«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИН ЯНМАҺАҢ, МИН ЯНМАҺАМ...
+  - 


Беҙ, биш егет, йәш талдан үрелгән ике кәрзингә турғай йомортҡаһы ҙурлығындағы таштар һалабыҙ. Ул кәрзиндәрҙең береһенә бер халыҡ шағирының исем-шәрифе, икенсеһенә "Рәйес Түләк" тип яҙылған. Таштарҙы икегә бүлеүҙең шарты шулай: һалыр алдынан һәр кем ике шағирҙың да үҙе аңлаған-белгәнсә ижадын баһалай. Берәүебеҙ "ултырыштың" сәркәтип вазифаһын үтәй - һалынған һәр ташты иҫәпләп, ҡағыҙға теркәп бара. Үҙебеҙсә ярым ысын, ярым шаярып, кемдең кем икәнен билдәләү буйынса ярыш ойошторғанбыҙ инде.

Ниһайәт, биш кешенең биш номинацияға бүлгеләнгән етешәр ташы ла ике кәрзингә һалынып бөттө. Бер иптәшебеҙ һәммәбеҙҙең дә ҡыҙыҡһыныусан ҡараштары аҫтында тәүҙә бер, унан икенсе кәрзиндәге таштарҙы һанап, өҫтәлгә теҙә башлай. Һөҙөмтәлә Рәйес Түләктең таштары күберәк килеп сыҡты. Бер мәлгә аптырашып ҡалабыҙ. Барыбыҙ ҙа, юҡ, былай булыуы мөмкин түгел, ҡайҙалыр яңылышлыҡ китте, тип уйлай. Мин дә шулай уйлайым. Сөнки бының, ысынлап та, булыуы мөмкин түгел, уға юҡҡа халыҡ шағиры исеме биргәндәрме? Рәйес кем инде әлеге олпат һәм популяр шағир алдында?
Яңынан һанайыҡ, тине кемдер. Яңынан һанарға кереште иптәш - был юлы өҫтәлдәге таштарҙы һанап, кире кәрзингә һала барҙы. Барыбыҙҙың күҙе - уның ҡулдарында, йәнә хәрәмләшә күрмәһен, йәнәһе. Бына ғәжәп, был юлы ла Рәйестең таштары бишәүгә артыҡ сыҡты. Өсөнсө хисаплауҙа ла таштар халыҡ шағиры файҙаһына түгел ине. Тамам аптырашта ҡалдыҡ, бер-беребеҙҙең күҙенә ҡарарға оялдыҡ, ә олуғ ижадсының күҙенә нисек ҡарарбыҙ? Беребеҙ уның ҡолағына (аранан хаин табылмаҫ тимә!) төшөрһә, бөттө бит!
Ошо йылдың ун өсөнсө октябренән ун дүртенә ҡараған төндә күргән төш был. Әлдә төш. Уяндым да бер килке тамам аптырап яттым. Төштәге һымаҡ ышанманым да, ғәжәпләндем дә, ниндәй һығымта яһарға, нисек юрарға ла белмәнем. Һаман да белмәйем.
...Рәйес Түләк, ниңәлер, гел үкенесле тойғолар менән иҫкә төшә. Бының сәбәбен үҙем дә аңлап-төшөнөп етмәйем. Тәү сиратта, иртә, 47 генә йәшендә арабыҙҙан китеүенәндәр. Үҙеңдән йәшерәктәрҙең үҙеңдән алда гүргә инеүе - тормоштоң ҙур ғәҙелһеҙлектәренең береһе. Шуға ла күңелдә әсенеү тойғоһо менән бергә уның алдында уңайһыҙланыу тойғоһо ла бар… Уйлаһаң, әҙәбиәтебеҙгә күренеш булырҙай күпме аҫыл шиғыр, поэма, тәнҡит мәҡәләләре, публицистик әҫәрҙәр өҫтәй алыр ине. Уның холоҡ-фиғелен күпмелер дәрәжәлә белгәнгә, иң мөһиме, ижады менән таныш булғанға, шулай уйлайым: эсеңдәге ут-ялҡын, ҡыҙыл торомбаш менән оҙаҡ йәшәүе мөмкин дә булмағандыр, иртәме-һуңмы, һәр хәлдә 80-гә еткәнсе түгел, ул һине эстән яндырасаҡ. Талант эсендәге ана шул ут-ялҡынды һис һүндерә алмай, усаҡҡа, тимәк, үлеменә барған күбәләк һымаҡ талпынып осоуын белә. Бында уның хатаһы юҡ, бәләһе генә бар.
Холоҡ-фиғеле, үҙен тотошо менән ауан егет ине Рәйес. Дуҫ булдыҡ, тип әйтә алмайым, улай ҡәтғи раҫлау өсөн байтаҡ нәмә уртаҡлығы кәрәк, осрашыуҙар ҙа күберәк осраҡлы ине. Ул Сибайҙа йәшәне, Өфөгә килеп тә эшләп алды, әммә бындағы әҙәби мөхиткә инеп китә алманы, буғай (Өфө күҙ йәштәренә ышанмай), мәркәзебеҙҙә фатир табып, ғаиләһен күсереп төпләнеп йәшәргә, тигән ниәте лә бар ине. Шулай ҙа уның менән булған һәр осрашыу тигәндәй хәтергә уйылып ҡалған. Сөнки хәбәре, фекер йөрөтөүе, баһаһы, ҡыҙыҡһыныу даирәһе ғәҙәти түгел ине.
...Улым Илнур тәүге ике курсты Сибай институтында уҡыны. Шул арҡала йыш ҡына көҙөн уҡыуҙар башланыр, яҙын тамамланыр алдынан янына барғылап йөрөлдө - сезонлы кейем-һалым, фатирҙа йәшәгәнлектән, аҙыҡ-түлек илтелде. Деканатҡа, уҡыу-уҡытыу бүлегенә инеп, уҡыуы менән дә ҡыҙыҡһынам. Шундай барыуҙарҙың береһендә Рәйескә тап булып (уның унда башҡорт теленән уҡытып йөрөгән сағы) уҡытыусылар бүлмәһендә, дәрестәре бөткәс, урамда һөйләшеп торҙоҡ. Әллә шунда, әллә икенсе килеүемдә, фатирына ла алып ҡайтты. Хәбәребеҙ күпселектә әҙәбиәт, Өфөләге тормош, уртаҡ таныштар, кемдеңдер әҫәре тураһында булды. Һөйләшеүҙә шағирҙың әҙәбиәтте нескә аңлауы, юғары зауығы, фекерләү ҡеүәһе, үҙенең яҙғандарына ла, ҡәләмдәштәренең ижадына ла талапсанлығы күренеп тора - мәркәзебеҙҙән алыҫта көн итһә лә бар булмышы менән әҙәбиәтебеҙ эсендә ҡайнағаны һиҙелә. Ошондай бер нисә осрашыу нигеҙендә лә мин уның саф шағир ғына түгел, төплө ғалим да, һәләтле мөғәллим дә икәненә ышандым.
...Рәйестең шағирлығы ҡабул ителгән, ә бына тәнҡитсе булараҡ уны "асыуым" Талха Ғиниәтуллиндың "Баҙ" тигән хикәйәһенә эшләгән анализы булды. Мәҡәлә 1998 йыл "Шоңҡар" журналында баҫылып сыҡты. Үҙем тәржемәләгән ул хикәйәне Рәйес энәһенән ебенәсә тигәндәй тикшереп, мин күрмәгән, уйламаған нәмәләрҙе күреп, хикәйәнең һәр һүҙенә, деталенә, боролошона, геройҙарҙың һәр ҡылығына баһа-анализ яһағайны. Әҫәрҙe был тиклем дә тәфсирле, ентекле тикшергән кешене мин бик һирәк осратам. Уны тәнҡит мәҡәләһе тип тә әйтеп булмай, ә уҡыусыға, шул уҡ үҙенең студентына автор әйтергә теләгән фекерҙе аңлатыу, төшөндөрөү, баһалау ине ул. Һәм, ғәжәп, уның был мәҡәләһен уҡығас, әлеге хикәйә миңә тағы ла аңлайышлыраҡ, бейегерәк булып китте, үҫте...
Ысынлап та, күп тәнҡитселәребеҙ, ғөмүмән, әҙәбиәтселәребеҙ өсөн өлгө булырлыҡ ине Рәйес Түләктең күҙәтеүҙәре. Ҡараштары киң, күҙе үткер, ҡыйығы бейек ине. Эйе, таштары күп ине… Үҙемә ҡалһа, тағы ла бер елле мәҡәлә яҙҙы Рәйес… Минең "Ҡытай-город" повесын уҡығас, "Үҙ әсәһен һатҡан булыр…" тигән хеҙмәт ижад итте ("Ватандаш", 2003 йыл, 1-се һан). Әҫәрҙә мин күтәреп маташҡан ер проблемаһын бер Башҡортостанға килгән йәки киләсәк афәт итеп түгел, алдағы йылдарҙа тотош Рәсәйгә янаясаҡ афәт икәнен күрһәтте. Бының ниндәйҙер айырым географик территория булараҡ аныҡ бер колхоз еренә генә түгел, халыҡҡа, милләткә, туған телгә, алдағы йылдарҙа беҙҙең балалар, eйәндәр өҫтөнә ятасаҡ ауыр йөк буласағын иҫбатланы. Төбөн ҡарағыҙ, тормошобоҙ мин күрһәткәнсә, Рәйес иҫкәрткәнсә китeп бара түгелме һуң? Ерҙәр, урмандар һатыла, ер аҫты байлыҡтары, эре сәнәғәт предприятиелары, хатта ҙур магазиндар һатылып бөтөп бара. Бөтмәһә әле. Ҡайҙа барма, ҡайҙа ҡарама - "Ҡытай-город!" Ә беҙ һаман "Хуш киләһегеҙ, дуҫтар, рәхим итегеҙ!" тип ҡоластарҙы киң йәйеп, килмешәктәрҙең һәр ҡайһыһын икмәк-тоҙ, ҡурай моңо менән ҡаршылап торабыҙ…
...Шағир һуңғы китабын - "Мең дә икенсе кис…"ен ҡулына алып өлгөрә алманы. Үҙе үлгәндең иртәгәһенә үк тигәндәй сыҡты шекелле ул. Элек шиғыр, поэмалары менән өҙөк-һурыҡ ҡына тигәндәй танышып барғанлыҡтан, был китабын беренсе битенән аҙағынаса уҡып сыҡтым. Уның донъяһын аңлау, белеү өсөн махсус рәүештә һәр кис бер генә бөртөк шиғырын уҡыным (бер ҡыш Чеховтың хикәйәләрен шулай уҡығайным). Тетрәтте, һиҫкәндерҙе тупланмалағы әҫәрҙәр, аптыратты, һоҡландырҙы, үкендерҙе. Был тойғолар йомартлығы Рәйестең юҡлығынан түгел, хәйер, уныһы ла тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, ә ярһыу күңеле, тынғыһыҙлығы, һәр нәмәгә асыҡ һәм аныҡ позицияла булыуы, милли үҙаң юғарылығы, тел тип, ил тип һыҙланыуы таң ҡалдырҙы. Саң ҡаға, иҫкәртә шағир, йөрәген баш осона күтәреп, үҙ ярынан милләтте эйәртергә ынтыла лабаһа! Бер буш юл, бер буш шиғыр юҡ, һәр ҡайһыһы фекерле, хис-тойғоно, ысын шиғриәттең аҫыл өлгөләре!
...Китапта "Яҙмыш" тигән шиғыр бар. Биш кенә строфанан торған был шиғыр - шағирҙың йәшәү һәм ижад кредоһы. Уның сәйәси, ижтимағи ҡараштарын, йөҙөн, позицияһын билдәләгән әҫәр. "Боҙ өҫтөндә янып аҡҡан ут мин. Бәүелә-һуғыла ике ярына…" Рәйес бар булмышын, холоҡ-фиғелен, йәшәү маҡсатын теркәгән дә ҡуйған бит был юлдарға. Уға, шағирға, ысынлап та, баҫҡан ере һәр саҡ боҙ булды, тормош уны һәр саҡ боҙға баҫтырҙы, ә үҙе һәр саҡ ут булып янды. Нишләп камил түгел һуң был донъя, халҡыма ниңә шулай бөтмәҫ-төкәнмәҫ ғазаптар килтерҙең, тигән һорауҙар менән ярҙан-ярға һуғылды, тарих биттәренән яуаптар эҙләне, батырҙар менән бергә язаланды, янды, каторгаға китте, дарға аҫылды. Шиғырҙың дүртенсе строфаһының һуңғы ике юлы былай: "Тәүҙә усаҡ быҫҡып һүнер микән, әллә ирер микән боҙ тәүҙә?.." Бөйөк Шекспир персонажы Гамлет әйткән һүҙҙәргә тиң хәтәр һығымта! Юҡ, шағир быҫҡып һүнмәне, үҙ усағында янды, әммә, ҡыҙғанысҡа, боҙҙо ла иретә алманы. Сөнки ул беҙҙе, йәғни системаны иретә алырлыҡ көскә эйә түгел, әммә ошо системаға оло ҡәнәғәтһеҙлек, хатта нәфрәт белдерә алды. Күпселек барыһына ла "йәрхәмбикәалла" тип торғанда был ҡылыҡ шулай уҡ батырлыҡҡа бәрәбәр. Бөйөк төрөк шағиры Нәзим Хикмәт әйткәнсә, "Мин янмаһам, һин янмаһаң, ул янмаһа, кем яныр?" тигән лозунг тотоп, ҡыйыу аҙым яһалды. Ә был һәр шағирҙың ҡулынан килә торған эш түгел...
...Әҙәбиәт - художестволы образ аша үҙеңдең тормошоңдо ҡороу ул. Ҡороу һәм үҙеңдең ошо донъяңды уҡыусы хөкөмөнә сығарыу. Рәйес Түләк шиғриәте тексы тормош материалын юғары художестволы бейеклеккә күтәргән ижад. Ул әҙәбиәт золом-ҡанундарын ныҡлы белеп-аңлап эш итте. Әммә береһенә лә һуҡырҙарса эйәрмәне, уның ҡоло булманы - тормош фактын художестволы әҙәбиәт фактына "әйләндереүҙең" үҙ юлдарын тапты. Милләт алдында, хатта айырым кеше алдында торған проблемаларҙы аңлайышлы итеп әйтә белде. Миңә ҡалһа, ул һәр ваҡыт йәмғиәт ҡанундары менән бәхәстә йәшәне. Был ябай ҡәнәғәтһеҙлек кенә түгел, ә дәғүә, ҡаршы сығыу, дуэлгә саҡырыу ине. Һүҙ уғы гел генә социаль ориентирлы, абстракт түгел, адреслы булды.
..."Яныу" поэмаһы шағирҙың иң һуңғы әҫәре булмаһа ла был фани донъянан үҙе китер алдынан беҙгә әйткән һуңғы һүҙе, васыяты булып яңғырай. Хәйер, һиҙгәндер, тойомлағандыр әмәле йыраҡ түгеллеген, шуға ла ҡабаланғандыр. Былай ҙа ҡырҡыу, көсөргәнешле, әрнеү, ярһыулыҡ менән һуғарылған, дөрөҫөрәге, шул тойғоларға мансылған әҫәр тыуҙырыу өсөн үҙеңдең яныуың кәрәк. Ҡәнәғәт күңел менән бындайҙы яҙып булмай. Поэма Рәшит Назаровтың "Eр аҫтынан һеҙгә хаттар яҙам…" тигән әҫәренә бик тә ауаздаш. Шул уҡ үрһәләнеү, транс, һуңғы һүҙеңде әйтергә ынтылыу… Ғөмүмән, был әҫәр өлгөһөндә генә түгел, дөйөм ижад тоғон сағыштырғанда ла Рәйес Түләк ижады даһи Рәшит Назаров ижадына бик яҡын. Поэма көтөүсенең ҡалала йәшәгән шағирға яҙған хаттары формаһында "төҙөлгән". Алда әйткәнемсә, хаттарҙы яҙыусы ла, алыусы ла Рәйес үҙе. Әммә поэмала шағир юҡ, ул сәхнә артында. Уның барлығын беҙ самалайбыҙ ғына, әммә үҙен күрмәйбеҙ һәм көтөүсенең хаттарын алғас, үткер социаль, юғары художестволы әҫәр яҙыуына ышанабыҙ. Автор ҡайһы бер тарихи һәм бөгөнгө тормош ситуациялары аша милләттең һарыҡ ише аңралығын ғына күрһәтеп ҡалмай, көтөү алдынан барған һарыҡтың, йәғни етәкселектең аңралығына лә йәне әсей, уларҙы милләт өсөн янмаған, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртмағаны (ә һарай ҡапҡаһын көтөү киткәнсе ябып йәки яптырып була бит!) өсөн ҡәһәрләй. Хәйер, халҡы ниндәй, батшаһы ла шулай инде - ул бит шул уҡ көтөү араһынан сыҡҡан, бер ҙә икенсе планетанан килмәгән. "Ил түрәһе белмәй микән ни һуң. Ни уйлайҙар икән башлыҡтар. Берәй әмәл табыр кәрәк ине. Бөтә бит һуң башҡорттар". Автор поэмала билдәләүенсә, башҡортто бөтөрөүҙең бер нисә юлы бар: эскелек, урыҫтан йотолоу йәғни телдең юғалыуы, ҡанлы юлдар менән яҙылған тарихыбыҙҙан һабаҡ ала белмәү. Милләтте үҙ артынан эйәртерлек лидерҙар юҡлығы… Бөтәһе лә дөрөҫ. Шағир акценттарҙы белеп ҡуя. Тирә-яғыбыҙға күҙебеҙҙе асыбыраҡ ҡараһаҡ, хәл-тороштоң тап шулай икәнен күрербеҙ ҙә…
...Рәйес Түләк шиғриәте сәйәси, ижтимағи, тарихи асыштары менән көслө, социаль яңғырашлы, шәхестең йәмғиәттәге урыны, йәмғиәттең шәхесенә ҡарата булған мөнәсәбәте - ижадының төп мотивтары. Уның лирик геройы гел генә бәхәстә, яғалашта, был бәхәс, яғалаш икәне көнкүреш ҡәнәғәтһеҙлеге генә түгел, ул йәмғиәт ҡоролошоноң, социаль-идеологик базистың нигеҙҙәренә барып тоташа. Бөгөнгө йәмғиәт камиллыҡтан алыҫ. Ошо камил булмаған йәмғиәттә үҙен һаҡлар, яҡлар өсөн кеше ни эшләргә тейеш? Бына ниндәй глобаль һорауҙар ҡуя шағир. Ә беҙ шул һорауҙарҙы күтәреп алырға әҙербеҙме? Йәмғиәт эволюцион юл менән үҫһен өсөн власть органдарының ғына эше түгел, йәмғиәттең һәр ағзаһының да һүҙе, тәҡдиме кәрәк бит.
ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтe хаҡында һүҙ алып барғанда беҙ иң беренселәрҙән булып Шәйехзада Бабич исемен атайбыҙ, ә ХХI быуат башы еткәндә - Рәйес Түләктең исеме иң тәүгеләрҙән булып әйтеләсәк… Был - Әхмәр Үтәбай һүҙҙәре. Хаҡтыр Үтәбай, бындай оло һәм яуаплы һүҙ әйтергә башы ике түгел - ул юҡты һөйләмәҫ, бизмәнен ҡат-ҡат тикшереп үлсәгәндән һуң ғына әйткәндер. Ул да Рәйес "таштарының" күплеген белә ине…

Әмир ӘМИНЕВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.12.19 | Ҡаралған: 569

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru