«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘР ОШОЛАЙ БУЛЛА
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөнөң йөҙөк ҡашы булырҙай татыу ғаиләләре араһында "Йәш ғаилә-2019" ҡала конкурсы үтте. Ҡала хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты тарафынан 21-се тапҡыр ойошторолған конкурста һәр райондан һайлап алынған иң күркәм ете ғаилә ҡатнашты.

"Йәш ғаилә-2019" ҡала конкурсы ҡатнашыусы ғаиләләрҙең үҙҙәре менән таныштырыу ниәтендә ҡыҫҡа ғына видеояҙмалар күрһәтеү менән башланып китте. Калинин районынан Альбина һәм Илназ Вальтиндар ғаиләһендә Илдар менән Асҡар исемле ике шуҡ малай үҫеп килә, ә бына Дим районынан Инна һәм Айрат Ғабдрахмановтар Мира менән Риана исемле һылыу ҡыҙҙар тәрбиәләй. Совет районы намыҫын яҡлау хоҡуғы алған Ливиза һәм Наил Нәбиуллиндар балаларға туған телдәренә һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү тәрбиәләп үҫтереүҙең мөһимлеген аңлаған ғаилә һәм улар Азалия, Сәлим һәм Әмилә өсөн иң яҡшы атай-әсәй. Орджоникидзе районынан Евгения һәм Игорь Лоплаухиндар ғаиләһендә ике бала үҫә: улдары Илназ һигеҙенсе синыфта уҡый, ә ҡыҙҙары Злата мәктәп йәшенә етмәгән әле. Ленин районынан Эллина һәм Варис Тимерхановтар Самира менән Азалия исемле ҡыҙҙар, ә Октябрь районынан Лилиә һәм Илшат Хайбрахмановтар Аделина менән Арина исемле һылыуҙар үҫтерә. Киров районынан Маргарита һәм Рәмис Шафиҡовтар ғаиләһендә Дарина менән Тамерлан исемле сәнғәт һәм спорт һөйөүсе балалар тәрбиәләнә. Видеояҙмаларҙа һәр ғаиләнең тарихы һәм замандаш йәштәрҙең донъя ҡороуға, балалар тәрбиәләүгә, киләсәктәрен нисек итеп күҙаллауҙарына ҡарата булған ҡараштары ла асыҡ сағылды. Мәҫәлән, Ливиза һәм Наил Нәбиуллиндар был ярышҡа үҙ тиҫтерҙәренә ғаилә ҡороп йәшәүҙең ыңғай яҡтарын күрһәтеү һәм үҙ милләтеңдең һанын арттырыу мөһимлеген аңлатыу маҡсаты менән килгән. "Беҙҙең кейемдәрҙә девизыбыҙ яҙылған: "Тормошта иң мөһиме - ғаилә!" Йәштәр яңғыҙ йәшәмәһен, ғаилә ҡороп, илебеҙгә күберәк аҡыллы, иманлы, көслө рухлы балалар үҫтереп, ныҡлы нигеҙ төҙөһөндәр. Балалар тәрбиәһендә, иң мөһиме, атай-әсәй үҙе яҡшы өлгө күрһәтергә тейеш. Шуға татыу, сәләмәт һәм актив тормош алып барырға, туғандар менән аралашып йәшәргә кәрәк", - тигән фекерҙә Нәбиуллиндарҙың ғаилә башлығы. Әйткәндәй, уларҙың балалары баш ҡаланың 166-сы Башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй һәм туған телендә матур һөйләшә, йыр-бейеүгә маһирҙар.
Конкурстың икенсе өлөшөндә ғаиләләргә "Квиз, плиз!" тип аталған үҙенсәлекле уйын тәҡдим ителде. Улар ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төрлө өлкәләрҙән алынған викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Интернет селтәрҙәре аша танылыу яулаған блогер, дауаханала ҡайһы бармаҡтан ҡан алалар, Америка фильмдарының популяр геройҙары һәм артистары кеүек темаларҙан тыш, Башҡортостанға ҡағылышлылары ла яңғыраны. Бында күберәк атай-әсәйҙәр тырышлыҡ һалһа, балалар конкурстың һуңғы һынауы - "Өфө ун йыл үткәс" тигән һүрәт төшөрөүҙә әүҙемлек күрһәтте. Бөтә ғаиләләре менән бергәләп баш ҡалабыҙҙың һәм үҙҙәренең дә киләсәген һүрәтләне конкурсанттар.
Бына ошо тәү ҡарамаҡҡа ябай тойолған, әммә ижади ҡараш талап иткән һынауҙарҙы үтеп, Өфөнөң Дим районынан Шафиҡовтар ғаиләһе еңеү яуланы. Бөтә ғаиләләрҙе лә баш ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин һәм үҙенең исеменән уның урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тәбрикләне һәм рәхмәт хаттары менән бергә ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. "Беҙ һигеҙ йыл бергә, һәм бәхетле ғаилә нигеҙендә сабырлыҡ, хеҙмәт, аңлашып йәшәү һәм бер-береңә терәк-таяныс булыу ята, тип иҫәпләйбеҙ, - тине әңгәмәләшкәндә Рәмис Шафиҡов. - Эш беҙҙең ғаиләлә бик мөһим урын алып тора: ҡатыным Маргарита Башҡорт Опера һәм балет театры балеринаһы, бик йыш ҡына гастролдәрҙә йөрөй, ә мин һөнәрем буйынса проектлаусы инженер булып эшләйем. Ҡыҙыбыҙ Дарина ла ике йәш ярым сағынан алып балет менән шөғөлләнә, әсәһе менән "Анюта" спектаклендә бейей. Улыбыҙ Тамерлан каратэға йөрөй, һүрәт төшөрөргә, конструкторҙар төҙөргә, компьютер уйындарын ярата. Ә беҙҙе актив ял итеү төрҙәренә һөйөү берләштерә: ҡышын сана-саңғыла, йәйен велосипедтарҙа йөрөргә яратабыҙ".

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Йәш ғаилә-2019" конкурсы барышында балаларының киләсәген хәстәрләп йәшәгән маҡсатлы Өфө атай-әсәйҙәренә икенсе күҙлектән баҡтыҡ. Иңдәренә ҙур яуаплылыҡ алып икешәр-өсәр бала тәрбиәләгән, карьера һәм ғаилә араһында алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға ынтылған, еңел булмаған ҡала шарттарында үҙ урындарын тапҡан һәм тырышып донъя көткән йәштәребеҙгә ошо йөктө тартырға ярҙам итер саралар ҙа күрелергә тейешлеге көн кеүек асыҡ. Сөнки беҙҙең бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ улар ҡулында.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.19 | Ҡаралған: 652

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru