«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАНАН КҮРГӘН УҠ ЮНҒАН, ЙӘҒНИ ХИРУРГТЫҢ ХИРУРГ УЛДАРЫ МЕНӘН ӘҢГӘМӘ
+  - 


Ошо көндәрҙә танылған ғалим-хирург, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Вил Мамил улы Тимербулатовтың улдары, шулай уҡ профессорҙар, медицина фәндәре докторҙары Мәхмүт һәм Шамил Тимербулатовтар менән осрашып-аралашыу мөмкинлеге тыуҙы. Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусылары, дауалаусы хирургтар ҙа булған егеттәрҙең буш ваҡытын тотоп алыу ауыр булһа ла, улар "Киске Өфө" гәзитенә хөрмәт күрһәттеләр. Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған "Алтын скальпель" юғары наградаһын да яулаған хирургтар менән медицинаға бәйле һәм бик үк бәйле булмаған темалар хаҡында ла һөйләштек. Ә материалдың маҡсаты - уҡыусыларыбыҙға мәртәбәле, эшлекле, һөнәрле башҡорт ир-егеттәрен күрһәтеү.

Әйҙәгеҙ, ғәҙәти һорауҙан башлайыҡ: хирург һөнәрен атайығыҙ өлгөһөндә һайлағанһығыҙҙыр, шулай бит?

Мәхмүт Тимербулатов:
Беҙҙең иғтибар үҙәгенә башҡа һөнәрҙәр эләкмәне лә, ҡаралманы ла, тип әйтергә була. Бөтөн ғаиләбеҙ менән шул бер һөнәр, шул бер эш, бер темалар солғанышында йәшәгәсме, миңә, мәҫәлән, факультетты ғына һайларға ҡалды. Бала саҡтан табип һөнәренең абруйлы, яуаплы һөнәр икәнен аңлап үҫкәйнек бит инде.
Шамил Тимербулатов: Бала саҡтан беҙ өйөбөҙҙә атайҙың дуҫтарын, коллегаларын ғына күреп өйрәнгәнбеҙ. Ҡунаҡтар араһында ла һөйләшеү шул дауахана, ауырыуҙар, операциялар, төрлө медицина алымдары хаҡында барҙы. Шуға ла медицина беҙгә иң аңлайышлы өлкә булып тойолдо.

Һеҙ Өфө егеттәре бит инде, шулаймы? Бала саҡ хәтирәләре ниндәй?

Мәхмүт Тимербулатов:
Мин тыуғанда атай-әсәйем әле студенттар ғына була. Һуңынан улар йүнәлтмә буйынса Ишембай районының Маҡар ауылына эшкә ебәрелә. Әсәйем уҡытыусы, ә атайым һигеҙ ауылға берҙән-бер доктор булып хеҙмәт юлын башлайҙар. Мине мәктәп ашнаҡсыһына ҡалдырып йөрөйҙәр. Шул апайҙың алты улы менән аралашып, телем саф башҡортса асылып, ауыл малайы булып үҫтем. Унан Благовещен ҡалаһына күстек һәм унда ла атай-әсәй көнө-төнө эштә булды. Атайыбыҙ артынан теләһә ҡайһы ваҡытта "тиҙ ярҙам" машинаһы килеп етә ине. Хатта ҡунаҡҡа йә киноға киткәндә лә, ҡайҙалығыбыҙҙы белдереп, ишектә ҡағыҙ ҡалдырып йөрөйбөҙ. Әсәй киске мәктәптә лә уҡыта, дәрестәре төнгәсә бара. Ҡайһы саҡ атай артынан килгән машина яңғыҙ ҡалдырмаҫ өсөн мине лә алып китә лә, мәктәпкә индереп ҡалдыра. Унда иһә әсәйҙең дәрестәре бөткәнен көтөп, коридорҙа йөрөп торам. Шулай бик ҡыҙыҡлы үтте бала саҡ.
Мәктәптә уҡығанда ла шулай үҙаллы булынды. Атай-әсәйебеҙҙең минең һәм ҡустымдың дәрес әҙерләүҙәргә ҡыҫылғанын, нимәгәлер әрләгәнен, язаға тарттырғанын хәтерләмәйем. Шул уҡ ваҡытта уларҙы борсолдормаҫҡа, уларҙың ризаһыҙ ҡарашын тоймаҫҡа ла тырыштыҡ. Уларҙың шулай үҙҙәрен тотошлайы менән эшкә биреп, көйөп-янып йәшәүҙәре үҙе үк өлгө ине. Һәм ошо күренеш беҙҙе стимулда тотҡандыр ҙа инде.
Мин бала саҡта русса белмәй инем, русса аңламағанмындыр ҙа әле. Ишембайҙан Благовещенға күскәс, шул русса белмәү арҡаһында күңелһеҙ хәлдәр ҙә булғыланы. Рус телле балалар минән көлә лә, миңә иһә, намыҫымды яҡлап, дөмбәҫләшергә тура килә. Өфөлә лә беҙҙең ғаиләлә туған тел үҙәктә булды, өйҙә башҡортса аралаштыҡ. Һәр хәлдә, беҙ әле лә башҡортса аңлай, аралаша ғына түгел, уҡый ҙа, яҙа ла беләбеҙ.
Шамил Тимербулатов: Мин Өфө ҡалаһында тыуып үҫтем. Карл Маркс урамында йәшәп, эргәләге 3-сө мәктәпкә уҡырға йөрөнөм. Әлбиттә, миңә, кинйә бала булараҡ, йомшағыраҡ мөнәсәбәт эләкте. Ағайыма һалынған ҡайһы бер яуаплылыҡтар миңә эләкмәне, тиергә лә була.
Атай менән әсәй беҙҙе ниндәйҙер алымдар менән тәрбиәләп, иғтибар үҙәгендә тотоп үҫтермәһә лә, дөйөм кешелеккә хас бөтөн тәрбиәне лә биргән, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, бер туған ағай-ҡустыға татыу булыу, бер-береңде яҡлап, ҡарап алып йөрөү, йәлләй, аңлай белеү, әҙәп сиктәрен үтмәү, намыҫыңа ҡаршы бармау, башҡаларҙы кәмһетмәү, кешенекенә теймәү һәм башҡа һабаҡтар төп урында булды беҙҙең тәрбиә мәктәбендә. Беҙ был төшөнсәләрҙе атай-әсәйгә ҡарап, уларҙың ҡылыҡтарын күҙәтеп тә аңланыҡ һәм үҙебеҙгә һеңдерҙек.

Һеҙҙең ғаиләлә башҡорт донъяһында билдәле булған шәхестәр бар. Улар хаҡында һөйләй алаһығыҙмы?

Мәхмүт Тимербулатов:
Әлбиттә. Ғәзим Шафиҡов беҙҙең өләсәйҙең - Ғәлиә Ғәзиз ҡыҙының бер туған ҡустыһы, беҙҙең ғаилә ағзаһы икәнен ишетеп кенә түгел, ә уның менән күп йылдар аралашыуҙан беләм. Йәғни, уның башҡорт донъяһында айырым урын тотҡан шәхес булыуын яҡшы беләбеҙ. Әйткәндәй, өләсәйем Ғәлиә Ғәзиз ҡыҙының тормошо ла медицина институты менән тығыҙ бәйләнгән, ул утыҙ йыл нормаль анатомия кафедраһында ассистент булып эшләгән.
Ә инде олатайыбыҙ Рамаҙан Ҡотошевтың фронтовик-яҙыусы булыуы, уның әлеге 96 йәшендә лә яҙыу-һыҙыу өҫтәле артында ултырыуы, тормошон ҡәтғи эш тәртибендә тота алыуы беҙгә, йәш быуынға, шулай уҡ ҙур өлгө.
Беҙ атай-олатайҙарыбыҙ менән аралашып йәшәгән бәхетле быуын. Һәр кеше үҙен дәүерҙәр сынйырын тоташтырған шәжәрәнең бер өлөшө итеп тойорға тейеш, был бик мөһим, минеңсә. Мин, мәҫәлән, олатайҙарымдың Зәки Вәлидиҙең башҡорт ғәскәрендә һуғышҡанын беләм. Атайҙың олатаһы Сәхиулла Ғөбәйҙуллин Вәлидиҙе Төркөстанға тиклем оҙатып бара ла, Төркиәгә китергә теләмәй, кире боролоп ҡайта. Ә әсәйҙең олатаһы Ғәзиз мулла башҡорт ғәскәре муллаһы була, аҙаҡ эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, оҙаҡ йылдар Ҡырғыҙстанда йәшәргә мәжбүр була. Уның ҡатыны, оло өләсәйебеҙ Мөкәрәмә уҡымышлы Халиковтар тоҡомонан. Хәҙрәт ҡыҙы булғаны өсөн юғары уҡыу йортона эләгә алмаһа ла, аҙаҡтан, күп балалар әсәһе булғас та, юғары белем алып ҡуя. Бына шундай кешеләр була беҙҙең өләсәйҙәр, олатайҙар.
Шамил Тимербулатов: Мин олатайҙың башҡорт телен бөтөн байлығында белеүенә һәм шул байлыҡты ғүмер буйына һаҡлап йөрөтә алыуына һоҡланам. Үкенескә ҡаршы, беҙ туған телде бар нескәлегендә белеп етмәйбеҙ бөгөн. Ә бына Рамаҙан Ҡотошев кеүек кешеләр уны йәшәтә һәм килер быуындарға тапшыра ала. Шулай уҡ тарихты ла ныҡлап өйрәнеүселәрҙең береһе ул. Беҙ, бына, барыбыҙ ҙа табиптар, ә ғаиләнең рухи өлөшөн алып барыу олатай иңенә төшкән. Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, шул ваҡиғалар тураһында күп яҙҙы, хәҙер тарихи әҫәрҙәр ижад итә. Был хеҙмәт уның миссияһылыр ҙа, бәлки.
Минең бала сағым өләсәйем Ғәлиә Ғәзиз ҡыҙының атаһы Ғәзиз Шафиҡов тураһындағы хәтирәләр менән һуғарылған. Өләсәйем гел генә уның тураһында һөйләй, ә мин олатайҙы бер әкиәт батыры итеп күҙ алдына килтереп, иҫем китеп тыңлайым. Өләсәй 55 йәшендә эшен ҡалдырып, мине ҡарау өсөн өйҙә ултырҙы һәм беҙ уның менән һуңғы көндәренә тиклем бик дуҫ, хатта серҙәштәр булып ҡалдыҡ. Хәҙер әсәйебеҙ Асия Рамаҙан ҡыҙы беҙҙең балаларҙы шулай ҡыҙыҡлы тарихтарҙа, әкиәт-риүәйәттәрҙә тәрбиәләй. Өләсәйҙәрҙең йәш быуынды тәрбиәләүҙәге төп бурысы ошолор, моғайын.

Һеҙ икегеҙ ҙә Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған юғары награда - "Алтын скальпель"ға лайыҡ булғанһығыҙ. Һеҙ, Мәхмүт Вил улы, алтын скальпелде икенсе тапҡыр алғанһығыҙ, дүрт тапҡыр Рәсәй Президенты грантына эйә булғанһығыҙ, Франция хирургтары ассоциацияһы һәм Луи Пастер исемендәге Страсбург университеты дипломдары менән бүләкләнгәнһегеҙ. Ниндәй операциялар алып килде был уңыштарҙы?

Мәхмүт Тимербулатов:
Ғәҙәти булмаған операциялар, тиергә була. Асылда, операция ғәҙәти булғанда ла, ябай һәм еңел үтеп, ауырыу йәһәтерәк һауығып китергә тейеш. Әммә гел генә улай булмай, хирургмын тигән хирург ауыр осраҡтарҙа, йәғни ғәҙәти булмаған осраҡта ғәҙәти булмаған операция башҡарып, ауырыуҙы ҡотҡарып алып ҡалырға бурыслы. Хәҙерге ысынбарлыҡта Рәсәйҙә башҡарылған операцияларҙың етмеш процентҡа яҡыны инновацион технологиялар ярҙамында үтәлә. Бәләкәй роботтар, лапароскоп ҡорамалдар, йыһаздар менән башҡарылған операцияларға ла республикала иң беренселәрҙән булып тотонорға тура килде. Бәләкәй йөйлө операцияларҙан һуң ауырыуҙарҙың йәрәхәттәре тиҙерәк уңала, 2-3 аҙнала хәле яҡшыра. Бына ошондай уңышлы операциялар әлеге алтын скальпелгә хужа итте лә инде.

Һеҙҙең осраҡта был юғары награданы ниндәй операция алып килде, Шамил Вил улы?

Шамил Тимербулатов:
Тәүҙә өҫтәп китергә теләйем: Мәхмүт ағайым ябай хирург ҡына түгел, ғалим да. Ул 15 монография, 36 уйлап табыу, 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ә уның үҙе етәкселегендә генә 4 докторлыҡ, 13 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды. Ә миңә килгәндә, мин түллек биҙендә ун биш килограмлыҡ яман шеше һәм алғы ҡорһаҡ тышсаһында метастаз сығанағы булған 48 йәшлек ҡатынға ҡатмарлы операция яһарға баҙнат иттем һәм уңышлы башҡарып сыҡтым.

Һеҙҙең күҙәтеүҙәр буйынса нисек: хирург ҡулына ауыл халҡы күберәк килеп эләгәме, әллә ҡала халҡымы?

Шамил Тимербулатов:
Беләһегеҙме, проблема хатта "хирург ҡулына килеп эләгеүҙә" лә түгел. Проблема ауыл халҡының ниндәй ҙә булһа табип ҡулына килеп эләгә алмауында. Бөгөн күп райондарҙа дауалаусы табиптар һаны шул хәтлем ҡыҫҡартылды, үҙәк дауаханалар ябылды, ә ауырыусылар һис кенә лә кәмемәне. Баш ҡалаға килеп белгестәргә күренеү өсөн күптәренең мөмкинлеге лә юҡ. Хирург ҡулына улар, ғәҙәттә, "Тиҙ ярҙам" арбаһында ғына килеп етә һәм, үкенескә ҡаршы, күптәренә ярҙам һуңлай. Әле бына район дауаханаларын яңынан тергеҙергә тигән хәбәр бар, әгәр шул үтәлһә, бик шәп буласаҡ.
Мәхмүт Тимербулатов: Төбәктәре менән ниндәйҙер ауырыу төрөнә дусар булған райондар бар. Ундай райондарҙа дауаханаларҙы ябыу түгел, киреһенсә, киңәйтергә кәрәк тә бит. Мәҫәлән, Урал аръяғында рак "сәскә ата". Сибай-Учалы тирәләрендәге күрһәткестәр республика кимәлен дә уҙып китә. Халыҡ бит иң тәүге сиратта беренсе тикшереүгә мохтажлыҡ кисерә. Йәғни, ул үҙ хәлен үҙе белмәй һуңғы сиккәсә йөрөп тик ята. Ә хәле үҙен белдерә башлағанда ниндәйҙер аяулы дауалауҙар юлы ябылып өлгөрә. Ауырыуҙың торошон ваҡытында билдәләй алған белгестәр булғанда, улар уны артабан урындағы йәки республика дауаханаларына юллар ине. Ә республика үҙәктәрендә бер ваҡытта ла, бер ауырыуҙы ла кире ҡаҡмайҙар. Бары ауырыуға унда барып урынлашыу юлдарын һәм алымдарын өйрәтеп, йүнәлтеп ебәреүсе урындағы нөктәләр булһын. Бөгөн электрон яҙылыу мөмкинлектәре лә бар. Ошоно ла ҡулланып өйрәнһен ине халыҡ.

Бына һеҙ икегеҙ ҙә Башҡортостан дәүләт медицина университеты профессорҙары, студенттар менән дә эш итәһегеҙ. Ҡарап торғанда, медицина университетыбыҙҙа студенттар аҙ уҡымай, был иң абруйлы уҡыу йорттарының береһе тип әйтерлек. Ни өсөн табиптар етмәй һуң республикала? Ҡайҙа булып тора уҡып сыҡҡан белгестәребеҙ?

Мәхмүт Тимербулатов:
Шәп студенттар, ысынлап та белемле булған белгестәр тағы ла ҙурыраҡ ҡалаларға ынтыла. Мәскәү, Питер, шулай уҡ Себер ҡалаларына китә улар. Был, әлбиттә, эш хаҡына бәйле. Күпмелер белгестәр һөнәрҙәре буйынса эшләмәй. Беҙҙә бит атай-әсәйҙәр балаларын табиплыҡҡа уҡытыуҙы әллә ни урынына күрә һәм уларының теләге бармы-юҡмы, түләп булһа ла уҡытырға тырыша. Ундай студенттар этеп-төртөп булһа ла уҡып бөтә лә, дипломын аҡламай. Һуңғы йылдарҙа ауыл ерлегендәге докторҙарға миллион һумлыҡ ярҙам күрһәтелеүе йәштәрҙе ҡуҙғатты бер аҙ. Шундай ыңғай күренештәр белгестәрҙең райондарҙа ҡалыуына булышлыҡ итер ул, моғайын.
Шамил Тимербулатов: Шундай бер әтнәкәһе лә бар: республикалағы район дауаханалары урындағы хакимиәттәргә буйһонмай, улар туранан-тура Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡарай. Шунлыҡтан, хакимиәттәр районға ҡайтҡан табипҡа нисек ярҙам итергә белмәй. Улар был мәсьәләләрҙе юридик яҡтан дөрөҫ итеп башҡара алырға тейеш. Һәм ошо сетереклек тә һағайта йәштәрҙе.

Кемдәрҙе был һөнәрҙәге остаздарығыҙ тип иҫәпләйһегеҙ?

Мәхмүт Тимербулатов:
Медицинала уҡытыусыһыҙ, остазһыҙ булмай. Беҙҙең һөнәрҙә остаз хатта атай-әсәй менән тиң ҡуйыла. Ололар йәштәргә белемен, тәжрибәһен тапшырып ҡалдыра. Шунһыҙ мөмкин дә түгел. Һинең белгәнең, асыштарың, яңылыҡтарың үҙеңдән һуң да кешеләргә хеҙмәт итмәй икән, ул белем юҡ тигән һүҙ. Беҙҙең беренсе уҡытыусыбыҙ, әлбиттә, атайыбыҙ Вил Мамил улы. Атайыбыҙҙың дуҫтары, коллегалары ла ҙур ярҙам күрһәтте башланғыста. Ә инде айырып әйткәндә, мин үҙемдең остазым итеп Венер Ғәзиз улы Сәхәүетдиновты атап китер инем. Ул мине студент сағымдан уҡытты, практикала ла етәкселек итте. Үкенескә ҡаршы, уҡытыусыбыҙҙы быйыл һуңғы юлға оҙаттыҡ. Республика медицинаһы, башҡорт хирургияһы өсөн был ҙур юғалтыу булды.

Бөгөнгө студенттар һеҙҙең заман студенттарынан айырыламы? Хирург булырға теләүселәр күпме беҙҙә?

Мәхмүт Тимербулатов:
Бөгөнгө йәштәргә уҡыу күпкә еңелерәк бирелә. Уларға бер нәмәлә лә эҙләнергә кәрәк түгел. Бөтә әҙәбиәт ҡул аҫтында - интернетта. Йәштәрҙең мейеһе эҙләнеү, уйланыу өҫтөндә үҫешмәй, ә ҡайҙан табып алыу юҫығында ғына эшләй. Мәҫәлән, хирургияны алайыҡ. Әлеге студенттар араһында хирург булырға теләгәндәр бик аҙ. Ни өсөнмө? Сөнки улар үҙҙәренә файҙа килтерерҙәй өлкәне һайларға теләй. Сәғәттәр буйына операция өҫтәле артында тороуҙың хирург өсөн оло яуаплылыҡ икәнен дә белә. Элек был ниндәйҙер романтика, ярҙам итеү, файҙалы булыу идеялары менән һуғарылған булһа, бөгөн - юҡ. Бөгөн медицина ҡоро факттарҙа һәм дәлилдәрҙә генә ҡалған.
Шамил Тимербулатов: Әлеге мәлдә Американың үҙ йәштәре хирурглыҡҡа уҡымай. Уларҙа һиндтар, кореялылар, ҡытайҙар хирург булып эшләй. Америкалылар психолог, психиатр, диетолог кеүек белгестәр булып сығырға ынтыла. Был проблема беҙгә лә етеп килә. Бөгөн беҙҙең медицинала тажик халҡы бик әүҙем. Һинд студенттары, ярай, үҙ илдәренә ҡайтып китер, ә тажиктар бында ҡаласаҡ. Уларҙы башта беренсе звенола тотасаҡтар, унан яйлап, тәжрибә туплап, район-ҡала дауаханаларына ла тултырасаҡтар. Был хәл оҙаҡ көттөрмәйәсәк, сөнки бөгөн үҙебеҙҙең студенттар һаны ситтән килгән студенттар менән бер тигеҙ самала. Нисек кенә толерантлы һәм мәҙәниәтле булырға тырышҡанда ла, был күренеш һәм хәл табип һөнәренең баһаһын бермә-бер төшөрә.

Медицинаға ҡарата йәмғиәттең ҡарашы нисек? Быны һеҙ тояһығыҙмы?

Шамил Тимербулатов:
Беҙҙең заманда "медицина ярҙамы" тигән төшөнсә "медицина хеҙмәтләндереүе" тигән формала ғына ҡалды. Бөтөн юридик документтарҙа был шулай теркәлә. Һәм, ошоға ярашлы, йәмғиәттең дә, медиктарҙың үҙҙәренең дә ҡарашы үҙгәрә бара. Ауырыуҙар табиптан ярҙам һорап килмәй, ә хеҙмәтләндереүен генә талап итә. Мәҫәлән, официант һымаҡ йылмайырға, һатыусы һымаҡ, ауырыуҙың нимә теләгәнен тыңларға, һәм башҡалар. Табип быға тиклем дә ауырыуҙың хәленән һәм торошонан сығып эш итә ине бит инде. "Хеҙмәтләндереү" иһә уны был хеҙмәтен артистарса үтәргә мәжбүр итә.
Мәхмүт Тимербулатов: Йәмғиәттең тағы ла бер хата фекере бар: улар дауахана мине дауалай, табип ауырыуҙан ҡурсалай, тип уйлай. Үлем осрағында врач үлтереүсе булып сыға. Асылда, табип менән ауырыу ауырыуға ҡаршы бергә көрәшеүселәр булырға тейеш. Үҙ-үҙенә, сәләмәтлегенә, яҙмышына ҡул һелтәгән кешегә табип бер нисек тә ярҙам итә алмай. Былай ҙа, мәҫәлән, хирургия өлкәһе табиптары үҙҙәренә бер нисек тә ярҙам итергә теләмәгәндәргә әллә күпме көсөн, белемен сарыф итә. Ә күпме көс, препараттар әрәмгә китә? Сәләмәт булырға, йәшәргә, һау быуын ҡалдырырға теләгәндәргә күрһәтелә торған иғтибарҙы, күп осраҡта, ошо үҙҙәренә төкөрөп ҡарап йәшәгән, һуңғы мәлдә, йығылғас ҡына дауаханаға килеп юлыҡҡандарға бүлергә тура килә.

"Һәр хирургтың үҙ зыяраты була" тигән әйтемде ишеткәнем бар. Быны нисек аңларға?

Мәхмүт Тимербулатов:
Был уйһыҙ һәм аҡылһыҙ ғына әйтемдер, тип уйлайым. Бер хирург та ауырыуының үлемен теләмәй. Һәм күп осраҡта ауырыу табип ҡулынан түгел, ә ауырыуының табип ярҙам итә алырлыҡ сиктән үткән булыуы сәбәпле үлә. Үрҙә әйтелгәнсә, беҙҙең медицинаның гуманлы булыуы һәм ауырыуҙы һуңғы сиктә лә операция өҫтәленә һалырға ынтылыуы арҡаһында килеп сыға былар. Беҙҙә бөгөн операцияға алынған күп осраҡтарға сит ил хирургтары әйләнеп тә ҡарамай. Улар был осраҡта үҙҙәренең репутацияларын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырҙарын яҡшы төшөнә. Унан һуң, үлем осраҡтары дауахананың ниндәй булыуына ла бәйле. Травма үҙәге булған дауаханаға юл һәләкәте, янғын, төрлө ҡырҡылған, һынған яралыларҙы алып киләләр. Һәм бында һәләк булыуҙар күберәк тә килеп сыға. Хирург бындай ауырыуҙарға ниндәй осраҡта ла операция яһаясаҡ, "Юҡ, был пациент барыбер тере ҡала алмай", тигән һүҙҙе әйтә лә алмай ул, ә шунда уҡ эшкә тотона.
Әлбиттә, тормошта яуапһыҙлыҡ күрһәткән табиптар ҙа, ауырыуға ваҡытында ярҙам итмәгән осраҡтар ҙа бар. Кешелек факторын берәү ҙә инҡар итә алмай. Хаталанған осраҡта врач үҙ хатаһын төҙәтергә бурыслы. Сит илдә, мәҫәлән, "табип хатаһы" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡ. Уларса, табип тотонған икән, тимәк, ул барыһын да дөрөҫ башҡарған. Уларҙа ниндәйҙер үтә ҡырағай хаталар өсөн генә язаға тарттыралар. Ә беҙҙә уңышлы операциянан һуңғы хәл насарайыуы өсөн дә бишәр йыл суд юлдарын тапаған табиптар етерлек.
Һаман да сит ил менән сағыштырғанда, әйтәйек, уларҙа хирургтар ойошмаһы ҡул аҫтындағы табиптарын үҙҙәре контролдә тота. Берәй хирург бер нисә тапҡыр хата ебәрҙе һәм уның рейтингы түбән икән, уны ойошманан сығаралар һәм шул арҡала бер ергә лә эшкә алмайҙар. Ә беҙҙә медицина ишеге шар асыҡ, хирургтың кабинетына теләһә ҡайһы ваҡытта прокуратура ла, тәфтишсе лә килеп инә ала. Улар хатта табип ҡулынан ауырыу тарихын да тартып ала ала. Врачтың бер хоҡуғы ла юҡ.

Халыҡ медицинаһы үҫешә бара. Был дауалау ысулы фәнни медицинаны ҡыҫырыҡлай аламы?

Мәхмүт Тимербулатов:
Халыҡ медицинаһы һәм фәнни медицина йәнәш тороп эшләһә генә бер-береһенә файҙалы була ала. Халыҡ медицинаһы сирҙәрҙе иҫкәртеү сараһы. Уны ҡулланып, сәләмәт булырға һәм фәнни медицинаға бер ваҡытта ла мөрәжәғәт итмәҫкә мөмкин. Тик беҙҙең йәмғиәт ағзалары организмының бөтөн мөмкинлектәрен дә тотоноп, туҙҙырып бөткәс кенә табипҡа килергә ғәҙәтләнгән.
Халыҡ медицинаһы, ҡабатлап әйтәм, ярҙам итеүсе, сәләмәтлекте нығытыусы, ауырыуҙарҙы булдырмаусы бер йүнәлеш. Ә инде етди ауырыуҙар алдында ул көсһөҙ. Мәҫәлән, ниндәйҙер тамыр йәки үлән эсеп яман шеште бөтөрҙөм тигән хәбәргә ышанырға ярамай. Шулай уҡ, асығыу юлы менән сирҙән ҡотолдом, тип тә яҙалар. Асыҡҡанда, эйе, шеш тә яйыраҡ үҫә, сөнки уға энергия биреүсе аҙыҡ аҙ, тик ул бер ҡайҙа ла юғалмай, яйлап булһа ла ағзаларҙы емерә. Был юл менән тере ҡалыу мөмкин түгел. Ундай хәлдең тормошта булғаны ла юҡ. Барлыҡҡа килгән етди ауырыуҙы, ярҙам итерлек осраҡта, тик фәнни медицина ғына дауалай ала.
Шамил Тимербулатов: Бынан утыҙ йыл элек сирҙәрҙе дауалауҙың иң яҡшы юлы операция тип ҡарайҙар ине, хәҙер операцияға алып барып еткермәү ысулдарын эҙләйҙәр. Бөгөнгө хирургияла операциялар һаны аҙайғандан-аҙая бара. Әммә хирургия юҡҡа ла сыға алмай. Уға мохтажлыҡ ҙур. Әлеге яман шеш темаһына әйләнеп ҡайтҡанда, халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итеп, нимәләрҙер эскәйнем, шеш юғалды тип уйлау, ғәҙәттә, ярҙам итмәҫлек хәлдәргә алып барып еткерә лә инде. Ундайҙар күп килә беҙгә. Был хәл организмдың ваҡытлыса алданыуы ғына. Әйҙә, халыҡ медицинаһы менән дә дауалан, тик фәнни медицина ярҙамынан да баш тартма.

Элек ауырыуҙар аҙыраҡ, кеше сәләмәтерәк, ғүмер оҙайлыраҡ булған, тип һөйләргә яратабыҙ...

Мәхмүт Тимербулатов:
Бөгөн яңы барлыҡҡа килгән бер ниндәй ҙә ауырыу юҡ. Халыҡ борон сәләмәтерәк булған тип тә әйтә алмайым. Бары элек тәбиғи рәүештә көслө, һау балалар ғына йәшәп китә алған. Шул һау балалар ауырыуҙарға бирешмәгән, оҙон ғүмерле булған да инде. Мәҫәлән, бөгөн 500 грамм булып тыуған балаларҙы алып ҡалабыҙ, йәшәтәбеҙ. Бындай организм сәләмәт була аламы? Хатта аҡылы менән гений булғанда ла, ул йышыраҡ ауырыусан, йөрәк-үпкә-бауыр һымаҡ ағзалары үҙен йыш һиҙҙереүсән буласаҡ. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә була.
Шамил Тимербулатов: Элекке ҡарттар һау ҙа, хәҙерге йәштәр ауырыу, тип тә әйтәләр. Был да шулай аңлатыла: нисә бөртөк булған һуң ул оҙон ғүмерле, сәләмәт ҡарттар? Йөҙ баланан унауһы ҡалып, оло йәшкә етә алған, ә бөгөн йөҙ баланың туҡһаны йәшәй.

Хирург булыу һеҙҙең холоҡҡа үҙгәреш индерҙеме? Хирургтарҙа ниндәй уртаҡ һыҙаттар була?

Шамил Тимербулатов:
Табиптар араһында хирургтар иң тиҙ хәл итә ала торған төркөм, тип әйтергә була. Мәҫәлән, пациент күп ҡан юғалтып килде йәки операция барышында ниндәйҙер икенсе мәсьәләләр ҙә асыҡланды икән - һин бер нисә секунд эсендә был проблеманы хәл итергә бурыслы. Бер ниндәй паникаһыҙ, икенселәрҙән ярҙам көтмәйенсә, һалҡын аҡыл менән үҙеңә хәл итергә тура килә. Хирургтың ҡурҡыу тулы ҡарашын, аптыранған йөҙөн эргәһендәге ярҙамсылары ла күрергә тейеш түгел. Ул эмоцияларын эскә йәшереп, аныҡ күрһәтмәләр биреп, маҡсатлы эшләп өйрәнергә тейеш. Һәм бөтөн ошо үҙтәртип уның ҡанына ла, аңына ла һеңеп-ултырып, унан ҡаты холоҡло кеше яһай ҙа инде.

Ғаиләлә атай-әсәйҙәрегеҙ, туғандарығыҙ менән йыйылған ваҡытта күберәк нимәләр тураһында һөйләшәһегеҙ?

Мәхмүт Тимербулатов:
Беҙҙең дуҫлашҡан, аралашҡан кешеләребеҙ ҙә, ҡатындарыбыҙ ҙа медиктар. Шунлыҡтан, нимә хаҡында ғына һүҙ башланһа ла, ул шул медицина өлкәһенә килә лә ялғана.
Шамил Тимербулатов: Икенсе өлкәнән булған кешеләр менән аралашҡанда улар, ғәҙәттә, медицинаға ҡарата шелтә һүҙҙәре әйтергә ярата. Ул медиктарҙы тетә-тетә лә, "Ҡайҙа, ҡустым, телефоныңды яҙып бир әле", тип, номерыңды алып китә шулай ҙа. Шунан уларҙың "үҙ табиптары"на әйләнәһең инде.

Башҡорт мөхитенән һеҙгә нимәләр яҡын?

Мәхмүт Тимербулатов:
Мин башҡортса йырҙар тыңларға яратам. Концерттарға йөрөргә мөмкинлегем самалы, шунлыҡтан, телефонымда йырҙар йыйылмаһы йөрөтәм. Ял иткәндә тыңлап алам. Был миңә ниндәйҙер бер энергия бирә.
Шамил Тимербулатов: Мин дә шулай уҡ. Олатайыбыҙ Рамаҙан Ҡотошев бөгөн дә башҡара беҙгә халыҡ йырҙарын, ҡурайҙа ла һыҙҙыра. Атай-әсәйебеҙ менән башҡортса аралашабыҙ. Йыйып әйткәндә, башҡорт мөхитендәге бөтә нәмә лә үҙ, яҡын. Киләсәк быуындарҙы күҙаллап әйткәндә лә, хатта тел мәсьәләһендә ниндәйҙер ҡытыршылыҡтар булған хәлдә лә, милли үҙаң һәм рух, беҙгә һалынған тарихи мөһөр, ҡан көсө юғалырға тейеш түгел. Ул бер ҡайҙа ла юҡҡа сыға алмай. Беҙ рус, йәһүд йәки башҡа милләт булып, ҡушылып, юйыла алмайбыҙ, беҙ башҡорт булып тыуғанбыҙ икән, башҡорт булып ҡалабыҙ ҙа...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.11.19 | Ҡаралған: 761

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru