«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛ ҠОРТО - УЛ ИЛҺАМ СЫҒАНАҒЫ, УЛ МАТДИЛЫҠТАН КҮПКӘ ЮҒАРЫ ҺӘМ АҢЛЫ ДОНЪЯ
+  - 


Бөрйән бал ҡортоноң Башҡортостандың бик үҙенсәлекле тәбиғәт тереклеге икәнлеге иҫбатланған, ә бына был ҡорт төрөнә ҡурҡыныс янауы һәм уны һаҡларға кәрәклеге тураһындағы һүҙ яңы-яңы ҡуҙғала. Тәбиғәт байлығын сикһеҙ һәм мәңгелек тип уйлап күп яңылышлыҡтар эшләнгән кеүек, был ҡорт популяцияһы ла әрһеҙ һәм яуапһыҙ ҡарау арҡаһында юғалыу алдына баҫҡан. Бәхеткә күрә, был килеп тыуған бәләгә етди ҡараған һәм уны хәл итеү юлдарын тәҡдим иткән белгестәр бар. Бары уларҙы ишетергә һәм улар тәҡдим иткән хеҙмәттәргә аңлау, ярҙам һәм терәк булырға ғына кәрәктер. "Киске Өфө" гәзитенең түңәрәк ҡоронда был юлы шундай белгестәрҙең өсәүһе ҡатнаша. Улар: "Бөрйән бал ҡортон таҙа килеш һаҡлайыҡ" проектын тәҡдим итеп, Рәсәй Президенты грантына эйә булғандар - Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Химия институты доценты, ауыл хужалығы фәндәре докторы, химия фәндәре кандидаты Наилә ИШМОРАТОВА, ауыл хужалығы фәндәре докторы, биология фәндәре кандидаты Әғләм ШӘРИПОВ һәм Бөрйән умартасылар ойошмаһы етәксеһе Айытбай ДАУЫТОВ.

Бөрйән районында умартасылар ойошмаһы ҡасандан эшләп килә?

А. Дауытов:
Ойошма 2011 йылда барлыҡҡа килде. Уға тиклем айырым ғына ойошма булманы. Элегерәк бит инде был яҡта умартасылыҡҡа ҡарағанда солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеүселәр күберәк булды. Бөрйән халҡында һәм, ғөмүмән, башҡорт халҡында солоҡсолоҡ борондан килгән кәсеп булһа ла, колхозлашыу осоро уны ла юҡ кимәленә алып барып еткерҙе. Иртәнән кискәсә эштә йөрөгән кеше урманда солоҡ ҡарап йәки шәхси хужалығы менән иркенләп булышып йөрөй алманы. Шул сәбәпле шәхси хужалыҡтарҙа ҡорттар һаны артыҡ күп булманы, ә урмандағылары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды. Республикала Бөрйән ҡортсолары иң һуңғыларҙан булып солоҡтан умарталарға күсте. Был хәл үткән быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдарына тура килә. Ул заманда колхоз-совхоздарҙы ла умарталыҡтар тоторға мәжбүр иткәндәр һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы менән бер рәттән, бал тапшырыу ҙа бурыс итеп һалынған. Әммә солоҡ балының ҡәҙере булмаған, хаҡы ла бик осһоҙ баһаланған. Бөгөн замана ҡырҡа үҙгәреп китте. Беҙҙең ойошманың төп маҡсаты булып райондағы умартасыларҙы берләштереү тора. Район умартасыларына төрлө аңлатыу эштәре алып барыу, ярҙам итеү, ҡорт үрсетеү өлкәһендә белемдәрен үҫтереү.

"Бөрйән бал ҡорто" тигән легендар ҡорт ул ысынлап та шулай үҙенсәлекле ҡортмо, әллә бында мифтар, уйҙырмалар күберәкме?

Ә. Шәрипов:
Быны аңлар өсөн тарихҡа күҙ һалыу кәрәктер. Ҡасандыр әле беҙ йәшәгән төбәк Һуңғы боҙлоҡ дәүерен кисергән. Бынан ун ике мең йыл элек боҙлоҡ яйлап сигенә, ә тәбиғәт ҡабаттан терелә башлаған. Бына бер мәл йылы яҡта йәшәгән сама менән егерме бишләп төр бал ҡортоноң тик бер генә төрө һыуыҡ төбәктә йәшәргә "ҡарар" иткән. Бал ҡортоноң башҡа егерме дүрт төрө йылы яҡта тороп ҡалған, ә был ҡыйыуҙар йылы яҡтан һыуыҡ төбәккә табан ынтылған. Һыуыҡ шарттарға өйрәнеү-сынығыу нисәмә мең йыл барғандыр, был осорҙа нисәмә бал ҡорто һәләк булғандыр, быны әйтеүе ҡыйын. Әммә ҡаратырыш ҡорттар туҡтап ҡалмаған, артҡа сигенмәгән, бары тик алға ынтылған. Һәм барыбер ҡырыҫ шарттарҙа, ағас ҡыуышлығында йәшәргә ҡулайлашҡандар, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә саған-йүкәнең һутын алырға өйрәнгәндәр. Бына ошо ҡыйыу ҡорттарҙың иң һуңғы килеп еткән урыны - Башҡортостан ерҙәре. Урал тауҙары аша ары үтә алмаған улар. Бөгөн ошо тарихи ҡорттарҙың төп өлөшө Бөрйән ерлегендә һаҡланып ҡалған. Шуға улар "бөрйән ҡорто" исемен алған да инде. Аңлатыу урынһыҙ, үҫеш буйынса бөрйән ҡорто йылы яҡта ҡалған бал ҡорттары менән сағыштырғанда бер генә түгел, хатта ике-өс баҫҡысҡа юғары тора. Бына, әйтәйек, йылы яҡ ҡорттарының дошмандары һаман да ҡош-мош та һағыҙаҡ, ә бөрйәндәрҙең дошмандары айыу ҙа һыуһар. Шуға ла бөрйән ҡорттары үҙҙәре лә эрерәк, сағыуҙары ла көслөрәк. Ябай ғына аңлатҡанда - ошолар. Әйткәндәй, бөгөнгө көндә лә бөрйән ҡорттары кеше ярҙамына мохтаж түгел. Улар үҙҙәре ағас ҡыуышлығы табып урынлаша, ояны ҡышҡа әҙерләй, дошмандарына ҡаршы көрәшә ала. Бөгөн ер йөҙөндәге шулай үҙаллы көн күрә алған бик һирәк ҡорттарҙың береһе улар. Шуға улар менән эшләүе лә ауыр, кеше йоғонтоһона бирелеп бармайҙар, сағалар, "талашалар", һаман үҙҙәренсә эшләргә тырышалар.
Н. Ишморатова: Бөрйән районында бына шундай ижади ҡортсолар эшләй. Уларҙың тәжрибәһе, белеме, күҙәтеүҙәре һәм асыштары әллә нисә ғилми үҙәккә етәрлек. 2021 йылда Башҡортостанда ҡортсоларҙың Апимондия тип аталған бөтә донъя фестивале үтәсәк. Ҡортсолоҡ буйынса республиканың йөҙөк ҡашы, әлбиттә, Бөрйән районы буласаҡ. Бында күп нәмә эшләнә, әммә шул эшләнгәнде күрһәтеү мөмкинлектәре һәм ысулдары ғына етешмәйҙер, тип уйлайым мин. Һәм, бая әйткәнсә, Бөрйәндә иң таҙа һәм иң боронғо ҡорт популяцияһы - бөрйән бал ҡорто һаҡланған. Башҡа ерҙә бындай хазина юҡ. Сит илдәрҙә ниндәйҙер ҡорт төрөн һаҡлау өсөн хатта махсус утрауҙар тоталар. Ә беҙҙә улар тәбиғи рәүештә йәшәп ята. Әлбиттә, ҡунаҡтар быны күрергә теләйәсәк. Һәм беҙ уларҙы тейешле кимәлдә ҡабул итергә тейешбеҙ.

Бөрйән ҡортона бөгөн ниндәй хәүеф янай?

Ә. Шәрипов:
Иң ҡурҡыныслы хәүеф уларҙы сит ҡорттар менән буташтырырға тырышыуҙар. Сәбәптәрҙең береһе булып тәмле йүкә балы, дөрөҫөрәге, уның юғары хаҡы тора. Бөгөн бөрйән балының "Башҡорт балы" тигән бренды барлыҡҡа килде. Йәй көндәре туристар, ситтән килеүселәр күп. Балдың нимә икәнен белмәгәндәр ҙә даны сыҡҡан бөрйән балын алып китергә теләй. Ә умарта тотоусылар, ҡайҙа ғына йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, һораусыларға тап бөрйән балын биреп ебәрергә ынтыла. Шуға күрә ҡайһы бер сит район умартасылары үҙ умарталарын тейәп, Бөрйән сигендә урынлашҡан йүкәлектәргә килеп ултыра. Үкенескә ҡаршы, Рәсәй закондары умартасыларҙың был ҡыланышын бер нисек тә сикләмәй. Умарталыҡтың документлы, ҡорттары һау-сәләмәт, йоғошло ауырыуҙарһыҙ булыуы ғына шарт. Әлбиттә, сит район умартасыһы сит тоҡомло ҡорт менән килеп ултыра, улар, үҙ сиратында, урындағы ҡорттар менән ҡушыла, бутала башлай. Ошондай буташыуҙар арҡаһында бөрйән ҡортоноң тәбиғәте лә, холҡо ла, йәшәү рәүеше лә үҙгәреш кисерә. Бындай буталған күс урындағы һауа шарттарына ла яраҡлаша алмай. Улар йә ниндәйҙер ауырыуҙарға бирешә, йә ҡышты сыға алмай ҡырылып бөтә.
А. Дауытов: Бөрйән умартасыларын бөгөн тағы ла бер күренеш аптырата: улар ҡорттарына сит ҡорттар һөжүм итә тип аптырай. Бының да аңлатмаһы әлеге ҡырҙан килтерелгән ҡорттарға бәйле. Йылы яҡ ҡорттары оҙон йәйгә яраҡлашҡан, улар йыл әйләнәһенә тип әйтерлек сәскәләр араһында рәхәтләнеп йәшәүгә күнеккән. Улар ҡышҡа ла ни бары ике ай тирәһенә генә ябыла. Ә бөрйән ҡорттары өсөн йәй ҡыҫҡа, йүкә мәле бөттөмө - бал да бөттө тигән һүҙ. Беҙҙекеләр ҡышҡылыҡҡа ноябрҙән алып апрелгә тиклем бикләнә. Бына ошо оҙон ҡышты буталған ҡорттар үткәрә алмай бер була. Йә ваҡытынан алда шаулай-көжгөй башлай, йә оянан осоп сығып үләләр. Яҙ көнө лә аптырана улар, сөнки уларға сәскә юҡ, шуға күрә уларға башҡа умарталарҙы эҙләп табып, уларҙы талап, балдарын урлап ташыу юлы ғына ҡала. Был уларҙың ҡандарындағы ашамһаҡлыҡ бәләһе. Урындағы умартасылар үҙ ҡорттарын икенсе урынға күсереп тә, кейәләрен бөтөнләйе менән ябып та ҡарайҙар, тик "баҫҡынсыларҙан" ҡотола алмайҙар. Бына ошо талау-баҫыуҙар һуңғы йылдарҙың төп бәләһе булып тора.

Был мәсьәләне хәл итеү юлдары бармы?

Ә. Шәрипов:
Бар. Бына ошо бәләнән ҡотолоу маҡсатында беҙ эш башланыҡ та инде. Бөрйән бал ҡортон һаҡлау буйынса проект төҙөп, уны Рәсәй Президенты грантына тәҡдим иттек. Һәм еңеп сыҡтыҡ. Бөрйән район хакимиәтенә рәхмәт, ул беҙгә ер һәм лаборатория урынлаштырыу өсөн бина бирҙе. Район башлығы Рөстәм Шәрипов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов ҡортсоларҙың һәр йыйылышында ҡатнашып, беҙҙең эш менән танышып торҙо, беҙҙең эштең мәртәбәһен күтәрҙе. Беҙ йәй осоронда райондың иң таҙа умарталығы эргәһендә эшләнек. Үҙебеҙҙең ихлас рәхмәттәребеҙҙе ошо умарталыҡ хужаһы Йомағужин Рөстәмгә һәм уның атаһы Рафиҡ ағайға еткерәбеҙ. Уларҙың эскерһеҙ ярҙамы булмаһа, беҙгә үҙ эштәребеҙҙе башҡарып сығыуы бик ауыр булыр ине. Йәй осоронда беҙ таҙа тоҡомло ҡорт инәләре сығарҙыҡ һәм урындағы умартасыларға тараттыҡ. Тараттыҡ ҡына түгел, ә уларға алып барып урынлаштырып, күстең инәне ҡабул итеү-итмәүен тикшерҙек. Проекттың төп маҡсаттарының береһе - ябай умартасы менән ғалимдар араһында бәйләнеш булдырыу. Бөгөн күстәрҙең күпселек өлөшө ойошмаларҙа түгел, ә ябай ауыл умартасылары, йәғни һәүәҫкәр умартасылар ҡулында. Шуға күрә бөгөн һәүәҫкәр умартасыны бөрйән ҡортон һаҡлап алып ҡалыу эшенә йәлеп итеү мөһим. Бының өсөн уларға аңлайышлы һәм улар ҡабул итерлек эш ысулдарын тәҡдим итергә кәрәк. Шул осраҡта ғына бөрйән ҡортон һаҡлау мөмкинлеге бермә-бер артасаҡ. Бына быйыл йәй осоронда өс фән докторы һәүәҫкәр умартасылар менән бергә эшләне. Бындай эш ике яҡ өсөн дә отошло, ғалимдар умартасыларҙы өйрәтте, ҡайһы бер нескәлектәрҙе умартасылар төшөндөрҙө. Ошолай килешеп эшләгәндә генә беҙ дөрөҫ юл таба аласаҡбыҙ.

Бөрйән ҡорто өсөн халыҡ үҙе борсоламы һуң? Урындағы умартасылар үҙҙәре үҙ ауыл биләмәләре янындағы ер-һыуға килеп ултырыусыларға ирек ҡуя түгелме? Ә солоҡсолоҡ райондың ҡайһы өлөшөндә яҡшыраҡ һаҡланған? Бының өсөн ниндәй шарттар булырға тейештер?

А. Дауытов:
Урындағы умартасылар, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары сит умарталыҡтарҙы аңғарып ҡалыу менән улар эргәһенә барып, һөйләшеп-килешергә тырышалар. Хатта боронғоса ҡыуып ебәреп тә ҡуялар. Әммә, үрҙә әйтелгәнсә, әгәр умарталығының документтары, тейешле справкалары бар икән, Рәсәй гражданын ҡайҙалыр индермәҫкә берәүҙең дә хоҡуғы юҡ. Ошо сикләү ҡулды бәйләй ҙә инде.
Солоҡсолоҡ менән шөғөлләнеү өсөн ҡарағай урманы кәрәк. Урманда делянкалар күп булған ерҙәрҙән ҡорттар китә. Уларға йәшәү өсөн тыныс, кеше аяғы һил булған ҡарағайлыҡтар, ә бал йыйыуға йүкәлек һәм сағанлыҡтар булыуы шарт. Бөгөн солоҡ ҡорттарының ҡырағайҙары Аҫҡар-Ғәлиәкбәр төбәгендә күберәк тороп ҡалған.
Бөрйән ҡортоноң тағы бер "кире" үҙенсәлеге бар. Улар иркенлекте ярата, эргәләрендәге күстең яҡында булмауын хуп күрә. Умарталыҡта бер урынға йөҙ умарта ла ултырып була, был хәл уларға оҡшамай һәм шуға ла йыш ҡына күстәр уйламаҫтан күсеп сығып та китә. Оялар һаны бер урында илле-алтмыш баштан күбәйһә, ҡорттар сәбәпһеҙгә кәмей башлай. Ә йылы яҡ ҡорттары ҡыҫынҡы ғына урында ике йөҙ баш умарта булғанда ла тыныс ҡына йәшәй ала, хатта умарталар бер-береһенә терәлеп ултыра.

Лаборатория тураһында һөйләп китегеҙ әле? Ниндәй файҙа килтерәсәк был проект бөрйән ҡортона һәм Бөрйән умартасыларына?

Ә. Шәрипов:
Лаборатория эш башланы. Иң башта заман талап иткәнсә, компьютер, уға махсус программа, ошо программаға тура килгән сканер һәм башҡа өр-яңы ҡорамалдар һатып алдыҡ. Компьютер программаһы ярҙамында Ырғыҙлы ауыл биләмәһендәге ҡорттарҙың тоҡом хәлен асыҡланыҡ. Ырғыҙлы, Ҡотан һәм Мәҡсүт ауылдарындағы 17 умартасынан 304 ҡорт өлгөһө алдыҡ һәм тикшерҙек. Башҡа ауылдарҙан "Беҙҙекен дә тикшерегеҙ әле" тип алып киленгән 22 ҡорт өлгөһөн өйрәндек. Һөҙөмтәлә Ырғыҙлы ауыл биләмәһендәге ҡорттарҙың 75 проценты таҙа бөрйән ҡорттары булып сыҡты, ә бына ҡалған 25 процентының сит ҡорттар менән буташып өлгөргәне асыҡланды. Бөгөн был буталған ҡорттарҙан тиҙ арала ҡотолорға кәрәк. Ә бының өсөн ошолай эшләйбеҙ: күстең инәһен алабыҙ һәм таҙа бөрйән инәһенә алмаштырабыҙ. Ҡорт инәһе сығарыу эшендә лә яңы ысул ҡулландыҡ. Иң мөһиме, өмөтлө ыңғай һөҙөмтәләр бар.
А. Даутов: Киләһе йылдарҙа ҡорттарҙы тикшереү эшен район буйынса йылына бер тапҡыр булһа ла үткәреп тороу зарур. Әле Өфө ғалимдары менән ауылдар буйлап йөрөйбөҙ, умартасыларға мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар бындай иғтибарға шатланып китә, шөғөлдәренә дәртләнеберәк тотона, тигәндәй. Сөнки бөгөн күп умартасылар үҙ бәләләре менән үҙҙәре генә ҡалған, уларға иғтибар етешмәй, буғай. Шуныһы ҡыуандыра: бөтәһе лә "бөрйән ҡортон таҙа килеш һаҡлайыҡ" тип ихлас тора.
Бөрйән ҡортон таҙа килеш һаҡлау мөһимлеген урындағы халыҡ ҡына түгел, башҡалар ҙа аңлаһын ине. Бына йәй үткәргән тәжрибә миҫалдарын ғына алайыҡ. Бөрйән-Йылайыр сигендә сит район умартасылары килеп ултырҙы. Беҙ компьютер программаһы ҡулланып уларҙың да ҡорттарын тикшерҙек. Һөҙөмтәһе ҡыуанырлыҡ түгел: алып килеп ултыртылған ҡорттар йылы яҡ ҡорттары булып сыҡты.
Н. Ишморатова: Бөрйән популяцияһы ҡорттарының тағы бер "кире" һыҙаты - улар сит инәне ҡабул итмәй. "Инәне алмаштырыу" тигән аңлатма эсендә әле ул инәне күс ҡабул итерлек итеп урынлаштырыу кеүек оло бер хеҙмәт ята. Был тәңгәлдә беҙ феромон препараттарын ҡулланабыҙ. Нимә ул феромон? Миҫал өсөн бына беҙ һәр беребеҙ үҙ телебеҙҙә һөйләшәбеҙ, эйе бит, һәр милләт үҙ телендә аңлаша ала. Шуның кеүек, бөжәктәрҙең дә үҙ теле бар. Һәр бөжәктең үҙ теле! Улар химик формулалар аша сигналдар, йәғни еҫтәр ебәреп аңлаша. Һәр формулала үҙҙәренең генә молекулалары, шунлыҡтан уларҙы тик үҙҙәренеке генә төшөнә ала. Был уларҙың үҙ теле. Ошо химик формулалар феромондар тип атала инде. Бөжәктәр араһында иң ҡатмарлы тел бал ҡортонда. Уларҙағы химик формулалар тотош көйҙәр ансамбле булып тора. Инә ҡорттоң үҙенә генә хас формулалары бар, ул эш ҡорттары менән бер феромонда, балалары менән икенсеһендә, өсөнсөләре менән өсөнсө төрлө итеп йөҙгә яҡын төрлө "еҫтәр" сығара ала. Шулай уҡ инә ҡорттоң үҙ еҫе, эшсе һәм атай ҡорттоң үҙ еҫтәре бар. Инә ҡорт шундай һиҙгер, ул ошо еҫтәр буйынса күстә нимәләр барғанын, нимәләр үҙгәргәнен белеп тора. Шул уҡ ваҡытта инә ҡорт үҙе лә һәр ваҡыт "ҡалпаҡ" аҫтында. Уның янында һәр ваҡыт эйәрсәндәре йөрөй, инә ҡорт бер ваҡытта ла яңғыҙ ҡалмай. Эргәһендәге эйәрсәндәре уны ялап, еҫкәп кенә тора ла, ундағы бәләкәй генә үҙгәреште лә күскә тарата. Инә ҡорт ауырыймы, сәләмәтме, ҡаратайғанмы, берәй ере "һынмағанмы" (умартасы яңылыштан имгәтеүе бар), сөскөрмәйме-бышҡырмаймы - барлыҡ мәғлүмәт шундуҡ ғаиләгә хәбәр ителә. Әгәр ошо тикшереүселәр инә ҡорттоң еҫе башҡа йәки нимәһелер саҡ ҡына булһа ла икенсе төрлө икәнде аңғара икән, шундуҡ ихтилал ҡуба ла "инәне алыштырырға" тигән ҡарар ҡабул ителә. Һәм "яңы инә сығарырға" тигән фарман барлыҡҡа килә. Беҙ үҙ эшебеҙҙә бына ошо хәлде ҡулланырға уйлайбыҙ ҙа инде. Эш шунда: беҙ ошо химик формулаларҙы асыҡлау ғына түгел, хатта уларҙы эшләй алдыҡ. Бөгөн беҙ күс ҡабул итә торған феромондар менән йәш инәне эшкәртә һәм күскә ебәрә алабыҙ. Был һөҙөмтә бирә, ә шулай ҙа әле йөҙ проценты менән ышаныслы түгел. Бөрйән ҡорттары, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, бик ҡырыҫ, уҫал һәм характерлы ҡорттар, тип әйттек бит инде.

Бындай проект Башҡортостанда беренсе тапҡыр ҡаралалыр, шулай бит?

Н. Ишморатова:
Бына бында ултырған егеттәр ошо проектты тормошҡа ашырыу өсөн әллә күпме ваҡыт урындағы умартасылар менән аралашты. Карта төҙөп алдылар, бөтөн территорияны күҙәттеләр, өйрәнделәр, ҡорттарын тикшерҙеләр. Һәм бөтөн был хеҙмәтте урындағы халыҡты ҡаршы ҡуймай ғына, дуҫлыҡ-хеҙмәттәшлек мөнәсәбәттәрендә башҡарырға кәрәк ине. Быныһын да булдырҙы егеттәр. Бына ошо тикшереүҙәр күрһәткесе бөрйән ҡортон артабан һаҡлау өсөн иҫбатлау базаһы булып тора ла инде. Хәҙер беҙ ҡыйыу рәүештә "Был ерҙәрҙә таҙа бөрйән ҡорто ғына йәшәй һәм бында сит ҡорттарҙы индереү тыйыла!" тигән тәртипте ҡуя аласаҡбыҙ.
А. Дауытов: Был проект ысынлап та бик уникаль булып сыҡҡан икән. Беҙ быны хатта үҙебеҙ ҙә аңлап етмәгәнбеҙ. Проектҡа Рәсәй Пезиденты Путин ҡул ҡуйғас, уның програмаһы менән эшләй башлағас ҡына беҙ был хеҙмәттең ниндәй файҙалы һәм ҡиммәтле икәнен төшөнә барабыҙ. Әммә был башланғыс ҡына, уны дауам итеү өсөн дә сығымдар һәм дәүләт ярҙамы кәрәк. Шунһыҙ булмай. Йәки беҙгә ярҙам итерҙәй, башланғысты күтәреп алырҙай ойошмалар булһын ине. Мәҫәлән, түмәр-умарталар яһап, уға кәрәкле документтар тултырып патент алырға йөрөйбөҙ. Әлеге әйткән түмәр-умарта таҙа ҡорт инәләре алыу өсөн бик кәрәк. Беҙ өсәүләп йөҙгә яҡын түмәр-умарта эшләнек, ә күберәк эшләү өсөн ағас менән эш итә белеүсе оҫталар, ағас эшкәртеү станогы, транспорт, транспорт яғыулығы һәм башҡаһы кәрәк. Грант үҙ бурысын башҡарҙы: беҙ башҡаларға "бына ошолай эшләп була" тип проблеманан сығыу юлын күрһәттек, артабан бергәләп эшләргә кәрәк.

Инә ҡортто алмаштырыу, яһалма аталандырыу кеүек үҙенсәлекле эштәр өсөн махсус белгестәр талап ителәлер?

Ә. Шәрипов:
Был яңы заманса йүнәлеш буйынса мин Мәскәү өлкәһендә уҡып ҡайттым. Рәсәй буйынса 19 белгес белемен камиллаштырҙы, Бөрйәндән мин бер үҙем генә булдым. Күбеһе йылы яҡ умартасылары ине.
Баштан уҡ шуны әйтәйем: был йүнәлештә әле беҙҙең тәжрибә бөтөнләйе менән юҡ. Ә йылы яҡ ғалим-умартасылары был ысулды күптән ҡуллана һәм үҙҙәренә кәрәкле тоҡомдо кәрәкле кимәлдә үрсетә. Уларҙа һәр эштең үҙ белгесе бар. Берәү йәш инә сығара, икенсеһе ата ҡорттар өсөн яуаплы, өсөнсөһө аҙыҡ таратыу (шәкәр сиробы) менән мәшғүл һәм башҡаһы. Һәүәҫкәр умартасылар ҙа һәйбәт таҙа инәләр һатып алырға өйрәнгән, тоҡом талаптарына яуап биргән ҡорт инәләрен йөҙәрләп һатып алалар, мөрәжәғәт итеүҙәр йыл башында уҡ башлана икән. Беҙҙең умартасылар әлегә бал алыуға ғына эшләй. Бөгөн умартасылар араһында "селекционер" тигән яңы һөнәрмәндәр ҙә барлыҡҡа килергә тейеш. Алдынғы ҡарашлы, белемле йәштәргә мохтажбыҙ.

Кеше тарафынан бал ҡортона ниндәй мөнәсәбәт булырға тейеш?

А. Дауытов:
Быны аңлау өсөн тағы бер тапҡыр тарихҡа күҙ һалыу кәрәктер. Борон солоҡ тотҡан атай-олатайҙар солоҡҡа, бөрйән ҡортона, дөйөм әйткәндә, тәбиғәткә ихтирам һәм хөрмәт менән ҡараған. Солоҡтар тамғалы булған. Тамға - ул эйәле тигәнде аңлатҡан һәм ситтәр уға теймәгән. Хужаһы ҡортон айыуҙан һаҡлау өсөн солоҡ ағастарына туҡмаҡтар элгән, һыуһарға тоҙаҡ ҡорған. Ҡышлауға аҙығын да етерлек итеп ҡалдырған. Йәғни, үҙенә аҙыҡ, шифа биреүсе ҡортҡа һәм был шөғөлгә бик һаҡсыл ҡараған, тимәксемен.
Дөйөм әйткәндә, бал ҡортона иң беренсе хөрмәт һәм һөйөү булырға тейеш. Уларҙың тормошона тығылырҙан алда шул тормошто белеү, аңлау зарур. Китаптан уҡып ҡына алған белем менән күскә килеп йәбешеп булмай. Күҙәтеү, өйрәнеү, тәжрибә, белгәндәрҙе тыңлау арҡаһында ғына ҡорт донъяһын төшөнөргә һәм файҙаға тотонорға мөмкин. Миҫалға ғына алып ҡарағанда, күс йәшәгән умарта йәки солоҡ эсендә шул хәтлем таҙалыҡ, тәртип, ә һин унда бысраҡ ҡулың, еҫле ҡорамалдарың менән тотондоң икән, уларға оҡшамаясаҡ. Һинән һуң улар ояны тағы ла тәртипкә килтереп алыу өсөн әллә күпме көс һәм ваҡыт сарыф итәсәк. Шунлыҡтан, ҡортҡа ярағанса һәм оҡшағанса ғына эшләй белеү бик мөһим. Бының өсөн, әле әйткәнсә, өйрәнергә лә өйрәнергә. Ә бал ҡортонан бик күпте өйрәнергә була, улар шул ҡәҙәре аңлы һәм тәртип яратҡан бөжәктәр. Улар бер ваҡытта ла кешегә яраҡлашмаясаҡ, беҙ үҙебеҙ уларға яраҡлаша һәм улар теләгәнсә эшләргә бурыслы.

Быйыл йәй Бөрйәнгә Кореянан ҡортсолар килгән икән, тигән хәбәр булды. Ниндәй маҡсат менән сәфәр ҡылған улар һеҙгә? Осрашыу нисек үтте?

Н. Ишморатова:
Кореянан бер профессор, бер студент, бер аспирант килде. Уларҙы Ильясов Рөстәм менән Юнысбаев Урал тигән Башҡортостан егеттәре - белгестәр оҙатып йөрөнө. Улар бөрйән бал ҡортоноң гендары ысынлап та таҙа һәм боронғомо икән, тигәнде өйрәнергә килгән. Һәр хәлдә, оҙатып йөрөүселәр беҙгә шулай аңлатты. Беҙҙә генә түгел, Белорет, Яңауыл, Мәләүез райондарында ла булғандар. Өлгөләрҙе үҙҙәре алды һәм тикшереүҙе лә үҙҙәрендә үткәрәләр. Тикшереү үткән, әммә күрһәткестәрен әлегә әйтмәнеләр. Ғилми мәҡәлә яҙасаҡбыҙ һәм ебәрәсәкбеҙ, тип вәғәҙә иттеләр. Көтәбеҙ.

Бөрйән ҡорто менән шунда йәшәгән аҫаба халыҡ араһында ниндәйҙер тәбиғи бәйләнеш бармы икән? Ошо тоҡом ҡортон өйрәнеп фәнни эштәр яҙғанда, әҙәбиәттәр булдырғанда, әлеге уй килгәне булманымы һеҙгә?

Ә. Шәрипов:
Әлбиттә, бәйләнеш бар. Улар икеһе лә ошо ерлектең тереклеге. Ошо мөхиткә кеше лә, ҡорт та яраҡлашҡан һәм урындағы тәбиғәт уларҙың холҡона ла бер төрлөрәк йоғонто яһаған. Элекке колхоз-совхоз осоронда эштән һуң, төндә солоҡтарын ҡарарға тип егермешәр саҡрымға барып урап ҡайтҡан солоҡсоларҙы белә инем. Аҡса, тип түгел, ә, ҡортомдоң хәле нисек икән, айыу-фәлән теймәнеме икән, берәй ярҙам кәрәкмәйме икән, тип барып ҡайта ине бит улар. Бөгөн дә күптәр ҡорттарын ҡарап, уларҙың гөжләп осоуына бергә ҡыуанып, ауырып китһәләр, бергә "ауырып", дөйөм әйткәндә, улар менән бергә йәшәй. Бал ҡортона ғашиҡ бит ул умартасы-солоҡсо. Был уларҙың күңел торошо, тел менән әйтеп бирә алмаған эске бәйләнеше. Бал ҡорто ул мал да, байлыҡ та, мөлкәт тә түгел, ул - илһам сығанағы, матдилыҡтан күпкә юғары һәм аңлы донъя.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Бал ҡорттарын һеҙҙең кеүек яратһалар һәм хөрмәт итһәләр ине" тип өҫтәп ҡуйғы килә диалог аҙағынан геройҙарыбыҙға төбәп. Сөнки улар атҡарып килгән эш баһалап бөткөһөҙ, бындайҙы тик тәбиғәтте аңлаған, белгән һәм үҙ еренә сикһеҙ һөйөү менән йәшәгән патриоттар ғына булдыра алалыр. Күтәреп алайыҡ был башланғысты, ярҙам итәйек, мөмкинлектәр бирәйек. Шундай юғары фәнни хеҙмәтте артабан үҫтермәй һәм халыҡ мәнфәғәтенә тапшырмай әрәм итеп ҡуймаҫҡа ине...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 501

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru