«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЙЫШТАБАН ТУРАҺЫНДА ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 



Айыу аңра түгел!

Айыу менән кеше араһындағы конфликт ҡайҙан килә? Был тәңгәлдә ҡурсаулыҡ белгестәре Бөрйән районы буйынса ғына түгел, ә дөйөм Башҡортостан буйынса ла аңлатма бирә. Октябрь айында айыу ныҡлап һимереп алыуға, май йыйыуға тотона. Быйыл ул ашай торған еләктәр, көпшәле үләндәр, сәтләүек уңған. Ҡырағай балды ла оҫта таба ул, бик булмаһа, ҡырҙа ултырған умарталарҙы ла урлап ашай. Әммә эре йәнлек өсөн былар ғына аҙ. Уға аҡһым кәрәк. Быларын айыу ҡырмыҫҡа иләүҙәренән, серек ағас ҡорттарынан, ерҙәге ояларҙан, кимереүселәр өңөнән, илек-боландарҙан, ҡарт һәм ауырыу кейектәрҙән, үләкһә-емтектәрҙән һәм хатта бәләкәйерәк айыуҙарҙан да ала. Эйе, айыу бик кәрәктә икенсе айыуҙы ла ашап ҡуя икән. Тайыштабан совет мультфильмдарында ғына ул шәфҡәтле, бүре менән төлкөнө ҡыуып, ҡуян менән терпене яҡлап йөрөй. Ә асылда, уңайы килгәндә, бүрене лә, төлкөнө лә, ҡуян менән терпене лә ялмап йота. Бына ошондай мәскәйлеге арҡаһында был эре януар Көньяҡ Уралдың ҡаты тәбиғәт шарттарында тереклек итә ала ла инде. Шулай ҙа болан, мышы кеүек эре табышты тотоу бик һирәк эләгә. Был осраҡта иң еңел ҡорбан - ауыл малы. Малға ла һәр айыу теймәй. Айыуҙарҙың да малға тейә торғандары була. Ғәҙәттә, былар ҡарт айыуҙар йәки һунарсы тарафынан йәрәхәтләнеп, башҡа төрлө һунар итә алмағандар. Йәш йәки балалы инә айыу малға тейә һалып бармай, ти белгестәр. Был насар ғәҙәткә оло ата айыуҙар ғына мәшһүрләнә. Унан һуң, йылына ла ҡарай икән айыуҙың мал һуғыуы. Ҡайһы йыл айыуҙар ныҡ әүҙемләнә, ҡайһы йыл һирәк-һаяҡ ҡына ишетелеп ҡуя. Мышар (миләш) уңған йылды уларға күп ит кәрәк була. Сөнки был емеште күпләп ашап, ашҡаҙандарындағы әселекте ит тәме менән генә баҫалар. Бына бер ҡыҙыҡ мәғлүмәт, шулай бит.
Айыуҙарҙың малға тейеүенә күп осраҡта халыҡ үҙе ғәйепле. Малды көтмәү, кистәрен ҡарап алмау айыуҙарға ҡулай ғына. Мәҫәлән, бер видеола айыу малдарҙы ҡараңғыла ҡыуып йөрөтә, ут яҡтыһында был асыҡ күренеп ҡала. Көҙ көнө малдың ҡараңғыға ҡалыуы өсөн айыу яуап бирмәй, әлбиттә. Тайыштабан барлығын, уның тап ошо мәлдә һунар итерен белгәс, ниңә улай үҙ мөлкәтеңә яуапһыҙ ҡарарға?
Ауыл ситенә ҡый сығарып түгеү бигерәк тә йәш айыуҙарҙы йәлеп итә. Хәҙер бит аҙыҡ-түлекте лә сүп-сар менән ҡуша ташлай ҙа ҡуялар. Инәһенән айырылған үҫмер айыуҙар, бәләкәйҙән инәһенә эйәреп туристарҙың ҡалған аҙығын тәмләп өйрәнгән булһа, яңғыҙ ҡалғас, һис шикһеҙ, аҙыҡты кешеле урындарҙан эҙләйәсәк. Ул инде тауышҡа ла, шау-шыуға ла, кеше еҫенә лә һәм хатта уны күреүгә лә күнеккән. Мылтыҡтың ни икәнен дә, әҙәмдәрҙән үҙенә зыян килергә мөмкин икәнен дә белмәй. Бая үрҙә әйткәнсә, кешене тәмле ризыҡ биреүсе итеп кенә ҡабул итә. Әммә был да айыуҙың һәр ваҡыт шулай ғына буласаҡ икәнен дәлилләмәй. Аҙыҡ тапмағанда йәки кеше ҡылығында, хәрәкәтендә нимәлер оҡшамаған осраҡта ҡапыл ғына үсегеп, ҡыҙып китә ала. Айыу тиҙ ҡыҙыусан, йәғни бик ҡыҙыу ҡанлы януар икән. Ул арыҫланға, филгә йәки айғырға ҡарағанда ла үсексәнерәк. Әммә һәр ваҡыт һөжүмде һайламай. Күп осраҡта айыу кеше менән осрашмаҫҡа, осрашҡан хәлдә лә боролоп китергә тырыша. Уның үкереп ебәреүе, урынында һикереп-һикереп алыуы ла, аяғүрә баҫыуы ла ҡурҡытыу алымы ғына. Былар әле уның ташланырын аңлатмай. Һәм айыуға һунар итеүҙә махсус сценарий булмаған кеүек, айыу тәртибенең дә билдәле генә һыҙаттары юҡ. Уның кәйефен һәм ниндәй осраҡта нисек ҡыланырын берәү ҙә әйтә алмай.
Айыу бик аҡыллы, хәйләкәр һәм уйлап эш итә белгән заттан. Ул, бүре һымаҡ, асыҡҡан да, күҙ йомоп ташланған түгел. Был януар кешенең үҙенән көсһөҙлөгөн яҡшы белә, ололары уның ҡораллымы-ҡоралһыҙмы икәнен дә аңлай ала. Ошо урында тағы бер уҡыусыбыҙҙан килгән тарихты миҫалға килтерәм, моғайын, ҡыҙыҡлы булыр. "Һунарсы атайыбыҙ яҙ башында ике айыу балаһын алып ҡайтты. Моғайын, әсәһен өңөнән сығарып атҡандарҙыр инде. Был етемдәрҙең береһе һыйыр һөтөнә яраҡлаша алмай үлде, икенсе ҙурырағы күтәрелеп китте. Беҙ, балалар, уны сүски менән имеҙҙек. Көҙгә айыу балаһы 5-6 йәшлек балалай булып ҙурайҙы һәм арыуыҡ көслө булды. Сүскигә талашып, 10-12 йәшлек малайҙарҙы тәгәрәтеп һалып дөмбәҫләй башланы. Майға бешерелгән икмәк яратты. Бер саҡ әсәйебеҙ икмәк бешерә башлағас, ул да килеп урындыҡҡа менде. Мин өҫтәл артында икмәк ашап ултырам. Айыу балаһы өҫтәлдәге икмәккә ынтыла. Бер алып бирҙем, ике бирҙем, был һаман һорай. Табаҡты төпкәрәк шылдырып ҡуйғайным, айыу үсегеп китеп, арттан килеп минең елкәгә ҡундырҙы ла ҡуйҙы. Иҫемде юйып, өҫтәл аҫтына тәгәрәгәнмен. Айыу табаҡты алып сығып ҡасҡан. Бына ул нисек итеп проблеманы хәл итеү юлын тапҡан.
Аҙаҡ шул айыу һөттө күберәк эсеү өсөн һыйыр һауып килгән апайыбыҙға һөжүм итә башланы. Бер тапҡыр туранан-тура килеп йәбешеп, биҙрәһен талап эскән, икенсе тапҡыр йәшенеп ятҡан да, ҡапыл килеп сығып апайҙың аяҡтарын ҡосаҡлап, уны ергә йығып һалған һәм тағы ла һөткә туйынған. Өсөнсөһөндә кәртәнең ҡапҡаһы төбөнә килеп көтөп торған һәм ике биҙрә менән сығып килгән кешене ишеккә ҡыҫҡан. Теге сараһыҙҙан биҙрәһен ултыртырға мәжбүр булған.
Өйҙә үҫһә лә, ҙурая бара айыу балаһы ҡош-ҡортҡа тейә башланы һәм уны инде ҙурайып барғанында ауылдан ҡыуырға тура килде. Унда ла ҡат-ҡат килеп, аласыҡ ишеген ҡутарып асып, эстәге аҙыҡ-түлекте туҙҙырып, ҡураларҙың тәҙрәһен емереп инеп аптыратты. Эткә иҫе лә китмәй ине. Йәнен көйҙөрһәләр, тәгәрәтеп йөрөтөп туҡмай ине эттәрҙе лә. Әрләһәң йәки таяҡ менән ҡурҡытһаң, кешегә лә сәпәп ебәрергә аптырамай. Ғаиләбеҙҙе һәм күрше-тирәне ҡурҡытып алғайны инде. Мылтыҡтан атып, саҡ ҡыуып ебәрҙек. Бына шундай айыу балаһы булды беҙҙең..."
"Элек-элек" тигәнгә йәбешәбеҙ" тиһәк тә, элек халыҡ тәбиғәткә яҡыныраҡ булған, уны яҡшыраҡ аңлаған шул. Бөгөн улай түгел. Мәҫәлән, айыуҙың эңерҙән йөрөй торған януар һәм иртәгәһен төшкәсә йоҡлай икәнен бик һирәктәр генә беләлер. Иртәләп урманда йөрөгәндәр, тауышланған осраҡта, айыуҙы уята ла инде. Йоҡоһонан өркөтөп уятылған айыуҙың асыулы булыуы ла бар. Быны белеү ҙә бер һабаҡ, шулай бит?
"Айыуҙан ауыл халҡына ғына түгел, ниндәй һаҡ аҫтында булған ҡурсаулыҡ та зыян күрә, - тип һөйләй "Шүлгәнташ" ҡурсаулығы директоры Михаил Косарев. - Үткән аҙнала ғына бер йәш айыу солоҡтарға көпә-көндөҙ өс тапҡыр һөжүм итте. Уны көн яҡтыһы ла, радио тауышы ла, усаҡ та, 20 метр алыҫлыҡта йөрөгән кешеләр ҙә өркөтмәне. Саҡ ҡурҡытып ҡыуып ебәрҙек, әммә бының менән генә өмөт өҙмәҫен беләбеҙ. Бөтөн умарталыҡтарҙа ла электрлаштырылған ҡоймалар, солоҡтарға сигнализациялы датчиктар ҡуйылған. Әммә айыуҙар был ҡарауылдарҙы ла урап үтә. Бына шундай януар ул тайыш табан..."
Солоҡ һәм умарталарға һунар итеүсе айыуҙар ҙа, бурҙарҙың төрлөһө булған кеүек, "умартасы" һәм "солоҡсо" бурҙары булып махсуслаша икән. "Умартасы"лар умартаны күтәреп алып китеп, хәүефһеҙ урында ашай. "Солоҡсо"ларға ағасҡа менеп китеү генә бурыс. Икеһе лә үҙ эштәренең бөтөн нескәлектәрен һәм хәйләһен белә. Мәҫәлән, "умартасы"ның тапҡырлығын Илдар Абдуллин һөйләне. Уларҙың умарталығынан айыу умартаны күтәреп кенә алып китә лә, йылғаға тиклем ипле генә итеп алып барып, һыуға тығып тора икән. Бал ҡорттары күшегеп, тонсоғоп хәлһеҙләнгәс, асып тороп, рәхәтләнеп ҡорто-кәрәҙе менән ҡуша ялап ала. "Ярай, бер-ике умарта айыуҙыҡы инде ул, хәл юҡ", - тип ихлас ҡына килешә лә әле был хәл менән урман кешеһе.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
(Дауамы. Башы 43-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.19 | Ҡаралған: 649

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru