«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЛДӘ "ЮЛДАШ" БАР
+  - 

Республика халҡын иртә таңдан кискә ҡәҙәр үҙ йыр-моңона сорнап, туған телдә һөйләп торған "Юлдаш" радиоһының сираттағы ҙур концерты баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтте. "Юлдаш Хит-2019" тамашаһы алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың төрлө төбәктәренән килгән йөҙәрләгән тамашасыларын моңло тауыштар, "Теге өсәү"ҙең тапҡыр шаяртыуҙары, шәп бүләктәре менән ҡыуандырҙы.

"Юлдаш Хит-2019" йылдың иң сағыу йырҙарын һәм йырсыларын радио тыңлаусылар биргән тауыштарға ярашлы билдәләне. Халыҡ күңеленә ятҡан утыҙ композиция араһында оло йәштәгеләр яратып тыңлаған ретро йырҙар ҙа, йәштәргә яҡын замансалары ла яңғыраны. Апрель айының хит-парадында иң юғары баҫҡысҡа "Арғымаҡ" төркөмө һәм Дәүләкән районының "Әхирәттәр" вокаль ансамбле башҡарыуындағы "Бибирәхилә" йыры күтәрелгән булған икән. Уларҙың сығышы халыҡсанлығы, ихласлығы менән тағы бер ҡат тамашасыны кинәндерҙе. Радио тыңлаусылар шулай уҡ моңло тауышлы Флүрә Үҙәнбаева, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ханов, Диана Ишниязова, Фәрүәз Урманшин, Азамат Тимеров, Алһыу Бәхтиева һәм уның улы Азамат Урманшин, Айҙар Ғәлимов ижадын юғары баһалаған. Шулай уҡ радио тыңлаусылар теләге менән фестиваль сәхнәһенә сығарылған Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡарыуында Заһир йыры, Башҡорт опера һәм балет театры артисы Иҙел Аралбаевтың Салауат арияһы, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе артисы Рафиҡ Хәсәновтың Мәрәһим йыры, М. Кәрим исемендәге Йәштәр театры артисы Гөлсөм Бикбулатованың Ғилмияза йыры милләттәштәр яратып йөрөгән спектаклдәр геройҙарын хәтергә төшөрөп кенә ҡалманы, бындай йырҙарҙың бер көнлөк түгел, ә һәр быуын кешеләренең дә күңеленә үтеп инер, оҙаҡҡа хәтерендә ҡалыр моң даръяһы икәнен раҫланы. Шулай итеп, кисәлә яңғыраған утыҙ йыр һәм уның башҡарыусылары "Юлдаш Хит-2019" фестиваленең лауреаттары исеменә лайыҡ булды. Ә бына "Юлдаш Хит-2019" фестиваленең "Йыл аранжировкаһы" номинацияһында - Илдус Дәүләтов, "Иң моңло йырҙар авторы" номинацияһында Юлай Үҙәнбаев еңеүсе тип табылды. Фестиваль сиктәрендә беренсе тапҡыр тапшырылған "Йыл шағирәһе" исеме бик күп популяр йыр юлдары авторы Зөһрә Ҡотлогилдинаға бирелде.
- Иртәнге сәғәттәрҙән алып "Юлдаш" радиоһын тыңларға өйрәнгәнбеҙ, уның менән бергә уянабыҙ. Өс егеттең тауышын ишетмәһәң, көнө буйы көйһөҙләнеп йөрөйһөң, - ти тамашасы, Башҡорт дәүләт медицина университеты педагогы Флориса Мусина. - Бына әле Венер Камалов йырланы, уны беҙ радио аша ла тыңлайбыҙ, "Башҡорт юлдаш телевидениеһы"ндағы "Тәмле" тапшырыуынан да яратып ҡарайбыҙ. Ә Фидан Ғафаров башҡарған Заһир йыры беҙ бала саҡтан ишетеп, тыңлап үҫкән йырҙарҙың береһе. Элек драма театрының һәр спектакленә транспорт туҡталышынан алып билет эҙләп, ҡулдан һатып алып, сират тороп йөрөй инек. Шул осор йырҙары менән бергә матур хәтирәләрҙе яңыртҡаны өсөн дә "Юлдаш" радиоһына рәхмәтлемен. Флориса Сабирьян ҡыҙының һүҙҙәрен Өфө ҡалаһынан тағы бер радио тыңлаусы Рәйлә Ишемйәрова ла хупланы һәм халыҡтың рухын, дәртен күтәрерлек йөкмәткеле тапшырыуҙар, мәғәнәле һәм моңло йырҙар яңғыратҡан "Юлдаш" радиоһы хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәрен белдерҙе. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, республиканың төрлө төбәктәренән, хатта алыҫ Баймаҡ, Хәйбулла райондарынан "Юлдаш Хит-2019" фестиваленә килеп еткән тоғро тыңлаусыларҙың барыһы ла тамашанан күтәренке кәйеф, дәрт-дарман туплап ҡайтты.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Юлдаш" радиоһы киләһе йыл үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. Ошо йылдар эсендә ул һәр башҡорттоң айырылғыһыҙ моңдаш дуҫына әүерелгән һәм киләсәктә лә үҙенең йырын йырлап, тарих арбаһында барырлыҡ булған халыҡтың аһәңле моңон бар донъяға ишеттереп эшләгән үҙәк булып ҡалһын.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.12.19 | Ҡаралған: 587

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru