«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҒЫҘ ТЕЛЕН ЙӘНҺҮРӘТТӘР БОҘАМЫ?
+  - 

Ошо көндәрҙә ҡасандыр үҙем башҡорт теленән уҡытҡан уҡыусымдың өйөндә булырға тура килде. Ире менән башҡортса, балалары менән урыҫса һөйләшәләр. "Хәҙер беҙҙә балалар башҡортса белмәй", - тип ҡуйҙы әсәй кеше минән ғәфү үтенгән төҫлө итеп...

Быға тиклем мәктәптә лә булғайным. Ябай ауыл мәктәбе ул. Дөрөҫ, ҡалаға бик яҡын ауыл, шуға балаларҙа урыҫса һөйләшеү теләге элек тә көслө була торғайны, әммә башҡортса ла яҡшы беләләр ине. Ә хәҙер бында бәләкәс кенә ҡыҙ-малайҙарҙың бөтәһе лә "бөйөк һәм ҡеүәтле" телдә һөйләшеп маташа.
Берәүһе бөтөнләй шаҡ ҡатырҙы. Үҙен тыйып маташҡан ата-әсәһенә, өләсәһе-олатаһына был сабый: "Это вам, башкирам, ничего нельзя, а нам, русским, все можно", - тип хәбәр һалмаһынмы... Баҡһаң, ул русса һөйләшһәң, үҙең дә рус кешеһе булаһың тип уйлай икән!
Был нилектән шулай килеп сыҡты һуң әле, тип аптыранған атай-әсәйҙәр, педагогтар, йәмәғәтселек, һорауға яуап эҙләп, социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙып-ҡыҙып фекер ҙә алышты. Ниһайәт, "ғәйепле" табылды: ул да булһа, бәләкәстәр ҙә, ололар ҙа яратҡан ғәйепһеҙ генә йәнһүрәт булып сыҡты. Дөрөҫөрәге, ғәйеп - көнө-төнө экрандан йәнһүрәттәр әйләндергән телеканалдарҙа. "Йәнһүрәт" тип, башҡортса матур исем дә уйлап табып ҡараныҡ уларға. Әммә, үкенескә, унан ғына йәнһүрәттәр башҡортсаға әйләнмәне...
Әйткәндәй, был мәсьәлә бер беҙҙең башҡорт халҡын ғына уйға һалмай. Бөтә милләттәр ҙә туған телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында Дисней геройҙарын, билдәле совет йәнһүрәттәре персонаждарын үҙ телдәрендә "һөйләштереү" буйынса эш башланы. Беҙҙең зыялылар ҙа туған телде белмәгән тотош бер быуын үҫеп, улар ҙа балаларын урыҫ телле итеп үҫтермәҫ элек башҡорт телендә ҡыҙыҡлы йәнһүрәттәр төшөрөү, булғандарына сифатлы тәржемәләр яһау, был мәсьәләне дәүләт кимәленә күтәреү, аҡса бүлеү, гранттар булдырыу тураһында күп яҡшы тәҡдимдәр индерә. Күптәр, һәр ваҡыттағыса, башҡорт телен ҡыҫмаҡлауға зарлана.
...Ошо көндәрҙә экрандарға сыҡҡан Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөрөлгән "Һеңлекәш" фильмын ҡараным. Бына Мәскәүҙән килгән рус режиссеры тотто ла башҡорт телендә балалар өсөн фильм төшөрҙө лә ҡуйҙы. Берәү ҙә уны тыймаған да, ҡыҫмаған да...
Интернетта рус телле аудитория киноның башҡорт телендә булыуына ризаһыҙлыҡ белдергән комментарийҙар яҙа яҙыуын. Әммә Александр Галибин премьера ваҡытында: "Беҙ әҫәрҙәге башҡорт һүҙен һаҡларға тырыштыҡ - шул беҙгә ҡәҙерле ине", - тине. Һәм бына башҡорт телендәге кинофильм бөтә Рәсәй буйлап атлай, юғары наградалар ала - был беҙҙең өсөн ниндәй ҙур ғорурлыҡ!
Ә бит Рәсәйҙә балалар кинематографияһы юҡҡа сыға барыуы тураһында күпме саң ҡағалар. Сөнки балалар тураһындағы кинолар менән байып булмай. Шуға улар хәҙер төшөрөлмәй тиерлек, төшөрөлһә лә, күберәк балалар ҡатнашҡан өлкәндәр тураһындағы картина булып сыға улар. Шунлыҡтан, "Һеңлекәш" нәҡ балалар тормошон ғына һүрәтләүе менән, улар үҙ аңы менән ҡабул итерлек ябай булыуы менән ҡәҙерле тип уйлайым. Һәм унда, киреһенсә, ололар балалар тураһындағы картинала ҡатнаша. Шуға ла А. Галибин үҙенең интервьюларында совет осоронда балалар режиссеры Ролан Быков тыуҙырған традицияларҙы тергеҙеүҙе маҡсат итеп ҡуйыуын, үҙәктә бәләкәй кешеләр, уларҙың йәшәү рәүеше, уйҙары, хыялдары тороуын, фильмды күберәк кескәй тамашасылар ҡараһын тип теләүен ҡабатлай. Йәш актерҙарҙы нисек уйнарға өйрәтмәйенсә, уларға үҙ-үҙҙәре булып ҡалырға ирек биреүҙәре, шуға тәбиғи уйын килеп сығыуы тураһында ла әйтә. Әйтергә теләгәнем шул: әгәр бөгөн балаларҙың теле экран теленә бәйле икән, ошондай беҙҙең тормошто яҡтыртҡан, аңлайышлы, уларҙың тормошо, ҡыҙыҡһыныуҙары үҙәктә торған әҫәрҙәр яҙырға, кинофильмдар, йәнһүрәттәр, телетапшырыуҙар төшөрөргә кәрәк.
Юғиһә, беҙҙең телевидение, радиола барған балалар тапшырыуҙарының ҡайһы берҙәре ололар өсөн төшөрөлгән кеүек, малай-ҡыҙҙар өлкәндәр өйрәткәндән артыҡ һүҙ әйтмәй, уларға тәбиғи булырға ирек бирелмәй - был бит һиҙелеп тора. Ә бәләкәстәр яһалмалыҡты оло кешенән дә нығыраҡ тоя.
Ә "Һеңлекәш"те, иманым камил, бөтә башҡорт ғаиләләре балалары менән, уҡыусылар кластары менән ҡараясаҡ. Сөнки ул беҙҙеңсә, балаларыбыҙға аңлайышлы, ябай башҡорт телендә. Раҫлау өсөн һүҙемде "Бәйләнештә"ге интернет-дуҫым Сәриә Рамаҙанова яҙған пост менән тамамлағым килә: "Әсәй, һин илама, был кино ғына", - тип ҡыҙым йыуата. Үҙе Йәмил менән Оксананың бергә ҡалыуҙарын теләй, борсола, фильм буйынса һорауҙарын яуҙыра ғына. Йәш тулған күҙҙәремде һөртә-һөртә, ҡыҙыма яуап бирәм. Эйе, күңел тулған, иламайынса ҡарау мөмкин түгел... Иҫ киткес шәп башҡорт фильмы төшөрөлөүенә ҡыуандым. Мотлаҡ уны һәр кем ҡарарға, уйланырға тейеш. Режиссер Александр Галибинға хәрби-патриотик фильм өсөн рәхмәт! Был фильм - һәр өйҙөң йәме ул!"

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 453

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru