«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДИНИ ЙОЛА МЕНӘН МИЛЛИ ЙОЛА АЙЫРЫЛАМЫ?
+  - 



Дин - әлеге ваҡытта беҙҙең өйрәнеп, үҙләштереп кенә ятҡан темаларыбыҙҙың береһе. Был өлкәне беҙ бары тик белгестәр, дин әһелдәре, ғалимдар менән берлектә яҡтыртырға тейешбеҙ икәнде яҡшы беләбеҙ. Сираттағы диалогыбыҙ ҙа халыҡ араһында киң таралған һорауҙарға, бәхәстәргә, ҡыҙыҡһыныуҙарға аныҡ яуап табыу маҡсатында ҡоролдо. Ҡунаҡтарыбыҙ - дин белгестәре Морат ЛОҠМАНОВ менән Нурмөхәмәт НУРИЕВ хәҙрәттәр.

Быға тиклем беҙҙең халыҡта дини йола менән милли йолалар араһында артыҡ айырма булманы. Әммә һуңғы йылдарҙа дингә килгән йәштәребеҙ араһында милли йолаларыбыҙҙы инҡар итеүселәр барлығы тураһында хәбәрҙәр бар. Ошо нигеҙҙә мәйетте ерләү, аят үткәреү кеүек ғәмәлдәрҙә бәхәстәр тыуып ҡуя. Әйтегеҙ әле, әле телгә алған көнкүреш йолаларында нимәләрҙер үҙгәрҙеме? Нимәләр хата ла, нимәләр дөрөҫ?

Морат Лоҡманов:
Аллаһы Тәғәлә кешене был ергә ебәргәндән алып үҙенең хаҡ юлын күрһәтә килгән. Юл күрһәтеү өсөн бәйғәмбәрҙәр ебәргән. Әгәр ниндәйҙер яңылышлыҡтар килеп сыҡһа, тағы ла яңы бәйғәмбәрҙәр ебәрелгән. Һәр бәйғәмбәр әҙәмдәрҙе үҙ заманына ярашлы хаҡ юлға төшөрөүсе, иманға килтереүсе миссияһын үтәгән. Ислам Мөхәммәт бәйғәмбәрҙән һуң барлыҡҡа килгән дә, уға тиклемгеләре дөрөҫ булмаған түгел. Беҙҙең "Урал батыр" эпосын ғына алып ҡарағанда ла, тәүбашланғыстың яҡшы ғәмәлдәргә нигеҙләнгәнен, изгелеккә хеҙмәт итеп йәшәргә өндәгәнен күрәбеҙ.
Һәр бер халыҡтың үҙ тәбиғәте, үҙ көнитмеше бар. Ерҙә үлән-үҫентеләр күп булған һәм уларҙың төрлөһө төрлө ерҙә үҫкән, төрлө тәбиғәт шарттарын яратҡан кеүек. Әммә уларҙың барыһы ла беҙҙең өсөн үҫемлектәр донъяһы. Шуның кеүек, мосолмандар ҙа үҙ милләте фиғелен тотоп йәшәй. Мәҫәлән, тажиктар үҙҙәренсә табын йыя, үзбәктәр ниндәйҙер йоланы беҙҙән айырмалыраҡ итеп башҡара, чечендарҙа әҙәп ҡанундары беҙҙекенә ҡарағанда икенсе төрлөрәк үтәлә һәм башҡалар. Ғәрәптәрҙә, мәҫәлән, мәсеттә ғибәҙәт ҡылып ултырған бабайҙарҙы осратмаҫһың, йәки табында саҙаҡа таратыу ҙа юҡ. Тик был, улар дөрөҫ эшләмәй йә иһә беҙҙеке яңылыш, тигәнде аңлатмай. Һәр халыҡ үҙенең йәшәү шарттарына, борондан килгән тарихына, ере-һыуына, климатына бәйле булған үҙенә генә хас тәртиптәргә эйә. Беҙ аяттарҙан һуң хәйер таратып өйрәнгәнбеҙ икән - таратайыҡ. Күстәнәс һалып өйрәнгәнбеҙ икән - һалайыҡ. Был борон-борондан ихласлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, изгелек, хәлгә инеү һәм бер-береңә ярҙам итеү нигеҙендә барлыҡҡа килгән милләтебеҙгә хас йолалар бит инде. Тимәк, беҙҙең милләт ошондай юлдар аша хаҡлыҡты тапҡан. Икенсе халыҡ икенсе юлдар аша хаҡлыҡҡа өлгәшкән. Ошоларҙы аңлағанда, ерләү, йыназа, аят һәм башҡа йола үтәүҙәрҙә бәхәс сыҡмаҫ.
Кеше ниндәйҙер йола үтәгәндә берәй хатаға юл ҡуя икән, быны бит ул насар уйҙан башҡармай. Бына мәйетте оҙатҡанда сәскә гөлләмәләре һалыу миҫалын ғына алайыҡ. Совет осоронда тыуған тәртип ул. Әгәр кемдәрҙер был тәртипте башҡара икән, мулла уларҙы зыяратта тотоп әрләмәһен, тауыш ҡуптармаһын, өҙә һуғып тыймаһын ине. Әрләшкән осраҡта бит был хәҙрәт үҙенә әллә күпме миҡдарҙағы гонаһ ала. Был тәртипте халыҡҡа башҡа урында һәм башҡа осраҡта матур, яйлы итеп аңлатырға кәрәк. "Бына былайыраҡ итһәгеҙ, һеҙҙең өсөн дә, мәрхүм өсөн дә файҙалыраҡ була", тип өйрәтеү күпкә йәһәтерәк аңлашыласаҡ. Дин бит ул насарыраҡ ғәмәлдәрҙе яҡшыраҡтарына алыштырыу, яҡшыға үҙгәреү.
Нурмөхәмәт Нуриев: Бәйғәмбәрҙәр кешелеккә булғанды юҡҡа сығарыу өсөн түгел, ә, киреһенсә, үҫтереү, яҡшыраҡ итеү, күтәреү өсөн килә. Мәҫәлән, бала мәктәпкә килә икән, уға уҡытыусы: "Һинең атайың дөрөҫ һөйләмәгән, әсәйең хаталанған, һин быларҙы башыңдан алып ташла, был ошолай була", - тип йәбешмәй. Ул балаға ата-әсәһе тарафынан һалынған тәрбиә өҫтөнә үҙ белемен, ғилми-фәнни аҡылын һала бара. Шуның кеүек, ҡайҙалыр уҡып ҡайтҡан йәш хәҙрәттәребеҙ ҙә меңәр йылдар үҙ тәртиптәре менән йәшәп ятҡан ауыл халҡына килә килеп, "былай ярамай, тегеләй булмай" тип ҡырҡа һуғырға тейеш түгел. Ә уларҙы изге ғәмәлдәр, матур вәғәздәр, аңлатыу эштәре аша тәрбиәләргә бурыслы. Мөхәммәт бәйғәмбәребеҙ ҙә бит, Ибраһим бәйғәмбәр заманынан килгән йоланы ҡабул итеп, хаж ғәмәленә яйлап-яйлап Ислам диненә хас тәртиптәрҙе индерә. Хатта ниндәй бөйөк Ғосман империяһы ла, бөтә донъя мосолмандары менән идаралыҡ иткәндә, төрлө халыҡтарҙың үҙ тәртип-йолаларын үҙгәртмәй ҡалдырта. Был ҡанундар Ислам дине нигеҙҙәренә ҡаршы килмәй һәм уларҙа ниндәйҙер хилафлыҡ юҡ икән, әйҙә, үтәй бирһендәр, ти ул. Сөнки империяның дини хакимиәте башында белемле, аңлы әһелдәр ултыра һәм улар һәр халыҡтың үҙ тарихы һәм фәлсәфәһе бар икәнлекте аңлай. Ниндәйҙер милләтте үҙенә генә ҡәҙерле, әһәмиәтле булған йолаларынан ҡайырып айырыу, тыйыуҙың мәғәнәһеҙлек икәнен дә белә улар. Бына шундай хөрмәт йәшәгән элек-электән бер Ислам эсендәге төрлө милләт халыҡтары араһында.
Бөгөн ауылдарҙағы һеҙ телгә алған дини йола сиктәрендәге тартҡылашыуҙар аңһыҙлыҡтан килә. Был хөсөтлөк, был ситтән килгән тәртиптәрҙе көсләп индерергә тырышыу, тиер инем. Бер милләт вәкилдәрен бер-береһенә ҡаршы ҡуйыу, туғандарҙы, дуҫтарҙы низағлаштырыу бары тик дошмандарға ғына ҡулай.
Ә бына Морат хәҙрәт телгә алған сәскә гөлләмәләре тураһында әйткәндә, бөгөн христиан дине әһелдәре лә әлеге "сүп-сарҙы" зыяраттарға ташыуҙы яҡшы ғәмәл түгел тип таба. Сөнки ҡәберлектәр бик ныҡ ҡыйлана, унан сүп сығарыу еңел эш түгел һәм поптар халыҡҡа яйлап-яйлап был тәртипте күндерә бара. Күрәһегеҙ, хатта дөрөҫ булғанды ла өҙә һуғып, ороп-бәреп әйтеү килешмәй. Хаҡ хәбәрҙе лә яйын тура килтереп, самалап ҡына еткереү фарыз.

Иң йыш бирелгән һорауҙарҙың береһе - Ислам дине йырларға, бейергә рөхсәт итмәйме ни?

Морат Лоҡманов:
Бына бында ла "Рөхсәт итә" йә "Рөхсәт итмәй" тип ҡырҡа ғына яуап биреү дөрөҫ булмаясаҡ. Кешелек йәшәйешендә тыйылған әйберҙәр була, тыйылмағандары була. Тыйылмағанды тыйып йөрөү ул шулай уҡ тыйылғанды рөхсәт итеүгә, йәғни гонаһҡа тиң. Шунлыҡтан, тыйыу өлкәһендәге "белемселектән" дә һаҡ булырға кәрәк.
Йыр-бейеүгә лә төрлө яҡтан ҡарайһың. Уның да урыны, ваҡыты һәм мәғәнә үҙенсәлеге бар. Алайыҡ, үҙебеҙҙең халыҡ ижады өлгөләрен. Улар борондан, милләттең төрлө кисерештәре, тарихи үткәне һәм башҡа хәл-торошо ағымында барлыҡҡа килгән, халыҡ шуларҙы башҡарып, күңел йыуатып, күңел күтәреп йәшәй белгән. Һәм ни өсөн ул дин сиктәрендә тыйылырға тейеш һуң әле?
Мәҫәлән, матур итеп йыуылған таҙа өйгә аҡылы, әҙәбе булған кеше мотлаҡ аяҡ кейемен һалып ҡына инә. Шуның кеүек, дингә килгән кеше лә һәр ғәмәлен, йыр-бейеү булһынмы, башҡа нәмәме, тейешле тәртип сиктәренән сыҡмай ғына башҡарасаҡ. Был тәңгәлдә уны тыйырға ла кәрәкмәй. Кешелә эске мәҙәниәт, күңел таҙалығы барлыҡҡа килә. Шулай итеп, һин иң беренсе иманыңды үҫтер һәм ул һиңә ниндәй йырҙың ярай, ә ниндәйенең ярамай икәнен һиҙҙерәсәк. Бейеүсенең дә эске халәте иҫ киткес саф булып, мәсеттән ҡайтмай йөрөгәндең дә уйҙары бысраҡ булырға мөмкин. Бына минең ҡартатай мулла булды. Үҙе ҡурайҙа ла уйнаны, йырлап та, бейеп тә ебәрә ине. Шулай уҡ беҙ бөйөк ғалимдарҙың береһе Хәбибназар Үтәкиҙе беләбеҙ. Ауылында мулла булып тора һәм йыйындарҙа һоҡланғыс итеп халыҡ йырҙарын башҡара. Унан килә, халҡыбыҙҙың күпме ҡарһүҙҙәре көйләп әйтелә, мөнәжәттәре, аяттары йырлап уҡыла. Ҡыҙ оҙатҡандағы сеңләүҙәр, туй йолаһы йырҙары, таҡмаҡтар. Ә бейеүҙәребеҙҙә ниндәй тарих йәшәй! Ҡурай нисә быуаттар шәһит яугирҙарын яуҙарҙа оҙата йөрөгән. Хатта Ҡөрьән үҙе лә көйлө хитап бит!
Нурмөхәмәт Нуриев: Борон беҙҙең халыҡ диндә ирекле булған, тигән фекерҙәр йәшәй. Мин шуны әйтер инем: беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла иманһыҙ булмаған. Исламға тиклем дә ул әҙәмилектең тәртип сиктәрен тотоп йәшәгән, ә Ислам уны байыта ғына төшкән. Мәҫәлән, "ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ пәрәнжә кеймәгән" тиҙәр. "Пәрәнжә" тигән һүҙ булмағандыр, ә шул уҡ функцияны үтәгән ҡушъяулыҡ, таҫтар, ҡашмау, шул уҡ милли кейемде тулыландырған селтәр, түшелдерек һәм башҡалар булған бит. Һәм иң боронғо замандарҙан да динле булып, шуның эсендә халыҡ йолаларын да тотоп йәшәгәнбеҙ. Йәғни, халыҡ йолалары шул уҡ дингә торошло әҙәп һәм әхлаҡ, тәрбиә һәм күркәмлеккә нигеҙләнгән тәртип ул. Улар бер-береһенән айырылмай. Был тәртиптәр эсенә халҡыбыҙҙың йыр-бейеүе лә инеп китә.
Ҡыҙыҡ өсөн бер миҫал: кешеләр йыш ҡына: "Был мөфтөйҙәрҙең ҡайһыныһы юғарыраҡ?" - тип һорай. Бында ла нисек ҡарайһың бит? Рәсәй Президенты алдындағы дәрәжәһен баһалайһыңмы, әллә Аллаһ алдындағымы? Ә Аллаһы Тәғәлә үҙе нимә тигән? "Ҡайһығыҙҙың әҙәбе яҡшыраҡ, шул миңә яҡыныраҡ", - тигән. Ошонан сығып, беҙҙең атай-әсәйҙәр совет осоронда йәшәп динһеҙ булған да, беҙ бөгөн Ҡөрьәнде уҡып сығып, иманлыбыҙ, динлебеҙ, тиергә ашыҡмағыҙ әле. Улар совет заманында ла хәлдәренән килгәнсә имандан яҙлыҡмаҫҡа тырышҡан. Тимәк, уларҙың дине беҙҙекенә ҡарағанда ла көслө булған. Тик был да "Беҙҙә боронғо дин бар, бөгөнгө ғилем нимәгә..." тиергә сәбәп түгел. Беҙ бөгөн динде өйрәнергә мәжбүрбеҙ, сөнки уның аша халыҡ күңелендәге бушлыҡты тултырабыҙ, шул бушлыҡҡа яҡшы, изге төшөнсәләр индерәбеҙ.
Мәҙәниәткә килгәндә, ул үҙе лә тәрбиә өлгөһө булырға тейеш. Унда ла кеше күҙе, ҡолағы ярамағанды күрмәҫкә һәм ишетмәҫкә кәрәк. Дарыуҙы ағыу итеп, ағыуҙы дарыу итеп ҡулланып булған кеүек, мәҙәниәт тә тамашасыһына йә ыңғай, йә кире йоғонто яһай ала. Миҫал өсөн әйтеп китәм: Мостай Кәримдең һоҡланғыс әҫәрҙәренең береһе "Ай тотолған төндә" трагедияһын бығаса күркәм бер тамаша итеп ҡабул итә инем, һуңғы сәхнәләштереүҙе күреп шаҡ ҡаттым. Әҫәрҙәге беҙ Әсә итеп ҡабул итеп өйрәнгән, ырыу инәһе булған ҡатынды ниндәйҙер түбән һәм тотанаҡһыҙ һында биреп ҡуйҙылар. Хатта ҡарап бөтә алмай сығып киттем. Драманы тәүгә күргән йәштәрҙә ниндәй фекер ҡала? Башҡорт ырыуының ил инәһе булған ҡатын-ҡыҙын (хатта фани донъялағы хаталары булған осраҡта ла) ниңә улай түбән төшөрөргә? Әҙәп самаһын белмәү, мәҙәниәтте, сәнғәтте халыҡҡа тейешле юҫыҡта бирә белмәү өлгөһө был.

Яңы тәртиптәр буйынса, халыҡ йыйып, табын ҡороп аяттар үткәреү мотлаҡ түгел, хәйер таратыу ҙа кәрәкмәй, тигән хәҙрәттәр бар һәм былар халыҡ араһында аңлашылмаусылыҡ тыуҙыра. Һеҙ ниндәй фекерҙә?

Морат Лоҡманов:
Бөгөн беҙҙең халыҡта тап ошондай табын йыя торған аяттар киң тарала. Дин әһелдәренә динде аңлата, вәғәздәр уҡый торған иң уңайлы урындар ҙа ошо саралар. Кешене ҡолағынан тартып мәсеткә алып килеп, көсләп нимәлер тыңлатып булмай. Ә ошондай аяттарҙа ул, теләйме-теләмәйме, тәүге дини дәресен ала. Был фиғелдең сауаплы һәм изге ғәмәл икәнен күрә, төшөнә. Уны үҙе лә ойоштора. Һәм, кем белә, яйлап мәсеткә лә юлы төшөр әле. Бындай миҫалдар минең күҙ алдында ла күп булды. Әйтәйек, бер вазифалы кеше мода итеп кенәме инде, табынына саҡырҙы. Барып Ҡөрьән уҡыным да, уларҙы биҙҙермәҫлек кенә итеп ҡыҫҡаса вәғәздәр һөйләнем. Был әлеге кешеләргә оҡшап ҡалған. Унан тағы саҡырҙылар. Быныһында күберәк вәғәз һөйләнем. Өсөнсөһөндә тейешле нәмәләр, мөһим нәмәләр хаҡында бәйән иттем. Шулай өс йыл тирәһе йөрөшкәндән һуң, әлеге хужа һәм ҡунаҡтар ҡорбан салдыра, хәйер-саҙаҡалар тарата башланы, хатта араларынан мәҙрәсәгә уҡырға барыусылар ҙа, хажға юлланыусылар ҙа булды. Хәйерҙәрен үҙемә түгел, ә мохтаждарға йүнәлттерҙем, атап әйтеп төртөп тә күрһәттем. Шул кешеләрҙең ҡайһылары килеп: "Шундай йән тыныслығы таптым, күпме эҙләнем мин был торошто, күпме тренингтарға, психологтарға йөрөнөм..." - тип һөйләп китте.
Әле телгә алған хужа тәүге танышҡанда дин темаһына ҡырҡыу ғына фекерҙәр әйтә, яулыҡ ябыныусыларға көлөп ҡарай ине. Әлеге өҫтәл артында һөйләшеүҙәрҙән һуң ул бер-нисә йыл эсендә үҙгәрә алды. Әгәр шул мәрхүмдең өсөнә, етеһенә арналған табындар артында беҙ кемделер тәрбиәләй алабыҙ икән, был сараларҙың зыяны күберәк буламы, әллә файҙаһымы? Асылда, был бит бөйөк еңеү була. Йәш хәҙрәттәргә лә, халыҡҡа ла шуны аңлау фарыз: аяттарҙы дөрөҫ үткәрмәйһегеҙ, тип тәнҡитләргә түгел, ә был сараларҙың файҙаһын тоя белергә кәрәк. Әгәр кеше туғанына аят уҡытып, йәнен тынысландыра икән - үткәрһен, хәле етерлек түгел, был уның ғаиләһенә ауырлыҡ килтерә икән - үткәрмәһен. Талап йәки мотлаҡ ихтыяж юҡ. "Тейеш - тейеш түгел" тигән һүҙҙәрҙе был тәңгәлдә бөтөнләй ҡулланмағыҙ. Һеҙ ҡазый түгел. Беҙҙең телебеҙҙә кәрәклене йәки кәрәк булмағанды аңлата торған йомшаҡ һәм һөйкөмлө булған башҡа һүҙҙәр ҙә етерлек.
Нурмөхәмәт Нуриев: Өсөн, етеһен, йыллығын уҡытыуға, ғәҙәттә, мәрхүмдең зат-ырыуы йыйыла. Күптәр бер-береһен ошондай сараларҙа ғына күрә ала. Һәм ошондай сараларҙа ғына эскеһеҙ, вәғәзле табындар була. Был йыйындарҙы алыштырырлыҡ альтернатива ла юҡ кемдәрҙер өсөн. Ошондай табындарҙа йөрөгәндә кешеләрҙең был сараға әллә күпме ваҡыт әҙерләнгәнен, ойоштороуға етди ҡарағанын, йола тотоу, сауап алыуға ынтылып ятыуын күрәбеҙ, анализлайбыҙ. Миңә, мәҫәлән, ҡайһылыр ауылға аятҡа китеп барыуға ҡарағанда мәсеттә ҡалыу уңайлыраҡ. Әммә унда йыйылған ғәмгә нимәлер әйтә һәм кемгәлер аҙ булһа ла ярҙам итә алырымды уйлап, юлға сығам. Шулай уҡ өсөн йә етеһен үткәреүҙе лә шарт итеп ҡуйырға түгел, уны мәрхүмдең туғандары үҙ теләктәре менән үткәрә. Йәғни, бында һәр кем, хәҙрәт тә, уны саҡырып табын йыйыусылар ҙа үҙ бурыстары тип иҫәпләгәнде башҡара. Бынан уларҙың күңеленә һиллек килә, рәхәтлек алалар. Шунлыҡтан, кемдер нимәнелер дөрөҫ эшләмәне, өҫтәлгә быны ҡуйҙы, тегене ҡуйманы йәки хәйерҙе шунса бирҙе йәки бирмәне, тигән хәбәрҙәр төптө килешмәй. Һәр кем хәленә һәм мөмкинлегенә ҡарап эш итә бындай осраҡта. Талап итеү ҙә, шарт ҡуйыу ҙа, тейешле тип билдәләү ҙә яраған эш түгел. Барыһы ла ниәттән һәм теләктән сығып ҡына башҡарылһын.

Диндә милләт юҡ, тигән һүҙҙәрҙе лә ишеткеләйбеҙ. Быны нисек аңларға кәрәк?

Нурмөхәмәт Нуриев:
Кешенең дине, теле һәм милли рухы бер-береһенә ныҡ бәйләнгән. Уларҙың береһен төшөрөп ҡалдырып, икенсеһен генә үҫтереп булмай. Мәҫәлән, бөгөн телде үҫтерәйек тип, динде инҡар итеүсе лә әллә ни уңышҡа өлгәшә алмаясаҡ. Йәки дин тип кенә йөрөп, туған телгә, миллилеккә битараф булыусы ла алға китмәҫ. Аллаһы Тәғәлә беҙгә телде аманат итеп биргән һәм беҙ уны һаҡларға бурыслы. Тел аша беҙ быуындар бәйләнешен булдырабыҙ. Был хатта һүҙ менән генә аңлатып бирә алмаҫлыҡ ҡиммәт. Үҙ телендә һөйләшмәгән, туған телен балаларына ла өйрәтмәгән ғаиләләрҙә быуындар бәйләнешендәге рухи күсәгилешлек өҙөлә, юғала. Ғаилә һәм уның быуындары шундай ҙур ҡөҙрәттән, көстән, һаҡтан ҡолаҡ ҡаға.
Беҙ әлегә диндең нимә икәнен белеп етмәйбеҙ. Мәҫәлән, океанға килеп, һыуына бармағыбыҙҙы ғына тығып ҡарайбыҙ ҙа, "Әһә, бына нисек икән был океан!" тип уйлайбыҙ. Диндә лә шулай ғына әлегә. Беҙ уны бәләкәй генә мәғлүмәтлек менән тикшерәбеҙ, һығымталар яһайбыҙ. Ә дин ул тотош донъя, йәшәйеш, йыһан. Уны айырым бер өлкә итеп ҡарау, башҡаһынан сикләргә, айырырға тырышыу дөрөҫ түгел. Унда хайуандар, үҫемлектәр донъяһы ла, фән дә, сәйәсәт тә, мәҙәниәт, иҡтисад та - барыһы ла бар. Бәйғәмбәребеҙ килгәндән һуң Ислам донъяһында шундай итеп фән, иҡтисад, әҙәбиәт, мәҙәниәт алға китә. Шул осорҙа нигеҙ һалынған һәм алға киткән фәндәрҙе Европа биш йөҙ йыл буйына ҡыуып етә алманы. Ҡарайыҡ: химия - ғәрәп һүҙенән, алгебра - ғәрәп һүҙе. Борондан килгән аңды, аҡылды фән кимәленә еткереп донъяға билдәле иткәндәр, мәңгеләштергәндәр, тигән һүҙ. Ары киткәндә, Ғүмәр Хәлифә ваҡытында илдә хәйер-саҙаҡа бирер әҙәм ҡалмай. Был нимәне күрһәтә? Мосолмандарҙың етеш йәшәүен. Йәғни, хәлле көн итеүҙе лә алға ҡуя Ислам. Алда ла әйттек: дингә килеү ул үткәндәрҙе алыштырып йәки оноттороп, өр-яңы юл башлау түгел, ә булғанды тағы ла яҡшыраҡ, күркәмерәк итергә ынтылыу. Тимәк, милләтеңде лә юҡҡа сығарыу, дөйөм бер массаға әйләнергә тырышыу түгел. Башҡорт бул һин! Иманлы, намыҫлы, ысын, ихлас динле үҙ милләтеңдең шәхесе бул!

Дини фанатизм нимәнән килә? Сәләмәт диндең фанатизмға әүерелеүен нисек аңларға?

Морат Лоҡманов:
Диндең кешегә һәм, ғөмүмән, халыҡтарға көслө тәьҫир итеүен беләбеҙ. Һәм, үкенескә ҡаршы, күп осраҡта был көстө кире юҫыҡта ҡулланып ҡуялар. Дәүләттәр араһындағы һуғыш ҡоралы итеп тә, йәмғиәттәр араһындағы ыҙғыш сәбәбе итеп тә, хатта ике бер туған араһындағы үпкәләшеү темаһы ла булып ҡуя дин. Динде ошондай негатив сәйәсәткә ҡушырға яраталар. Әммә дин үҙе сәйәсәттә ҡорал булып түгел, ә сәйәсәт үҙе дин эсендәге бер эш алымы булырға тейеш. Диндән яу сәйәсәте яһаусылар улар күңелдәре менән диндә булғандар түгел, ә тышҡы дин менән генә йәшәүсе һәм динде ҡылыс болғауға ғына ҡайтарып ҡалдырыусылар булып сыға асылда. Уларға динде халыҡҡа тиҙ генә һеңдерергә һәм үҙенә кәрәк нәтижәләрҙе лә йәһәт кенә сығарырға, ҡурҡытып, көсләп, баҫып булһа ла үҙенекенә өлгәшергә генә булһын. Уйлап ҡарағыҙ, бер мулла егерме йыл муллалыҡ итеп, ауылдаштары менән бергә барыһын кисереп-үтеп, ҡуша донъя көтөп, тәрбиә эштәре алып бара. Ә бер мулла ҡапыл килеп төштө лә, "тегеһе ярамай, былай булмай" тип яугир юлына баҫты. Йәштәр, ғәҙәттә, быға әүрәй. Уларға шундай "яугирлыҡ" батырлыҡ булып күренә. Дин өсөн ҡорбан булыу, ҡайҙалыр барған һуғыштарға юлланыу һәм башҡа хата аҙымдар яһап ҡуя улар ошондай "батырҙарға" эйәреп. Һәр ерҙә лә, һәр илдә лә асыҡ торған ишектәр бар, тыйылған ишектәр бар. Һин шул асыҡ торған ишектәргә үрел, ярамағанын емермә. Аллаһы Тәғәлә һиңә шул асыҡ ишектәр артында уңыш әҙерләп ҡуйған, ә бәлә көтөрҙәй ишектәрҙе япҡан. Йәғни, тыйылғандан тыйыл, тигән һүҙем.
Нурмөхәмәт Нуриев: Мөхәммәт бәйғәмбәр: "Минең артымдан килә торғандар бүленерҙәр", - тигән бит. Ҡөрьән исеменән, Ислам исеменән хәбәр һөйләп, төрлө яҡҡа тартҡылауҙар, бүленештәр элек тә булған, хәҙер ҙә бар. Әммә бының хәл итеү юлы ла бар, ул - мәсеттәрҙә йыйылышып, һөйләшеп-аңлашыу, урталыҡты табыу, төп ғәмәлдәрҙе үтәү. Изге дин юлында булғандарҙың эргәһендә ыңғай энергетика туплана һәм шул энергетика мәсеткә килгән ир кешегә эйәреп, өйөнә лә ҡайта, шул энергетика уның ҡатынына, балаларына йоғонто яһай. Ир кешенең намаҙҙы мәсеттә уҡыуы бик тә хуплана. Мәсеттә уҡылған намаҙҙың 27 тапҡырға көсө ҡөҙрәтлерәк һәм сауаплыраҡ була. Ә ҡатын-ҡыҙҙың өйҙә уҡылған намаҙы 27 тапҡырға көслөрәк була.
Диндә фанатизмға бирелмәү өсөн уны төплө өйрәнергә, бик булмаһа, белемле остаздарҙан һабаҡ алырға кәрәк. Бөгөн күптәрҙең уҡытыусыһы компьютер, һеҙ уҡынығыҙ - үҙегеҙсә аңланығыҙ, теге уҡыны - үҙенсә аңланы. Һәм һәр кем үҙе аңлағанды алға һөрөргә, дөрөҫ тип дәлилләргә тырыша. Уҡығандары менән мәсеттә, белемле хәлфәләр алдында, ҡәрҙәштәре янында фекерләшергә, кәңәшләшергә башына ла килмәй уның. Диндә һине йәмәғәт тәрбиәләй, кемгәлер бер аңлатыу етә, кемгәлер йома һайын төшөндөрөп, иҫенә төшөрөп тороу зарур.
Ә фанатизм - ул "кем беҙҙең менән түгел - шул дошман" тип кенә ҡараған бер фирҡә. Фирҡәләгеләр бары дингә генә йәбешкән дә, башҡа йәшәйеште күрмәй. Дини кеше, мәҫәлән, хәҙрәт йәки башҡа булһынмы, ауылдаштары менән бергә йәшәй, өмәләргә лә сыға, эскәне менән дә һөйләшергә, уғрыһы менән дә аралашырға ваҡыт таба. "Ул - эскесе" тип ситкә типмәй, киреһенсә, уны ла үҙе янына йәлеп итергә, эсендәге бушлыҡты иман менән тултырырға ярҙам итә. Фирҡәләрҙә, беләһегеҙ, бер төркөм туплана ла, йәмғиәттән айырылып, барыһын инҡар итеп, "башҡаларҙыҡы хата ла, беҙҙеке генә дөрөҫ" тип бикләнеп кенә көн итә. Бындай фанаттар ғаиләлә лә реформалар яһау менән мәшғүл. Ҡатынын бер көн эсендә дингә баҫтырырға, балаларын яулыҡҡа урарға тотоноп китәләр. Әлеге сама тигән нәмә бында ла сиктәрҙе сыҡмаҫҡа, барыһына ла аңлы һәм изге ниәт аша килергә ярҙам итер.

Динле кеше тормош юлдашы итеп динлене һайларға ынтыла. Ә дингә килмәгәнгә өйләнеү йәки кейәүгә барыу тыйыламы? Был тәңгәлдә, бәлки, ниндәйҙер яҙылмаған кәртәләр барҙыр?

Морат Лоҡманов:
Бер ниндәй кәртә лә юҡ. Әммә бер тәңгәлен әйтеп китәйем. Никах уҡыған ваҡытта никахҡа инеүсе һәр икеһе лә дингә килә, улар никах шартында "мин дингә киләм" тигән мәғәнәне үҙ теле менән әйтә. Әлбиттә, никахҡа инеү өсөн генә түгел, ә иманлы булыу өсөн дингә килеү зарур. Икенсе бер яғы, ниндәйҙер бер ғәмәлгә эргәңдәгеләрҙе лә эйәртерлек булыу. Бөгөн "Башҡорт булайыҡ" тип оран һалыуға ҡарағанда, ғаиләңдәгеләрҙең дә һиңә ҡарап башҡорт булғыһы килерҙәй әҙәм булыуың яҡшыраҡ. "Минең дә башҡорт булғым килә" тип, ниндәйҙер икенсе милләт артыңдан йүгереп килерҙәй булһын. Шуның кеүек, диндә лә ҡатының, балаларың һиңә эйәреп намаҙға баҫҡыһы килерҙәй мосолман бул. Ғаиләңдә тәртип тотоу, балаларҙы, ҡатынды бәйҙә ултыртыу, башҡалар алдында әҙәпле итеп күрһәтеү йәки интектереү өсөн түгел дин, ә уларҙың күңелен күркәм итеү, уларҙы һаҡлау өсөн.
Мәсеткә халыҡ күп килә. Төрлө юлдар һәм төрлө ниәт менән килә улар. Кемдәрҙер яңы-яңы ғына Аллаһ юлына төшөнөп йөрөй, уның ниәттәре изге; кемдәрҙер диндән мода яһап алған; берәүҙәр эшләргә теләмәгәнлектән, ялҡаулыҡтан йөрөй мәсеткә; ҡайһыларылыр агрессия менән килә - барыһын да әрләй, хөкүмәтте һүгә һәм башҡалар. Берәүҙәре әле генә "брат та брат" тип һөйләшеп тора ла, ниндәйҙер фекерҙәре тура килмәгән мәсьәлә сығыу менән яу булып ирешеп-талашып китә. Бында һәр кем теге йәки был һорауға бары тик үҙ күҙлеге аша ғына ҡарай.
Кешенең иманлы булыуын уның һүҙе генә аңлатмай. Хатта башҡарған эштәре генә лә әле иманлы икәнлегенең күрһәткесе түгел. Быларҙы ул яҡшы булып күренеү өсөн дә башҡара ала. Иманлы булыуын уның янында барлыҡҡа килгән мөхит, торош сағылдыра.

Интернетта йыш ҡына "Иң көслө доға" тип доғалар һалалар. Бер доға икенсеһенән көслөрәк була аламы? Доғалар араһында шундай дәрәжәгә бүлеү бармы ул?

Нурмөхәмәт Нуриев:
Доғалар көслө-көсһөҙгә, дәрәжәле-дәрәжәһеҙгә бүленмәй. Мәҫәлән, ниндәй ағас иң яҡшыһы, тип һорағанда, һәр кем ҡайҙа тыуып үҫеүенә, ниндәй ағасты оҡшатыуына ҡарап яуаплаясаҡ. Урман кешеһе - ҡарағай, тауҙыҡылар - шыршы, берәүҙәр ҡайын, икенселәр имәндең иң шәбе булыуын иҫбатлар. Әммә ул ағастар барыһы ла бер маҡсат менән яратылған донъяға. Доғалар ҙа шулай уҡ. Бары уларҙың һәр кемгә үҙ тәьҫире булырға мөмкин. Кемдер бер доғаны бик ауыр ваҡытында уҡый ҙа, уға еңеллек килә, кемдер нимәгәлер мохтаж булып, икенсене ятлай һәм теләгәнен ала. Улар быны айырыуса ихласлыҡ менән башҡара. Һәм бына шул ихласлыҡтары, Аллаһҡа һыйыныуҙары әлеге доғаларын "иң көслөһө" итеп күрһәтә лә инде. Был хәл мәсеттәр менән дә булып ҡуя. Берәүҙәр "Туҡай мәсете иң шәбе" ти, икенселәр "Ләлә мәсетенә йөрө", өсөнсөләр "Дим биҫтәһенеке иң дөрөҫө" ти. Бында ла һәр кемдең үҙ туҡһаны туҡһан: кем ниндәй доға һәм мәсет аша иманға килгән йәки Аллаһҡа яҡыная ала - шулай булһын. Был осраҡта ла берәүгә лә: "Юҡ, был доғаны түгел, анауһын ятла йәки ана шул мәсеткә бар",- тип әйтмәйек. Был юлды уға беҙ түгел, ә Аллаһ күрһәткән.

Шулай итеп...
Бына шундай ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә әңгәмә ҡорҙоҡ дин әһелдәре менән. Киләсәктә бындай һөйләшеүҙәргә һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы яҙып ебәререгеҙ.

Лилиә СӘЙҒӘФӘРОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 858

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru