«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕҘҘЕҢ ИХАТАЛА НИҘӘР БАР?
+  - 


Ниһайәт, тиергәме, әммә милли проекттар ҡасандан бирле тормошҡа ашырылып килһә лә, бығаса улар буйынса ентекле отчет булғаны юҡ ине әле. Һәр хәлдә, быйыл сентябрҙә уларҙың үтәлеше ни бары 30 процент тәшкил итеүе асыҡланғас, барыһы ла аяҡҡа баҫты, шикелле. Хәҙер төрлө кимәлдә отчет тотҡан яуаплы кешеләр һәр ваҡыт милли проект тигән һүҙгә баҫымды нығыраҡ яһағандай.

Республика Башлығы Радий Хәбиров та был мәсьәләне даими күҙ уңында тота. Ошо көндәрҙә Хөкүмәт ултырышында "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса башҡарылған эштәр көн үҙәгенә сығарылды. "Башҡорт ихаталары" программаһы ябай ремонт ҡына түгел, уны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә һәр ихатала резиналы ҡатлам менән ҡапланған балалар һәм спорт майҙансыҡтары, контейнер майҙаны, транспортты парковкалау урындары, яҡтылыҡ сығанаҡтары булырға тейеш. Шулай уҡ территорияны йәшелләндереү, ял итеү өсөн эскәмйәләр ултыртыу, видеокүҙәтеү урынлаштырыу ҙа мөһим. Ләкин... БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, заявка бирелгән күләмдән ни бары сирек өлөш кенә ремонтланған, йәғни һандар теле менән әйткәндә, барлығы 400 ихата ремонтланырға тейеш булһа, был һан 107-не генә тәшкил итә. Был эштәрҙең ваҡытында башҡарылмауы төҙөлөш материалдары менән ваҡытында тәьмин итмәү һәм спорт, балалар майҙансыҡтарын килтереү тотҡарланыуға бәйле. Ошо сәбәпле 11 муниципалитетта эштәр бары тик декабрь урталарында ғына тамамланасаҡ, әле 19 муниципалитетта балалар майҙансыҡтары хәүефһеҙ резина ҡатламы менән ҡаплана. Әммә сәбәп шунда ғынамы икән? Миҙалдың икенсе яғын ҡарағанда, Бөрө ҡалаһында ихаталарҙы төҙөкләндереүгә тип бүленгән 9 миллион аҡса эҙһеҙ юҡҡа сыға. Быға хатта Радий Фәрит улы ла аптырауын йәшермәне. Ғәйепле табылырмы, юҡмы - билдәһеҙ, тик һәр муниципалитетта шундай суммалар юғала башлаһа...
Ә киләһе йылға бер ихата территорияһын төҙөкләндерергә финанстар 1,5 тапҡырға артҡан. Әлбиттә, был яуаплылыҡты тағы ла арттырырға тейеш. Шуға ла республика Башлығының эштәрҙең аныҡ графигын эшләргә ҡушыуы бик урынлы. Уға ярашлы, торгтар, контракт төҙөү ваҡыты аныҡ билдәләнеп, шул ваҡыттан да һуңға ҡалырға тейеш түгел. Һөҙөмтәлә, Радий Хәбировтың күҙаллауҙары буйынса, объекттар ҙа ваҡытында тапшырылырға, 2024 йылға тиклем республикала һәр ихата ремонтланырға тейеш. "Башҡорт ихаталары"на ҡағылышлы беренсе проблема ошо булһа, икенсеһе - башҡарылған эштең сифаты. Ошо көндәрҙә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров был йәһәттән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына һәм урындағы властарға ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе.
Был мәсьәләгә республика премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров та үҙенең ҡарашын еткерҙе: "Юлдар һалынмаған, ә ямалған, - тине ул. - Яңы ла, әммә әле үк иҫке кеүек күренә. Балалар майҙансыҡтары исем өсөн генә эшләнгән. Аҡсаны статистиканы күрһәтеү өсөн генә әрәм итергә ярамай. Ни өсөн ундай объекттарҙы ҡабул итәбеҙ? Халыҡ көлә бит. Әлбиттә, улар ошондай майҙансыҡтарға килеп, аҡсаны үҙләштергәндәр, тип кенә әйтәсәк, сөнки эш һөҙөмтәһе балалар ихтыяжын ҡәнәғәтләндермәй".
Вице-премьерҙың тәнҡите лә урынлы кеүек, әммә бында бер мөһим мәлде оноторға ярамай: "Башҡорт ихаталары" программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе ҡабул иткәндә ошо ихата территорияһында йәшәүсе халыҡ дөйөм йыйылышта һайлап ҡуйған вәкил дә ҡатнаша. Әгәр етешһеҙлектәр булып та, объект ҡабул ителә икән, тимәк, йә уны ҡурҡытҡандар, йә ул аҡса үҙләштереүҙә "өлөшсө" булып тора. Сөнки намыҫлы вәкил бер ваҡытта ла етешһеҙлекте күрә тороп, уны ҡабул итеү документтарына ҡул ҡуймаясаҡ, ә нисек тә булһа эште еренә еткереп башҡарыуға өлгәшәсәк. Хәйер, бында ошондай "вәкилдәр" менән матур ғына аңлатыу эштәре алып барылыуы ла ихтимал. Мәҡәләнең башында әйтеп киткәнсә, сентябрҙә милли проекттарҙың үтәлеше ни бары 30 процент ҡына тәшкил итә ине. Ә уларҙы, федераль программа булараҡ, тормошҡа ашырыу өсөн финанстар федераль бюджеттан да бүленә. Тимәк, программа өсөн бүленгән аҡса билдәле ваҡытҡа тиклем үҙләштерелеп бөтөргә тейеш, әгәр шулай булмаһа, киләһе йылға финанслау тап үҙләштерелмәгән сумма күләменә ҡыҫҡартылыуы мөмкин (үҙләштерә алманығыҙ, тимәк, ул сумма һеҙгә кәрәкмәй, икенсе төбәктәргә етмәй ҡалды). Юлдар, башҡа объекттарҙы ремонтлау темпы тап ошо йыл һуңы яҡынлаша башлағас йылдамланыуы ошоға бәйле түгелме икән? Иң мөһиме - аҡсаны үҙләштереп ҡалыу, ә сифат көтөп торор... Көҙ башында етәкселектең милли программаларҙың үтәлеше өҙөлөү ҡурҡынысы аҫтында булыуын күҙаллауы ла шулай уйларға мәжбүр итә.
Өфө ҡалаһына килгәндә, быйыл ошо программаға ярашлы күп фатирлы йорттарҙың 89 ихата территорияһы комплекслы төҙөкләндерелә, йәғни 279 бағана ултыртыла, 3 спорт майҙансығы, 41 балалар майҙансығы, 45 турник комплексы, 639 сүп һауыты, 330 эскәмйә һәм 511 видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыла. Автотранспорт өсөн 5 меңдән ашыу парковка урыны булдырыла. Әлеге ваҡытта 29 ноябргә тиклем 2020 йылға заявкалар ҡабул ителә. Был эште һеҙҙең өсөн кемдер килеп эшләүен көтөп ултырырға ярамай, ихатаны төҙөкләндереүгә заявканы идара итеү компаниялары ла, район хакимиәттәре лә, халыҡ үҙе лә бирә ала. Бының өсөн ни бары йыйылыш үткәрергә, программала ҡатнашыу тураһында ҡарар сығарырға һәм ҡала хакимиәтенә заявка тапшырырға кәрәк. Артабан инде эштәрҙең дөйөм күләме суммаһының 1 проценты халыҡтан йыйылһа, 94 процентын ҡаплауҙы республика үҙ өҫтөнә ала, 4 проценты ҡала ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла.
Тағы бер проблема - ул барлыҡ ошо эштәр башҡарылғандан һуң ихаталарҙың "хужаһыҙ" тороп ҡалыуы. Шул уҡ ваҡытта, йорт эргәһендәге территория дөйөм милеккә инә һәм уның хужалары булып милекселәр тора. Әммә үҙ милкен үҙе йәшәгән фатиры тип кенә күреп өйрәнгән ҡала халҡы, күрәһең, дөйөм милеккә ингән майҙанды һаман да үҙенеке тип танырға теләмәй. Һәм ҡуласа элеккесә әйләнә лә әйләнә: комплекслы ремонт эштәре башҡарыла, хужа юҡ, хужаһыҙ донъяла тәртип тә юҡ... Ә һеҙҙә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ниндәй фекерҙәр, ниндәй миҫалдар бар ошо эштәр буйынса? Яҙып ебәрегеҙсе әле.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 462

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru