«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕЙӘНСУРАНЫҢ АҠЪЕГЕТЕ МЕНӘН АҠЙОНДОҘО КЕМ?
+  - 

Быйылғы көҙ яҙғы хистәргә бай булды. Яҙғы хистәр - йәшлек дәрте, йәшлек илһамы менән тулы шиғриәт, сәхнә тамашалары... Быға сәбәп иткән хәл - Мостай Кәримдең тыуыуына йөҙ йыл тулыу уңайынан республикала гөрләп үткән ижади әҙәби-музыкаль, хәтер-хөрмәт кисәләре.

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғол ауылы түрендә генә балҡып ултырған йорт - башҡорт гимназияһы бинаһы. Бынан ике тиҫтәләп йыл әүәл уны ойоштороусы һәм асыусы Мәрйәм апай Бураҡаеваның һөйөнсөләүе менән был мәктәпкә бөтә республика йәмәғәтселеге ҡыуанғайны. Унда бирелгән рухи тәрбиә һөҙөмтәһендә туған башҡорт теле һәм тыуған яҡ тарихын, ер-һыу байлығын хәстәрләп өйрәнеүсе йәш быуын үҫер, тигән яҡты өмөттәр менән сәләмләне уны республика. Быйылғы көҙ йәнә ошо уҡыу йортона юл төштө. Әйтергә кәрәк, тәртип ҡапҡа төбөнән башлана. Йыйнаҡлыҡ, таҙалыҡ, аулаҡ ҡына туған йорт һулышы һиҙелеп тора. Шулай ҙа райондан ике йөҙ илле уҡыусы йыйылып уҡыған белем усағында заманса спорт майҙаны, башланғыс синыфтарҙа уҡығандарға уйын майҙансыҡтары булмауын белгәс, бер аҙ аптырап ҡалынды. Ата-әсәһенән айырылып, район үҙәгендә аҙнаның биш көнөн үткәрергә мәжбүр булған балаларға саф һауала йөрөү ҙә, спорт менән дуҫлашыу ҙа бик мөһим бит, тигән һығымта яһап ҡуйҙыҡ.
- Башҡорт гимназияһында бөгөн "Аҡъегет менән Аҡйондоҙ" кисәһе үтә, - тип ҡаршыланы беҙҙе Иҫәнғол балалар сәнғәт мәктәбенән килеп, Башҡорт гимназияһында театр-студия етәксеһе булып эшләүсе Радмир Рәил улы Дәүләтбәков. Радмир уҡыусыларға туған телдә шиғыр һөйләү, сәхнә уйыны серҙәренә төшөндөрөү эшен һәр баланың үҙ булмышынан, үҙ эске тауышынан башлаған: "Яһалма ҡыланыу, ҡалыплашҡан штамптар менән эш итеү - беҙҙеңсә түгел, һәр театр-студияға йөрөүсе егет һәм ҡыҙ беренсе нәүбәттә үҙ тауышы, үҙ аҡылы һәм зиһененә таянып, сәхнәгә, кеше алдына сығырлыҡ, матур телмәр тоторлоҡ ҡағиҙәрҙе өйрәнә. Мин уларҙың үҙ көсөнә ышанған заманса йәштәр булып нығыныуын, гимназия тамамлағас та, үҙ фекерен әйтә, үҙ фекерен яҡлай белерлек шәхестәр булып китеүен күргем килә", - ти студия етәксеһе.
Гимназияның тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Рәмилә Айытбай ҡыҙы Солтанова менән өлкән тәрбиәсе Альбина Мөхәррәм ҡыҙы Уразаева ыҡсым ғына тамаша залына төрлө синыфтарҙа уҡыған балаларҙы йыйған. Иң тәүҙә һигеҙенсе синыф малайҙарынан торған йыр төркөмө сығыш яһаны. Гимназияның музыка уҡытыусыһы Фәнүр Ғайса улы Тоҡомбәтов уларға "Әссәләмәғәләйкүм" йырын өйрәткән. Ейәнсураның фәйләсүф шағиры Ғилман Ишкинин һүҙҙәре һәм көйө бик аһәңле яңғыраны. Ғөмүмән, был йырҙы Ейәнсура яғының халыҡ ижады, рухи ҡаҙанышы, тип әйтергә була. Тамаша залында гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла бар, улар һәр уҡыусыһының дөрөҫ дикцияһы, тасуири уҡыуы өсөн көйәрмән булып ултыра.
Мостай Кәримдең шиғырҙарын ятҡа һөйләү буйынса беренсе турҙа Ильяс Ваһапов, Аслан Дәминев, Камил Рахманғолов, Айгиз Арыҫланов, Фәҙис Хәмиҙуллин, Ильяс Йәнбәков бик матур сығыш яһаны. Улар шағирҙың һуғыш тураһындағы, фәлсәфәүи лирикаһын һайлаған. Артабан бер-бер артлы ҡыҙҙар сығыш яһай: Азалия Шәйәхмәтова, Гөлдәр Мәркәбаева, Гөлфинә Урманбәтова, Раушания Ғафарова, Гүзәлиә Ваһапова, Алтынай Ямғырова, Вәсилә Хәкимова, Айзидә Йылҡыбаева, Азалия Ишкинина, Айзилә Ғөбәйҙуллиналар өсөн Мостай Кәрим ижады бөгөн генә яҙылғандай танһыҡ һәм аңлайышлы. Улар үҙҙәренең йөрәк йылыһын, тауыш моңон ҡушып һөйләне.
Был кисәне алып барыусы һәм ойоштороусыларҙың береһе - Ейәнсура районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының етәксеһе, гимназияның китапханасыһы Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева балаларға "Оло инәй һорауҙары"н бирә башлағас, барса бәйгеселәрҙең дә дәррәү ҡул күтәргәнен күреп, ифрат шатлындыҡ. "Зирәклек булған ерҙә батырлыҡ та, матурлыҡ та булыр", тип, Шағирҙың фатиха һүҙҙәрен алға алып, бер тауыштан кисәнең төп геройҙары билдәләнде. Улар быйылғы көҙҙөң Аҡъегете менән Аҡйондоҙо - Айгиз Арыҫланов менән Гүзәлиә Ваһаповалар булды.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.11.19 | Ҡаралған: 493

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru