«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО ӨФӨБӨҘГӘ АСЫҠ ҺАУАЛАҒЫ МУЗЕЙ-ТӘҘРӘ АША БАҠ!
+  - 


Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров билдәле башҡорт археологы Нияз Мәжитовтың Өфө-2 ҡаласығындағы тарихыбыҙҙың яңы биттәрен асыу буйынса башлаған мөһим эшен дауам итеү маҡсатында 2024 йылға тиклем Өфөлә этноүҙәк төҙөү тураһында белдерҙе. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләшеү өсөн редакцияға "Боронғо Өфө" Республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Гәүһәр БАТТАЛОВАны һәм археология бүлеге мөдире Марсель ШӘМСЕТДИНОВты саҡырҙыҡ.

"Ниһайәт!" тип ҡабул иткәндер, моғайын, һәр кем был ҡыуаныслы яңылыҡты, сөнки боронғо башҡорт ҡалаһы тураһында күптән һөйләйбеҙ, уның асыҡ һауалағы музейын булдырыу идеяһы ла күптән күтәрелә килә. Әммә уларҙы тормошҡа ашырыу ниндәйҙер кимәлдә тотҡарланып килде. Әлеге көндә ойошма ошо стратегик планда әйтелгән маҡсаттарҙы үтәүгә тотонорға әҙерме?

Г. Батталова:
Был идея менән күптән янып йәшәйбеҙ. Музейыбыҙ 2011 йылда ғына төҙөлөп, бер ярым штат, бюджеттан бүленгән 200 мең һум аҡса менән генә башлаған эштең бөгөн яңы кимәлгә күтәрелеүенә бик шатбыҙ. Аллаға шөкөр, әле штатта 16 кеше эшләйбеҙ һәм 8 йыл ғүмеребеҙ, тимәк, юҡҡа йәшәлмәгән. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: был республиканың 2024 йылға тиклемге стратегик планына өс проекты ингән берҙән-бер музей, берҙән-бер учреждение. Өфө-2 ҡаласығының ҡайҙа урынлашҡаны, уның ниндәй уникаль икәнлеге тураһында күп һөйләнек, халыҡ-ара симпозиумдар ҙа үткәрҙек, күргәҙмәләрҙә сығыш яһайбыҙ, китаптар, открыткалар сығарабыҙ. Ниһайәт, реаль, күҙгә күренгән эштәр эшләргә ваҡыт етте. Шуныһы бик тә ҡыуаныслы.
Бөгөнгә археология паркын төҙөү өсөн нимәләр эшләнгән: беренсенән, уның урыны билдәле. Әхмәтзәки Вәлиди - Салауат Юлаев проспекты - Пушкин - Яңы күпер урамдары менән сиктәш квадратта 0,8 гектар ер музей-ҡурсаулығына бирелгән. Ләкин, белеүегеҙсә, был ер федераль закон тарафынан һаҡлана, шуның өсөн унда ҙур күләмле музей комплекстары төҙөргә ярамай. Төрлөсә уйлап, Мәскәүгә барып, Кремль янындағы Иванов майҙанындағы Иванов археология тәҙрәһен ҡарап, нисек эшләгәндәрен өйрәнеп, кәңәшләшеп, үҙебеҙсә хәл иттек: Өфө-2 ҡаласығында һаҡланған артефакттар һәм мәҙәни ер ҡатламдары - һәйкәлдең иң ҙур байлығы. Шуның өсөн беҙ 4 метрға яҡын ер ҡатламын Иванов майҙанындағы тәҙрә рәүешендә мәңгеләштереүҙе үҙебеҙҙең маҡсатыбыҙ итеп ҡуйҙыҡ. Ул республика өсөн, әлбиттә, яңы күренеш буласаҡ. Шунан һуң, парк өсөн 0,8 гектар ғына етмәйәсәк һәм ҡаласыҡ территорияһында урынлашҡан икенсе 0,7 гектар майҙанды үҙебеҙгә теркәтеү буйынса эш алып барабыҙ. Исмаһам, 1,5 гектар ер булһа ла бик һәйбәт, тип уйлайбыҙ, сөнки археология паркы тигән ҙур, яңғырауыҡлы атама ҡуйғас, ул ысын мәғәнәһендә парк булырға, унда кешеләр килеп ял итергә тейеш. Төрлө саралар үткәреү өсөн амфитеатр ҙа эшләмәксебеҙ. Ғөмүмән, ул ябай ғына парк булмаясаҡ, күҙаллауыбыҙса, террасаларға бүленеп, ер ҡатламдары һымаҡ итеп эшләнәсәк. Идеяһы бик үҙенсәлекле һәм матур, ысынбарлыҡта күрергә яҙһын.
Шунан һуң, Сәғит Агиш урамында 3 гектарҙан ашыу еребеҙ бар. Унда "Атайсал - ата-олатайҙар ере" асыҡ һауалағы музей буласаҡ. Хыялыбыҙҙа был территорияла нимә генә төҙөмәнек инде! Егеттәр менән: "Беҙ хәҙер архитектура проекттарын эшләү һәм уйлап табыу буйынса беренселәр рәтендәбеҙҙер, моғайын", - тип үҙебеҙҙән көләбеҙ. Унда "Каруанһарай"ҙы ла, "Самрау"ҙы ла, 2008-2010 йылда Өфөнөң тарихи йорттары һүтелгәндән һуң, уларҙы ошо ерҙә ҡабаттан төҙөүҙе лә тәҡдим иттек. Әле нимә тип уйлайбыҙ: туристар Өфөгә килә, ләкин улар барыһы ла башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәргә - Бөрйәнгә, Баймаҡҡа, Хәйбуллаға һ.б. райондарға барып етә алмай. Бының өсөн бик күп ваҡыт һәм сығымдар кәрәк. Беренсенән, йыраҡ, икенсенән, инфраструктура әҙер түгел, ҡунаҡхана мәсьәләһе лә хәл ителмәгән. Шуның өсөн, уйланыҡ-уйланыҡ та, ул идеяны күптән күңелебеҙҙә йөрөтә инек, Өфөнән сыҡмайынса, ошо урында ғына Башҡортостаныбыҙҙы тотошлай күрһәтәйек, тигән фекергә килдек. Үҙебеҙсә республика картаһын дүрт төбәккә бүлдек. Республиканың төрлө урындарында хатта йорттарҙы бер-береһенә оҡшамаған итеп, төрлөсә төҙөйҙәр: тәҙрә ҡапҡастары икенсе, бүрәнәләрҙе нисек итеп киҫеп, юнып һалыуҙары ла айырыла. Мин үҙем төньяҡ-көнсығыштан, тамбурлы алъяпҡыстарыбыҙ, күлдәктәребеҙ, күҙ яуын алырлыҡ биҙәктәребеҙ шул тиклем оҡшай үҙемә! Ә баймаҡтарҙың кейеме бөтөнләй икенсе төрлө. Шуға, ошо майҙансыҡты бүлеп, республиканың дүрт төбәге халҡының көнкүрешен күрһәтмәксебеҙ. Шул уҡ ваҡытта уларҙы тағы ла тематик өлөштәргә бүләсәкбеҙ. Мәҫәлән, халҡыбыҙ умартасылыҡ менән данлы. Унда мотлаҡ рәүештә умарталар, солоҡ та, түмәрҙәр ҙә буласаҡ һәм шунда уҡ нисек итеп башҡорт балын алғанды күрһәтәсәкбеҙ. Тағы нимә күрһәтә алабыҙ? Данлыҡлы башҡорт йылҡыларын! Ошонда нисек итеп ҡымыҙ бешеүҙе, нисек итеп йылҡы итенән ҡаҙы эшләүҙе күрергә мөмкин буласаҡ.
Өсөнсөһө - һөнәрселәр. Ниндәй генә оҫталар юҡ арабыҙҙа. Ул балсыҡтан көршәктәр эшләү булһынмы, ағас эшеме, күндән, йөндән әйберҙәрме һ.б.
Дүртенсеһе - һунарсы өйө. Һунарсы, балыҡсы, ҡошсолар - улар барыһы бергә бер урында буласаҡ. Өфөнән бер ҡайҙа ситкә сыҡмайынса, башҡорт халҡының көнитмешен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен - барыһын да бер урында күрһәтергә буласаҡ.
М. Шәмсетдинов: Өсөнсө проектыбыҙ - археология депозитарийы. Белеүебеҙсә, бөгөн республикала 3 меңдән ашыу археологик ҡомартҡы бар. Әлеге көндә уларҙы һаҡлау өсөн урын етешмәй. Республика музейҙарында ла ундай фондтар - һаҡлау урындары юҡ. Шуға күрә беҙгә ҙур депозитарий кәрәк. Ул саҡта барлыҡ ҡомартҡылар бер урында һаҡланасаҡ. Әгәр депозитарий Волга буйы федераль округының икенсе берәй төбәгендә төҙөлһә, беҙҙең археологик ҡомартҡыларыбыҙ унда сығарыласаҡ. Быға юл ҡуймаҫ, уларҙы үҙебеҙҙә һаҡлар өсөн ошо проектты тормошҡа ашырыу зарур. Был күргәҙмәләр үткәргәндә лә уңайлы, сөнки экспонаттар ҡул аҫтында буласаҡ.
Г. Батталова: Ике йыл элек Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы 3 мең квадрат метрҙағы археологик депозитарий төҙөү тәҡдиме менән сыҡҡайны. Унан күренеүенсә, әгәр республика проект-тикшеренеү эштәрен үҙ өҫтөнә алһа, проект Федераль адреслы инвестиция программаһына индерелә һәм төҙөлөш өсөн аҡсаны Рәсәй Хөкүмәте фондынан алырға мөмкин буласаҡ. Яҡынса иҫәптәр менән беҙгә проект-тикшеренеү эштәре өсөн 5 миллион самаһы аҡса кәрәк, ә депозитарийҙы төҙөү өсөн - 90 миллион самаһы. Әгәр республика 5 миллион һалһа, Рәсәй 90 миллионын бирергә әҙер. Шуның өсөн, был йүнәлештә лә эш алып барабыҙ. Аллаға шөкөр, эшебеҙ күп, эштән бәхетебеҙ бар.

Һеҙҙең "Атайсал" асыҡ һауалағы музейға, бәлки, төрлө төбәктәрҙәге мәҙәни-археологик мираҫ исемлегендә булған тәбиғәт һәйкәлдәренең күсермәләрен дә ҡуйырға кәрәктер? Мәҫәлән, Шүлгәнташ, Иҙрис (Салауат), Аҫҡын мәмерйәләрен. Шулай уҡ, мөмкинлектән файҙаланып, шунда уҡ "Урал батыр" эпосы персонаждарын, Төньяҡ амурҙарын һынландырған һәйкәлдәр ҡуйылған аллеялар ҙа булдырылыр?

М. Шәмсетдинов:
Эйе, макеттарын, тарихын, виртуаль экскурсия экспозицияһын эшләргә мөмкин. Ысынлап та, күптәр Өфөгә килеп, райондар буйлап йөрөй алмай. Әгәр бында экспонаттар менән ниндәйҙер кимәлдә танышһалар, һуңынан уларҙың төп нөсхәне барып күреү теләге тыуыуы ла бик ихтимал. Кемдер ҡайҙалыр китеп барышлай ғына инеп ҡарап сығыуы мөмкин. Әле беҙҙең музей комплексы юҡ, шулай булһа ла, кешеләр килеп, экспонаттарҙы ҡайҙа ҡарап була, улар менән ҡайҙа танышып була, тип һорай. Халыҡтың ҡыҙыҡһыныуы ҙур.

Был музей, мәҫәлән, Мәскәүҙәге Иванов археология музейы һымаҡ, "тәҙрә-музей" рәүешендә буласаҡ, тинегеҙ. Тимәк, ул асыҡ һауала була, уны бер нәмә лә ҡапламай, бары тик экспонат быяла аҫтында һаҡлана һәм теләүселәр ер аҫтын быяла өҫтөнән йөрөп ҡарай аласаҡмы?

М. Шәмсетдинов:
Эйе, шулай буласаҡ, теләгән кеше быяла өҫтөнән йөрөп, аҫта боронғо ҡаласыҡтың төҙөлөшөн, урамдарын ҡараясаҡ, тупраҡтың мәҙәни ҡатламдары менән таныша аласаҡ. Был ҡаласыҡ - уникаль табыш, сөнки был төбәктә башҡаса ундай ҡаласыҡтар юҡ. Мин, археолог булараҡ, күпме ҡаласыҡтар күргәнем бар, әммә Өфө-2 кеүек полиэтник ҡаласыҡты осратманым. Бында урындағы халыҡ ҡына түгел, икенсе илдәрҙән икенсе милләттәр ҙә килеп йәшәгән. Шуның өсөн ул бик ҡыҙыҡлы һәм мөһим булып тора. Тарихи урынды һаҡларға кәрәк. Юҡҡа ғына ул ҡала Европа карталарына индерелмәгән. Ҡала сауҙа юлында, Ебәк юлының төньяҡ тармағында тора. Сауҙагәрҙәр юлдарын бында инеп сыҡмайынса, артабан дауам итә алмаған.

Нияз Мәжитов Өфө-2 ҡаласығының йәшен яҡынса 1500 йыл тип билдәләһә, башҡалар иһә кәмерәк тип раҫлап маташты. Бер ваҡыт хатта Нияз Абдулхаҡ улы ҡыҙы, кейәүе менән бергәләшеп сит илдә ниндәйҙер экспертиза ла эшләткәйне. Шул мәсьәләнең осона сығып ҡуйылдымы, әллә ул һаман асыҡ килеш ҡаламы?

М. Шәмсетдинов:
Эйе, күмер киҫәктәре Австралияға ебәрелеп, радиоуглерод анализдары үткәрелгәйне. Уларҙың барлыҡҡа килеү ваҡыты I быуатҡа барып тоташа. Әлеге ваҡытта ла ҡаласыҡтың йәше буйынса бәхәстәр бара. Уның йәшен билдәләү өсөн бик күп сығанаҡтар бар бөгөн. Археологтар телендә шундай һүҙ бар: даталы табылдыҡтар (датирующие находки), йәғни табылған әйберҙең аналогияһы ҡайҙалыр икенсе ерҙә табылды икән, шуның буйынса уның нисәнсе быуатҡа ҡарағанлығын билдәләү. Бер ерҙә ул әйберҙәр менән иртәрәк ҡуллана башлауҙары мөмкин, икенсе ерҙә - һуңыраҡ. Бөгөнгөсә әйтһәк, мода ваҡыты менән килә: бер ерҙә башланып китә лә, яйлап башҡа ерҙәргә тарала. Бөгөн генә ул мода тиҙ тарала, ә ул замандарҙа уның таралыуына бер быуат кәрәк була. Икенсе яҡтан, рус телендә Уфа-Өфө тигән һүҙ юҡ. Тимәк, ул бындағы, тап ошо ерлектәге топоним. Бәлки, төрки халыҡтарыныҡылыр, йә фин-уғыр халыҡтарына бәйлелер.
Бөгөн ҡаласыҡтың йәшен билдәләү өсөн бөтөнләй икенсе ҡарашты ҡулланырға - күсәгилешлекте табыуҙан башларға кәрәк, тип уйлайым. Шунан башлап ебәргәндә, һуңыраҡ, бәлки, берәй осо ла килеп сығыр. Заманында ҡапыл ғына уйлап, әйҙә, ошонда ҡала булһын, тип төҙөмәгәндәр бит уны. Һуңыраҡ ҡәлғә төҙөү өсөн урын һайлағанда ла бында электән ҡала булғанын белгәндәр. Ә ҡаланы бер ваҡытта ла буш урында төҙөмәгәндәр, ул төрлө йәһәттән стратегик әһәмиәткә эйә булырға тейеш. Икенсенән, урта быуатта Өфө-2 ҡаласығы ғына түгел, тирә-яҡта тағы бик күп ҡаласыҡтар булған. Өфө-2 - уларҙың нығытылған үҙәге генә, сөнки уның эргәһендә шул уҡ ваҡытҡа ҡараған Өфө-3 бар. Өҫтәрәк ҡурғандар, некрополь, Салауат Юлаев һәйкәле торған урында тағы ла бер ҡаласыҡ булған. Улар йылға буйында һәр сығып торған моронда урынлашҡан һәм бер-береһен күреп торған, йәғни төп цитаделде һаҡлау ролен башҡарған. Шуның өсөн Өфө-2-не генә түгел, ә тотош ҡаласыҡтарҙы бергә ҡарап, тарихтың күсәгилешлеген шуларҙан башлап алып китеп, Өфө-2 ҡаласығының йәшен асыҡлауға өлгәшергә тейешбеҙ.
Г. Батталова: Әлбиттә, беҙ Өфөнөң йәшен билдәләү буйынса эштәр алып барабыҙ. Былтыр тәүге тапҡыр Нияз Мәжитовтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап халыҡ-ара ғилми симпозиум үткәрҙек. Унда Венгриянан, Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан - ҡайҙан ғына белгестәр саҡырманыҡ. Шунда Өфө-2 ҡаласығына бағышланған ҙур түңәрәк ҡор ойошторҙоҡ. Санкт-Петербургтан билдәле сәйәхәтсе, картограф Александр Юрченко килде. Ул Каталон атласын ныҡлап, ентекле өйрәнгән кеше. Уның фекеренсә, Өфө урынында Урта быуаттарҙа Башҡорт тигән ҡала булған һәм ул ошо Каталон атласында нимәләр төшөрөлгәнен, унда Башҡорт тигән ҡала ниндәй урын алып торғанын - барыһын да тәфсирләп яҙған. Александр Юрченконың материалдарын аҡса табып, китап итеп баҫтырып сығарырға теләк ҙур, әммә әлегә ундай мөмкинлегебеҙ юҡ.
Шулай уҡ Мәскәүҙә Археология институтында эшләүсе бик абруйлы ғалимдарыбыҙҙың береһе, тарих фәндәре докторы, профессор Игорь Кызласов та Өфө-2 ҡаласығының уникаллеген билдәләй.
Ләкин ҡаласыҡтың йәшен билдәләү музейҙың ғына эше түгел. Бының өсөн республиканың бар ғалимдары күмәкләшеп, бер маҡсат итеп ҡуйып эшләргә тейеш. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй Фәндәр академияһының археология институты белгестәре лә, БДУ, БДПУ, Башҡортостандың милли музей тарихсылары ла - барыбыҙ ҙа бергә булғанда ғына эште атҡарып сығырға мөмкин. Әлбиттә, беҙ ул эш менән шөғөлләнәбеҙ, шөғөлләнәсәкбеҙ, ләкин ул бик күп ваҡытты талап итә. Күреп тораһығыҙ - беҙҙең бәләкәй генә музей өҫтөндә күпме бурыс ята. Нисек кенә тырышып эшләһәк тә, эшсе ҡулдар етешмәй. Шуға ҡарамаҫтан, ошо арала барлыҡ ғалимдарҙы йыйып, Өфө-2-нең нисәнсе быуатта барлыҡҡа килгәнен, боронғолоғон дәлилләүсе, уның ниндәй быуаттарға барып тоташыуын асыҡлаусы кәңәшмә үткәрергә ниәтләйбеҙ.

Ысынлап та, ни өсөн мәсьәләгә комплекслы ҡарамаҫҡа, мәҫәлән, Боронғо Өфө ҡалаһы тураһында, бәлки, фольклор материалдарында, туранан-тура Өфө йәки Башҡорт ҡалаһы тиелмәһә лә, ниндәйҙер ишара барҙыр? Ни өсөн башҡа белгестәрҙе лә йәлеп итмәҫкә?

Г. Батталова:
Ул турала ла уйларға кәрәк. Райондарҙағы тарихи-мәҙәни объекттар менән бәйле ниндәйҙер фольклор ижады барҙыр, бәлки. Уларҙы шуға бәйләргә мөмкиндер. Өфөләге объект менән... Был да бит ниндәйҙер кимәлдә сығанаҡ булып тора.
М. Шәмсетдинов: Беҙ тәү сиратта топонимдарға иғтибар итәбеҙ. Әммә фольклор әле осрағаны юҡ. Әлбиттә, белгестәр был эште башлаһа, сығанаҡтар табылһа, яҡшы булыр ине. Нияз Абдулхаҡ улы ла гелән башҡорт халыҡ ижады китаптарын ҡараштырып, топонимдар, фольклорҙың башҡа өлгөләрен эҙләй ине.

Ҡаласыҡ урынында ҡаҙыныу эштәре һаман да дауам итәме, әллә ул бөтөнләй туҡтатылдымы?

М. Шәмсетдинов:
Ҡаҙыныу эштәрен быйыл туҡтатып торҙоҡ, сөнки материалдар бик күп, уларҙы өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта ҡаласыҡты ла һаҡлау зарур. Эйе, беҙ табылған артефакттарҙы каталог итеп эшләйбеҙ, әммә сығанаҡ каталогтан нимәһе менән айырыла: каталогты, китап кеүек итеп, ҡабат-ҡабат асып ҡарарға, теләгән ваҡытта алып уҡырға була. Әммә ҡаласыҡ әле серҙәре асылмаған китап булһа ла, уны бары тик бер тапҡыр ғына өйрәнергә мөмкин. Уны нисек ҡаҙып бөттөң - ул башҡаса булмаясаҡ. Урыны ҡала, әммә ерҙең мәҙәни ҡатламдары юҡҡа сыға. Ғөмүмән, археологтар телендә ҡаҙыныу эштәре - археологик һәйкәлдәрҙе юҡҡа сығарыу (разрушение археологических памятников) тип йөрөтөлә. Шул күҙлектән ҡарағанда, ҡаҙыныу эштәрен туҡтатыу - дөрөҫ һәм урынлы.
Г. Батталова: Ҡаҙыныу эштәрен туҡтатып тороуҙы үҙ белдегебеҙ менән генә ҡабул итмәнек. Былтыр үткән симпозиумда ҡатнашҡан бөтә донъяға билдәле ғалимдар уны резолюцияға үҙҙәре тәҡдим итте. Ашыҡмай тороғоҙ, бик тәфсирләп кенә өйрәнергә тейешһегеҙ, тинеләр. 2006 йылда хәҙерге Өфө-2 урынында төҙөлөш эштәре башланғас, Нияз Мәжитов етәкселегендәге археологтар 200 квадрат метрлыҡ майҙанды тикшерә. Беҙ уны кәметә килеп, үткән йылда ни бары 20 метрҙа ғына эшләнек, йәғни 10 тапҡырға кәметтек. Быны барлыҡ археологтар ҙа ҡуш ҡуллап ҡабул итте һәм позициябыҙҙың дөрөҫлөгөн хупланы. Ошо йылдар эсендә әллә күпме артефакттар йыйылған, улар БДУ-ла ине, хәҙер опись буйынса беҙгә бирҙеләр. Уларҙы тикшерергә, өйрәнергә кәрәк. Көршәктәр генә лә турбаслы, кушнарен һ.б. мәҙәниәттәргә ҡарай. Бөгөнгә өйрәнелгән артефакттарҙың 8 меңгә яҡыны музей фондына индерелде. Белеүегеҙсә, музей фонды - ул Башҡортостандыҡы түгел, Рәсәйҙең хоҡуҡ ҡыры компетенцияһында.

Ҡаҙыныу эштәре алып барыу территорияһын кәметтек, тинегеҙ, ә ошо ҡаҙылмаған урында ҡалған ҡомартҡылар тағы күпмелер ятып, бөтөнләй юҡҡа сығыу ихтимал түгелме?

М. Шәмсетдинов:
Әлеге көндә артефакттарҙың иң һәйбәт һаҡланыу урыны - ер. Беҙ ҡаласыҡта ағастан түшәлгән урамдар булған, тибеҙ. Беҙ уларҙы ҡаҙып сығарабыҙ, таҙартабыҙ - күп тигәндә бер көн генә күренәләр. Һуңынан кислород менән бәйләнешкә инеп, туҙанға әйләнеп, юҡҡа сығалар. Бағана соҡоро (столбовые ямки) аша өйҙәрҙең, башҡа ҡоролмаларҙың конструктив төҙөлөшөн белеп була. Уларҙы ла ҡаҙып сығарһаҡ, башҡаса бер ваҡытта ла күрмәйәсәкбеҙ һәм элек бында йәшәгән кешеләр кеүек эшләп, тергеҙеп булмаясаҡ. Әлбиттә, фотоға төшөрәбеҙ, планын эшләйбеҙ һәм беҙҙең ҡулда бары тик ошо фотодокументтар, уларҙың һүрәтләмәләре генә тороп ҡаласаҡ. Улар ни тиклем сифатлы булһа ла, барыбер төп нөсхә була алмай.
Бөгөн технологиялар бик ныҡ үҫешә. Археологтар хатта ҡайһы саҡта уларҙың артынан өлгөрмәй ҙә. Элек таҫмалы фотоаппаратҡа төшөрөп, отчеттарға фотолар йәбештереп эшләй инек. Хәҙер һәр бер нәмә электрон рәүештә башҡарыла. Элек планды нисек күрәбеҙ - шуны төшөргән булһаҡ, хәҙер аэрофотосъемка, квадрокоптерҙар, тахеометрҙар бар. Улар менән эшләү өсөн айырым белгестәр кәрәк. Ошо барлыҡ техниканы үҙләштергән археологтар Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәйҙә бик әҙ. Беҙ ҙә яңы технологияны үҙләштерергә тырышабыҙ. Ҡатмарлы геодезик ҡорамалдарҙың иҫәпләүҙәре аныҡ. Теге йәки был объекттың нисек урынлашҡанын сантиметрына тиклем белергә була.
Ҡайһы бер ҡомартҡылар хәҙер күҙгә күренмәй. Улар ҡасандыр булған, әммә ер, бәлки, һөрөлгәндер, бәлки, башҡа агротехник эштәр башҡарылғандыр. Квадрокоптер менән аэрофотосъемка-фотогенометрия үткәргәндә, уттар менән уйнағанда ғына фотола күренәләр. Тағы ла электромагнит моделләштереү ҡорамалы менән ер өҫтөнән үтәләр ҙә, ул ер аҫтында нимә булыуы мөмкин икәнен күрһәтә. Киләсәктә, минеңсә, ҡаҙыныу эштәрен алып бармайынса ла, ер аҫтында ниндәй ҡомартҡылар ятҡанын белеп буласаҡ. Шуға күрә ҡаласыҡты тулыһынса ҡаҙып бөтөрөргә түгел, ә һаҡларға тейешбеҙ. Ерҙә ҡалғанда, антропоген факторҙар йоғонто яһамаһа, ҡомартҡылар яҡшы һаҡлана.

Шулай итеп...
Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, яу ҡырында яңғыҙ яугир түгел, тиһәләр ҙә, бер ярым ғына штаттан башланған эш бөгөн ҡоласын киңәйтә бара. Әлбиттә, йәш, дәртле тарихсы-археологтар етешмәй һәм был мәсьәләне хәл итеү өсөн ойошма Башҡорт дәүләт университеты менән һөйләшеүҙәр алып бара. Киләсәктә төрлө телдәр белгән экскурсоводтар әҙерләүҙе лә күҙаллайҙар. Ике йыл элек музей ҡарамағында "Самрау" мәҙәни мираҫты һаҡлау фондын төҙөп, Рәсәй Президенты грантына дәғүә итеп, еңеп, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашыралар. Аксаков паркында ике йыл рәттән тарихи фестиваль үткәрелә. Унда тимерселәр, көршәкселәр, кейеҙселәр үҙ оҫталығын күрһәтә, күн әйберҙәр, башҡорт милли биҙәнеү әйберҙәрен эшләүселәр һәм башҡа бик күп һөнәрселәр оҫталыҡ дәрестәре уҙғара. "Мин Өфө менән танышам" проекты ла, республика рәссамдары менән берлектә ойошторолған "Өфө менән берлектә" тип аталған пленэр (урам буйлап йөрөп, рәссамдар Өфөләге тарихи-мәҙәни объекттарҙы һүрәткә төшөрә) ҙа республика өсөн яңы күренеш була. "Беҙгә ябай ғына күргәҙмә үткәреү, ябай ғына рәсем төшөрөү ҡыҙыҡ түгел. Халыҡты ылыҡтырырлыҡ нимәлер булырға тейеш. Шуға коллектив менән йыйылып ултырабыҙ ҙа, тәҡдимдәребеҙ, фекерҙәребеҙ менән бүлешәбеҙ, яңы нимәлер уйлап табабыҙ, нисек итеп кешеләрҙе аптыратырға, шаҡ ҡатырырға, тип баш ватабыҙ", - ти әңгәмәселәрем. Тимәк, киләсәктә шаҡ ҡатырлыҡ эштәр көтә беҙҙе!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.19 | Ҡаралған: 959

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru