиканың Милли архивында ғына түгел, яҡын киләсәктә Ырымбур өлкәһе архивтарына ла мөрәжәғәт итергә йыйына.
- Атайым Сәғит Сәйфелмөлөк улы "Бабичев" фамилияһының килеп сығышы тураһында ла үҙе белгәнсә аңлатма биреп һөйләй торғайны, ырыу-заттарыбыҙ тураһында ла күп белде. Ул репрессияланып, Белорет ҡалаһына эшкә ебәрелә, әсәйебеҙ менән шунда танышалар. Һуңынан Өфө районына Чесноковка ауылына күсеп киләләр һәм беҙ шунда тыуып үҫтек. Тик атайым бик иртә донъя ҡуйҙы, миңә 10 йәш кенә ине. Бала саҡта ул һөйләгәндәрҙе иғтибарлап тыңламағаныма үкенәм, күп нәмәләр хәтерҙә ҡалмаған. Тағы бер үкенесебеҙ бар: беҙ, ете бер туғандар, урыҫ ауылында үҫкәс, башҡорт телен яҡшы белмәйбеҙ. Бер ни тиклем аңлайбыҙ, әммә һөйләшә һәм уҡый алмайбыҙ. Шулай ҙа "Бабич" фильмын башҡортса ҡарағанда күңелем менән аңланым, тимәк, Бабич рухы йәшәй беҙҙә", - тип һөйләй оло ғорурлыҡ менән Таврис Бабичев.
Әйткәндәй, Таврис Бабичев үҙ фамилияһын ғорурланып йөрөтөүсе һирәктәрҙең береһе булыуы өсөн ата-бабалары рухына сикһеҙ рәхмәтле. Шуға ла заттарын данлыҡлы иткән бөйөк шәхесте киләсәк быуындар хәтерендә мәңгелләштереүгә ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. Ә иң мөһиме, уға был эштә теләктәшлек күрһәтеп торған яҡын туғандары берҙәм.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 568

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru