«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙЛЫ ХАЛЫҠ ВӘКИЛДӘРЕ ҠУРАЙ ДАНЫН ЯУЛАНЫ
+  - 

"Ҡумыҙ бейетмәй, моңо бейетә" тигәндәй, берәү илтифат һалып башҡарған эш кенә башҡалар күңеленә ауаздаш була ала. Тормошта моңдаш дуҫ-иште лә, күңелгә ятырҙай шөғөлдө лә табыуы еңелдән түгел. Ә бына "Ҡурай" телеканалы хеҙмәткәрҙәренә был тәңгәлдә көнләшерлек: уларҙың яратып башҡарған эшен баһаларлыҡ бөтөн донъянан йыйылған моңдаш тамашасылары бар. Республиканың берҙән-бер башҡортса музыкаль телеканалы барлыҡҡа килеүгә 10 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған "Ҡурай даны" беренсе милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһы ла быны асыҡ сағылдырҙы.

"Ҡурай даны" беренсе милли телевизион премияһына лайыҡлы шәхестәрҙе билдәләү 2018 йылда уҡ башлана һәм унда үҙ эшенең оҫтаһы булған 70 ҡатнашыусы төрлө номинациялар буйынса көс һынашырға ризалыҡ бирә. Улар тураһында йыл дауамында "Ҡурай" телеканалында йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы һүрәтләмә-тапшырыуҙар күрһәтелә, ә иң-иңдәрҙе билдәләргә телевизор ҡараусыларҙың смс-хәбәрҙәре ярҙам итә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, иғлан ителгән ун номинация буйынса өлгө алырҙай замандаштар араһында бәйге бик көсөргәнешле бара, тауыштар минут-секунд һайын үҙгәреп тора.
- Милли телевизион премияны эшендә, яҙмышында ҙур ҡаҙаныштарға, еңеүҙәргә ирешкән замандаштарыбыҙға тапшырабыҙ. "Ҡурай даны"нда ҡатнашҡан һәр береһе беҙҙең аралағы геройҙар, улар барыһы ла айырым бер китапҡа, бер сюжетҡа лайыҡ кешеләр, тип әйтә алам. Сөнки улар эштәре, тормоштары менән өлгөлө, көслө шәхестәр, - тип билдәләй "Ҡурай" телеканалы директоры Рита Өмөтбаева. - Тәүлек әйләнәһенә башҡорт телендә тапшырыуҙар, үҙебеҙҙең йыр-моңдар алып барылыуы "Ҡурай" телеканалының ҙур уңышы, беҙ шуны һаҡлап ҡалдыҡ һәм үҫтерергә бурыслыбыҙ. Киләсәккә маҡсаттар һәм атҡараһы эштәребеҙ ошо юҫыҡта буласаҡ.
"Ҡурай даны" тантанаһы "Ер кешеһе" номинацияһында билдәләнгән еңеүсене асыҡлауҙан башланып китте. Оҙаҡ йылдар республиканың ауыл хужалығын күтәреү өсөн тырышып эшләгән ир-егеттәрҙең барыһы ла маҡтауға лайыҡ ине, әлбиттә. Шулай ҙа тамашасылар биргән тауыштарға ярашлы, Әбйәлил районының Әүнәш ауылынан Уразбай Юлдыбаев еңеүсе тип табылды. Ул тантана кисәһенә хәләле Зөлфиә Фаварис ҡыҙы менән килгәйне. Улар 30 йылға яҡын игенселек эшенә дәрт-дарманын һалып эшләй. "Фермерлыҡтар ойоштора башлағандан бирле, 1992 йылдан үҙ хужалығыбыҙҙа эшләйбеҙ. Ерҙе ҡуртымға алып, бойҙай, арпа, һоло культураларын сәсәбеҙ, былтырҙан етенгә күстек. Алған уңышты Магнитогорск ҡалаһына һатабыҙ, хәҙер үҙебеҙҙең Әлмөхәмәт ауылындағы элеватор яңынан эшләй башланы, шуныһы ҡыуаныслы. Районда буш ятҡан сәсеүлектәр күп, фермерҙарҙы аукцион ҡурҡыта", - тине Уразбай Насип улы һөйләшкәндә.
"Ҡурай даны"ның "Миһырбанлы ғаилә" номинацияһына Баймаҡ районы Йәнйегет ауылынан 13 бала тәрбиәләгән Фәниә һәм Азамат Ҡарабаевтар ғаиләһе, Балаҡатай районы Йәркәй ауылынан Әлфинә һәм Кәрим Хәкимовтарҙың ишле ғаиләһе лайыҡ булды. "Ҡул оҫтаһы" номинацияһында Өфөнән Ләлә Камалетдинова билдәләнһә, "Ижади ғаилә" тип Бишбүләк районынан Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар, "Йыл меценаты" тип Баймаҡ районынан Илсур Нәбиуллин, "Иң шәп клип төшөрөүсе" тип Өфөнән Батыр Ғәлимов табылды. "Эшлекле ханым" премияһы Өфө ҡалаһы эшҡыуарҙары Лилиә Сабитова һәм Гөлсәсәк Әлибаеваға бирелде. "Йыл йырсыһы" һәм "Ҡәләм оҫтаһы" номинациялары буйынса ла икешәр еңеүсе һайланды: моңло йырҙары менән телевизор ҡараусыларҙы хайран иткән Баймаҡ районынан Алмас Хөсәйенов һәм Илештән Айҙар Рәҡипов, популяр замандаш әҙиптәр Айгиз Баймөхәмәтов һәм Гөлнур Ҡыуатова. "Һөнәр оҫтаһы" номинацияһы буйынса иң яҡшыларҙы билдәләгәндә телевизор ҡараусылар бер тауыштан республиканың алыштырғыһыҙ дикторы булған Әхәт Мортазинға күпселек тауыштарын биргән. Ҡыҙғанысҡа күрә, "Ҡурай даны" премияһының көмөш ялатылған миҙалы һәм дипломы эйәһен һуңлабыраҡ эҙләп тапты. Был номинацияла шулай уҡ Шишмә районынан Рәхилә Ғәлимова билдәләнде, ул ғүмер буйы почта ташыусы булып хеҙмәт иткән көслө рухлы һәм үтә лә егәрле ханым. "Яйлап ҡына эшләп йөрөгән ерҙән дәртләндереп ебәрҙе был конкурс, яңы үрҙәргә этәргес бирҙе. Халыҡтың оло баһаһы иңдәргә яуаплылыҡ өҫтәһә, эшебеҙҙе күреүҙәре күңелдәрҙе үҫтерҙе. "Ҡурай даны" премияһының әһәмиәте замандаш милләттәштәрҙе танытыуҙалыр", - ти "Эшлекле ханым" номинацияһында бүләкләнгән "Башбланкиздат" компанияһы директоры Гөлсәсәк Әлибаева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ҡурай даны" беренсе милли телевизион премияһын тапшырыу тантанаһына моңдаш ҡына түгел, халҡыбыҙ һәм республикабыҙ таянысы булырҙай милләттәштәр килде. Телеканал хеҙмәткәрҙәренең "Ҡурай халҡына дан!" тигән ауазы меңдәрҙе үҙ көйөнә бейергә, үҙ йырын йырларға этәреүен күрҙек. Уларҙы берләштергән "Ҡурай" каналы тағы ла тиҫтәләгән йылдар рухиәтебеҙҙе йыр-моң, мауыҡтырғыс тапшырыуҙар һәм ҡыҙыҡлы ярыштар, мәртәбәле саралар аша күңелдәргә еткерә тороуын теләйек.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 474

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru