«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАҢ ТӘМӘКЕ ТАРТҺА...
+  - 


Рәсәйҙә балиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотҡан закон проекттары бер нисә тапҡыр Дәүләт Думаһына ҡарауға индерелһә лә, элек ул Хөкүмәттә хуплау тапмаған һәм проект авторҙарына ҡайтарылған булған. Әле был тәҡдимде Эске эштәр министрлығы индергән. Тәмәке тартҡан балаларҙың ата-әсәһенә һалынған штраф күләме аныҡланмай. Фәҡәт проектҡа ярашлы тәүҙә иҫкәртеү яһау, шунан һуң штраф, был да ярҙам итмәгәндә, бер нисә тәүлеккә ҡулға алыу тураһында һүҙ бара.

Балала тәмәке тартыу теләге ҡайҙан килеп сыға? Табиптар һәм психологтар иҫәпләүенсә, ысынында был организм, аң теләгән теләк тә түгел икән. Ябай ҡыҙыҡһыныу ғына. Бына ошонан ғына башлана икән баланың тәмәкегә ылығыуы. Ололарҙа күрә лә, тәмәке тартыу "круто", тәмәке нимәгәлер ярҙам итә, тәмәке һине үҙаллы, ҙур кеше итеп күрһәтә тип уйлай бала. Малайҙар, ғәҙәттә, 8-10, ҡыҙҙар 12-13 йәштәрҙә тәмәке тәмләп ҡарай. Хатта беренсе тапҡырында башы әйләнеп, ҡоҫоп ҡуйғанда ла ҡайһы бер балалар шаярыуын дауам итә. Бишенсе тартылған сигарет уларҙы үҙ тоҙағына эләктерә лә инде. Бишенсе-алтынсы тапҡырҙан һуң баланың тартҡыһы килә башлай. Артабан инде улын йә ҡыҙын был насар ғәҙәттән ҡотолдороу ата-әсәгә ауырға төшәсәк.
Һәр бала (бәлки, һәр үк түгелдер ҙә) үҙ ваҡытында тәмәке менән ҡыҙыҡһынып ала. Бындай хәлдәрҙе бөгөнгө ололар үҙҙәре лә хәтерләйҙер әле. Мәҫәлән, беҙҙең ғаиләлә тәмәке тартҡандар булманы, күрше-тирәлә лә. Шунлыҡтан, тәмәке тартҡан кешене лә күрмәй үҫтек. Бары телевизорҙа ғына боронғо урыҫ киноларындағы ирҙәрҙең өйҙә, мейес алдында йәки бүлмәлә тартҡанын ҡарап хайран була инек. Әсәйем шундуҡ: "Тьфү, йүнһеҙ урыҫ!" тип әрләмәй ҡалмай, шуғамылыр, был ғәҙәттең насар эш икәнен аңғара инек. Шулай ҙа тәмәке ҡыҙыҡһындыра бит! Магазинда апай-инәйҙәрҙең аҙыҡ-түлек алғанда айырым яулыҡтарына шул тәмле еҫле (махорка еҫе оҡшай ине) ҡаптарҙы тау итеп өйөп һалып бәйләгәнен ҡарап торам. Үҙебеҙгә лә алдыртҡым килә, тик кәрәге булмағас, алмайҙар. Минең ҡыҙыҡһынған сағым үҙемдән ике йәшкә оло ағайымдың да мауығыуы менән тура килә. Уға ике туған ағайым да ҡушылған. Быларҙың тартып ҡарарға теләүен мин дә хуплап, урам буйлап төпсөк эҙләшәм. Тик бер бөртөк төпсөк тә тапмайбыҙ. Ауылдың бар урамдарын, клуб, контора эргәләрен ҡарайбыҙ - юҡ. Ир-егеттәр шулай йәшереп кенә тартты микән? Ахырҙа мине магазинға ебәрҙеләр. Һатыусы "Кемгә?" тип һорай. "Атайыма", тием алдан өйрәтелгәнсә. "Атайың тартмай һинең, бындай йомошҡа әсәйең килһен", тип бора ла сығара апай. Ағайҙарым шулай ҙа тәмәкене таба, кемдекендер сәлдереп, тау башына менеп тартып ҡарайҙар. Береһе хәле бөтөп йығыла, икенсеһе ҡоҫоп ауырый, саҡ ҡайтып инәләр өйгә. Ә өйҙә үҙҙәренә туҡмаҡ эләгә өҫтәп. Тәмәке урлаған өсөн дә, магазинға барып йөрөгән өсөн дә (һатыусы ошаҡлаған) барыбыҙға ла өлөш сыға. Бындай хәлдәрҙең төрлө варианттары ғаиләләге туғыҙ баланың туғыҙы менән дә була, әммә уларҙың береһе лә тәмәкегә өйрәнмәй. Сөнки атай-әсәй тартмай. Был бик мөһим фактор. Ғаиләлә тәмәкенең йәки башҡа насар ғәҙәттең инеше юҡ икән, уның (тартып ҡарауының) ғүмере лә ҡыҫҡа булып ҡуя.
Ҡыҙым башланғыс синыфта уҡығанда бер әхирәтенә ҡунаҡҡа барып ҡайтты ла, күҙҙәрен шар итеп һөйләй: "Әсәй, Катяның әсәһе лә, өләсәһе лә балконда тәмәке тарталар". Бөгөн Катя 19 йәшлек ҡыҙ, һәм сигаретлы фотоларын интернетҡа ҡуйыуына ҡарағанда, шундай уҡ стажлы тәмәкесе лә. Уларҙың ғаиләһендә был ғәҙәти хәл итеп ҡабул ителгән икән, кем тыя ала уны, кем уға тәмәкенең йүнле нәмә түгеллеген аңлата йәки өйрәтә?
Йәғни, тәмәке кеүек тыйылған емешкә бала ынтылып ҡарарға мөмкин. Хатта атай-әсәй тарафынан профилактика алып барылғанда ла. Ул быны тиҫтерҙәренән айырылмайым тип тә, ҡыҙыҡһынып та, тәмләп ҡарағыһы килеп тә башҡарыуы бар. Был осраҡта атай-әсәй (ғөмүмән, баланың үҙ аҡылы менән йәшәй башлауына тиклем) айырыуса иғтибарлы булып, бәләне зыянһыҙыраҡ итеп үткәреп ебәреү юлдарын ҡарарға тейеш. Һөйләшеп-аңлашып, тартырға ынтылыуының сәбәптәрен асыҡлап, бала менән күберәк аралашып, аңлатыу эштәре алып барып һәм башҡалар. Тик быны тартҡан атай-әсәй башҡара алмай. Үҙең тартып та, балаға уны тыйыу мөмкин булмаған эш. 10 йәшендә ул өндәшә алмаҫ та, 13 йәшендә "Һин дә тартаһың бит" тиәсәк. Һәм ул хаҡлы буласаҡ.
Баланы тәмәкенән сикләүҙең иң ышаныслы юлы - спорт. Спорт менән тартыуҙың бергә була алмаҫын төшөндөрөп тороусылар бер атай-әсәй генә булмаясаҡ унда. Тренер ҙа шуны тылҡыясаҡ, бергә шөғөлләнгән иптәштәре лә сәләмәт тормош алып барыусылар була. Шунлыҡтан, спорттың ниндәй төрөн һайлаһағыҙ ҙа отасаҡһығыҙ, балағыҙ сәләмәт тә, шөғөллө лә буласаҡ.
Ә инде балаһы тәмәке тартҡан өсөн атай-әсәйҙәргә штраф һалыуға килгәндә, фекерҙәр икегә бүленеп китә. Берәүҙәр, был закон тәмәке тартыусы балалар һанын кәметмәйәсәк, ә бары атай-әсәй менән бала араһында конфликт ҡына яһаясаҡ тиһә, икенселәр "Һалһындар әйҙә, балаларын ҡарарҙар аҙыраҡ", тип өҙә һуға. Үрҙәгене тағы ҡабатлағанда, урамда тәмәке тартып тороусы 10-15 йәшлектәр тап ана шул атай-әсәйе тарафынан "онотолған" балалар бит инде. Ғаиләһенә көн дә ниндәйҙер ваҡыт бүлгән, кистәрен ваҡытында өйҙә булыуҙы талап иткән, аралашҡан дуҫ-иштәрен белгән, ул йәки ҡыҙының тормошонда ниндәйҙер роль уйнаған атай-әсәйҙең балаһы тәмәкегә ылыҡмаясаҡ та. Сөнки уға тәмәкенән күпкә ҡыҙыҡ, файҙалы, фәһемле башҡа нәмәләр барлығын аңлатыусы, күрһәтеүсе бар.
Ә шулай ҙа Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста был ҡағиҙә 2021 йылда ғәмәлгә инергә мөмкин. Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә үҫмерҙәрҙең 15 проценты тарта, ә ун йыл элек был күрһәткес 12 процентҡа тиң булған икән. Ә инде Наркология буйынса милли үҙәк һәм Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Наркотиктар һәм енәйәтселек буйынса идаралығы делегацияһы үткәргән тикшереү бөтөнләй башҡа һандарҙы күрһәтә: анкета аша биргән яуаптарҙа 15-16 йәшлек мәктәп уҡыусылары араһында малайҙарҙың - 37 һәм ҡыҙҙарҙың 22 проценты көн һайын тартыуын таныған! Күрәһең, был тәңгәлдә хатта аныҡ һандар ҙа билдәле түгел. Өлкәнәйә башлағас, бындай үҫмерҙәрҙең һаны тағы ла арта төшә: шул уҡ сығанаҡтар раҫлауынса, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарындағы студенттар араһында тәмәке тартҡан егеттәр - 75, ә ҡыҙҙар 55 процентҡа етә. Һәм шул уҡ ваҡытта, был закон ҡабул ителгән хәлдә лә, уның үтәлеше ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай ҡалмаясаҡ. Оло кешегә тыйылған урында (мәктәп йәки дауахана эргәһендә, балалар майҙансығында, транспорт туҡталышында һәм башҡа ерҙә) тәмәке тартҡаны өсөн полицейскийҙар протокол төҙөй һәм штраф һалырға мөмкин. Балалар уйын биләмәһендә тартып торған өсөн балиғ булғандар 2-3 мең һум, ә ҡалған урындарҙа 500 һумдан алып мең ярым һумғаса штраф түләй. Бына ошолай тип яҙыла ҡағыҙҙа, ә ысынбарлыҡта нисек булыр икән?
Көн дә һаҡлыҡ банкы эргәһенән эшкә үтәм, банк хеҙмәткәрҙәре гөрләшеп тороп биналары алдында тәмәке тарта. Эргәлә поликлиника - табиптар борхота. Исмаһам, эш урындарында берәй бүлмә булдырһындар ине тәмәкеселәр өсөн, юғиһә, аҡ халаттағы ҡатын-ҡыҙҙың бөршәйеп көйрәтеп тороуын ҡарап тороу аяныс. Ә бәлиғ булмаған үҫмерҙе ошондай шөғөл менән булышҡанында туҡтатып, полиция уның исем-шәрифен һәм атай-әсәйенең шәхесен асыҡларға тейеш. Әгәр ҙә бала быны әйтергә теләмәһә, уны һис тә мәжбүр итергә ярамай. Бала хоҡуғы тигән нәмә бар, шуға күрә хоҡуҡ һаҡсыларының "бәләһенән баш-аяҡ" тип, тартҡан баланы күрмәмешкә һалышыуы ла бик ихтимал. Ҡайһы бер фекерҙәр буйынса, балаларҙың тәмәке тартыуына ҡаршы көрәштәге иң йоғонтоло ысул - тәмәкегә хаҡты күтәреү. Йәнәһе, бала уны килеп һатып ала алмаҫлыҡ булһын. Әле иң арзан ҡап 80 һум тора, быны, әлбиттә, уҡыусы ла, студент та һатып ала ала. Тик был ғына проблеманы хәл итә алмаясаҡ, минеңсә. Күрәһегеҙ - һорау асыҡ ҡала...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.19 | Ҡаралған: 481

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru