«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЙЫШТАБАН ТУРАҺЫНДА ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 



Бөрйән айыуының намыҫын яҡлап

Бөрйән яғында борон-борондан "ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм итеүсе айыу" тураһында легенда йәшәй. Уны бала саҡта мин дә ишеттем. Һәм ошо дәлилләнмәгән хәбәр, халыҡ телендә йөҙ төрлөгә әүерелеп, беҙҙең көндәргәсә килеп еткән. Әле айыуҙар тураһында мәғлүмәт туплай башлағас, хатта коллегаларым араһынан да "Ҡыҙҙарға "бәйләнеүсе" айыу тураһында ла белеш әле" тип ҡыҙыҡһындылар. Һораша торғас, был мәғлүмәтте "Әбделмәмбәт ауылынан Илдар Абдуллин белә" тигән сер йүкә телефон аша килеп етте. Һәм ағай беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне.
- Ундай айыу Бөрйәндә ысынлап та булған! Тик - иғтибар: айыу Бөрйәндеке лә, бөтөнләй был яҡтыҡы ла түгел. 1951 йылда Саратовмы, Мәскәүме өлкәһендәге зоопарктан бер айыу ҡаса. Айыу башта тикшереү, тәжрибәләр үткәреү үҙәгендә тотолған, аҙаҡ, шул кәрәге бөткәнлектәнме инде, зоопаркка бирелә. Ул һары ала, ҙур кәүҙәле ата айыу була. Шул януар Ырымбур аша Башҡортостан яғына сыға. Юлында шул Саратовмы, Мәскәүме яғында ла ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәләфләй, Ырымбурҙа ла был осраҡтар теркәлә. Килә-килә, Бөрйән урмандарына юлыға ла, Янһары ауылында бер ҡатын-ҡыҙҙы әхәзләп ҡуя. Ул йылдары Бөрйәндә ағас эше, леспромхоз, сайыр ағыҙыу, һал ағыҙыу алға киткән була. Төрлө яҡтан кешеләр, бигерәк тә һуғыштан һуң йәш ҡыҙҙар килеп хеҙмәт итә. Был эшселәр бөгөнгө Бәләкәй Ҡыпсаҡ (элекке Кардон) тигән ауылда ята. Әлеге яуыз айыу тураһындағы хәбәр шундуҡ бөтә яҡҡа ла тарала, әлбиттә, ҡыҙҙар ҡурҡа, шунлыҡтан ҡыҙҙар бригадаларына ҡораллы һаҡтар ҡуйыла. Ул арала Нәби ауылынан бер апай улы менән теге януарға тап була. Малай әсәһен ағасҡа мендереп өлгөрә лә, үҙе януар тырнағына эләгә. Айыу баланы әсәһенең күҙ алдында йолҡҡолап ташлай. Әсәй кешенең сәстәре ап-аҡ булған була, тип һөйләйҙәр.
Ҡарағасйорт йәйләүенән Бертеш аҡланына сығыр саҡтағы бер ерҙә сайырсы ҡыҙҙар ял итә. Шул көн сайыр йыйырға Кардонға эшкә килгән ҡыҙҙар Клара, Һәҙиә, Мәүлиха, Оҙон Мәҙинә, Өммөкамал апайҙар һәм тағы ла Берлек, Аралбай ауылынан өс ҡыҙ була. Шуларҙың араһынан бөгөн Байназар ауылынан 1931 йылғы Һәҙиә апай ғына иҫән (1951 йыл сайыр һыҙыусыларҙың мастеры булып Сәлихов Мөхәмәҙиә апа (1905-се йылғы Яуымбай ауылыныҡы), ә лесник булып Сәлихов Мөхәмәҙиә апаның улы Сәлихов Ғәлийән ағай эшләгән булған). Ут яғып, сәй ҡайнатып эскәндән һуң, шаярышып-көлөшөп ултырған ҡыҙҙар үлән араһынан нимәлер шыуышҡанын шәйләй шәйләүгә, тик уларҙы мылтыҡ тотоп һаҡлап йөрөгән Һарағы ауылы Яхин Рәхимйән икән тип уйлайҙар. Араларынан берәүһе тикшереүсе Мөхәмәҙиә ағайҙыр, бәлки, тип: "Әйҙә, эшкә тотонайыҡ, Мөхмәҙиә ағай асыуланыр", - тип тауыш бирә. Башҡалары: "Эй, ағайға берәй сәкүшкә тотторһаҡ, әрләмәй ул",- тип шарҡылдап көлөшә. Бары һуңғы мәл генә улар был йәшеренеп яҡынлашыусының Рәхимйән дә, Мөхәмәҙиә лә түгел, ә айыу икәнен аңғарып ҡала. Ҡыҙҙар сарылдашып тороп ҡаса. Байназар ауылынан Өммөкамал (Һултанғәле менән Өммөъямалдың ҡыҙы) ҡасып барышлай итегенә абына һәм айыу уны арттан килеп ҡосаҡлап та ала. Ҡасыусы ҡыҙҙар әхирәттәренең айыу ҡулына эләгеп ҡысҡырғанын ишетә, күрә, әммә кем ул хәлдә ярҙам итә алһын? Ҡыҙҙар сарылдашып лагерға йүгереп барып етә. Ирҙәр мылтыҡ менән барып етеүгә, айыу ҡанға туҙған ҡыҙҙы ҡосаҡлап ялап ултыра, ти... Ирҙәрҙе күргәс, айыу ҡыҙҙы ташлап ҡасып китә. Яралы ҡыҙҙы Байназарға дауаханаға алып баралар, ул шунда йән бирә. Белореттан килгән Малахова тигән врач мәйетте тикшерә һәм ҡыҙҙың айыу тарафынан көсләнгәнлеген йәки шул теләк һөҙөмтәһендә тәләфләнгәнен теркәй. Ул да бик тетрәнә, "Айыуҙың бысрағынан йыуып-таҙалап, үҙ тәртибегеҙ менән ерләп ҡуйығыҙ инде" тигән үтенес тә белдерә (былар ҙа мәрхүмәнең ҡустыһынан ишетелгән һүҙҙәр).
Хәҙер был йыртҡыс тураһындағы хәбәр Өфөгә барып етә, төрлө яҡтан оҫта һунарсылар йыйыла. Өс-дүрт көн буйы күмәкләп айыуға һөжүм бара. Дүртенсе көн тигәндә генә тегене атып алалар. Айыуҙы Өфө һунарсыһы атҡан, тигән мәғлүмәт нығынһа ла, ысынында, айыуҙы Ҡарабаш тауы янында, Әбделмәмбәттән Халип менән Ишбулды тигән ир-уҙамандар үлтерә. Улар мылтыҡты беҙҙең геройыбыҙ Илдар Абдуллиндың атаһынан алып торған була.
Айыуҙың ысынлап та ала-һары булыуын күрә шунда шаһиттар. Уның кәүҙәһен Өфөгә алып китәләр һәм шунда ғына бының башта һөйләгән ҡасаҡ булыуы асыҡлана. Был хәлдәрҙән һуң Һәҙиә апай ҡурҡышынан ауырып китә. Әсәһе ҡот ҡойоп, өшкөрә-өшкөрә саҡ кеше итеп ала. Ана шул Ҡарағасйорт менән Бертеш араһындағы хәлдең берҙән-бер шаһиты ул бөгөн. Ә был ваҡиғаны беҙгә мәғлүмәт биреүсегә Һәҙиә, Клара апайҙар һәм айыу ҡулына эләккән Өммөкамалдың бер туған ҡустыһы Тажитов Бейеш ағай ҡара-ҡаршы ултырып, үҙ телдәре менән һөйләп ҡалдыра.
Ә Бөрйәндә ҡатын-ҡыҙға һунар итеүсе айыуҙар бер заман да булмаған һәм юҡ. Был тәңгәлдә Бөрйән айыуҙарының намыҫы таҙа. Әлеге йыртҡыс айыу ҙа шулай булып тыумаған, ә әҙәмдәрҙең ҡулында әсирлектә тороп, бәлки, ниндәйҙер тәжрибәләргә дусар булыуҙан, бәлки, башҡа сәбәптәрҙән ошондай сирлегә әүерелгәндер. Зоопарктарҙа ла бит циркта эшлектән сыҡҡан айыуҙар йөрөй, уларҙың алйыуҙың сигенә сығып, үҙ баштарын үҙҙәре стенаға бәргәнен күреп, йәнем әрнегәне бар. Әҙәм йәнһеҙлеге шулай кейек ҡанһыҙлығына сәбәпсе булып та ҡуя...

Йомғаҡлап

Урман-тау халҡы ғүмер буйы айыуҙар менән йәнәш йәшәгән һәм бер-береһенә ниндәйҙер кимәлдә зыян да, файҙа ла итеп ғүмер һөргән. Айыу ул яҡтарҙың, тояҡлыларҙан ҡала, иң ҙур януары һәм уны "зыянлы йәки ҡурҡыныс" тип кенә юҡ итеп булмай. Януар беҙҙең кеүек үк тереклек ағзаһы һәм урманда йәшәүгә уның хоҡуғы беҙҙекенән дә юғарыраҡтыр әле. Нимә генә тигәндә лә, беҙ - кеше, ә ул кейек, шунлыҡтан, һаҡланыу һәм хәүефһеҙлек булдырыу сараһы үҙебеҙҙең яуаплылыҡта. "Һандуғасһыҙ тал тал түгел" тип йырланған йырҙағылай, мин дә, бөрйәнсә һере генә тамамлайым әле: айыуһыҙ урман урман буламы!..
...Ә ошо мәҡәлә өсөн мәғлүмәт биреүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.
(Аҙағы. Башы 43-44-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 485

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru