«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠ ҠАҒЫҘ БИТЕНӘН УҠЫ!
+  - 

Быйыл йәй бал ҡорттары күпләп үлеүе тураһындағы хәбәрҙе ишетеп, геү килдек. Әле тегендә, әле бында тәбиғәт ҡазалары булып тора - уларына ла бот сабып аптырайбыҙ, ҡурҡып төшәбеҙ хатта. Был ҡаза-һәләкәттәрҙең барыһын да ахырызаман яҡынлашыуына һылтайбыҙ хатта. Әммә уларҙың күбеһе кешенең үҙ ғәйебе, үҙ ҡулдары менән эшләнеүен иҫәпкә алғанда, былар ахырызаман билдәһе түгелдер әле, тип фараз итергә урын бар.

Мәҫәлән... Урман фонды биләмәһендә 2019 йылдың 13 апреленән 16 авгусына тиклем дөйөм майҙаны 1965 гектарҙа 146 урман янғыны теркәлгән, шуларҙың 50-һе - йәшендән сыҡҡан, ҡалғандарына халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе сәбәпcе. Кеше ҡулдары, кеше битарафлығы һөҙөмтәһендә килеп тыуған ошондай тәбиғәт һәм көнкүреш һәләкәттәре тураһында һөйләп, осона сығырлыҡ түгел, әлбиттә. Ә бына был миҫалды телгә алып китергә булыр: күптән түгел БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының статистика мәғлүмәттәрен иғлан иттеләр. Башҡортостанда 17 йәшкә тиклемге балаларҙы профилактик тикшереүҙең беренсе этабынан һуң (626 мең самаһы бала тикшерелгән) уларҙың ни бары 24,4 проценты ғына тулыһынса һау-сәләмәт тип табылыуы, башҡаларында ниндәй ҙә булһа тайпылыш күҙәтелеүе, республикала инвалид балаларҙың һаны 16 мең самаһына етеүе (уртаса бер район халҡы күләме) тураһындағы хәбәр уны ишеткән һәр кемде шаңҡытҡандыр. Бында кем, нимә ғәйепле? Эйе, беҙ бындай хәлдәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәрен ғәйепләп өйрәнгәнбеҙ инде ул. Әммә... Әле күптән түгел бер йөклө ҡатын бала табыу йортонда дауаланып сыҡты. Аҙаҡ ул: "Оҙаҡ ятырға түҙемлегем етмәне, тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараным. Йөклө йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙың тәмәке тартыу урыны эҙләп, дауахана буйлап сабып йөрөүҙәренә, палатаға тәмәке еҫе борҡотоп килеп инеүҙәренә, үҙ-ара төрлө анекдот-ғәйбәт һөйләүҙәренә ҡарап, нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк!" - тип һөйләне. Был бар ҡатын-ҡыҙҙарға ла ғәйеп тағыу түгел, ләкин... Ҡала урамдарында тәмәке борҡотоп, балаһын коляскала бәүетеп йә етәккә алып йөрөп ятҡан әсәйҙәрҙе күреп, аҙ әрнейбеҙме ни?.. Ә инде бындай әсәйҙәрҙең ауыл ерҙәрендә лә күренгеләп ҡалыуы, ғөмүмән, ғәҙәттән тыш хәл һымаҡ ҡабул ителә. Тәмәке тартҡан, алкоголле эсемлек менән мауыҡҡан әсәйҙәрҙән тыуған балалар әлеге ауырыуҙар исемлеген тулыландыралыр ҙа инде. Унан һуң, БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, әсәйҙәренең зарарлы ҡылыҡтары арҡаһында ваҡытынан алда тыуған балалар һаны ла артҡан һәм, мәғлүм булыуынса, улар шулай уҡ инвалидтар иҫәбен арттыра...
Был миҫалдар тураһында һүҙ араһында, йән әрнеүенән генә әйтеп киттем. Әйтергә теләгәнем икенсе ине. Халыҡтың китап-гәзит уҡымай башлауын да шундай уҡ әле телгә алған ҡазаға, хафаға, ахырызаман билдәһенә япһарып булмаймы ни? Ғәжәп хәл бит был! Әле 25 йылдар элек кенә һәр ауыл йортонда, ҡала фатирында берәр генә булһа ла гәзит йә журнал алдырһалар, уҡымай тора алмаһалар, хәҙер ундайҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалып бара. Башҡорт һәм башҡа милли телдәрҙәге генә түгел, рус телендәге баҫмалар ҙа йылдан-йыл үҙ уҡыусыларын юғалтып, тираждарын кәметә. Мин үҙем халыҡ араһында күп йөрөгән, күп осрашыуҙар үткәргән журналист булараҡ, уҡымауҙың эҙемтәләрен ныҡлы тоям: уҡыуҙан туҡтағандар мәғлүмәтһеҙлектән бигерәк, ябай ғына хәл-күренештәр тураһында ла фекер төйнәй, анализ-һығымта яһай алмай, һинең хәбәреңде аптырап ҡабул итә һәм "Уҡыманығыҙмы ни, был турала "Киске Өфө"лә яҙғайныҡ бит", тигән төбәлеүҙәр яуапһыҙ ҡала. Хәйер, был турала, йәмғиәттең наҙанлана барыуы хаҡында, бөгөн бар тарафта саң ҡағыла икәнен беләһегеҙҙер инде. Тимәк, интернет селтәрендә онотолоп китеп ултырыу әле белемле булыуҙы аңлатмай...
Ошо урында, "Аҡ ҡағыҙ битенән уҡырға кәрәк, йәмәғәт!" тип өндәшке килә тағы ла.
"Мәғлүмәтле кеше донъя менән идара итә" тигән хәҡиҡәтте күҙҙә тотоп, бар өлкәлә - заман ағышында, сәйәсәттә, иҡтисадта, социаль һәм мәҙәни өлкәлә мәғлүмәтлелектә артта ҡалмаҫ өсөн; аҡыл һәм белем туплар, дөрөҫ һөйләшер, дөрөҫ уйлар, уңышҡа өлгәшер, тарихи тамырҙарыңды нығыраҡ белер, бөтөн һорауҙарыңа яуап табыу өсөн уҡырға кәрәк.
Һәм тағы бер сәбәп: немец геронтология һәм гериатрия йәмғиәте ғалимдары йәшлекте, хәтерҙе һәм теүәл аҡылды һаҡлар өсөн көн дә... бер генә бит булһа ла китап йәки гәзит уҡырға кәрәк, ти. Ғалимдар аңлатыуынса, аҡ ҡағыҙҙан хәрефтәр сүпләү мәлендә организмдағы ике нейрон араһында, йә нейрон менән икенсе бер күҙәнәк араһында бәйләнеш барлыҡҡа килә, бына шул бәйләнеш кешенең хәтере яҡшырыуға, башты эшләтеүгә, хатта йәш көйөнсә һаҡланыуға булышлыҡ итә икән. Кеше китап уҡығанда әҫәрҙәге ваҡиғалар, геройҙар өсөн борсола, шатлана, шул ваҡытта мейе әүҙемлеге күтәрелә. Йәғни, интернеттан түгел, ә аҡ ҡағыҙҙан уҡығанда беҙҙең мейе лә, тойғолар сығанағы булған йөрәк тә күнекмәләр яһай булып сыға... Әйткәндәй, аҡ ҡағыҙ битенән уҡымауҙың кире эҙемтәләре хаҡындағы ошо мәғлүмәттәрҙе элек тә еткергәнем булды уҡыусыларыбыҙ иғтибарына. Әгәр ҙә бөгөн гәзитебеҙ тиражы элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ икән, тимәк, уҡыусыларыбыҙ исемлегенән төшөп ҡалғандар был мәғлүмәтте ҡолағына элмәгән. Ярай ҙа, беҙҙең баҫманы өнәмәй, башҡорт телендә сыҡҡан башҡа гәзиткә йә журналға китһәләр. Юҡтыр шул, сөнки бөгөн бар баҫмаларҙың да тиражы кәмене... Шулай итеп, кешелек аҡ ҡағыҙ битенән уҡыу ғәҙәтенән төңөлә бара. Йәл, бик йәл...

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.19 | Ҡаралған: 486

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru