«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯМАНДАН ЯҠШЫ ТЫУЫРМЫ?
+  - 



Бәғзе бер хәл-ваҡиғаларға, уларҙа ҡатнашҡан кешеләргә ҡарата ниндәйҙер баһа бирелгән мәлдәрҙә, ни эшләптер, бала саҡтан уҡ атайым ауыҙынан ишеткән шундай халыҡ әйтеме иҫкә төшә: "Яҡшынан яман тыуҙы тип көйөнмә, ямандан яҡшы тыуҙы тип һөйөнмә".

Ошо әхлаҡи тезис үтә ябай кеүек тойолһа ла, унда тормош диалектикаһы сағылыш тапҡан. Ә кеше тормошо бер заманда ла ҡапма-ҡаршылыҡтарһыҙ булмаған, бер яҡшыға - бер яман, тигәндәй, ошо полюстар араһында һәр кемебеҙгә үҙ урынын, үҙ юлын һайларға тура килә. Тормош тигәнең үҙе лә бик ҡатмарлы нәмә, уның асылын аңлағансы, яҡшыны ямандан айырырға өйрәнгәнсе, ошо төшөнсәләр артында торғандың йоғонтоһон татып-тәмләп ҡарамайынса, башҡаларға ла, үҙ-үҙеңә лә объектив баһа бирә алыу ситенерәктер ул. Ә әхлаҡи баһалар айырым кешегә генә ҡағылмай бит, һәм һәр кеше өсөн айырым үлсәм, боронғосараҡ әйткәндә, айырым бизмән дә юҡтыр: йәмғиәт һәр ҡайһыбыҙҙы дөйөм, барыбыҙға уртаҡ булған үлсәменә ярашлы баһалай. Йәшәйештең иң сетерекле яғылыр ул әҙәми затҡа әхлаҡи баһалар биреү.
Әҙәм балаһы йә яҡшы, йә яман булып тыумай. Бәпескә әхлаҡи баһа биреп тә булмай, уның киләсәге башҡалар өсөн ҡараңғы. Эйе, намыҫлы, изге эштәре, таланты һәм аҡылы менән билдәле кешеләрҙең нәҫел-нәсәбен затлылар рәтенә индерәбеҙ. Әгәр ошондай ғаиләләрҙә тәрбиә алғандар арҙаҡлы ата-бабалары юлын һайлай икән, алма ағасынан йыраҡ төшмәй ул, тип баһаларға күнеккәнбеҙ. Тик гелән генә шулай булып тормай икән: үҙ нәҫел-нәсәбен һанға һуҡмағандар, хатта яман юлға баҫҡандар ҙа осрай баһалы ғаиләләрҙә. Хатта һуңғы йылдарҙа "алтын йәштәр" тигән атама ла барлыҡҡа килде.
Ата-әсәләренең байлығынан файҙаланып, һис бер тырышлыҡ, бер ниндәй яҡшы эш күрһәтмәйенсә, әхлаҡ талаптарын бар тип тә белмәйенсә, "типтереп" йәшәүсе һороғорт быуын хаҡында шулай тиҙәр. Яҡшынан яман тыуҙы, тип, тураһын әйтергә тура килә был осраҡта. Әллә яҡшы тигәнебеҙ тышҡы бер ялтырауыҡ ҡына булманымы икән?
Балаларының ошондай яманатлы булыуына ата-әсәләре лә яуаплы түгелме ни? Беҙгә иҫ киткес матур булып күренгәндең дә эсе ҡортло булыуы бар бит. Төп-төҙ, шып-шыма булып күренеп, ҡарар күҙгә ҡоростай ныҡ тойолған ағастың да үҙәге серек була ҡай саҡта. Яман эсле, шаҡшы хисле бәндәләр ҙә изгелек аңҡып торған мөхиттә яралмай ул. Асылы яман булғандарҙы изге һанап яңылышыуҙар аҙ булғанмы ни тарихыбыҙҙа? Генсек Иосиф Сталиндың имәнес образы ғына ни тора! Йәш сағында дини семинарияла ла уҡыған ул, изгелек һәм яуызлыҡ хаҡындағы тәғлимәтте лә ҡат-ҡат туҡығандарҙыр үҙенә. Уның большевиктар партияһы файҙаһына ҡаҙна талаусы боевик булып китеүе лә ошо кешенең демоник фиғеленә тап килә: үҙҙәре изге, тип атаған маҡсатҡа өлгәшеү юлында һис бер ғәйепһеҙ йәндәрҙе ҡыйыу ябай бер сара ғына ундай кешеләргә. Ер шарында ожмахҡа тиң тигеҙлек һәм ғәҙеллек йәмғиәтен төҙөүселәр үлтереш юлына баҫа, ошо мөхиттә башҡа берәүҙең ғүмере һуҡыр бер тингә лә тормай, "изге" маҡсатҡа табан барған юлда миллионлаған кеше ҡорбан ителә. Шул уҡ ваҡытта тере кешеләрҙе коммунизм аллаһына ҡорбан итеүселәр изгеләрҙән-изге шәхес, тип бар донъяға иғлан ителә. Ә тере кумирға әйләндерелгән Сталин үҙенә яҡынлаштырылған дуҫ-иштәрен дә һис бер икеләнеүһеҙ һәм аяуһыҙ ҡорбан итеүҙән туҡтамай. Ҡорбан килтереүгә тик ул үҙе үлгәс кенә аҙмы-күпме сик ҡуйыла. Ошо шайтан рухлы әҙәмде әлегә тиклем ололап, уның портрет-иконаларына табынып йөрөүселәр бер хәҡиҡәтте аңлай алмай: ямандан изгелек тыуыуы мөмкин түгел ул. Тарихтың шартлы һөйкәлеше булмай, әммә Сталин кеүек бөйөк яманлыҡ әһеле ил башында тормаһа, XX быуаттың һуңғы оло ҡырылышында ла ҡорбандар ул тиклем үк ҡот осҡос кимәлгә етмәҫ ине. Әммә бында кешелектең тағы ла бер әшәке шайтан-демоны - Адольф Гитлер исемен йөрөткән әҙәми зат та үҙ ролен ахырынаса башҡара, ә уны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заманында классик музыка һәм философия тыуҙыра алған немец халҡы үҫтергән.
Ошо хаҡта уйланғанда талантлы замандашыбыҙ, шағир Рәми Ғариповтың "Табыныу" поэмаһында кешелеккә саҡырыу кеүек яңғыраған шиғри ораны иҫкә төшә:

"Был вәхшәтте
Тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар,
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа,
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!"

Күрәһең, әҙәм балаларына васыят итеп ҡалдырылған үтә боронғо бер ҡағиҙәне һис бер тайпылышһыҙ үтәү мотлаҡтыр: "Үҙ-үҙеңә кумир булдырма!" Был талап айырым кешеләргә генә түгел, бар халыҡҡа, тотош йәмғиәткә лә ҡағылалыр. Юғиһә, Рәсәй тигән киң мөхиттә кумирҙарҙың ниндәйе генә булманы һәм әленән-әле тыуып ҡына тора: батшалары, генсек-президенттарынан алып "закондағы бур"ҙарына тиклем үҙҙәренә үҙҙәре тере саҡта уҡ һәйкәл һалдырырға маташа улар. Тик шуныһы: кумир теге донъяға китеп тә өлгөрмәй, ул аяуһыҙ фаш ителә торған затҡа әүерелә беҙҙә.
Шулай ҙа фани донъябыҙҙа яуызлыҡтан изгелек алдараҡ йөрөй, беренсеһенә ҡарағанда икенсеһен өҫтөн күреүселәр ҙә етерлектер, яман әҙәмдәрҙән яҡшылыҡҡа ынтылыусылар ҙа күберәктер. Ошоға ышанып йәшәйбеҙ. Ә кеше тормошо физика фәнендәге ябай механик хәрәкәт кеүек булмай, уға яманлыҡтан арынып, аҙым һайын осрап торған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы үтеп, нәфсе ҡотҡоһон еңеп, башҡалар иҫәбенә йәшәргә ынтылыуҙан ваз кисеп йәшәү фарыз.
Яман юлға баҫҡандың да тәүбәгә килеү мөмкинлеге бар, тәүҙәрәк, аңды-тоңдо белмәйенсә ҡылған аламалыҡтарын танып, уларҙан тик яҡшы, изге тип һаналған ғәмәлдәр аша ҡотола алыу сараһы бар ошо донъяла. Быны кеше өсөн кеше эшләй алмай, барыһы ла һәр кемдең үҙенән тора. Шуның өсөн дә яҡшы заттарҙан яман тыуҙы, тип көйөнөп кенә бер ни эшләп булмай: ундайҙарҙы ярҙан эткәнсе, мөмкинлек бар хәлдә, ярҙам ҡулы һуҙыу зарур.
"Урал батыр" тигән эпосыбыҙҙа ла һәр ҡайһыбыҙға һабаҡ итеп бирелгән мәңгелек аманат булғанын онотмайыҡ, туғандар: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ!"

Бәҙри ӘХМӘТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 519

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru