«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҠ ҠАҒЫҘ БИТЕНӘН УҠЫЙЫҠ!
+  - 

Гәзитебеҙҙең һәр һанын, унда сыҡҡан һәр бер мәҡәләне уҡып барам, тип кенә әйтһәм, аҙыраҡ булыр. Сөнки мин уларҙың ҡайһы берҙәрен, дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, нәҡ тә берәй фәнни әҙәбиәт һымағыраҡ итеп, диҡҡәт менән өйрәнергә тырышам. Инде күп йылдар "Киске Өфө" гәзитенең даими уҡыусыһы, шул уҡ ваҡытта уның авторҙарының береһе булып киткән кеше булараҡ, ниндәй рубрикаға айырыуса баҫым яһарға, ҡайһы авторҙың мәҡәләләренә нығыраҡ иғтибар итергә лә үҙемсә "кәлепләнеп" алғанмын инде.

Беренсенән, аҙнаһына бер генә сыҡҡан был гәзитте түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Алғас та, иң тәүҙә фәлән рубрикаға, унан икенсеһенә күсәм. Баштараҡ бәғзе бер авторҙарыбыҙҙың мәҡәләләрен эҙләй һалып алам. Мәҫәлән, Әхмәр Үтәбайҙың үтә лә үткер мәҡәләләрен яратып уҡымаған кеше юҡтыр. Тәү ҡарауҙа һис кенә лә иғтибарҙы йәлеп итмәҫтәй, ғәҙәти булып киткән тормош күренештәренән ниндәйҙер оло бер мәғәнә "һөҙөп" сығара ул. Шул хаҡта фәлсәфәләй барып, ифрат та аҡыллы берәй һығымта яһап ҡуя. Уның ифрат оҫта яҙыусылыҡ һәм журналислыҡ һәләте генә түгел, бик тәрән фекерләүсе фәйләсүф икәнлеге лә сағыла мәҡәләләрендә. "Мөхәррир һүҙе" рубрикаһына ла айырыуса иғтибар итеүсәнмен. Әле Гөлфиә Янбаеваның 44-се һанда сыҡҡан "Аҡ ҡағыҙ битенән уҡы!" тип аталған мәҡәләһен дә ҡабат-ҡабат уҡып сығыуым ундағы яҙылған аҡыллы фекерҙәрҙең иң тосораҡтарын "тотоп алыу" ниәтендә булды ла инде.
Телевидение, интернет һымаҡ сығанаҡтарҙан алған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡағыҙ битенән уҡығанымдың барыбер яҡшыраҡ "һеңә" икәнен элегерәк тә тойомлаған һымаҡ инем шул. Кемдеңдер бар хистәрен һалып яҙған яҙмаһын дөрөҫ кенә итеп аңлау өсөн бер генә ҡабат уҡып сығыу аҙыраҡ, минеңсә. Сөнки һәр уҡыған һайын бер үк мәҡәләлә ниндәйҙер берәй яңы фекер табаһың. Ана шуны үҙең элегерәк белгәндәрең менән сағыштыра килә, урыҫтар әйтмешләй, "кругозор"ыңдың тағы ла бер аҙ үҫеүенән ҡәнәғәтлек кисереп, хәтер һандығының төбөнә һалып та ҡуяһың…
Гәзиткә бирер алдынан компьютерҙа йыйылған яҙмаңды принтер аша ҡағыҙға төшөрөп, ҡабаттан уҡып алһаң, үҙең ебәргән бер килке хаталарың, етешһеҙлектәрең дә күренә һалып бара. Шулай уҡ, әллә күпме мәртәбә уҡып сыҡҡан булыуыңа ҡарамаҫтан, хатта үҙең яҙған мәҡәләләреңдең дә инде матбуғатта баҫылған, әлеге "аҡ ҡағыҙҙағы" вариантын йотлоғоп тигәндәй уҡып алған автор тик мин генә лә түгелмендер.
Башта телгә алынған мәҡәләлә, немец ғалимдарының иҫбатлауҙарына таянып, гәзит, китаптар һымаҡ "ташҡа баҫылған" яҙмаларҙы уҡыуҙың нервы системаһына, ғөмүмән, һаулыҡҡа файҙаһы булыуы хаҡында ла бәйән ителә. Ул немецтарҙың бушты һөйләмәүе лә бик мөмкин. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, икенсе төркөм инвалиды булған Арыҫланов Усман ҡайнымды хәтерләйем. Һуғыш тамамланып килгәндә, Берлин ҡалаһына етергә 40 саҡрым ҡалғас, башына немец танкыһы снаряды ярсығы тейеп, контузия алған ул. Һуғыштан ҡайтҡас, бер нисә йыл ымлап ҡына, унан тотлоға-тотлоға, ә оло йәштәргә етә килә бөтөнләйгә нормаль һөйләшә башлағайны.
Уның бына ошо ауыр йәрәхәттән шулай йүнәлеп китеүенә Аллаһы Тәғәлә ниндәйҙер сәбәп биргән. Тыл госпиталендә ятҡанындамы, әллә унан сыҡҡасмы, кемдер был яугирға һәр саҡ гәзит уҡырға кәңәш иткән! Һуғыш тамамланғандан алып, ғүмере буйы төрлө өлкә һәм район гәзиттәрен алдырып, уларҙың һәр береһен ентекләп уҡыуҙы ғәҙәт итеп алғайны ул. Уның һымаҡ күп уҡыған кешене мин, ысынлап та, бер ҡасан да күргәнем юҡ.
Ҡайным менән тәүге танышҡан көнөм бөгөнгәсә күҙ алдымда. Үҙем бөтөнләйгә башҡа совхоздан, ҡыҙын (хәҙерге хәләл ефетемде) һоратырға килгәс, ауылымдың исемен белешеп алды. "Инде-инде, егет кеше (ул саҡта әле бер аҙ тотлоға ине), һеҙ Мәмбәт ауылынан тинегеҙ бит әле. Ул ауыл, белеүемсә, Баймаҡ совхозы бүлексәһенең бер бригадаһы. Быйыл, совхозығыҙ гектарынан шунса иген урып алып, хөкүмәткә һәр һарыҡтан шунса йөн тапшырған. Иҫәндәүләтов Ҡыуандыҡ, Шәрипов Рәшит исемле алдынғы чабандарығыҙҙы ла гәзит аша беләм…" - тип мине таң ҡалдырыуы иҫемдә. Иң мөһиме: ауыр яраларына ҡарамаҫтан, туҡһанынсы йәшкә ҡарағанында, Байым ауылындағы һуғыш ветерандарының иң һуңғыһы булып был донъянан китте ул. Аллаһы Тәғәлә кемгәлер бәлә-ҡаза, йәиһә киреһенсә, берәй ниғмәт бирә икән, шуға алып барырлыҡ сәбәп тә ебәрә…
Йәшәйешебеҙгә, көнкүрешкә ҡағылышлы файҙалы мәғлүмәттәрҙең күптәрен, бына шулай, гәзит, журналдар аша алабыҙ. Шуға ла, баш мөхәррир әйтмешләй, "фәлән нәмә төгән гәзиттә сыҡты бит, күрҙеңме әле?" тигән һорауыңа ҡайһы берәүҙәрҙән: "Мин бөтөнләйгә гәзит алдырмайым", - тигән яуапты ишетеү, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, шатландырмай.
Ҡәҙерле милләттәштәрем, "Киске Өфө" тип аталыуына ҡарамаҫтан, был - милләтебеҙ гәзите! Үҙ милләтен хөрмәт иткән, яратҡан кешеләр булараҡ, уны алдырайыҡ, уҡыйыҡ, мәғлүмәтле булайыҡ, башҡаларға таратайыҡ!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 564

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru