«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРАЙСЫЛАР ИЛӘҮЕ ТҮҢГӘҮЕР ЫРЫУЫНАН БЕҘ
+  - 

Тикшеренеүсе Ю.С. Бикбов шулай уҡ түңгәүер-бөрйән бәйләнеше хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә: "Түңгәүерҙәр үҙҙәрен бөрйәндәр менән яҡын ҡәрҙәштәр, тип иҫәпләй, уларҙың уртаҡ ер биләмәләре булған һәм бар." Урман түңгәүерҙәренең иң боронғо ауылдары - Беренсе һәм Икенсе Асҡар, Ишҡол, Әхмәт, Мәһәҙей. Түңгәүер ырыуы башҡорттары бөгөн Башҡортостандың ете районының үҙҙәре нигеҙләгән ауылдарында, Һамар (Самара) һәм Һарытау (Саратов) өлкәләрендә йәшәй. Бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, үҫәргән ырыуҙары башҡорттары менән ҡатнаш ауылдарҙа йәшәгән түңгәүер вәкилдәре лә байтаҡ.
Этногенетик тикшеренеүҙәр түңгәүер ырыуы башҡорттарының ир-ат линияһы буйынса генофондында төрлө этник компоненттар булыуын асыҡланы. Уларҙа N1c1-M178 (60%), R1b-M343 (15%), C3-M217 (15%), R1a1-M198 (5%), I2a-P372 (5%) гаплотөркөмдәре вәкилдәре табылды. Тимәк, геногеография мәғлүмәттәре түңгәүерҙәрҙең ҙур бер өлөшөнөң, атап әйткәндә, генетик маркеры N1c1-M178 гаплотөркөмөнөң L1034 линияһына тап килгәндәренең, Себер уғырҙарына (ханты һәм манси), венгрҙарға, Үҫәргән, Уран, Мең, Ҡошсо, Салйоғот, Терһәк, Сырҙы башҡорт кландарына ҡәрҙәш булыуын раҫлай. Был боронғо Көньяҡ Урал башҡорттары этногенезында уғыр генетик субстратының ҡатнашыуына етди дәлил булып тора. Шулай уҡ түңгәүер кланында R1b-M343 гаплотөркөмө булыуы ошо боронғо ырыу кешеләренең ата-бабаларының урындағы сармат-алан ҡәбиләләре менән нәҫелдәш булып, шул уҡ генетик линияға ҡараған бөрйәндәр менән булған ҡәрҙәшлеген раҫлап тора. Күрәһең, Евразия киңлектәрендә башҡорт этнонимы аҫтында билдәле булған төрки ҡәүеме тап Көньяҡ Урал ерлегендә урындағы уғыр һәм сармат-аландарҙы үҙенә ҡуша алған.
Түңгәүер ырыуы башҡорттары дөйөм башҡорт тарихында лайыҡлы урын тота, улар үҙ хоҡуҡтары, ерҙәре, дини һәм милли йолалары өсөн туҡтауһыҙ тиерлек барған көрәштә бик әүҙем ҡатнаша. 1735 - 1740 йылдарҙағы оҙайлы башҡорт ихтилалы осоронда түңгәүер ырыуы башҡорто Күҫәп батыр Солтанғолов оло ихтирамға лайыҡ булған юлбашсыларҙың береһе була. Пугачев яуы осоронда Нуғай даруғаһында Түңгәүер олоҫоноң йөҙбашы Юлдыбай Бәкеров баш күтәреүселәр командиры булып таныла. XX быуат башында башҡорт ерле автономияһы өсөн барған хәрәкәткә түңгәүер башҡорттары ла дәррәү ҡушыла. Әбделкәрим ауылында тыуып үҫкән Хәбибулла Ғәбитов, заманына ҡарата төплө белемле кеше, шағир һәм публицист, 1917 йылда Башҡорт Үҙәк Шураһының башҡарма комитеты ағзаһы итеп һайлана, башҡорт милли хәрәкәтенең тәүге баҫма органы булған "Башҡорт" гәзитен нәшер итеүгә күп көс һала, ойоштороу, агитация эштәрендә әүҙем ҡатнаша. 1935 йылда репрессияға дусар булып, хөкөм ителә, 1938 йылда атып үлтерелә. Бөрйән-Түңгәүер кантоны рәйесе Мөхәмәтйән Булатов, хәрби эшмәкәрҙәр Заһиҙулла Ҡаҙнабаев, Шәмсетдин Яҡшыгилдин башҡорт хәрәкәтенең билдәле инсандары булып таныла. Түңгәүер башҡорттарының үҙенсәлекле ҡурайы ла була, был мөхит бик күп оҫта ҡурайсыларҙың, шул иҫәптән мәшһүр Йомабай Иҫәнбаев менән Ишмулла Дилмөхәмәтовтың тыуған төйәге.
Танылған башҡорт прозаигы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Яңыбай Хамматов, данлыҡлы көрәшсе Ғаззали Үтәшев, дәүләт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы Абрар Ярлыҡапов, дәүләт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған юрисы Рафиҡ Ғибәҙәтов, дәүләт эшмәкәре Әхмәт Хисмәтуллин, маһир ҡурайсы, халыҡ артисы Азат Айытҡолов, йырсы, халыҡ артисы Фәрит Бикбулатов, яҙыусы, ғалим-филолог Мирас Иҙелбаев, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин, композитор Рафиҡ Сәлмәнов, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, шағирәләр Айһылыу Йәғәфәрова һәм Гөлназ Ҡотоева, тарих фәндәре докторы, профессор Роза Буканова, биология фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Йәлил Һөйөндөков, ғалим-филолог Миңлеғәли Нәҙерғолов, Социалистик Хеҙмәт Геройҙары Килдебай Сөләймәнов, Абдулла Фәйзуллин һәм ошо бай тарихлы мөхиттә тыуып үҫкән башҡа бик күп зыялылар үҙ ырыуының данын бар Башҡортостанға таратты. Исемдәре аталмаған башҡа йөҙәрләгән хеҙмәт алдынғыларын, ғалимдарҙы, танылған мәғариф һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен, сәнғәт эшмәкәрҙәрен, тыуған төйәктәренең, Башҡортостан Республикаһының үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәрҙе тыуҙырған Түңгәүер ере.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
Өлөшләтә Ф.М. Сөләймәнов материалдары файҙаланылды.
(Аҙағы. Башы 46-47-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 501

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru