«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ЙӨРӘК ҺҮҘЕ" ШАҒИРҘАР МАЙҘАНЫМЫ?
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтте. Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуы һәм Рәсәйҙә "Театр йылы" билдәләнеүенә арналды.

"Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһенең һуңғы этабына 16 ҡатнашыусы - республика театрҙары актерҙары сыҡты. Уларҙың һәр береһе тамашасы өсөн ихтирамлы шәхестәр ине: Әлмирә Ҡыуатова, Илгиз Таһиров, Шәһит Хамматов, Зөлфиә Хәлилова, Морат Рафиҡов, Эльмира Юлдашева, Фәнис Рәхмәтов, Земфира Байбулдина, Суфия Ҡорбанғәлиева, Нәүфилә Яҡупова, Зиннур Сөләймәнов, Вадим Ҡылысов, Юнир Ғәйнуллин, Гөлназ Мөхәмәҙиева, Гөлмирә Исмәғилева һәм Фәрүәз Урманшин. Ярыштың тәүге өлөшөндә улар Мостай Кәрим ижадына мөрәжәғәт итһә, артабан күңелдәренә яҡын шиғри юлдарҙы тамашасыларға тасуири һөйләп ишеттерҙе. Күңелгә дәрт өҫтәр, йөрәктәрҙе ялҡынландырыр, тәрән уйға һалыр һәм борсоулы һорауҙарға яуап табышыр поэтик һүҙ сәхнәлә биш сәғәт дауамында яңғыраны.
Бәйгенең баһалама комиссияһы ағзалары "Йөрәк һүҙе"ндә шиғырҙарын күңел түрендәге уй-кисерештәренә ауаздаш итә алғандарҙы еңеүсе тип билдәләне. Беренсе урын һәм төп приз - автомобиль алыуға сертификат Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм телетапшырыуҙар алып барыусы Земфира Байбулдинаға тапшырылды. Икенсе урынға М. Ғафури исемендәге БАДТ актеры Морат Рафиҡов лайыҡ булды һәм уға "Урал" хәйриә фондынан аҡсалата бүләк бирелде. Өсөнсө урынды "Нур" Өфө дәүләт татар театры актрисаһы Гөлназ Мөхәмәҙиева яуланы. Гөлли һәм Арыҫлан Мөбәрәковтар иҫтәлегенә арналған махсус призды Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе актрисаһы Зөлфиә Хәлилова алды, ә "Йыл авторы" номинацияһында Морат Рафиҡов һөйләп ишеттергән "Буран" поэмаһы өсөн шағир Мөнир Иҡсанов еңеүсе тип табылды. "Тамашасы һөйөүе" номинацияһына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин лайыҡ булды.
- Был ярыш Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу йылында үтеүе менән үҙенсәлекле. Мостай ағай менән 2005 йылдағы һуңғы осрашыу һаман да күҙ алдында, әйткән һүҙҙәре һаман да күңелемдә. Ярты сәғәт тирәһендәй уның менән республика Президенты Хәкимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһендә һөйләшеп ултырҙыҡ, ул саҡта шағирҙы Хәкимиәт етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров үҙе ҡаршы алды һәм, һеҙҙе оҙаҡ көттөрҙөм, тип ғәфү үтенде. Ә Мостай ағай: "Юҡ, мин бер ҡайҙа ла ашыҡмайым, мине тиҙҙән мәңгелек көтә. Ә һеҙ, йәштәр, ашығығыҙ", - тип яуап ҡайтарҙы. Бына ошо ыҡсым һүҙҙәргә тәрән мәғәнә һалынған. Мин дә, Мостай ағайҙың һүҙҙәрен иҫкә алып, шуны әйтәм: туған башҡорт телебеҙҙе яҡлауға, һаҡлауға, үҫтереүгә йүнәлтелгән бөтә ниәттәребеҙҙе тормошҡа ашырырға ашығайыҡ. Бөтә булған мөмкинлектәрҙе файҙаланырға өлгөрәйек, - тине еңеүселәрҙе тәбрикләгәндә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Илшат Тажетдинов. Әйткәндәй, бәйгеселәр бүләкләнеп бөткәндән һуң, кисә аҙағында, тамашаның авторы, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наилә Сәфәрғолова шатлыҡлы бер ваҡиға тураһында хәбәр итте: республикала "Архтамға" эксперт-проект бюроһы проекты менән Рәми Ғарипов исемендәге Шиғриәт үҙәге төҙөләсәк.

Шулай итеп...
Һүҙ ҙә юҡ, башҡорт теленең тылсымын, мәртәбәһен, шиғриәттең илаһилығын тойҙорған "Йөрәк һүҙе" бәйгеһе республика сәхнәләрендә барған иң күркәм тамашаларҙың береһе. Әммә... Тамашасы элекке йылдарҙағы тәүге ике "Йөрәк һүҙе" сараһының тетрәндергес дауамын көҫәп килһә лә, был юлы уның өмөттәре бик үк аҡланманы, тигәнде лә әйтеп ҡуйыу кәрәктер. Шиғриәтте шағирҙар тыуҙыра, шиғриәт шағирҙарҙың йөрәк һүҙе. Ә артистар иһә уларҙы башҡарыусылар ғына (башҡара белһә әле). Шуға ла халыҡ был проектты сәсәндәр майҙанын яңыртыу, йәғни шағирҙарҙың бәйге тотоуы һымағыраҡ ҡабул иткәйне. Һәм был дөрөҫ булыр ине. Башҡорт әҙәбиәтендә, шөкөр, башҡорт һүҙен, аҡылын, фәлсәфәһен әйтеп бирер шағирҙар бар, тик уларға майҙандар, трибуналар кәрәк. "Йөрәк һүҙе" ошондай майҙан, трибуна булырға тейеш ине һымаҡ. Башҡалар ни уйлай икән ошо турала?

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.19 | Ҡаралған: 530

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru