«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАМСЫЛАРҘА – ДИҢГЕҘ КӨСӨ
+  - 



Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының 75 йыллығы уңайынан

Саҡ ҡына тарих һөйләп китәйек. Башҡортостан автономия яулағас, 1924 йылда әҙәби башҡорт теле тураһында ҡарар раҫлана. 1927 йылда Өфө ҡалаһында тәүге театр техникумы асыла. 1928 йылда Ғәббәс Дәүләтшин тарафынан беренсе башҡорт теле дәреслеге яҙыла. Башҡорт дәреслектәрендә иҫке төрки теле һәм ғәрәп графикаһы үҙгәртелә, уларҙа әле яңы әлиф, әле латин, әле кириллица хәрефтәре алмашынып тора. Наҙанлыҡты бөтөрөү буйынса ликбез мәктәптәре халыҡты башлыса матбуғат һәм документтар уҡырлыҡ грамотаға өйрәтә. Өфөлә балалар өсөн башҡорт мәктәбе асыу мәсьәләһе1934-1937 йылдарҙа күтәрелә, башлап йөрөүсе зыялылар араһында ғалимдар, яҙыусылар була. Билдәле яҙыусы Зәйнәб Биишеваның бер туған апаһы Хәлимә Абдулла ҡыҙы Ҡорбанаева ла тап ошо осорҙа баш ҡалала өйҙән-өйгә йөрөп, башҡорт балаларын йыя һәм башҡорт кластарында уҡыта башлай (9-сы балалар йорто, ул саҡтағы мәғариф министры - Ибраһим Абыҙгилдин). 1944 йылда Сталиндың махсус указы менән "ил азатлығы өсөн ғүмерен ҡорбан иткән башҡорт фронтовиктарының етем ҡалған балаларын уҡытыу өсөн мәктәп-интернат асыла" (мәғариф министры - Сәғит Әлибаев). Совет илен немец фашистарынан әрсеп, Ҡыҙыл армия Берлинға ынтылған ваҡытта төпкөл башҡорт ауылдарынан етем балалар Өфөгә, 9-сы мәктәпкә килтерелә. Меңәрләгән етемдәр араһынан ни бары ике йөҙләп бала шулай ил ҡарамағына күсерелә. Күлдәге тамсы кеүек кенә булһа ла, башҡорт халҡы бындай хәстәрлек өсөн ил башлыҡтарына һәр ваҡыт рәхмәт уҡый, сөнки аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан һәләк булған етемдәр һаны ифрат күп була...
Шул замандан бирле йәшәй 1-се башҡорт мәктәп-интернаты. Ошо көндәрҙә етмеш биш йыллығын билдәләгән уҡыу йорто бөгөн Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип аталып йөрөй. Бик ҡатмарлы замандарҙа балалар бында иҫән-имен ҡалыу форсатын эҙләп килтерелһә, бөгөнгө уҡыусы-гимназистар ниндәй уйҙар менән йыйыла икән был уҡыу йортона? Редакциябыҙҙа уларҙың дүртәүһе менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Һүҙ уларҙың үҙ-ара шәхсән мөнәсәбәте, уҡыуға һәм тормошҡа ҡарашы хаҡында барҙы. Тыуған яҡтарынан һәм ата йортонан үҙ теләктәре менән айырылып, республиканың иң алдынғы мәктәбендә дүртәр-бишәр йыл буйы белем алған йәштәр ниндәйерәк тормош һабағы, донъяуи әҙерлек үтә икәнен дә самаланыҡ. Унынсы класс уҡыусыһы Гөлназ Ишемғолова (Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылынан), ун беренсе класс уҡыусылары Яҙгөл Торопҡолова (Хәйбулла районы Аҡъяр ауылынан), Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов (Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылынан), Нур Собханғоловтарҙың (Стәрлебаш районы Ҡабыҡҡыуыш ауылынан) һөйләгәндәрен үҙгәртмәйенсә гәзитебеҙ уҡыусыларына ла еткерәбеҙ.


Шулай итеп, гимназияға ниндәй маҡсаттар алып килгән уларҙы? Маҡсаттарына өлгәшкәндәрме?

Гөлназ Ишемғолова:
Мин гимназияға төплө белем алырға килдем. Ағайҙарым, апайҙарым да ошонда уҡыны. Улар кеүек, минең дә баш ҡалала уҡығым килде. Ғөмүмән, бәләкәй саҡтан мине ошо гимназияла уҡыясаҡһың, тип үҫтерҙеләр, һәм берәй ваҡыт дәресемде уҡымаһам, берәй теманы ятларға йыбанһам, атай-әсәйем: "Һин бит Өфөгә, гимназияға бараһың, тырыш, уҡы!" - тигән сәм һала торғайнылар. Улар дөрөҫ әйткән: гимназияға килеүемә мин үкенмәйем, сөнки бында төрлө яҡтан үҙемде үҫтерҙем, үҙемде таптым... табып киләм!
Гимназияла төрлө яҡтан үҙебеҙҙе асыу өсөн мөмкинлектәр күп. Ауылдарҙа ундай шарттар юҡ. Шуға ла ошондай уҡ белем көҫәгән, әммә ауылда ҡалған иптәштәрем өсөн көйөнәм. Атайым менән әсәйемә рәхмәт, улар мине, башҡа атай-әсәйҙәр кеүек, "Балам һағынып һарыға һабышыр ул", тип йәлләп торманы, "Уҡы, кеше бул!" тинеләр ҙә, Өфөгә юлландырҙылар. Ысынлап та, мин бары тик уҡыуҙы ғына уйлап йәшәйем бында. Төрлө хәлдәр була, шулай ҙа уҡыуҙан башҡалары ваҡ мәсьәлә һымаҡ. Миңә бигерәк тә уҡытыусылар оҡшай. Һәр хәлдә, нимәлер тураһында ултырып һөйләшергә, серләшергә була беҙҙең уҡытыусылар менән. Улар һине аңлай, өйрәтә... Гимназияла һәр уҡытыусы балалар менән уртаҡ тел таба белә - был мотлаҡ принцип. Уҡытыусы дәрәжәһе шулай юғары ҡуйыла. Улар үҙҙәре уҡытҡан фәнде дөрөҫ итеп балаларға еткерә беләләр, үҙҙәренең дәресенә ныҡ яуаплы ҡарайҙар. Минеңсә, улар үҙҙәрен киләсәктә уҡыусылар ғына түгел, бөтә республика, бөтә халыҡ баһалаһын өсөн тырыша, сөнки улар бит милли кадрҙар тәрбиәләүселәр.
Яҙгөл Торопҡолова: Мин дә был гимназияға килеүемә үкенмәйем дә, иламаным да. Атай-әсәһен, ауылын һағынып илаусылар бар, әлбиттә. Минең күңелдә ундай ҡыйынлыҡ булманы. Сөнки яҡшы белем алырға теләк ҙур ине. Мин тыуған ауылымда уҡығанда ла төрлө лагерҙарға, ярыштарға күп йөрөнөм, шул саҡта ла өйҙән бер нисә көнгә айырылып торорға тура килә ине. Шуғамы икән, был юлы ла атай-әсәйҙән алыҫ булыуыма тиҙ өйрәнеп киттем. Бындағы мөмкинлектәрҙе бар тулылығында файҙаланырға тырышам. Олимпиадаларҙа, төрлө бәйгеләрҙә күп ҡатнашам. Бер ҙә йәлләмәйем үҙемде, йыбанмайым да. Уҡыуымды артабан Өфөләге йәки Мәскәүҙәге юғары уҡыу йортонда дауам итермен, тип уйлайым. Мин яңы ауырлыҡтарҙан, үҙгәрештәрҙән ҡурҡмайым, киреһенсә, миңә яңыны асыуы, танышыуы ҡыҙыҡ... Белем алыу - минең өсөн иң мөһиме.
Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов: Дөрөҫөн әйткәндә, гимназияға мин артыҡ ҙур маҡсаттар ҡуйып килмәнем. Әсәй интернетта иғлан күрҙе лә: "1-се гимназияға имтихан алырға киләләр икән, барып ҡарайһыңмы?"- тине. Барҙым, имтихандар бирҙем, бишенсе класҡа ҡабул иттеләр. Уҡыным да киттем. Гимназияла ауылда уҡығанда ҡыҙыҡһынған фәндәрҙе - математика, геометрия, физиканы тағы ла төптәнерәк өйрәнеү мөмкинлектәре асылды. Логорифмалар тормошта бик кәрәкмәҫ, бәлки, ләкин уларҙы аңлау - үҙе үк бейеклек яулау ул. Был предметтарҙы аңлау тормошта еңеүҙәргә өлгәшергә өйрәтә. Тормош ҡыйынлыҡтарын да еңергә мөмкин икән дәбаһа, тип аптырайһың хатта ҡай ваҡыт.
Унан һуң, эшләргә генә түгел, ял итергә лә өйрәнеү кәрәк. Гитарала, пианинола уйнау мине ял иттерә. Гимназияла уҡыған йылдарҙа мин кешенең иң беренсе бурысы - аралашырға өйрәнеү икәнен аңланым. Кеше менән дөрөҫ мөнәсәбәттәр ҡороп аралашыу бик мөһим. Шуға психология буйынса китаптар уҡырға яратам. Был эштә миңә тағы бик ҙур ярҙамсы һәм кәңәшсе - ул интернет. Теләгән һорауға яуапты, уҡырға теләгән китапты "Интернет" тигән дуҫ табып бирә. Һорауҙарға яуап эҙләгәндә үҙеңдең дә уйланыуың, ғәмәли мәсьәләләр сисеүең, күп яҙыуың файҙалыраҡ. Шундай юл менән асылған фән, табылған белем тәрәнерәк һәм ҡәҙерлерәк кеүек. Тормошто аңларға ҙур аҡыл көсө кәрәк, ундай аҡыл башыңда булмаһа, бик ауыр. Шуға ла һәр мәсьәләнең төп асылын, ысын мәғәнәһен аңларға тырышыу мотлаҡ. Тормошта улар бөтәһе бергә буталған, ҡушылған, ә китаптар уларҙы айырырға өйрәтә. Кешеләрҙең бер-береһенә мөнәсәбәтен аңлау - иң ҡыйыны, имеш. Минең уйымса, бөтә нәмә йәмғиәттә йәшәгән закондарға, үҙ-ара аралашыу тәртибенә, ғаиләләге төп тәрбиәгә барып тоташа...
Ҡыҫҡаһы, мин гимназияға математик булып килгәйнем, философия, психология, социология менән ҡыҙыҡһыныу алға сыҡты. Бәлки, был ваҡытлыса ғыналыр. Кешенең психологияһы бер ниндәй законға-тәрбиәгә лә һыймаҫҡа, баш бирмәҫкә тырыша. Уны тәртипкә һалыр өсөн йәмғиәт, дин закондары уйлап сығарылған. Ләкин был да аҙ. Ә китаптар, бигерәк тә классик әҫәрҙәр, "Һуғыш һәм солох" һымаҡ романдар беҙгә һәр персонаж аша ошо психологик мөнәсәбәттәрҙе аңлата.
Нур Собханғолов: Гимназияға мин үҙемде табырға килгәнмендер. Ауылда алған белемдән тыш, яңы ғилем эҙләгәнмендер. Ысынлап та, өмөтөм аҡланды, тип уйлайым. Гимназиялағы тормош беҙҙе сыныҡтыра, йәшәргә өйрәтә. Бындағы шаулы тормош миңә атай-әсәйемде һағыныу тойғоһон еңергә ярҙам итә. Кеше үҙаллы йәшәргә тейеш, ләкин тыуған ғаиләһенән айырылып та китергә тейеш түгел. Үҙенсәлекле тормош алып барыла гимназияла. Бөтә эштәрҙе үҙең башҡарырға тырышаһың, һорауҙарыңа яуапты үҙең эҙләп табаһың. Шулай итеп сынығаһың.
Гимназияға беҙ өс иптәшем менән бергә килдек. Бергә уҡыйбыҙ, бергә ҡайтып-китеп йөрөйбеҙ. Атай-әсәйҙәр әйтмешләй, бер-беребеҙгә - күҙ-ҡолаҡбыҙ. Ауылда ла күп дуҫтарым ҡалды. Улар менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Бер-беребеҙгә ярҙам итергә тырышабыҙ. Ауылға ҡайтҡан һайын улар мине йылы ҡаршы ала.
"Тыуған ауылыңдың киләсәген уйлағаның бармы?" тип һорай минән ауылдағы дуҫтарым. Әлбиттә. Бәләкәй саҡта ауылым тирәһендә берәй завод төҙөргә һәм ҡалалағы һымаҡ матур, яңы өйҙәр төҙөргә ине, тип хыяллана инем. Шулай иткәндә, беҙҙең ауыл үҫеп китер, мәктәпкә лә күп балалар килер, ауылда эш булыр, тип уйлағанмындыр инде. Олатайым һөйләүенсә, элек бит беҙҙә колхоз гөрләп торған. Бөтә халыҡ эшләгән. Шул замандарҙы ҡайтарғы килеп китә. Сөнки көслө хужалыҡ булһа, кешеләргә эш булыр ине. Республикабыҙ ҙа алға китер ине. Дәүләт кимәлендә ауылдарҙы нығытыу программалары булдырыу мотлаҡ кәрәк, тип уйлайым. Хәҙер кешеләрҙең күбеһе ҡалаға китә. Шулай уҡ ҡайһы бер уңғандар ауылдарҙа ла бына тигән итеп йәшәй башланы. Минең дә шундай теләк бар: ҙурайғас, йәғни махсус юғары белем алғас, тыуған яғымда, ауылда йәшәргә һәм ауылды үҫтерергә! Сөнки миңә ауылда бик тә рәхәт, унда мин үҙемде иркен тотам, үҙемде ошо ерҙең хужаһы итеп тоям. Ауыл кешеһе киләсәктә эшле, белемле буласаҡ, тип өмөт итәм. Гимназиям миңә бөтөн ошо хыялдарымды тормошҡа ашырыр белем, үҙ-үҙемә ышаныс, киләсәкте күҙаллар ныҡлы ҡанаттар бирә.
Яҙгөл Торопҡолова: Гимназия миңә нимә бирҙе? Иң беренсенән, тап бында уҡырға килгәс, мин үҙемдәге оялсанлыҡты еңергә өйрәндем. Ауылда йәшәгәндә кешеләр менән һөйләшкәндә лә, хатта дәрестәрҙә яуап биргәндә лә оялыу тигән нәмә миңә бик ныҡ ҡамасаулай ине. Үҙем былай ҡурҡаҡ та түгелмен, ләкин һис кәрәкмәгәндә ҡаушай ҙа ҡуя инем. Гимназияла бөтәбеҙ ҙә асыҡтан-асыҡ аралашабыҙ, көнө-төнө бергәбеҙ, тигәндәй. Асыҡ булыу яҡшы, әлбиттә. Нимәлер әйткең килһә, әйтәһең дә ебәрәһең, оялып тормайһың. Икенсенән, гимназия мине көслө булырға, ниндәй генә ауырлыҡтар булғанда ла һынмаҫҡа өйрәтте. Ҡайһы ваҡытта сабыр итергә, юҡҡа-барға ҡыҫылмаҫҡа ла өйрәндем мин. Өсөнсөнән, элек берәй эш килеп сыҡмаһа, уныһын ташлайым да, икенсе эшкә тотона инем. Ә хәҙер бер башлаған эште аҙағына тиклем еткереп ҡуям. Үҙемде-үҙем шулай тәрбиәләйем. Уҡытыусыларым ғына түгел, бергә уҡыған ҡайһы бер ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылышлы, үҙ һүҙе, үҙ фекере булған иптәштәрем дә миңә шундай матур өлгө бирә.
Киләсәктә үҙеңдең тыуған яғың, Башҡортостаның өсөн ниҙәр эшләргә уйлайһың, тигән һорауҙы беҙгә уҡытыусылар, тәрбиәселәр йыш бирә. Беренсенән, йәшәргә һәм эшләргә бары тик Башҡортостанда ҡаласаҡмын. Врач һөнәре үҙләштереп, ауылға ҡайтып, үҙемдең шәхси клиникамды асырға хыялланам. Сөнки ауылдар беҙҙең ярҙамға айырыуса мохтаж бит.
Гөлназ Ишемғолова: Иң беренсе, гимназия миңә үҙаллы булырға, үҙ көсөм менән эшләргә өйрәтте. Икенсенән, кешеләр менән аралашып, уларҙан да ниндәйҙер ярҙам, кәңәш алырға кәрәк икәнен беләм хәҙер. Мин дә элек оялсаныраҡ, үҙ күңелемә бикләнгән бала булдым, башҡалар менән аралашып бармай инем. Гимназия минән асыҡ кеше яһаны. Үҙ фекеремде әйтергә, уйлап һөйләргә, башҡалар алдында сығыш яһарға өйрәндем. Үҙеңдең төрлө һәләттәреңде асырға ярҙам итә икән ул һөйләй белеү, асыла алыу. Йөрәгең ҡыйыулана икән. Быны мин элек белмәгәнмен. Мәҫәлән, мин хәҙер бейейем дә, ҡумыҙҙа ла уйнайым, спорт менән дә шөғөлләнәм, журналистика менән дә ҡыҙыҡһынам - "Аманат" журналы һәм "Йәншишмә" гәзитенең йәш хәбәрсеһемен. Шиғырҙар яҙам. Ҡыйын ваҡыттарҙа мин уйымды күңелемдә йәшереп тотмайым, ә шиғыр юлдарына күсерәм. Шулай ижад эшенә ылығып киттем.
Гимназияла уҡыу ваҡытыңды бушҡа үткәрмәүҙе, ныҡ тырышлыҡты талап итә. Шулай уҡ түҙемлекте. Мәҫәлән, бер теманы аңламайһың икән, ҡат-ҡат уҡыйһың, уйланаһың, башҡаларҙы өлгө итеп алаһың. Кемдер бит ул теманы аңлаған, рәхәтләнеп мәсьәлә сисә, һөйләй... Һин дә уны аңларға тейешһең. Теманы ныҡышмаллыҡ менән өйрәнеп, үҙеңдең һорауыңа яуап тапһаң, был инде үҙе бер еңеү була. Ә еңеүҙәргә һинең маҡсатҡа ынтылышлығың һәм... теләгең килтерә. Ҡайһы саҡта иптәштәрем менән шундай диалог ҡорабыҙ: "Министр булалаһыңмы?" "Теләһәм, булам!" "Теләһәңме, әллә ҡуйһалармы?" "Теләһәм генә! Сөнки иң тәүҙә теләк һәм маҡсат ҡуйыу кәрәк..."

Артабан йәштәр үҙ-ара ирекле һөйләшеүгә күсеп китә. Уларҙы тыңлағанда йәшлек ауазы, ҡояшҡа ҡарап донъяға бәреп сыҡҡан шишмәләр сылтырауы кеүек ҡыҙыҡлы һәм серле өмөттәр тауыш бирә...

Гөлназ Ишемғолова:
Интернат тормошо бик ҡыҙыҡ ул. Барыһы ла бергә ҡайнаша, һәр кемдең ҡылығы күҙ алдында. Бер төрлө ҡағиҙә, тәртипкә буйһонаһың. Шуға ла бер төрлө ғәҙәттәр барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, дәрестәрҙе бергә-бергә әҙерләгәс, кемдәндер өйгә эште күсереү ғәҙәти хәл һымағыраҡ ҡабул ителә. Дөрөҫөн әйтәм, мин өйгә эштәрҙе үҙаллы эшләргә тырышам, кемдәндер күсереү бик һирәк була, минең үҙемдән күберәк күсерәләр. Ә һин, Яҙгөл, башҡаларҙан күсерәһеңме? Яҙгөл Торопҡолова: Күсергәнем юҡ, мин үҙемә генә ышанам.
Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов: Мин ауылда уҡығанда башҡаларҙан өйгә эш күсермәй торғайным, ә гимназияла өйрәтеп алдылар.
Нур Собханғолов: Өйгә эште күсереү - экстремаль ситуация, шундай хәлдән сыға белергә лә кәрәк. Ҡайһы берҙә күсермәй булмай. Әммә быға ныҡ өйрәнеп, бирелеп китһәң - бөттөң. Үҙеңдең аҡылыңды күнектереү кәрәк. Башҡалар аҡылына таянып йәшәргә ярамай. Мин бик тә бик өлгөрмәгәндә - күсерәм. Ләкин мин аңлап күсерергә тырышам, сөнки уҡытыусылар бит һине таҡта янына сығарып һорауы ла мөмкин...

Йәшлек юлы икеләнеү, асыш, һоҡланыуҙар аша үтә. Бындай күңел күтәрелештәре кешенең мөмкинлектәрен донъя менән таныштыра, берләштерә, ҡаршыла упҡындар барлығын иҫкәртә... Әммә кешемен тигән кешене икеләндермәй торған хәҡиҡәт - ул туған тел. Йәштәр ҙә шулай ти.

Гөлназ Ишемғолова:
Беҙ йыш ҡына бөгөн ниндәй телдәрҙе яҡшылап өйрәнергә тип бәхәсләшәбеҙ. Әлбиттә, иң тәүҙә туған башҡорт телен төплө белеү мотлаҡ. Ул беҙҙең йөрәктә. Артабан рус телен яҡшы белеү мөһим. Ҡытай телен, инглиз телен өйрәнеү яҡшы. Сөнки Ҡытай иле бөгөн ныҡ үҫешә, донъяны яулай бара. Хәҙер гимназияла бәләкәй кластар ҡытай телен дә өйрәнә.
Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов: Ә минең инглиз телен яҡшылап өйрәнгем килә. Бөтә донъя инглиз телендә һөйләшә бит. Әлбиттә, мин үҙемдең башҡорт телемде яратам. Бөтә хис-тойғоларымды башҡортса матурыраҡ итеп әйтә алам. Бәлки, бер заман башҡорт телен дә бөтә донъяла өйрәнерҙәр әле. Ана бит, француздар, ирландтар башҡорт телен дә үҙҙәренеке һымаҡ иң боронғо тел тип иғлан иткән.
Яҙгөл Торопҡолова: Әлбиттә, гимназияла беҙҙе иң тәүҙә туған телебеҙҙе яратырға өйрәтәләр, уның мөһимлеген күңелгә һеңдерәләр. Шулай уҡ уҡытыусыбыҙ беҙгә инглиз теленең кәрәклеген дә иҫкәртә. Инглиз теле ныҡ ауыр түгел, уны еңел генә өйрәнергә була.
Гөлназ Ишемғолова: Беҙҙең класта шундай ҡағиҙә бар: инглиз теле дәресендә тик инглизсә генә һөйләшергә, рус теле дәресендә - тик русса. Ул мейегә яҡшы күнекмә була. Ә ҡалған ваҡытта беҙ, әлбиттә, башҡортса аралашабыҙ. Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов: Миңә телде ныҡлап үҙләштерергә инглизсә сериалдар ҡарау ярҙам итә...

Был балаларҙың тормошо тотош ижадтан тора бит. Уларҙың шуны аңлауы, тормоштоң һәр мәленә ижади ҡарауҙары һоҡландыра...

Гөлназ Ишемғолова:
Әйҙәгеҙ, ижад тураһында һөйләшәйек. Минеңсә, ижад итеү - ул ниндәйҙер идеалға ынтылыу. Мин үҙемсә ижад итәм, шиғырҙар, мәҡәләләр яҙам. Ул ижадтың бер төрө генә. Әммә башҡаларҙың ижады ла миңә ҡыҙыҡлы - ғалим, архитектор, диңгеҙ капитаны... Мәҫәлән, врачтарға, артистарға ла гел яңылыҡҡа, тимәк, ижадҡа ынтылырға кәрәк.
Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов: Был һорауға тиҙ генә яуап биреп булмай... Ниндәйҙер ҙур маҡсатҡа табан ынтылышты ижади ҡарашһыҙ тормошҡа ашырып булмай, минеңсә. Мәҫәлән, һүрәт төшөрөүселәрҙе күҙ алдына килтерәйек. Улар донъяны ҡәләм-ҡағыҙ аша күрһәтә. Ғәләмәт бер ижади һәләт. Спортсылар яңы рекордтар ҡуйып ижад итә. Был да һоҡланғыс. Артист, врач... Һәр береһенең үҙ эше, үҙ бурысы, ләкин ул эштәрҙе лә ижади ҡарашһыҙ үтәп булмайҙыр. Мин илһөйәрлек тураһында ла шулай уйлайым. Илһөйәр булмағандар нисек йәшәй, нисек уйлай, нисек ижад итә икән? Ҡыҙыҡ бит. Ижадҡа юл ҡатмарлы. Илең тураһында уйла, тиҙәр беҙгә. Аңлайым, ил тураһында уйларға кәрәк. Ләкин башта ана шул ижади фекерләрлек итеп үҙеңде үҫтерергә кәрәк. Бер нәмә лә эшләй, уйлай белмәгән наҙан кеше илгә файҙа килтерә аламы ни?..
Нур Собханғолов: Мин дә Ғәзинур менән килешәм. Тәүҙә белем ал, үҙеңде камиллаштыр, илгә кәрәкле яҡшы белгес бул. Ватаныңды, тыуып-үҫкән ереңде хәстәрләрлек булһын һинең ғәмәлдәрең. Ул саҡта тамаҡ ярмай ғына хеҙмәт итәһең дә йөрөйһөң инде тыуған ереңә.
Яҙгөл Торопҡолова: Хәҙер күп йәштәр ситкә китеүҙе өҫтөн күрә. Етмәһә, үҙенең ошо ҡылығын аҡларға теләгәндәй, йәшәйешебеҙҙе, халҡыбыҙҙы яманларға ла тартынып тормағандар бар. Мин ундайҙарҙы аңламайым. Ашаған табағыңа төкөргәнсе, тыуған ерең өсөн үҙең ниҙер эшлә һуң, тип әйтке килә ундайҙарға. Минең үҙ еремдә йәшәгем, эшләгем килә. Алла бирһә, балаларым да бында үҫәсәк. Шуның өсөн мин республикамды күтәреүгә үҙ өлөшөмдө индерергә тейешмен.
Ғәзинур Рыҫмөхәмәтов: Ҡайһы берәүҙәр туҡтауһыҙ хөкүмәтте, дәүләтте әрләр сәбәбен табып ҡына тора, ләкин үҙҙәре үк тирә-яҡты бысратып, сүп-сар ташлап китә, яҡындары менән талаша, эшен насар башҡара. Үҙенең етешһеҙлектәрен күрмәй ул, бар бәләһен икенсе кешеләргә япһара. Ошондай алама ғәҙәткә ингән, талаш-тартыштан тыныслыҡ тапҡан кешеләр ҙә бар әйләнә-тирәлә. Мин халыҡтың аңын боҙа торған зарланыу, ошаҡлау, хурлау, кәмһетеү кеүек ҡылыҡтарҙы закон менән тыйыр инем... Бындай негатив энергияны таратыусылар - кешеләрҙең былай ҙа ҡыҫҡа ғүмерен тағы ла ҡыҫҡарта. Ундайҙар менән йәшәп булмай, ил дә алға бармай. Позитив энергия ғына кешене эшкә, көрәшкә, ижадҡа алып бара. Гимназияла беҙҙе позитив энергия менән йәшәргә өйрәтәләр. Күптәрҙе яңынан тәрбиәләйҙәр. Ғүмер юлын ошондай уҡыу йортонан башлауыбыҙ - оло бәхеттер ул...

Шулай итеп, тормош диңгеҙе шаулай. Тамсыларҙан диңгеҙ тәме килә. Тамсыларҙа диңгеҙ шауы, хәтере, хыялы сағыла. Башҡортостан буйлап төрлө төбәктәрҙән йыйылып, бер көймәгә тейәлеп, ил-халыҡ диңгеҙе буйлап сәфәргә сыҡҡан йәш балалар ошо илгә һәм халыҡҡа хеҙмәт итерлек ҡеүәтле тулҡын булып берләшергә, шуның өсөн һәр бер тамсыны көсәйтергә, белем һәм аҡыл тупларға теләй. Һәр тамсыла диңгеҙ тәме булған кеүек, диңгеҙҙә лә - тамсы көсө була.
Утлы һуғыш ҡойононда атайһыҙ ҡалған етем, әммә еңелмәҫ быуын вәкиле, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов та "ерле халыҡтың балалары өсөн махсус асылған мәктәпкә" килеп, белем ала, ошо ил хәстәренә рәхмәт менән яуап ҡайтарырға һүҙ бирә һәм шул антына ғүмере буйы тоғро ҡалып, халҡы намыҫын, халҡы рухын һаҡлаусы-яҡлаусы булып үҫә. Ул үҙенең йөрәк көсөн ижад эшенә биреп, иленә һәм халҡына ғәҙеллек даулап, типһә тимер өҙөр сағында шул юлда ҡорбан була. Әммә Рәми ағай бөгөнгө йәштәрҙе тыңлап, минең мәктәбемдә зирәк аҡыллы егеттәр һәм ҡыҙҙар үҫә, тип ғорурланыр ине. Улар ил алдында үҙ бурыстарын аңлай, тимәк, киләсәккә өмөт бар, тиер ине.
Ҡыҫҡаһы, етмеш биш йыллыҡ юбилейын билдәләгән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты үҙенең башланғыс "ойотҡо"һон онотмаған: башҡорт халҡының аңлы һәм булдыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары үҙҙәрен кеше итеп тәрбиәләргә, белем алырға, илгә файҙалы граждандар булырға ынтыла. Беҙҙеңсә, шунан артығы кәрәкмәй ҙә. Һәр хәлдә, был уҡыу йортонда киләсәктә лә, бер генә заманда ла был юлдан тайпылыу булмаҫ, тип ышанайыҡ.

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.19 | Ҡаралған: 664

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru