«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАТАЛАР ӨҪТӨНДӘ ЭШ
+  - 

Кешелек һәр ваҡыт хаталар өҫтөндә эш эшләп үҫешә торғандыр. Шулай уҡ хаталар өҫтөнә баҫып хаталар эшләү ҙә ғәҙәти күренеш.

Ябай ғына бер миҫалды алайыҡ. Нисәмә йылдар көрәшәбеҙ Өфөлә алтаҡталар, баннерҙар, урам исемдәрендәге, туҡталыштарҙағы атамаларҙа киткән хәреф хаталарына ҡаршы. Әммә ул хаталар кәмемәй һәм был көрәш мәңге тамамланмаҫ бер ҡуласаны хәтерләтә. Ярай ҙа, ул хаталарҙы төҙәтеүселәр бар. Өфөлә, мәҫәлән, ул етешһеҙлектәр башҡорт теле уҡытыусыларының, башҡорт филологияһы факультеттары студенттарының, ғөмүмән, туған телен яҡшы белгән башҡа кешеләрҙең иғтибар үҙәгенән ситтә ҡалмай. Улар ҡайҙа ниндәй хаталы яҙыуҙар күреүе тураһында беҙҙең редакцияға ла, баш ҡала райондары хакимиәттәрендәге терминология төркөмдәренә лә шылтыратып хәбәр итеп тора. Өфө ҡала округы хакимиәте ҡарамағындағы "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре" тураһындағы БР законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ағзалары иһә аҙнаһына ике тапҡыр йыйылып, предприятие, ойошма һәм учреждениеларға атамалар, эш режимдары күрһәтелгән алтаҡталарҙың, бланктар, башҡа текстарҙың дәүләт телдәрендәге дөрөҫ яҙылышын тикшерә, ярҙам итә. Комиссияның был көндәрҙә үткән сираттағы ултырышында баш ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова хәбәр итеүенсә, быйылғы ун айҙа ғына комиссия ике меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, шуларҙың 425-е яңынан эшләү өсөн кире ҡайтарылған.
Әммә ҡалабыҙҙы йәмһеҙләүсе, әҙәм көлдөрөүсе хаталар өҫтәлеп кенә тора. Кемдер хакимиәттәрҙәге дәүләт телдәрендәге дөрөҫ яҙыуҙарҙы контролләүселәргә мөрәжәғәт итеп тормай, үҙ коллективында эшләгән "тел белгестәре" тәржемәһе менән генә ҡәнәғәтләнә. Һөҙөмтәлә ошондай яҙыуҙар барлыҡҡа килә лә инде: "Разливные напитки" - "Эсемлек түгелеп", "Роддом №4" - "Тыуырға № 4-се", "Аҙыҡ-түлек" иһә "азык-түлек" булып китеп бара. Бигерәк тә пассажирҙар ташыусы шәхси автобустарҙағы башҡортса яҙыуҙарҙы берәү ҙә аңларлыҡ түгел. Ә бына дәүләт ҡарамағындағы пассажирҙар транспорты һуңғы ваҡытта башҡорт телендәге маршрут яҙыуҙары менән генә түгел, ә дикторҙарҙың туҡталыштарҙы дөрөҫ башҡорт телендә иғлан итеүҙәре менән дә ҡыуандыра.
Әйткәндәй, республика буйлап йөрөгәндә төрлө атамаларҙағы, баннерҙарҙағы хаталарға төртөлөп, район-ҡала хакимиәттәрендәге терминология, топонимия комиссияларының эшләү-эшләмәүе менән ҡыҙыҡһынырға тура килгәне булды. Күберәк ундай комиссияларҙың эше һүлпәнләнеп ҡалыуы тураһында ишеттек. Ошо уҡ тәнҡит беҙҙең республика Хөкүмәте эргәһендәге "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре" тураһындағы БР законын тормошҡа ашырыу буйынса комиссияға ла ҡағыла. Атамаларҙағы хаталарҙы төҙәтеү эше тотош республикала һүрелеп ҡалыуына был да сәбәпсе, тип уйланыла. Юҡҡа ғына V Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостан Хөкүмәтенә ошо комиссияның эшен яңыртыу, әүҙемләштереү, камиллаштырыу тураһындағы тәҡдим ҡат-ҡат яңғырамағандыр. Ул тәҡдим Ҡоролтай ҡабул иткән резолюцияға ла индерелде.
Ҡыҫҡаһы, Өфөнән генә түгел, башҡа район-ҡалаларҙағы битараф булмаған уҡыусыларыбыҙҙан да төрлө алтаҡталар, баннерҙар, атамаларҙағы хаталарҙы сағылдырған фотолар, сығыштар көтәбеҙ.

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 645

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru