«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҘАРҘЫ КЕМ КӨЙЛӘЙ?
+  - 

Рәсәй алкоголь ҡулланыу буйынса иң "алдынғы" илдәр рәтендә тороуға ҡарамаҫтан, илдә һаман да иҫерткес эсемлектәрҙе етештереү, төрләндереү һәм шуның менән уны артабан да әүҙемерәк ҡулланыуға ылыҡтырыу саралары дауам итә.

Яңыраҡ ҡына Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса халыҡ-ара ойошма рейтингында күренеүенсә, Рәсәй иң күп эсеүсе ун ил иҫәбендә 7-се урында килеүе мәғлүм булды. Шул уҡ ваҡытта әйтеп китеү кәрәк: илдә эскелек законһыҙ рәүештә етештерелгән спиртлы эсемлектәр (контрафакт, көмөшкә, аптека төнәтмәләре, парфюмер изделиелар һ.б.) әйләнешенә тейешле контролдең булмауы сәбәпле лә киң ҡолас йәйҙе. Шуға күрә лә РФ Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары О. Салагай тигән чиновниктың: "...ойошма сағыштырыу өсөн 2017 йылғы мәғлүмәтте файҙаланған, былтырғы мәғлүмәтте алырға кәрәк ине", - тип әлеге халыҡ-ара рейтинг һөҙөмтәһен кире ҡағып маташыуы көлкө тойола. Беҙҙә араҡы-шарапты ғына түгел, һыраны ла бик яратып һемереүҙәрен беләбеҙ: кесеһенән алып - ололарға, ир-аттан алып - ҡыҙ- ҡырҡынғаса. Урамда осраған һәр өсөнсөнөң тип әйтерлек ҡулында һыра шешәһе булыуға ҡарамаҫтан, етештереүселәрҙә был спиртлы эсемлекте артабан популярлаштырыу буйынса идеялар тыуып ҡына тора. Йә уны алкоголле продукция исемлегенән алып ташларға, йә, киреһенсә, ундағы алкоголь кимәле градусын күтәрә бирергә, ә иң "яҡшыһы", һыраны футбол тамашаларында ла һатыуҙы ойошторорға кәрәк, тигән аҡылһыҙ тәҡдимдәр әленән-әле яңғырай. Һуңғы ун ике-ун өс йыл эсендә Рәсәй тулыһынса тип әйтерлек "һыра ҡорһаҡ"ҡа әйләнде, тип иҫәпләй эксперттар. Уның ҡарауы, шуның иҫәбенә араҡы ҡулланыу кәмей, тип тә ҡыуанғандар бар, ләкин был күренештең эҙемтәһе күпкә хәүефлерәк булып килеп сығыу ихтималлығын улар күҙ алдына ла килтермәй, күрәһең...
Тотош йәмғиәт, бигерәк тә йәш быуын вәкилдәре һыра ҡоло булып үҫә. Етмәһә, яңыраҡ ҡына ҡабул ителгән "Алкоголь продукцияһы хәүефһеҙлеге тураһында" яңы технология регламентын тупаҫ рәүештә боҙорға, үҙҙәренә ҡулай булғанса үҙгәртергә тәҡдим итә етештереүселәр. Ҡағиҙә буйынса һыраның ҡеүәте 7 градустан артырға тейеш түгел, ләкин халыҡ-ара баҙарҙа уның 20, хатта 60 градусҡа тиклем көслөрәктәре лә етештерелә. Мәҫәлән, Бельгия һыраһы йә булмаһа, крафт тип аталған махсус рецепт технологияһы буйынса етештерелгәндәре. "Рәсәйҙәр бындай һыраның ни икәнен дә белмәй",- тип эсе боша Efes һыра компанияһының хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса директоры О. Дурдыев һәм ул һыра етештереүселәрҙең был эсемлектең градус ҡеүәтен сикләүҙе бөтөрөргә тигән талабын яҡлай. Уның фекеренсә, донъя баҙарында булған ошондай продукциянан Рәсәй ҡулланыусыһын мәхрүм итеү алкоголь-сауҙа мәсьәләләрен көйләүсе закондағы етешһеҙлек булып тора икән, үәт бәлә ҡайҙа! Алкоголь баҙарын федераль һәм төбәк тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Вадим Дробиз әйтеүенсә, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй һыраһы ла һеүләп ултыра: былтырғы мәғлүмәттәр буйынса илдә 654 миллион декалитр һыра һәм 78 миллион декалитр һыра эсемлектәре һатылған. Был үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияның ҙур ихтыяж менән файҙаланыуы хаҡында һөйләй, ти ул, сөнки һыра беҙҙә нигеҙҙә нормативта ҡаралған тәбиғи ингредиенттарҙан, атап әйткәндә, 80 проценты ҡурҙан етештерелә. Шуға күрә, тип дауам итә ул, Рәсәй ҡулланыусыһы градус юғарылығы менән ҡыҙыҡтырған эсемлекте ҡабул итерме, юҡмы - әйтеүе ауыр. Ысынында иһә, таяҡтың ауыр башы шунда: бындай темптарҙа һәм ҡапма-ҡаршылыҡ шарттарында халыҡ араһында алколголь ҡулланыуҙы кәметеү һәм алкоголизмды иҫкәртеү буйынса дәүләт сәйәсәтенең 2010 йылдан алып ғәмәлдә иҫәпләнгән (?) ун йыллыҡ Концепцияһы, үкенес, бойомға ашырылмай ҡаласаҡ. "Демография" милли проекты буйынса ла алға китеш һиҙелмәй. Документта ҡаралыуынса, йән башына ваҡлап алкоголь продукцияһы һатыу йыл һайын 1,1 - 1,3 процентҡа, йәғни 2020 йылдағы 6,3 литрҙан 2022 йылға 6,15 литрға тиклем кәмеүгә табан барыу күҙалланһа, бөгөнгө көн иһә илдә алкоголь эсемлектәр етештереү һәм уның әйләнешен күҙәтеү тулыһынса тип әйтерлек монополистар ҡулында.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.19 | Ҡаралған: 478

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru