«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕГЕТТӘР ҘӘ, ҠЫҘҘАР ҘА СИТ ЯҠТАРҒА КИТМӘҺЕН!
+  - 



2020 йылда уҙғарыласаҡ Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына теүәл бер йыл ваҡыт ҡалды. Уның һөҙөмтәләренән Рәсәй халыҡтарының демографик хәле буйынса байтаҡ күрһәткестәр билдәле буласаҡ, улар артабанғы социаль-иҡтисади торошобоҙҙо ғилми нигеҙҙә көйләй алыу мөмкинлеген бирәсәк. Халыҡ иҫәбен алыу граждандарҙың ил эсендә бер урындан икенсе ергә күсеп йөрөүенә, йәғни миграцияға ҡағылышлы проблемаларға ла бер ни тиклем кимәлдә асыҡлыҡ индерәсәк. "Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 38-се һанында Рәсәй Фәндәр Академияһы Федераль социологик ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Өфө филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтовтың ошо проблемаға арналған "Ниңә китәләр... тыуған ерҙәрҙе ташлап?" исемле мәҡәләһе баҫылғайны. Ошо тема буйынса һөйләшеү билдәле башҡорт социологы Р.М. Вәлиәхмәтов етәкләгән ғилми үҙәк хеҙмәткәрҙәре - ойошманың ғилми секретары Гүзәл Баймырҙина, өлкән ғилми хеҙмәткәр Марсель Тураҡаев, Башҡортостанстаттың халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы бүлеге начальнигы Ирина Үтәшева ҡатнашлығында дауам итте.

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа халыҡ миграцияһы мәсьәләләре йәмәғәтселектең дә, власть органдарының да иғтибарынан ситтә ҡалмай. Ни өсөн кешеләр тыуған-үҫкән яҡтарын ташлап китә, йә булмаһа, эш урынын сит-ят ерҙәрҙә эҙләй башлай?

Г. Баймырҙина:
Миграция - тәбиғи процесс, халыҡтарҙың бер ерҙән икенсе бер тарафҡа күсеп китеүе бик боронғо замандарҙан уҡ күҙәтелгән күренеш. Күскенселек тарихы ошоға миҫал булып тора. Кешеләргә һәр заманда ла йәшәр өсөн уңайлыраҡ ерҙәрҙе эҙләү хас булған.

Балыҡ һыуҙың тәрәнен, кеше йәшәр урындың яҡшыһын һайлай, тиһегеҙ инде.

Г. Баймырҙина:
Тап шулай, тәбиғәттә балыҡтар миграцияһы ла бар бит.
И. Үтәшева: Миграция - ижтимағи-иҡтисади күренеш, уның сәбәптәре лә төрлөсә булыуы мөмкин, әммә тарихи яҡтан ҡарағанда, ул теге йәки был дәүләт алып барған сәйәсәт менән дә бәйле. Дәүләт ҡарары менән бер көн эсендә ил сигенең ябылып ҡуйылыуы ла мөмкин бит. Аллаға шөкөр, беҙҙә күҙәтелгән миграция иҡтисади сәбәптәр менән аңлатыла, ситтән республикабыҙға килгән мигранттар ҙа ошонан башҡаны күрһәтмәй, һуғыш хәрәкәттәре йәиһә сәйәсәт менән бәйле күсеп килеүселәр беҙҙә юҡҡа иҫәп. Башлыса, миграция сәбәптәре эш урыны, уҡыу, ғаилә хәле һәм башҡа шәхси ихтыяждар менән бәйле. Уны тыныс, ғәҙәти шарттарҙа тыуған социаль-иҡтисади миграция, тип атарға кәрәк.

Тыныс шарттарҙа кемдер беҙҙең республикабыҙҙан ситкә китә, ә кемдәрҙер килә тора. Үҙенә күрә алыш-биреш процесы булып сыға инде?

И. Үтәшева:
Бына, әйтәйек, кемдер Башҡортостандан Мәскәүгә китә. Киреһенсә, шул уҡ Мәскәү ҡалаһынан беҙҙең республикабыҙға йәшәргә килеүселәр ҙә бар: уларға бында йәшәүе ҡулайыраҡ. Ғөмүмән, эске миграция иҡтисади ситуация менән ныҡ бәйле, ә ул төрлө субъекттарҙа төрлөсә. Әйтәйек, кемдер бер төбәктән икенсе төбәккә күсеп китә икән, ул быны үҙ теләгенә ярашлы эшләй, миграция сәбәптәрендә шәхси ихтыяждар өҫтөнлөк итә.

Матбуғат сараларында, интернет селтәрҙәрендә йыш ҡына республикабыҙҙағы миграция буйынса күрһәткестәр, ошо процестар буйынса һандар нисбәте килтерелә. Уларға иғтибар итһәң, ниндәйҙер хәүефле күренешкә тап булғандай тойола: хеҙмәт миграцияһында йыл эсендә Башҡортостандың 160 мең кешеһе ҡатнашһа, 40-45 мең кеше бөтөнләйгә ситкә китә икән, тигән мәғлүмәт тә бар. Был хәлде нисек аңлатырға була?

И. Үтәшева:
Эйе, сентябрь айында ошо хаҡта бер нисә сығыш булды. Әле ошо көндәрҙә уҙған кәңәшмәлә Башҡортостанстат директоры Әкрәм Ғәниев ҡайһы бер журналистарҙың ошо күрһәткестәрҙе тейешле аңлатма бирмәйенсә генә килтереүе аңлашылмаусылыҡ тыуҙыра, тип белдерҙе. Бына миҫал өсөн 2019 йылдың тәүге яртыһында Башҡортостанда 66,5 мең кешенең миграцияла ҡатнашыуы хаҡындағы мәғлүмәтте алайыҡ. Был күрһәткескә дөйөм миграция ағымында теркәлеү үткән барса кеше ингән. Ошо күрһәткесте дөрөҫ баһалау өсөн дөйөм миграция ағымының структураһын да иҫәпкә алырға кәрәк, уға төбәк-ара һәм халыҡ-ара миграциянан башҡа төбәк эсендәге миграция ла инә. Республика халҡының миграцион кәмеүе-артыуына республика эсендәге миграция йоғонто яһамай. Ә беҙҙә эске миграция, йәғни республика ауылдарынан үҙебеҙҙең ҡалаларға, бер ҡаланан икенсе ҡалаға күсеүселәр дөйөм миграция ағымының 70 процентын тәшкил итә, был Рәсәй субъекттары араһында бик юғары күрһәткес. Ә республикабыҙҙан ситкә китеүселәрҙең йыллыҡ күрһәткесе 27 мең кеше самаһы. Тап шуның өсөн журналистарыбыҙға беҙҙең миграция буйынса таблицаларҙағы күрһәткестәрҙе ентекләберәк ҡарап баһалау фарыз.

Ә бына хеҙмәт миграцияһы хаҡында ни әйтер инегеҙ?

И. Үтәшева:
Миграция статистикаһында йәшәгән урынын алмаштырыусылар ғына иҫәпкә алына, ә вахта ысулы менән республиканан ситкә йөрөп эшләүселәр миграция буйынса рәсми статистикаға индерелмәй. Улар республикала даими йәшәүселәр иҫәбенән сығарылмай, вахтасыларҙың эш урыны ғына республиканан ситтә. Республика сигендә йәшәүселәрҙең бер өлөшө йәнәштәге өлкәләрҙә эш урыны тапһа, шунда барып эшләп йөрөй, быны миграция күренеше тип атаһаҡ та, ул бик ҡыҫҡа сроклы миграция була. Мәҫәлән, байтаҡ ҡына кеше Магнитогорск ҡалаһына эшкә барып-ҡайтып йөрөй, быны беҙ маятник рәүешендәге миграция, тип нарыҡлай алабыҙ. Әлбиттә, эш урындары республиканан ситтә булып, йәшәгән төйәгенән оҙайлы срокка күсеп китмәгән кешеләр ҙә иҫәпкә алына, улар халыҡ иҫәбен алған саҡта теркәлә, эшсе көстәр буйынса ресурстарҙы барлаусы документтарҙа иҫәпкә алына. Бына уларҙың йыл буйына иҫәпкә алынған дөйөм һаны республика кимәлендә 140-160 меңгә етеүе мөмкин. Әйтергә кәрәк, ситкә йөрөп эшләүселәр Себер тарафтарына ғына китмәй хәҙер, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларына, Татарстанға, Краснодар крайына йөрөп эшләүселәр күбәйҙе. Ваҡытлыса хеҙмәт миграцияһы, тип әйтһәк тә, был социаль-иҡтисади күренеш рәсми миграция буйынса иҫәпкә инмәй, вахтасыларҙы мигрант тип атап та булмай. Әгәр кеше элек йәшәгән урынынан иң кәмендә 1 йылға һәм унан да оҙайлыраҡ ваҡытҡа китә икән, ул халыҡ-ара статистика нормалары буйынса мигранттар иҫәбенә инә.

Йәшәгән төйәгенән ситкә китеүселәр араһында төрлө йәштәге кешеләр булыуы мөмкин. Йәш яғынан ҡарағанда, миграция процестарында ниндәй йәштәге кешеләр өҫтөнлөк итә?

М. Тураҡаев:
Ошо йәһәттән иң тәүҙә яңы ғына мәктәпте тамамлаусы йәштәрҙе телгә алырға була. Хәҙерге осорҙа башҡа ҡалаларға китеп белем алыусылар күбәйә бара, быны уҡыу миграцияһы, тип атайҙар. Ғөмүмән, рәсәйлеләр өсөн сит ҡалаларға уҡырға китеүҙе иң тәүге миграция тәжрибәһе туплау, тип әйтергә булалыр. Ә миграцияның йәш структураһын иғтибарлап ҡараһаң, йәшерәк быуындарға ҡараған төркөмдәр өҫтөнлөк итә. Кеше ни тиклем йәшерәк булһа, уны башҡа бер тарафтарға сығып китеүҙән тотҡарлаусы факторҙар әҙерәк була. Йәштәр өйләнмәгән булһа, бала-сағаһы булмаһа, улар үҙҙәренә оҡшаған, яҡшыраҡ эш урынын таба алырҙай төбәкте һайлай башлай. Яңы ғына вуз тамамлаусы йәштәр араһында ла миграцион әүҙемлек көслө: йәш белгестәр үҙ теләктәренә һәм мөмкинлектәренә ярашлы эш урынын республиканан ситтә эҙләргә әүәҫ, сөнки йыш ҡына бында уларҙы ҡәнәғәтләндергән эш урынын табыу мөмкин булмай. Кеше бер урында ни тиклем оҙаҡ йәшәһә, шул тиклем ошонда ерегә, ғаилә ҡора, эшләй, ҡуйған маҡсаттарына өлгәшә. Шуның өсөн олораҡ быуын кешеләре сит-ят ерҙәргә күсеп китергә ашҡынып тормай. Ә йәштәрҙең йәшәү рәүеше икенсерәк, улар ҙур ҡалаларға барып йәшәргә ынтыла, ундағы мөхит ҡыҙыҡлыраҡ, үҙҙәренә генә хас ихтыяждарын да ҡәнәғәтләндерә алыу мөмкинлеген ситтә тиҙерәк таба йәштәр.

Ә бына бында бер парадоксаль ситуация килеп сыға: республика етәкселеге һәр саҡта ла йәштәребеҙҙең башҡа ҡалаларға китеп белем алыуын хуплай, киләсәктә юғары квалификациялы белгестәр кире ҡайтып, республикабыҙҙа эшләр, тип иҫәпләй. Ситкә уҡырға китеүселәр байтаҡ, ә уҡыуҙарын тамамлаған йәштәребеҙ тыуған яҡтарына ҡайтырға ашҡынып тормай, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, башҡа ҡалаларҙа тороп ҡалыу яғын ҡарай. Республикабыҙ вуздарында белем биреү сифаты хөртөрәкме әллә, тигән фекер ҙә тыуа. Был ситуацияны нисек аңлатыр инегеҙ?

М. Тураҡаев:
Юҡ-юҡ, бында эш белем биреү сифатында ғына түгел. Республика вуздарында бюджет иҫәбенә белем алыу мөмкинлеге һуңғы йылдарҙа ныҡ ҡына кәмене. Шул уҡ Өфө мәктәптәрен тамамлаусы йәштәребеҙ республиканың юғары уҡыу йорттарына инеүгә ҡарағанда Мәскәү, Санкт-Петербург вуздарына инеү еңелерәк, тип әйтә. Был ысынлап та шулай. Рәсәйҙең ҙур ҡалаларындағы вуздар юғарыраҡ статусҡа эйә, уларҙа уҡытыу кимәле лә юғары, бюджет иҫәбендәге урындар күберәк, ҡай сағында конкурс та түбәнерәк була. Ә республика вуздарына, башҡа вуздар менән конкурентлы булыр өсөн, абитуриенттарҙың ихтыяждарына тап килгән яңы йүнәлештәр буйынса белгестәр әҙерләү, бюджетлы урындарҙы арттырыу мәсьәләһен хәл итеү зарур. Ә ситтә вуз тамамлаусы йәштәребеҙ ундағы шарттарға ҡулайлаша, унда булған ижтимағи-мәҙәни уңайлыҡтарға күнегеп китә, тығыҙ аралашып йәшәгән дуҫ йәштәштәре мөхитенән айырылғылары килмәй, белеменә тура килгән эш урыны ла тиҙерәк табыла. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡаҙан ҡалаларында уҡыған йәштәрҙең үҙ ижтимағи төркөмдәре барлыҡҡа килде, улар йыл һайын интернет селтәрҙәре аша республикабыҙ мәктәптәрен тамамлаусыларҙы үҙ вуздарына саҡыра, аңлатыу эштәрен алып бара, яңы килеүселәргә ярҙам ҡулын һуҙа. Әлбиттә, бындай мөхит егет-ҡыҙҙарыбыҙҙы ылыҡтырып тора.

Ә бит ошо сит ҡалаларҙа уҡып сығып, унда тороп ҡалған йәш быуын республикабыҙ өсөн "юғалтылған быуын"ға әйләнә түгелме һуң?

М. Тураҡаев:
Юҡ, мин быны улай уҡ итеп баһаламаҫ инем. Уларҙы юғалған тип, иҫәптән сығарыу дөрөҫ булмаҫ ине. Башҡортостандың үҙ плюстары ла етерлек бит. Сит тарафтарҙа уҡыған йәштәр тыуған яҡтарын онотмай, йыш ҡайтып йөрөйҙәр, һағынып һөйләйҙәр һәм яҙалар, бәғзе берәүҙәре, мөмкинлек табылһа, тыуған еренә ҡайтып, эш башлай. Дөйөм алғанда, бында уларҙың белемдәренә, мәнфәғәттәренә ярашлы эш урындарын күберәк булдырыу тураһында уйланырға ваҡыт. Беҙҙең Өфө ҡалаһы был йәһәттән әлегә арттараҡ ҡала килә, бындағы шарттар Мәскәү, Санкт-Петербургтан ғына түгел, Һамар һәм Ҡаҙан ҡалаларынан да ҡайтышыраҡ. Баш ҡалабыҙҙа ылыҡтырғыс шарттар булдырыла икән, бик күптәр кире ҡайтырға әҙер.
И. Үтәшева: Ил буйынса миграцион артыу-кәмеү нисбәтен ҡараһаҡ, минусҡа төшмәгән 10 төбәкте лә табып булмаясаҡ. Йәштәрҙең Санкт-Петербургҡа йә Мәскәүгә юлланыуын мин "көнбайыш дрейфы", тип атар инем. Был Башҡортостанға ғына хас күренеш түгел, күршебеҙ Татарстандан да күпләп ситкә китәләр. Унда ла, башҡа күп субъекттарҙа ла миграцион кәмеү күҙәтелә бөгөн. Шул уҡ Ҡаҙан ҡалаһынан уҡырға киткәндәр ҙә уҡыуҙарын тамамлағас, кире ҡайтырға ашҡынып тормай. Йәштәр өсөн шул уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург старт майҙансығына әүерелде, бында тәжрибә туплағандар халыҡ-ара хеҙмәт баҙарына сығыу мөмкинлегенә эйә була. Ошо мегаполистарҙа ғына башҡа урындарҙа булмаған һөнәрҙәр буйынса профессиональ белем алырға була. Ә беҙҙәге профессиональ уҡыу йорттарының күбеһе элекке, совет осоронан ҡалған структураға ярашлы эшләй, консерватизм көслө, заманса технологизация процестары яй бара. Әлбиттә, заманса белем алған йәштәргә үҙ һөнәрҙәре буйынса тыуған яҡтарында эш табыуы ауыр. Рәсәй төбәктәренән уҡырға ситкә киткәндәрҙең күбеһе шулай уҡ эш урындарын башҡа тарафтарҙа табырға тырыша. Быны барса төбәктәргә лә хас дөйөм тренд итеп ҡабул итергә кәрәк. Әммә барыһы ла әле һүҙ барған мегаполистарҙа ғына йәшәй һәм эшләй ала, тигән фекер менән дә килешеп булмай. Унда бөтөнләйе менән икенсе мөхит, кешеләр һәр саҡта ла ҡайҙалыр ашыға, йәшәйеш темпы кешенән көслө энергетика талап итә - был барыһына ла оҡшап етмәй. Ә бына яңы, мәҫәлән, IT-технологияларын яҡшы үҙләштергән белгестәр шул уҡ Мәскәү компанияларында Өфөлә йәшәп тә эшләй ала. Киләсәктә дистанцион хеҙмәт итеү арта барасаҡ, тип уйларға кәрәк. Мәскәүҙә йәшәп, республика өсөн эшләргә була заманса технологияларҙы ҡулланғанда.
Г. Баймырҙина: Ә заманса технологияларға ҡоролған эш урындарын кем булдырырға тейеш һуң? Был республика кимәлендәге ҡатмарлы мәсьәлә, һәм етәкселектән башҡа, ошо юҫыҡта ла әүҙем кешеләр талап ителә. Бына беҙ кешелек потенциалы, тибеҙ, әммә әлегә беҙҙә яңыса эшләй алған белгестәр, компаниялар, ойошмалар юҡҡа иҫәп.

Әйтергә кәрәк, республика етәкселеге алышынғас, көнүҙәк, ҡырҡыу проблемалар буйынса фекер алышыу башланды, шул иҫәптән, республикабыҙҙың төп капиталын - хеҙмәт ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыу ҙа мөһим бурыстарҙың береһе итеп ҡуйылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән стратегик программа, йәғни "Үҫештең беренсе биш йыллығы", тип аталған документта ла был хаҡта әйтелә. Алдынғы йәштәребеҙ үҙ республикаһында инициатива күрһәтеп, яңы башланғыстарға юл яра алырмы һуң? Мәскәүҙә лидерҙар былай ҙа күп, уларға республикала мохтажлыҡ ҙур.

И. Үтәшева:
Башҡортостандың 2024 йылға тиклемге үҫеш стратегияһы - төптән уйланылған, үтә мөһим документ, унда билдәләнгән маҡсаттар тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ. Әммә йәштәр араһында ла тейешле мәғлүмәти сәйәсәт алып барылыуы зарур. Барыһын да тик аҡсаға ғына бәйләп булмай бит, тормошобоҙҙа әхлаҡи, патриотик фактор ҙа ҙур урын тота. Йәштәр араһында үҙеңдең белемеңде, интеллектуаль потенциалыңды, йәшлек энергияһын үҙеңдең тыуған яғыңда һөҙөмтәле файҙалана алыу хаҡында ла һүҙ алып барыу кәрәктер.
М. Тураҡаев: Әйтергә кәрәк, ситтә эшләгәндәрҙең күбеһе юғары позиция биләмәй, шул уҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уларҙың вазифалары артыҡ маҡтанырлыҡ түгел. Ошондай йәш белгестәр Башҡортостанда юғарыраҡ постарға дәғүә итә ала, әммә бында әлеге матди фактор өҫтөнлөк итә: бәләкәй вазифала эшләп тә, улар беҙҙәгенән күпкә юғарыраҡ эш хаҡы ала. Улар фирмаларҙа бер ниндәй ҙә креативлыҡ, ижади башланғыстар талап ителмәгән ябай белгестәр, клерк, офис хеҙмәткәрҙәре, һатыусы кеүек вазифаларға ла риза. Әлбиттә, бындай мөхиттә кешелә лидерлыҡ сифаттары барлыҡҡа килмәй инде. Лидер булыу өсөн билдәле кимәлдә конкуренция булған мөхиттә еңеп сыға алыу фарыз.
И. Үтәшева: Ә юғары белемле кадрҙарҙың үҫеш потенциалы бар. Әммә һәр аныҡ кешегә ниндәйҙер аныҡ урындың булыуы ла мотлаҡ бит.

Эйе, ситтә тороп ҡалған йәштәребеҙ тыуған яҡтарына тартылһын, тиһәк, Башҡортостанда ла иҡтисадты үҙгәртеп ҡороу, етештереү көстәре менән бер рәттән, социаль инфраструктураны модернлаштыра алыу зарур. Был барыһына ла асыҡ бөгөн. Ә бына кешеләрҙең милли сығышы буйынса миграция динамикаһында ниндәйҙер айырмалыҡтар бармы икән?

Г. Баймырҙина:
Беҙҙең социологик тикшеренеүҙәр бына нимәне асыҡланы. Башҡорттар араһында үҙенең тыуған яғын бер ҡасан да, хатта эш урыны булмаған хәлдә лә, ташлап китмәйәсәктәрен белдереүселәр башҡа милләт вәкилдәренә ҡарағанда күберәк. Быны тик тыуып үҫкән ергә булған һөйөү тойғоһо менән генә аңлатып булалыр, тим. Ошондай позицияла тороусы башҡорт йәштәре лә байтаҡ.

Ә географик принцип буйынса, йәиһә ҡала/ауыл зоналары яғынан ҡарағанда, миграция үҙенсәлектәре бармы?

Г. Баймырҙина:
Мин быны миграция менән бәйләмәй, халыҡтың хәрәкәтсәнлек (мобиллек) сифаты, тип атар инем. Кешенең белем кимәле, матди хәле ни тиклем юғарыраҡ, ул шул тиклем мобилерәк була бара. Әлбиттә, кешеләр өсөн транспорт саралары менән иркен ҡуллана алыу мөмкинлеге лә мөһим. Башҡортостандың ҙурыраҡ ҡалаларына яҡын йәшәүселәрҙең мобиллеге көслөрәк, 50-60 саҡрымдан ошо ҡалаларға йөрөп эшләүселәр күп хәҙер. И. Үтәшева: Ҡала агломерацияларына, йәғни Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат кеүек сәнәғәт үҙәктәренә йөрөп эшләү мөмкинлеге булған урындарҙан сит тарафтарға китеүселәр ҙә аҙыраҡ. Бына ошондай республика сиктәренән сыҡмаған, шартлы рәүештә "маятник миграцияһы" тип аталған йәшәү формаһы бер ни тиклем кимәлдә миграцион кәмеүгә тотҡарлыҡ яһай. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш зонаһында Магнитогорск ҡалаһына барып-ҡайтып эшләүселәр ҙә байтаҡ. Әлбиттә, эш урынын табырлыҡ үҙәктәр булмаған төбәктәрҙә миграция процестары арта бара.
Миграция ағымының арта барыуын ниндәйҙер хәүефле күренеш итеп ҡарамаусылар ҙа бар. Шул уҡ ваҡытта уның айырым кешеләр яҙмышына, ғаилә мөнәсәбәттәренә кире социаль-психологик йоғонтоһо булыуын да танырға кәрәктер бит? Г. Баймырҙина: Миграцияны асылынан уҡ зыянлы күренеш, тип әйтеп булмай, ул йәмғиәттә тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килә. Әммә миграция күрһәткестәре, лакмус ҡағыҙы төҫлө, төбәктең ылыҡтырғыс булыу-булмауын белдереп тора. Әгәр ниндәйҙер төбәктән китеүселәр һаны килеүселәрҙән күпкә арта бара икән, был халыҡтың миграцион кәмеүенә килтерә. Төбәктең кеше потенциалы ла хөртәйә бара, белгестәр етешмәй башлай, йәштәр - төп хеҙмәт ресурстары аҙая бара, был халыҡтың ирҙәр/ҡатын-ҡыҙҙар һаны буйынса нисбәтенә, йәш структураһына кире йоғонто яһай. Махсус тикшеренеү-иҫәпләүҙәр шуны күрһәтә лә инде, һәм был проблемаға бик етди ҡарау зарур. Етмәһә, репродуктив йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың сит яҡтарға юлланыуы республикалағы потенциал тыуым кимәлен байтаҡҡа кәметә. Был осраҡта үлем күрһәткестәрен байтаҡҡа кәметә алған хәлдә лә, тыумай ҡалған балалар иҫәбенә халыҡтың тәбиғи кәмей барыуы күҙәтелә. Беҙҙең иҫәпләүҙәргә ҡарағанда, 2012 йылдан 2019 йылға тиклем миграция арҡаһында тыумай ҡалған балалар иҫәбенә республика 16-20 меңләп кешеһен "юғалтҡан". Бәләкәйерәк булһа ла, бер ҡала халҡы бит был! Беҙ башҡа төбәктәр менән сиктәш булған 4 районда миграция кимәлен асыҡлағас, бына нимә мәғлүм булды. Ошо райондарҙа йәшәүсе хеҙмәткә яраҡлы кешеләрҙең яртыһы сит өлкәләргә эшкә китә. Ир-аттар ғына түгел, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа килем алырлыҡ урын артынан китә хәҙер. Был күрһәткестәрҙе бер нисек тә нормаль күренеш, тип атап булмай, бында уйланырға урын бар.

Ауылдарҙа олораҡ быуын кешеләр менән аралашҡанда ауыл егеттәренә кәләш итеп алырлыҡ ҡыҙҙар булмауы хаҡында йыш зарланалар...

И. Үтәшева:
Әлбиттә, социаль-психологик күҙлектән ҡарағанда, миграция ғаиләләрҙең күнегелгән йәшәү ритмын боҙа. Ситкә оҙайлы ваҡытҡа китеүселәр ҙә бындай проблеманан азат түгел, уларға яңы урында ярайһы уҡ ваҡыт яраҡлашырға тура киләсәк. Был элекке ғаилә пландарының ҡырҡа үҙгәреүенә лә килтерә. Ҡайһы бер күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, һуңғы 10 йыл эсендә вахта методы менән эшкә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар арта барҙы, быны 2020 йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу материалдары аныҡ күрһәтәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа ниндәй ҙә булһа һөнәр буйынса белем алыу теләге көслөрәк, һәм 16-17 йәштәге ҡыҙҙар ауылдан ситкә күпләп китә, ә йәш егеттәр, башлыса, ауылда тороп ҡала. Профессиональ белем алғас, ул ҡыҙҙар ҡала мөхитендә эш таба, артабан сит тарафтарға китеү яғын ҡарай. Шулай килеп сыға хәҙер: ҡыҙҙарыбыҙ, егеттәргә ҡарағанда белемлерәк тә, мобилерәк тә. Был хәл никахҡа инеү шарттарына ла тәьҫир итә: элегерәк бер-береһенә ғаилә партнеры була алырлыҡ кешеләр төрлө урында һәм төрлө социаль ҡатламдарҙа булып сыға. Ә башҡа төбәккә күсеп китеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың кейәүгә сығыу, бала табыу теләге лә кисектерелеп ҡала. Беренсе, йәиһә сираттағы бала табыу пландарына ла шул уҡ вахта миграцияһының йоғонтоһо көслө, тип әйтергә булалыр.

Власть даирәләре миграция проблемаларын нисек хәл итә ала? Ғөмүмән, миграция процестары менән идара итеп буламы?

И. Үтәшева:
Миграция закон йәиһә власть органдары тарафынан ғына көйләнә ала торған күренеш түгел. Әлбиттә, уны тыйып, йә сикләп булыр ине, әммә был дөрөҫ юл булмаҫ. Әммә миграция менән идара итеүҙең башҡа ысулдары бар. Иң отошлоһо - төбәктә иҡтисадты үҫтереү, яңы эш урындары булдырыу, социаль инфраструктураны камиллаштырыу. Шулай уҡ психологик факторҙарҙан йәштәрҙә тыуған яҡ, тыуған төбәккә позитив мөнәсәбәт тәрбиәләй алыу бик мөһим.

Бында ватансыллыҡ, ерле патриотизм тойғоһо хаҡында ла оноторға ярамайҙыр.
Г. Баймырҙина:
Мин Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында Башҡортостандан барып белем алыусы студенттар ассоциацияһының ыңғай эшмәкәрлеген миҫал итеп алыр инем. Унда йәштәребеҙ араһында һеҙ телгә алған рухи сифаттар бик юғары баһалана. Уларҙың күңелдәрендә Башҡортостан рухы йәшәй, республикабыҙға файҙалы шәхес була алыу теләге көслө. Уларҙың күбеһе тыуған яғыбыҙға ҡайтыр, дәртләнеп эшкә тотонор, тигән ышаныс бар.
И. Үтәшева: Ошондай патриотик пропаганда һәм һөҙөмтәле ғәмәли саралар республика эсендә лә башҡарылһа, районынан, ауылынан ситкә киткән кешеләр үҙҙәре тыуып үҫкән төбәккә файҙалы эштәр башҡарһа, республикабыҙҙың ыңғай имиджы нығый бирер ине. Ә ундай шәхестәр етерлек беҙҙә. Хатта тыуған ауылдарында йәйге дачалар һалып, шунда ҡайтып йөрөүселәр ҙә бер ни тиклем кимәлдә ошо торлаҡ пункттарының бөтөнләйгә һүнмәүенә булышлыҡ итә.
М. Тураҡаев: Беҙҙең республика менән сағыштырғанда, бөтөнләйгә бөлә барған Рәсәй төбәктәре бар. Унда байтаҡ ауылдар юҡҡа сыҡҡан, икенселәрендә ситтән килгән мигранттар йәшәй, конфликт-низағтар ҙа булып тора. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ошондай ерҙәрҙе баҡсасы-дачниктарға бирәләр, улар юлдарҙы төҙәтеү, инфраструктура элементтарын ҡайтанан булдырыуға үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙә лә оптималләштереү менән бергә ауылдарыбыҙҙа йәшәүселәр аҙая бара, кеше булмағас, инфраструктура ла юҡҡа сыға. Ошо боҙоҡ әйләнештән сығыу фарыз. Баҡсасылыҡ, ваҡиғалы һәм этник туризм программалары менән дә тыуған төйәктәребеҙҙе һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген булдыра алабыҙ. Был байтаҡ ҡына урындарҙа ауыл кешеләре йәшәйеше өсөн үтә мөһим булған инфраструктура объекттарын тергеҙергә булышлыҡ итер ине.

Шулай итеп...
Фекер алышыу үҙәгендә бер ыңғай фекер ҡаттан-ҡат ҡабатлана килде, ул бына нимәнән ғибәрәт. Миграция - ҡурҡыныс күренеш түгел, ул халыҡ мохтажлығына бәйле һәм уның мәнфәғәттәре хаҡына бар була. Республикабыҙҙа барған яңырыу процестары һөҙөмтәле була икән, миграция тыуған төбәгебеҙ мәртәбәһен күтәреү механизмына әйләнәсәк. Уҡырға, һөнәр алырға, тәжрибә тупларға китеүселәр ҙә ҡайта торор, ә Башҡортостанға ылығып килеүселәр китеүселәрҙән һис кәм булмаҫына ышаныс бар.

Вәли ИҘРИСОВ
әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.19 | Ҡаралған: 461

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru