«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАЛА УЛДАРЫ - ҠЫПСАҠТАР БЕҘ!
+  - 


Сирҙар урта быуаттарҙағы төрки дәүләтселеге тарихында мөһим урын биләй. Ҡытай хроникаларында улар се (сйе) исеме аҫтында билдәле була. Тан династияһына (618-917 йй.) арналған "Тан шу" ҡытай хроникаһында ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "Сйеяньто ҡәүеме ике ырыуҙан - Сйе һәм Яньтонан хасил булып, улар бергәләшеп күсеп йөрөнө, ә һуңынан Сйе Яньто ырыуын буйһондорҙо... Тйеле ҡәүемдәре араһында улар иң көслөһө ине. Ғөрөф-ғәҙәттәре, башлыса, тукюестәрҙеке (төркиҙәрҙеке. - авт.) кеүек." Әйтергә кәрәк, ҡытайҙар тйеле йә иһә теле исеме менән уғыҙ ҡәбиләләре кешеләрен атаған. С.Г. Кляшторный яҙыуынса, тйеле боронғо монгол телендәге tegreg һүҙенең ҡытайса варианты булып, тәгәрмәс, арба мәғәнәһендә ҡулланылған. Хәҙерге монгол телендә арба "тэрэг", тип атала. Әммә тарихсы С. Хәмиҙуллин бының киреһенсә булыуы, йәғни, ошо һүҙҙең монгол теленә төрки телдәренән килеп инеүе ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ, тип иҫәпләй. Төркисә tegrek һүҙе тәгәрмәс туғынын, түңәрәк тигәнде аңлата. Ҡытайҙар боронғо төркиҙәрҙе, шул иҫәптән уғыҙҙарҙы ла, берсә тйеле, берсә гаогюй, гаоцзюй (бейек арбалар), тип атай, был төркиҙәрҙең күсеп йөрөгән саҡтарында япмалы арба ҡулланыуының асыҡ сағылышы ул.

"Вэй шу" ҡытай хроникаһында (VI б.) шундай мәғлүмәт бар: "Гаоцзюй, күрәһең, боронғо чидинан тороп ҡалған бер тармаҡтыр. Иң әүәл улар дили тип атала ине, төньяҡта уларҙы чилэ, ә Ҡытайҙа гаоцзюй динлин (бейек арбалы динлиндар), тип йөрөттөләр. Дөйөм алғанда, уларҙың телдәре сюнну теленә оҡшаш, ҡай сағында ҙур булмаған айырымлыҡтар осрай." Ҡытайҙар чиди атамалы ҡәүем кешеләрен "ерән сәсле шайтандар", тип нарыҡлай, ә ҡытай теләнән чи-ди "ҡыҙыл ди", тип тәржемә ителә. Күрәһең, улар сығыштары менән һинд-европалыларға яҡын булғандыр. Ҡытайҙар ошо төрки ҡәүемдәренең ата бабаларының һундарҙан (сюнну) булыуы хаҡында ла мәғлүмәт ҡалдырған.
Антик авторҙары телгә алған серҙарҙың, ҡытай хроникаларындағы сеяньто һәм синьлиларҙың, боронғо төркиҙәрҙең руник ҡомартҡыларындағы сирҙарҙың бер үк ҡәбилә кешеләренең төрлө атамалары булыуы хаҡындағы фараз иң тәүҙә тарихсы Ю.А. Зуев тарафынан иғлан ителә. Ул бына ниҙәр яҙа: "Беҙҙең эраға тиклем III-II быуаттар сигендә үк һун шаньюйы Модэ синь-ли ҡәбиләһен буйһондора, был атаманы боронғо төрки руналарындағы сирҙар һәм антик авторҙарҙың (Плиний) зәңгәр күҙле серҙары менән сағыштырып була. Шул ваҡыттан бирле ҡытай тарихи яҙмаларында уларҙың һун, ә унан толесс (һун вариҫтары) сығышлы итеп ҡарау традицияһы башлана... Сир, сер, се (сир) һәм синьли атамаларының тап килешлеген инҡар итеп булмайҙыр. Был 650 йылда сеяньтолар Чэбни ҡаған тарафынан тар-мар ителгәндән һуң уларҙың Отюкен тауҙарында элек йәшәгән төйәктәренең Синь-ли (йәғни, Сир) тутуклығы, тип аталыуы менән дә раҫлана."
Төркиҙәр, шул иҫәптән гаогюй (уғыҙ) ҡәбиләләре, үҙҙәре менән йәнәш йәшәүсе башҡа халыҡтар менән бәрелештәрҙә ҡатнашып тора, әммә V быуатта Жужань ҡағанатына буйһонорға мәжбүр була. 487 йылда гаогюйҙарҙың бер өлөшө, жужандәрҙән айырылып, Иртыш буйҙарына йүнәлә. VI быуат уртаһында Бумын ҡаған етәкселегендә Төрки ҡағанаты барлыҡҡа килә. Төркиҙәрҙең яулап алыу һуғыштары уңышлы бара, Орхондан Итиль йылғаһына тиклемге территорияла йәшәгән ҡәбиләләр уларҙың хакимлығы аҫтында ҡала. Ҡытайҙарҙың "Суй шу" (VII б.) хроникаһында башҡа бер халыҡтар менән бергә Арал буйында көн итеүсе божуцзюли (башукили) ҡәүеме лә иҫкә алына, тарихи әҙәбиәттә был атаманың башҡорт этнонимына тура килеүе раҫлана.
628 йылда Көнсығыш төрки ҡағанаты хакимы Иль ҡаған еңелеүгә дусар була, ә 630 йылда әсиргә алына. Емерелгән ҡағанатта сирҙар һәм уйғырҙар өҫтөнлөк алырға тырыша, Ҡытай императоры Тайцзун сирҙарҙы өҫкә сығара, уларҙың башлығы Инанчы-иркин үҙен Йенчу Билге ҡаған, тип иғлан итә. Шулай итеп, төрки һәм сирҙар союзына нигеҙләнгән яңы ҡағанат барлыҡҡа килә. Сир ҡағанаты оҙаҡ йәшәмәй - үҙ-ара низағтар, бәрелештәр арҡаһында сеяньто-уйғыр коалицияһы 642 йылда тарҡала. Сирҙар 646 йылда тамам тар-мар ителә, күп кешеһен юғалта, уларҙың 50 меңе самаһы көнбайыш тарафтарына ҡасып китергә мәжбүр була.
Әммә сеяньто-сир ҡәүеме юҡҡа сыҡмай. Артабанғы тарихта улар башҡа төрки ҡәбиләләре менән союзға инеп, II Көнсығыш ҡағанатын тергеҙеүгә күп көс һала, һәм был берләшмә төрки яҙма ҡомартҡыларында "turk sir budun" рәүешендә теркәлеп ҡала. 679 йылда ҡытай хакимлығына ҡаршы баш күтәргән төркиҙәр Ашина Ҡотлуғ исемле төрки принцын үҙҙәренең юлбашсыһы итеп таный, уға аристократик нәҫелдән сыҡҡан уҡымышлы Тоньюкук кәңәшсе булып килә. Ашина Ҡотлуғ Ильтериш ҡаған исеме аҫтында тарихҡа инә. II Көнсығыш төрки ҡағанаты 744 йылда баш күтәргән уйғыр, басмыл һәм карлук ғәскәрҙәре тарафынан тарҡатыла, уның урынын Уйғыр ҡағанаты ала. Тоньюкукҡа арналған руник ҡомартҡылағы яҙма бына нисек тамамлана: "Әгәр Эльтериш ҡаған булдырырға тырышмаһа, йә иһә ул үҙе булмаһа һәм мин үҙем, аҡыллы Тоньюкук, булдырырға тырышмаһам, йә иһә йәшәмәһәм, Капаган ҡаған һәм төрк-сир ерендә бер ниндәй ҙә дәүләт ойошмаһы, халыҡ та, кешеләр ҙә, хаким да булмаҫ ине. Эльтериш ҡаған һәм аҡыллы Тоньюкук тырышлыҡтары арҡаһында Капаган ҡаған һәм төрк-сир халҡы йәшәй. Төрк Билге ҡағаны төрк-сир халҡын һәм уғыҙ халҡын күтәрә."
II Көнсығыш Төрки ҡағанаты тарҡалғандан һуң ҡыпсаҡтар Иртыш йылғаһына яҡын ерҙәрҙә көн итә. Бында IX быуат урталарына яңы сәйәси берләшмә - Ҡимаҡ ҡағанаты ойоша. XI быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы әл Гардизи был берләшмәнең имур (эймур), йемек (ҡимаҡ), татар, ҡыпсаҡ, байандур, ланиказ, аджлад ҡәбиләләренән хасил булыуы хаҡында яҙа. Һуңғы ике ҡәбилә хаҡында аныҡ мәғлүмәт юҡ, ә эймур, байандур һәм татар ҡәбиләләре әүәл Уйғыр ҡағанаты ҡарамағында көн итә. Эймурҙар һәм байандурҙар туғыҙ уғыҙ ҡәбиләһе составында була, ә татарҙарҙың монгол телле ҡәүемдәрҙең береһе икәнлеге билдәле. Уларҙың ата-бабалары хәҙерге Көнсығыш Монголия һәм Манчжурия ерҙәрендә йәшәй. XI быуаттың билдәле телсе ғалимы Мәхмүт Ҡашғари үҙенең "Диван Лугат ат-Турк" китабында былай тип яҙа: "Үҙ һөйләше булған һәм төрк телен белгән Жумул, шулай уҡ Кай, Йабаку, Татар, Басмыл - күскенселәр. Был төркөмдәгеләрҙең барыһының да үҙ телдәре бар, шулай уҡ улар төрк телен яҡшы белә. Артабан Кырҡыз, Кифджак, Угуз, Тухси, Жикил, Уграк һәм Жарук. Уларҙа саф төрк теле, берҙәм тел. Йамак һәм Башгирт телдәре уларға яҡын."
Ҡимаҡ ҡағанаты XI быуатҡа тиклем йәшәй. X быуатта яҙылған "Худуд ал-Алам" ("Донъя сиктәре") фарсы трактатында Ҡимаҡ ҡағанатына тотош бер бүлек арналған. "Әл Ҡимаҡ батшаһына килгәндә, ул әл хаҡан тип йөрөтөлә. Ҡимаҡ илендә уның ун бер хакимы бар, власть уларҙың тоҡомдарына нәҫел буйынса тапшырыла. Әл Хифчаҡ иле әл Ҡимаҡ иленең бер өлкәһе булып, уларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре бер ни тиклем әл Гуз иленекенә оҡшаш..."
X быуаттың икенсе яртыһында Һырдаръя буйында йәшәүсе уғыҙ ябгулары (хакимдары) державаһында тарҡаулыҡ көсәйеп, уларҙың Сельджук исемле бейе бер төркөм уғыҙ яугирҙары менән Дженд ҡалаһын баҫып ала. Улар Ислам диненә күсеп, төркмән мосолмандары, тип атала башлай. Сельджук бейҙең ейәндәре Урта һәм Яҡын Көнсығышта Сельджук империяһын төҙөүгә өлгәшә. Әммә уғыҙҙарҙың күпселеге элекке ерҙәрендә ҡалып, XI быуатта монгол сығышлы кидандар ҡыҫымына дусар булып, көнбайыш тарафтарына табан күсеп китергә мәжбүр ителә. Был осорҙа бәғзе бер ҡәбиләләр икенселәре йәшәгән территорияға үтеп инә, улары бушыраҡ ятҡан ерҙәр эҙләп, арыраҡ күсенергә мәжбүр ителә. Был Евразия киңлектәрендә төрки ҡәбиләләренең көнбайышҡа табан йүнәлтелгән экспансияһына сәбәпсе була. XII-XIII быуаттарҙа Иртыштан Дунайғаса йәйрәп ятҡан киң далала Европала Дәште Ҡыпсаҡ тип аталып йөрөтөлгән төрки ҡәүемдәре иле барлыҡҡа килә. Был илдә бер үҙәктән идара ителеүсе дәүләтселек булмай, төрки ҡәбиләләре айырымланған берләшмәләр составында үҙаллы көн итә. Ҡыпсаҡ исеме менән аталған хәлдә лә, был территорияла бер нисә тиҫтә башҡа төрки ҡәбиләләре йәшәй. XIII быуатта улар барыһы ла монголдар тарафынан яулап алынып, артабан Алтын Урҙа дәүләте олоҫтары составына инеп китә.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 405

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru