«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАЛ РУХЫ ҠЫУАНҒАНДЫР
+  - 


Бөгөн йәмғиәттә милли идеология һәм милли идея эҙләү дауам итә. Әммә боронғоларҙың, һәр яңылыҡ - ул онотолған иҫкелек, тиеүе бер ҙә юҡҡа түгел. Сөнки был тормош һәр саҡ циклдар һәм спираль рәүешендә бара, күпмелер ваҡыттан һуң ул яңырып тора. Ә тормош нигеҙен тәшкил иткән ҡиммәттәр үҙгәрешһеҙ ҡала, һәр хәлдә, улар ҡасандыр тормош һәм тәбиғәт тарафынан барлыҡҡа килтерелгән һәм үҙгәрергә тейеш түгел.

Бөгөн, ниһайәт, нисәмә йылдар әҙерлек эштәре алып барылғандан һуң республикала "Урал батыр" мәктәбе" асылды. Проект авторҙарының береһе, педагог, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева билдәләүенсә, "Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының милләт булып тупланыуында, формалашыуында төп тәғлимәттәрҙең иң әһәмиәтлеһе булған. Бөгөн был тәғлимәттәргә яңынан әйләнеп ҡайтабыҙ, сөнки улар беҙҙең булмышыбыҙҙа, ҡаныбыҙҙа. Йәғни башҡорт халҡының бөйөк ижады беҙҙең үҫеш юлында һут биреп тороусы тамырҙарыбыҙ ул. Уның аша бөгөнгәсә йәшәү һуты алабыҙ. Йәшәйешебеҙҙе "Урал батыр"ҙа тупланған тәғлимәттәргә нигеҙләгәндә, халҡыбыҙҙы һәм Башҡортостаныбыҙҙы алдынғы, көслө, батыр, аҡыллы, аңлы төбәккә лә әйләндерергә мөмкин. Ул тәғлимәттәр ниндәй һуң? "Урал батыр" мәктәбе"н ойоштороусылар уларҙың ошо йүнәлештәрен тәҡдим итә:

- Тәбиғәтебеҙҙе һаҡлау, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү ("Тау буйҙары йәшәрһен, Мәңге үлмәҫ төҫ алһын", тиелә эпоста).
- Ҡараусыһыҙ ҡалғандарға, ярҙамға мохтаж булғандарға иғтибарлы булыу, ярҙам ҡулы һуҙыу ("Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ").
- Матди яҡтан хәлле йәшәгән милләттәштәрҙең әүҙем ярҙамын ойоштороу ("Ил ынйыһын йәшереп, Ергә күмеп ҡуймаҫҡа").
- Эскелеккә ҡаршы көрәш ("Яҡшының эскәне - һыу булыр, Ямандың эскәне - ыу булыр").
- Атай-әсәйһеҙ ҡалыу ғына түгел, илһеҙ ҡалыу ҙа етемлек икәнен аңлатыу ("Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен. Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен").
- Ҡыйыш юлға баҫыусыларҙы туғанлыҡ тойғоһо көсө менән туралап ебәреү ("Атамдың хаҡы өсөн, Әсәмдең хәтере өсөн, Тағы ла бер һынайым").
- Ғилем юлына баҫыусыларҙың өлгөһөндә тәрбиәләү, уңыш ҡаҙанғандарҙы хуплау ("Күккә менер баҫҡысһыҙ, Ерҙе асыр асҡысһыҙ").
- Яҡшылыҡты онотмау, рәхмәтле була белеү ("Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ Ҡыла торған йола бар").
- Башҡорт халҡының йәшәү рәүешендә эпос аҡылының төп роль уйнағанын, ошо принциптарҙан тайпылыуҙың Шүлгәнлеккә килтергәнлеген, Урал батыр васыятының асылын аңлатыу, эпос йөкмәткеһен белеү - һәр башҡорттоң төп бурысы ("Олоно оло итегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ. Кесене кесе итегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ").
- Ни сәбәптәндер онотолған йәки оноторға мәжбүр ителгән шәхестәребеҙҙе, тарихыбыҙҙы милләтебеҙгә кире ҡайтарыу, йәш быуынды абруйлы шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү ("Йәншишмәнән һыу алып, Үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын"). Бығаса күренекле ғалимдарыбыҙ Фәнүзә Нәҙершина, Әхмәт Сөләймәнов, Салауат Ғәлин, Дамир Вәлиев, Салауат Ғәлләмов, Рәшит Шәкүр, Зәкирйән Әминев, Шәүрә Шәкүрова, Гөлнар Юлдыбаева һәм башҡалар эпосты халыҡҡа яҡынайтыуҙа ҙур эш башҡарып, ул милли сәнғәттә, телевидение программаларында төрлө яҡлап яҡтыртыла. Эпос мәктәп программаларына ла индерелгән. Әммә һуңғы йылдарҙа эпосҡа бөтөнләй икенсе - психология, медицина, психосоматика, география күҙлегенән дә ҡарай башлауҙары ҡыуандыра. Был йүнәлештә психологтар Ғәлиә Сәлихова, Рөстәм Кәлимуллин, Айбулат Уразбахтин, Урал Вәлишин уңышлы эшләй. Ысынлап та, "Урал батыр" эпосы - ул тере шишмә кеүек, асылып бөтмәҫ сер сығанағы. Бәлки, заманында уны һәр кеше шунда уҡ аңлағандыр, әммә бөгөн ул үҙенең серен яйлап һәм һайланмыштарға ғына аса. Ошо хәҡиҡәтте аңлағандар берләшеп, бер йүнәлештә эшмәкәрлек алып барғанда йәмғиәттең аңын үҙгәртеүе еңелерәк тә, тиҙерәк тә буласаҡ. "Билдәле булыуынса, халыҡ араһына сығыусы мосафирҙар, сәсәндәр, ғөмүмән, зиһен яҡтыртыусылар булған һәм улар халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалып, шул фекергә дөрөҫ йүнәлеш биргән. Бөгөн беҙ шундай юлды дауам итергә, ошондай эште алып барып сығарырға тейешбеҙ. Эпос бынан меңәр йылдар элек ижад ителһә лә, ундағы фекерҙәр бөгөнгә ауаздаш, бөгөнгө заманса яңғырай. Шуға ла һәр беребеҙ "Урал батыр" эпосының нуры менән нурланып, уның фекере менән йәшәргә тейеш", - ти Мәрйәм Бураҡаева.
Бында бигерәк тә йәш быуынға нығыраҡ иғтибар бирергә кәрәк, сөнки улар бер нисә йылдан бөгөнгө етәкселәр урынына килеп, йәмғиәтте тулыһынса үҙгәртергә тейеш. Ошо алмашыныу осоронда дейеү-аждаһалар ҙа, Шүлгәндәр ҙә ныҡ ҡаршы торасаҡ. Шул осорҙо бирешмәй үткәреп ебәреп, яңы нигеҙҙә яңы йәмғиәт ҡорғанда ғына еңеллек киләсәк. Ә бөгөн, ниһайәт, "Урал батыр" эпосы - башҡорт халҡының йәшәйеш коды, үҫеш, яңырыу программаһы икәнен сәхнәнән тороп асыҡтан-асыҡ әйтә, Урал батыр рухын ҡыуандыра алғаныбыҙға ҡыуанайыҡ.

Шулай итеп...
Бөтә ошо һөйләнгәндәр буйынса филология фәндәре кандидаты Гөлнар Юлдыбаева ошондай фекерен белдерҙе: "Әлбиттә, доға ҡабатлауҙан иҫкермәй, тиҙәр, әммә "Урал батыр" эпосына таянып нимәлер эшләргә кәрәк икән, балалар баҡсаһынан башлап "Урал батыр" сәғәттәре, мәктәптәрҙә дәрестәр генә түгел, ә аҙналыҡтар үткәрергә, юғары уҡыу йорттарында гуманитар йүнәлештә уҡығандарға ғына түгел, ә республиканың бар юғары уҡыу йорттарында, бөтә төр йүнәлештәрҙә дәрестәр ойоштороу зарур. Радио-телевидениела "Урал батыр" сәғәттәре, ҡырғыҙҙарҙа - "Манас көнө", яҡуттарҙа олонхо көнө булған кеүек, республикала "Урал батыр көнө", Урал батыр исемендәге премиялар, исемдәр булдырырға, урамдарға Урал батыр исеме бирергә кәрәк һ.б. Күптән инде Урал батырға арналған монументаль һәйкәлдәр тураһында һөйләнелә, ҡайҙа улар? Эпос геройҙарына һәйкәлдәр эшләү тигәндән, республиканың ниндәй районына барып, ҡайһы яҡҡа ҡараһаң да, Урал батырҙы иҫкә төшөрөүсе урындар булырға тейеш. Урал батыр тирәләй бер тере индустрия тыуҙырырға кәрәк. Ә беҙҙә Урал батыр хаҡында китаптар ҙа юҡ, булғандары ҡиммәт, ябай халыҡҡа барып етмәй. Әлеге көндә бик матур эштәр алып барыла, әлбиттә. Уларҙы ла дауам итергә кәрәк. Хәҙерге компьютер заманында балалар мәғлүмәтте күберәк радио-телевидение, телефондар аша һеңдерә. Телефондарҙа эпос тарихы буйынса ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына булһа ла йәнһүрәттәр, эпос геройҙары менән бәхетле, изгелектең еңеүе менән тамамланған уйындар кәрәк. Учалылар бер йыл "Урал батыр" эпосы буйынса флешмоб башлағайны, уны ла туҡтатмай, йыл һайын ҡабатлау фарыз. Эпосты төрлө телдәргә тәржемә итеүҙелға һалғанда ла насар булмаҫ ине, ул әле бары тик энтузиастар арҡаһында ғына тормошҡа ашырылып килә. Республика етәкселеге ярҙам итһә, был эпостарҙы тәржемә итеү, уларҙы киң ҡатлам уҡыусыға таратыуҙа бер аҙым булыр ине..."

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 481

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru