«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫҠ ЭС!
+  - 

Әгәр ябығырға кәрәк булһа нимә эшләргә? Күнекмәләрҙән һуң яңынан көс ҡайтарыу өсөн нимә эсергә? Көндө нимәнән башларға? Уны нисек тамамларға? Бының өсөн һеҙгә тик бер стакан ҡатыҡ эсеү кәрәк.

Изге урын буш булмай, был шулай уҡ беҙҙең табындарға, туҡланыу ғәҙәттәребеҙгә лә ҡағыла. Егерме йыл элек илебеҙгә Көнбайыш илдәренән сағыу һауыттарға тултырылған әсетелгән һөт ризыҡтары эркелә башланы. Беҙҙә инде элек-электән был яңы продукттарҙан күпкә өҫтөн торған һөт ризыҡтары булды. Әгәр ябай "әсетелгән" һөт ризыҡтарында 1-2, ә яҡшы осраҡта 3-5 файҙалы бактерия булһа, ҡатыҡта 22 төргә тиклем файҙалы микроорганизмдар бар. Ҡатыҡ башҡа ризыҡтарға ҡарағанда ни тиклем файҙалы икәнен күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ инде шунан. Шуны ла иғтибарға алығыҙ: беҙ бөтәбеҙ ҙә төрлө, бер организм да икенсеһенә оҡшамаған. Нәҡ ҡатыҡ эскәндә һәр кемдең ашҡаҙан һәм эсәктәре үҙенә кәрәккәнде генә һоҫоп ала, сөнки һайлап алырлыҡ мөмкинлектәр бар. Был Рәсәй Медицина фәндәре академияһының күп төрлө тикшеренеүҙәрендә иҫбат ителгән.
Ҡатыҡ файҙалы микрофлораны һаҡлай. Әгәр һеҙ антибиотиктар ҡулланаһығыҙ икән, организмдан шлактарҙы ла сығарыр. Әгәр ҡатыҡты даими рәүештә эсеп торһағыҙ, матдәләр алмашыныуы яҡшырыр. Егерме төрҙән ашыу файҙалы микроорганизм ҡайһы бер ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын барлыҡҡа килтереүселәрҙе үлтерә. Ҡатыҡ иммунитетты нығытырға, хроник арыу синдромдарынан һәм тештәр боҙолоуынан ҡотҡарырға һәләтле.
Ул ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуға ярҙам итә һәм эсәк көбөнөң тартылыуын көсәйтә, беҙҙең организмға кальций, тимер, D витаминын үҙләштерергә, ҡиммәтле микроэлементтар юғалыуын ҡаплап, һыуһыныбыҙҙы баҫырға ярҙам итә. Бына ни өсөн ҡатыҡты эҫелә лә, үтә ауыр эштән һуң да, әүҙем күнекмәнән һуң да эсһәң яҡшы була. Бигерәк тә "тере" ҡатыҡ етештереүселәр күптән инде ҡулланыусылар теләген үтәп, үҙҙәренең продукттарын кәрәкле өҫтәмә витаминдар менән тулыландырҙы. Ә аминокислоталар һәм A, D, E витаминдары һөткә ҡарағанда ҡатыҡта күберәк!
Был файҙалы ризыҡ көсһөҙләнгән балансты яңынан тергеҙергә ярҙам итә. Күҙ алдына килтерегеҙ: ҡатыҡ протеинлы коктейль һәм бер нисә таблетка витамин менән пробиотик кеүек үк файҙалы. Әгәр һеҙ үҙегеҙҙең рационығыҙҙа үтә файҙалы булмаған бер ризыҡты ауыл ҡатығына алмаштырһағыҙ, бер айҙан һуң йөҙөгөҙҙә лә, билегеҙ тирәһендә лә һиҙелерлек һәм күренерлек һөҙөмтә күрерһегеҙ!
Ни өсөн беҙ "тере" ҡатыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алып үттек? Ул "үле"лә буламы ни? Була! Эш шунда, етештереүселәр тере ҡатыҡ культураларын төҙөлөшө буйынса микрофлораларға ярлы ҡоро әсеткегә алмаштыра. Яҡшы аш һеңдереү һәм ваҡытынан алда ҡартайыуҙан һаҡлау өсөн беҙҙең организмға кәрәк булған ундағы бактерияларҙың бер нисә төрө асыҡтан-асыҡ етмәй. Әйткәндәй, бындай "үле" продукттар ҡатыҡ исемлегенә инмәй. Файҙалы ризыҡты айырыр өсөн башҡа ысулдар ҙа бар. Беренсенән, һаҡлау ваҡыты: "тере" ҡатыҡ ике аҙнанан артыҡ һаҡланырға тейеш түгел. Икенсенән, ысын тере ҡатыҡ еңелсә күбекләнә. Рәсәйҙә дөрөҫ "тере" ҡатыҡ сығарыусы етештереүселәр бөтөнләй әҙәйҙе. Моғайын, был бер нисә төбәк һөт заводтарында ғына һаҡланып ҡалғандыр. Нәҡ шундай тере ҡатыҡ, йәш айырмаһына ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә файҙалы һәм осһоҙ туҡланырға мөмкинлек бирә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 555

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru