«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИБАЙҘАР БЕҘҘЕ ТАҒЫ РУХЛАНДЫРҘЫ
+  - 

Сибайҙар килеп, тағы баш ҡаланы бер шаулатып ҡайтты. Сибай концерт-театр берекмәһендә берләшкән филармония менән "Сулпан" балалар театры артистары был юлы "Аҫаба булған ҡанбабам, аҫаба булыр балам" тип аталған тамаша күрһәтте.

Башҡортостан автономияһының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә әҙерләнгән программа дәүерҙәр төпкөлөнән алып башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәш юлын сағылдыра. Йәнбикә менән Йәнбирҙенең улдарына һәм ейәндәренә биргән ер, һыу һәм азатлыҡ хаҡындағы өгөт-нәсихәтенән башланған күренештәр яйлап быуаттар һуҙымында бер-бер артлы тоҡана барған ихтилалдарҙы һәм уларҙың етәкселәрен һүрәтләй. Милләттең аҫабалыҡҡа булған хоҡуғын яҡлаған батырҙар, хандар, тархандар һәм билдәле шәхестәр сиратлап күҙ алдынан үтә. Урал батыр, Башҡорт хан, Мөйтән бей, Шәғәле Шаҡман, Ҡаһым түрә, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлидов, Шайморатов генерал һәм башҡалар. Башҡорт ерҙәрен һаҡлап ҡалыу, уға аҫабалыҡты киләһе быуындарға ла тапшырыу өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған ошо башҡорт уландары иҫтәлегенә бер һәйкәл булды был тамаша.
Аҫабалыҡ - ергә хужа булыу. Был хоҡуҡ һәр заманда ҡәүемде йә аяҡҡа баҫтырған, йә ҡанға батырған. Аҫабалыҡ йөгөн һәм бурысын башҡорт халҡы әлмисаҡтан уҡ күтәрә, бөтә илаһи фиҙаҡәрлеге һәм тоғролоғо менән үҙе тыуған ер-һыуына кешелек бурысын ҡайтара - йәғни уны һаҡлай, ҡурсый, данлай һәм тәләфләүгә юҡ ҡуймай. Ерһеү - йәғни Ерҙе һөйөү - беҙҙең башҡорттоң ҡанында. Ерһеҙ булғанға ул ҡотһоҙ һәм телһеҙ, ерһеҙ ҡалған өсөн башҡорт ут-дәртһеҙ һәм илһеҙ. "Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам!" тигән тәүәккәл һәм аяныс оран ташлап, Башҡортостандың иң абруйлы сәхнәһенә менде сибайҙар. Урал батыр менән Башҡорт батыр темаһы, ниһайәт, Өфө сәхнәһенән тороп, илгә тауыш бирҙе, маңҡорттарҙы уятырға, төңөлгәнде тетрәтергә тырышты.
Әлбиттә, рухлы концерттарҙы беҙ баш ҡалала аҙ күрмәйбеҙ. Әммә сибайҙар алып килә торған халыҡсанлыҡ һәм һуты һарҡып торған миллилекте башҡаларҙыҡы менән бутап булмайҙыр. Бөгөн, глобализацияны һәм "бер массалағы дөйөм халыҡ булыу"ҙы алға һөргән заманда, кемдәрҙер урыны, дәрәжәһе һәм даны өсөн ҡалтырап, милләтен дә атарға ҡыймай йәшәгәндә, сибайҙарҙың "Аҫаба булған ҡан-бабам, аҫаба булыр балам" тип күкрәк киреп баҫыуы үҙе бер батырлыҡ. "Халыҡсанлыҡ" тигән һүҙҙе лә йыш ҡулланабыҙ. Ә нимә ул асылда халыҡсанлыҡ? Артистар һәм мәҙәни коллективтар өсөн ул, моғайын, халыҡтан сыҡҡанды, халыҡ ижадын булһынмы, фольклорынмы, йыр-моңдарынмы, үҙгәртмәй, юғалтмай-өҫтәмәй, яңыртмай-кәметмәй генә халыҡҡа еткерә белеүҙер. Бына ошо хәҡиҡәтте нигеҙ итеп алған да инде ижади хеҙмәтенә Сибай концерт-театр берекмәһе. Һәм ошо үҙенсәлек уларҙың үҙҙәрен дә, сығыштарын да ҡабатланмаҫ итә. Аҫабалыҡ тураһында һөйләгәндә һәр кем йөрәгенә барып етеү бик мөһим. Бигерәк тә башҡорттарҙыҡына. Сибай филармонияһына алдағы репертуарында ла ошо теманан тайпылмаҫҡа яҙһын. Үҙ тауышыңды табыу өсөн бер тапҡыр ғына ҡысҡырыу етмәй бит.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 464

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru