«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮҘЕНӘ ҺЫУҺАП ЙӘШӘЙБЕҘ
+  - 

Милләтебеҙҙең күренекле улы, билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағиры, драматургы һәм тәржемәсеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат ордены кавалеры, Мифтахетдин Аҡмулла, Һәҙиә Дәүләтшина, Сергей Чекмарев исемендәге премиялар лауреаты Ғәзим Ғәзиз улы Шафиҡовтың тыуыуына 80 йыл тулды.

Йыш ҡына Ғәзим Шафиҡов ижады хаҡында һүҙ йөрөткәндә уның шағир-публицист булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алалар. Был аңлашыла ла, сөнки шағирҙың иң уңышлы эшләгән, арыу-талыу белмәй яҙышҡан һәм сығыш яһаған сағы нәҡ үткән быуаттың һикһәненсе һәм туҡһанынсы йылдарына, йәғни оло үҙгәрештәр менән оҙатылып килгән киң билдәлелек йылдарына тура килә. Тап ошо осор шағирҙарҙан публицист булыуҙы ла талап итте лә инде.
Беҙ, йәштәр, йыш ҡына үҙ-ара һөйләшкәндә Ғәзим ағайҙы рингка сыҡҡан боксер менән сағыштыра торғайныҡ. Ғүмеренең аҙағында уның боксерҙар сиренә - паркинсонға дусар булыуы ла осраҡлы түгелдер. Совет режимының иң дәһшәтле йылдарында золомға һәм башҡа төрлө йәберләүҙәргә дусар булған, исемдәренә ҡара яғылған шәхестәребеҙ хаҡында тәүге ғәҙел һүҙҙе әйтеүселәрҙең береһе булды шағир. Һәҙиә Дәүләтшина, Шәйехзада Бабич, Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғолов, Муса Мортазин, Төхфәт Йәнәби һ.б. хаҡында Башҡортостан радиоһы аша һөйләүсе лә, гәзит-журналдарға яҙып сығыусы ла Ғәзим Шафиҡов. Уның һүҙенә һыуһап йәшәйбеҙ хәҙер. Һүҙемде рухына бағышлаған шиғырым менән тамамлайым:

Ғәзим ағай

"Ҡабырғаға - элмәк..." тигәнеңде
Уҡығанда һәр саҡ йән зымбырҙай.
Аңлағанда ошо хәҡиҡәтте
Шартламаның нисек, Ғәзим ағай!

Туҡһанынсы йылдар ялҡындары
Үтте, заман хәҙер әллә ҡалай.
Тауышыбыҙ өнгә сарсағандай
Һағынабыҙ һине, Ғәзим ағай!

Иҫебеҙҙә ғәййәр саялығың,
Хәҡиҡәтте даулап уҡталғаның.
Һәләк булғаныңдан шуны белдек -
Яугир юҡта көрәш туҡталғанын.

Әммә һин ҡабыҙған рухи ялҡын
Ойотмаҫ та беҙҙе, йоҡлатмаҫ та.
Исемдәре генә алмашынған...
Йәнебеҙҙе көргөй супостаттар.

Һынамаҡҡа беҙҙең сыҙамлыҡты
Рәсәй һаман тәжрибәләр яһай.
Бирешмәбеҙ, һинең тәжрибәгә
Беҙ таянһаҡ әгәр, Ғәзим ағай!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.11.19 | Ҡаралған: 816

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru