«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӨХӘББӘТ ЙЫРСЫҺЫ
+  - 


Уның шиғырҙарына берәү ҙә битараф ҡала алмай. Рухлы, милли-патриотик булһынмы улар, мөхәббәт лирикаһымы, ҡатын-ҡыҙ һыҙланыуымы, йәшәйеш фәлсәфәһеме - ҡойоп ҡуйған, йәнде арбар, илһамландырыр, тертләтер, хистәрҙән сәсәтер кимәлдә була ла ҡуя. Бирелһә бирелә икән кешегә шиғри һәләт! Шиғри ғына түгел, кешелеклек һәләттәрен дә, мәрхәмәтлек һәләттәрен дә, аҡыл, сабырлыҡ һәм сибәрлекте лә йәлләмәгән уға Яратыусыбыҙ. Ошондай фекергә килдем мин Зөлфиә ХАННАНОВА менән яҡындан аралашҡандан һуң.

Зөлфиә апай, һеҙҙең "Рәмил, Рәйес, Ғәбиҙулла..." тигән шиғырығыҙ бар. Ошонан ғына ла кемдәр мәктәбендә ижади нигеҙ алыуығыҙ аңлашыла. Һеҙ әҙәбиәттең бер көслө быуыны менән аралашып ҡалыу бәхетенә өлгәшкәнһегеҙ, шулай бит?


- Аралашып ҡына түгел, улар менән ҡайнап йөрөп, бергә эшләп-йәшәп ҡалдым. Бик көслө ижадсылар, хатта ки хыялый ижадсылар ине улар. Беҙ беренсе курсҡа килгәндә ағайҙарҙың күптәре дүртенсе-бишенсене тамамлай ине инде. Барыһы ла "Шоңҡар" ға йөрөй, әҙәби берекмә гөрләп тора, осрашыуҙар бер ялҡынлы митинг формаһында үтә. Студенттар төрлө райондарға сығып шиғыр кисәләре ойоштора, ҡәләм тирбәтеүсе балалар менән эшләй. Ауылдарҙа халыҡтың шул Рәмил, Рәйес, Ғәбиҙуллаларҙың шиғырҙарын яратып ҡабул иткәнен, дәррәү ҡул сапҡанын, ниндәйҙер әҫәрҙәрен һорап уҡытҡанын күреп ҡайтаһың да, их, бына шулай итеп яҙырға ине, тип уйлайһың. Ысынлап та, шул илһам менән тоҡанып, уларҙың ижадына ғашиҡ булып, яҙғандарын ятлап алаһың. Һәм тағы ла, һин шиғыр кимәлен аңлайһың. Ҡайһындай һүҙ оҫталары янында йөрөп, уларҙың ижадҡа мөнәсәбәтен күреп, һин дә юҡ-бар менән ҡағыҙ бысратмаҫҡа икәнде төшөнәһең. Әлбиттә, һәр авторҙың үҙ кимәле һәм һәләт сиге була. Шулай ҙа һин планканың ниндәй юғарылыҡта булырға тейешлеген һәйбәт тояһың.
Ағайҙарҙың артынан эйәрә килгәндәрҙән беҙҙең йәштәш Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева ул ваҡытта прозаик түгел, ә шағирә ине. Һәм уның шиғриәте лә иҫ киткес ине. Зөлфирәнең һоҡланғыс образдарын әле лә иҫләйем мин:

"Көтмәгәндә ҡап уртаға
Бүленде тулған айым,
Тәүге тапҡыр мөхәббәтһеҙ
Яҙымды ҡаршылайым.
Ярым-ярты... Ә Етегән
Сүмесләп бәхет һона,
Юҡ, кәрәкмәй! Ҡыйғас айым
Яңынан тыуғас ҡына
Тулы бәхет үҙе килер.
Ә бер сүмес аҙ бит ул!
Табыштырыр, ҡауыштырыр
Йүләр миҙгел - яҙ бит ул..."

Артабан Айһылыу Ғарифуллина танылды арабыҙҙа. Беләһегеҙ ул шағирәнең образдар байлығын, тел маһирлығын, һәләтен, ихласлығын. Шул уҡ осорҙа Салауат Әбүзәров, Марат Кәбировтар килде. Һәр яңы шиғырҙы тиҙерәк бер-беребеҙгә ишеттерергә теләп, 1-се ятаҡтың төрлө ҡаттары араһындағы баҫҡыс майҙансығында булһа ла йыйыла һалып, шиғыр уҡышабыҙ. Үәт, егеттәр яҙа ине, исмаһам!
Беренсе-икенсе курстарҙа ғына әле беҙ, "шоңҡарҙар", Ҡаҙанға барып, Ҡаҙан дәүләт университетының "Әллүки" ижадсылары менән шиғри бәйгеләр яһап ташлай инек. БДУ-ның татар теле һәм әҙәбиәте факультеты эргәһендәге "Аҡсарлаҡтар" ҙа беҙҙең менән. Бөгөн Татарстанда киң билдәле шәхестәр: дәүләт эшмәкәрҙәре, шағирә, журналист булып танылған Люциә Шәрәфиева, Таңчулпан, Жәмилә Әхтәмоваларҙың ятаҡ бүлмәләрендә туҡтайбыҙ. Әхирәттәребеҙ менән ҡала урамдарын ҡыҙырып, Ҡаҙандағы һәйкәлдәрҙе, музейҙарҙы ҡарайбыҙ, кисәләр ойошторабыҙ. Ҡаҙан дәүләт университетында, Арча педагогия училищеһында сығыш яһайбыҙ. Ҡырлайҙағы ҙур шиғыр байрамында ҡатнашабыҙ. Унан үҙҙәрен Өфөлә ҡабул иттек, урман күргебеҙ килә тигәс, Белорет районына әҙәби сәфәр ойошторҙоҡ.
Бына ошо һанап үтелгән ҡәләмдәштәр менән инде нисә йылдар дауамында һаман да һағынышып осрашабыҙ. Бер-беребеҙҙең ижадын күҙәтеп барабыҙ.
Бигерәк иртә баҡыйлыҡҡа күскән ағайҙарыбыҙ юҡһындыра...

Ошондай зарлы, һағышлы күңелле шағирә итеп кем үҫтерҙе һеҙҙе? Ата-әсәйегеҙ кемдәр булды?

- Әсәйем (беҙ инәйем тибеҙ) бер йәшендә генә етем ҡалып, өләсәһе ҡулында үҫкән. Олатайым Ғәлим Вәлиев йәш саҡтан кәүҙәгә бик таҙа, төҫкә матур булғас, ҡатын-ҡыҙҙың күҙ осонда ғына булғандыр инде, һүҙ йөрөтөп, ҡәртнәйем менән араларын бутап ҡуйғандар. Ир кеше балаһын алып ҡалған, бирмәгән. Әсәйемде Ғәйнисафа ҡәртнәйем күрше ауылдан һигеҙ саҡырым араны йүгереп үтеп, төндә генә килеп, имеҙеп китер булған. Ә Иҫке Хәлилдән Яңы Хәлилгә ҡайтып еткәнсе тағы һигеҙ саҡрым юл үтергә кәрәк. Унан йәштәр һәр береһе үҙ тормошон ҡорған, әсәйем һигеҙ йәшенә тиклем Маһикамал ҡәртнәйем ҡулында тәрбиәләнгән. Аҙаҡ атаһы, олатайым, уны яңы ғаиләһенә күсереп алған. Олатайым Ишембай район комитетында агитация бүлеге мөдире вазифаһын үтәгән, һуғышҡа тиклем Стәрлебаш районын етәкләгән, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы партбюро секретаре булған. Уның тураһында полк комиссары Сәғит Әлибаевтың "Утлы йылдар" китабында күп тапҡыр телгә алына. Һуғыштан һуң Өфөлә Нефтселәрҙең профсоюз өлкә комитетында эшләй.
Һуғыш йылдарында институт тамамлаған әсәйемде ауылға ҡәртнәһен ҡарарға ҡайтарып ебәрәләр. Шунда үгәй әсәй, Рауза ҡәртнәйем ҡулында буй еткергән ун һигеҙ йәшлек әсәйем ҡәртнәһе менән күрше ауылға йәйәүләп барып, тәү тапҡыр үҙ әсәһе менән осраша. Әйткәндәй, әсәйемде ике яҡ туғандары ла ныҡ яҡын күрҙе. Ғәлим ҡарттайымдың балалары ла, Ғәйнисафа ҡәртнәйемдең балалары ла үҙ итте, тығыҙ аралашып йәшәне.
Әсәйемдең фиҙаҡәрлегенә, рухи көсөнә әле булһа аптырайым. Ул 38 йыл ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаны. Ситтән тороп икенсе юғары белем алған әсәйем бик ентекле итеп ауыл тарихын өйрәнә, уға, әлбиттә, ҡарттайым да, ауылдашыбыҙ абруйлы фән эшмәкәре Таһир Баишев та ярҙам итә. Быуаттар төпкөлөндә Ислам динен таратырға килгән миссионерҙарға барып тоташҡан һәм 21-се быуынды тәшкил иткән шәжәрәбеҙҙән алып ауылдың бөгөнгөһөнә тиклемге ваҡиғалар сылбырын бәйнә-бәйнә теркәп, оло бер тарих яҙып ҡалдырҙы әсәйем. Ер-һыу атамалары тарихын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Һөнәре буйынса тарихсы ла, географ та булғас, барыһын фәнни нигеҙҙә, төплө, тоғро итеп билдәләп, теркәп ҡуйған. Йыл һайын ошо хеҙмәтен байытып, тулыландырып, ҡул машинкаһында ҡат-ҡат баҫтырып торған ул.
Атайым да уҡытыусы булды минең, башланғыс синыфтарҙы уҡытты, физкультура, хеҙмәт, башланғыс хәрби әҙерлек (НВП) дәрестәрен уҡытты,интернатта тәрбиәсе булды. Ауылда бит уҡытыусы - ул ойоштороусы ла, политинформатор ҙа, артист та, депутат та. Шул тиклем яуаплы ине бит элек ауылдағы һөнәрле кешеләр, уларға барыһы ла күҙ терәп тора ине.
Бына ошо матур зыялы ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килгәнмен. Мин тыуғанда атайыма 57, әсәйемә 44 булған. Апай-ағайҙарым был көтөлмәгән ваҡиғаны төрлөсә ҡабул иткән. Улар бит минән күпкә оло. Рәфисә апайыма - 22, Мәҙинә апайыма - 20, Зөфәр ағайыма - 16, Илдар ағайыма 13 йәш булған. Мәҙинә апайым телефондан һөйләшеү пунктынан шылтыратып, Мәскәүҙә институтта уҡып йөрөгән Рәфисә апайымдан һөйөнсө ала: "Беҙҙең ҡыҙ туғаныбыҙ бар. Зөлфиә тип исем ҡуштыҡ", - ти икән. Үҙе кейәүгә сығырға йөрөгән апайым: "Ниңә генә Зөлфиә тип ҡуштығыҙ инде? Ул исемде ҡыҙым булһа, мин ҡушырмын тигәйнем", - тип илай икән. Һуңыраҡ үҙе ике малайға әсәй булғас: "Әлдә шул исемде һиңә ҡушҡандар, туғаным!" - тип ҡыуана торған булды. Ә үҫмер ағайҙарым әсәйебеҙҙең хәтһеҙ йыуанайып китеүенән ғәрләнеп йөрөгәндәр икән, бала тыуғас та, оялып бер булғандар. "Беҙ ул балаға яҡын да бармайбыҙ", тип турһайғандар. Ә шулай ҙа бала табыу йортонан алып ҡайтҡас, сәңгелдәктә бер "сыр" итеүем булған, икеһе ике яҡтан йүгереп килеп еткән. Мин уларҙың мине нисек ҡарағанын үҙем дә иҫләйем, елкәләрендә генә йөрөтөп, ауыҙыма тәмле-татлы һоғондороп ҡына, өрөлтә-өрөлтә кейендереп, сәсемде үреп, берсә велосипедҡа, берсә мотоциклға атландырып, үҙҙәре менән балыҡҡа алып барып, һөйөп-иркәләтеп үҫтерҙеләр. Ныҡ иркә булдым шуға. Һуңынан инде мин уларҙың балалары менән уйнаным. Минән саҡ ҡына кесерәк булған туғандарымды йәй һайын һағынып көтөп алыр булдым. Бына әле апай-ағайҙарымды исемләп барлап ултырҙым да күҙҙәремә йәш төйөлдө. Ғәзиз кешеләремде бер-бер артлы ерләнем. Иң өлкәне Рәфисә апайым менән икәү генә тороп ҡалдыҡ...

Беренсе яҙған шиғырығыҙҙы хәтерләйһегеҙме? Ҡасандан һиҙҙегеҙ үҙегеҙҙә ошо илһамды?

- Һаман да хәтеремдә биш йәштә сығарған ошо шиғырым:
Тәҙрә төбөндә гөлөм,
Бигерәк матурһың үҙең.
Күбәләк килеп ҡунһа,
Шатланаһың бик үҙең, - тигән дүрт юллыҡ ине. Ә икенсе класта ижад иткән "шедевр" ошолайыраҡ яңғырай: "Беҙҙең Зилә бигерәк уңған, Үҙе үҫтерҙе һуған..." Бына шулай... Хәҙер миңә көлкө булһа ла, ул саҡта яҙғанымды атайыма уҡытҡайным, ул мине маҡтап ебәргән булды. Тап уға күрһәтергә икәнде лә төшөнгәнмен, сөнки уның блокнотына шиғырҙар күсереп яҙғанын күрә, был ижадҡа һөйөүе барлығын аңғара инем. Ғаиләбеҙҙә тағы ла Мәҙинә апайым ижад итергә яратты. Шөкөр, әсәйем дә, атайым да мине шағирә итеп белеп өлгөрҙө. Бөгөнгөләй күҙ алдымда, атайым менән күтәрмәлә баҫып торабыҙ, ул миңә: "Ҡыҙым, һин яҙыуыңды ташлама. Һин айырым, үҙенсәлекле балам булдың, әйткәнемде онотма!" - тине. Атайым көслө хәҙрәттәр тоҡомонан, ауыр аҡыллы кеше ине. Үҙе бөтә нәмәне белгән һәм хәл итә алған әсәйем дә уның һүҙенән сыға алмай, күҙенә генә ҡарап торҙо. Ысынлап хөрмәт иттерә, буйһондора, тыңлата торған ир ине...

Һеҙҙең шиғриәттә иҫ киткес мөхәббәт лирикаһы! Уҡығанда ирекһеҙҙән "Ҡайһындай ғазап" тигән уй килә. Әйтә алаһығыҙмы, быларҙың инеше ҡайҙан?

- Беләһеңме... Беҙҙең өйҙә ғәйбәт, насар һүҙ, кеше һөйләү тигән төшөнсәләр булманы. Оло кешеләр ҡулында тәрбиәләнгәс, нисектер, донъяға ҡарашым да башҡасараҡ ине. Мәктәптә берәй яҡшылыҡ эшләгән малайға ғашиҡ булып, "был ҡайһылай һәйбәт" тип иҫем китә ине. Икенсе көн икенсеһенә һоҡланып ҡайтам. Эргә - тирәмдәгеләр барыһы ла матур, барыһы ла һәйбәт һымаҡ. Шундай үтә хисле, ныҡ асыҡ күңелле булдым. Иремә лә оло мөхәббәт менән кейәүгә сыҡтым. Яратҡан кешем янындағы бәхетле ҡатын инем. Әммә миңә сит яҡ, икенсе ғаилә, ят характерҙағы кешеләр мөхитенә өйрәнеү бик ауырға тура килде. Университетты тамамлау менән кейәүгә сыҡтым, әммә Айбулат менән тиңдәштәр булһаҡ та, уға медицина институтында 6 йыл уҡырға кәрәк, ә унан һуң тағы бер йыл интернатура. Шулай итеп, өйләнешкәс ике йыл самаһы айырым йәшәнек. Мин бәләкәй бала менән ауылда, ҡәйнәләр янында, ул - ҡалала, студенттар араһында. Тәүҙән үк бер бөтөн булып йәшәмәгәс, аңлаша алмаған осраҡтар күп булды. Һөйләр, күңел бушатыр яҡыным юҡ, шуға ла бар хистәрем шиғыр булып урғылғандыр, һәр хәлдә, тап ошо осорҙа тәрән һыҙланыулы мөхәббәт лирикаһы барлыҡҡа килде.
Ғаилә тормошом миңә, иркә балаға, бик ҙур һынау булды. Яратылыуҙан башҡаны белмәгән булмышым ҡапыл ғына "килен" формаһына килеп инде лә, был роль үтә лә ауыр кеүек тойолдо. Урман-тау халҡы тәбиғәте менән дә ҡатыраҡ халыҡ бит инде... Ә шулай ҙа ҡәйнә тупһаһының ыңғай яҡтары күп ул: күп эшкә өйрәндем, килен мәктәбен "по полной программе" үттем. Ҡәйнәмә ҡырҡ дүрт кенә йәш, шундай матур ҡатын. Минең уға "әсәй" тип өндәшкем килде, сөнки беҙҙең ғаиләлә еҙнә-еңгәләрем әсәйемә шулай тип өндәшә ине. Тик миңә баштан уҡ: "Әсәй берәү генә була, ҡәйнә, тип, өндәшерһең", - тип кәртә ҡуйҙылар. Һәм мин шул кәртәне бер ваҡытта ла аша үтергә ярамағанлығын аңланым... Бөгөн быларҙың барыһына ла фәлсәфәүи ҡарайым. Ҡәйнәм менән ҡайнымды балаларымдың бик яратҡан олатаһы менән өләсәһе тип ҡабул итәм. Уларҙың һәр бер изгелеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Үҙемдең атай-әсәйем күптән гүр эйәһе булғас, уларҙың барлығына ҡыуанам, аҡыллы фекерҙәренә, кәңәштәренә таянам.
Абруйлы урындарҙа эшләгән, егәрле, ҡарағайҙай буй-һынлы, матур мөләйем йөҙлө тормош иптәшем дә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булды. Һөнәре буйынса ла һәр ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙар араһында ине. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла төрлөләре бар бит. Бер табында ҡунаҡ булып, туғанлашып йәшәгәндәр араһында ла күңелде ҡыйырға баҙнат итеүселәр булыуы мөмкин. Мөхәббәт йөрөтә микән ундайҙарҙы, аҙғынлыҡмы, кем белә инде. Ундайҙарҙы бер ни ҙә туҡтата алмай: ҡараңғы төн дә, бикле ҡапҡа ла... Бына ошондай донъяуи кисерештәр, һынауҙар ҙа минең мөхәббәт лирикаһына бер сағылыш булып өҫтәлде.

Һеҙ бөгөн яулыҡта. Баш ҡалабыҙҙағы берҙән-бер яулыҡтағы ҡатын-ҡыҙ чиновник та, бармаҡ менән генә һанарлыҡ дини шағирәләрҙең береһе лә. Яулыҡ һеҙҙең ижадҡа йоғонто яһанымы, йәки чиновник булыу сикләмәйме шағирәне?

- Дин беҙҙең ғаиләгә ят нәмә булманы. Атайым ҡөҙрәтле көскә эйә булған хәҙрәттәр тоҡомонан ине, тигәйнем бит, әсәйем дә олоғайған көнөндә дингә килде. Үлер алдынан фалиж һуғып, өс йыл түшәктә ятты. Апайҙарым менән алмаш-тилмәш ҡараныҡ. Өсөнсө балам Әминәне табып алғас, әсәйем миндә генә булды. Ҡулда бәләкәй бала, әсәйем дә - сабый халәтендә. Көнөм менән төнөм буталды. Төндә берсә сабыйымды имеҙәм, берсә әсәйем уята: "Ҡыҙым, доғаларыңды уҡы әле, зинһар!" - ти. Баш осона ултырып, белгән доғаларымды уҡыйым. Әлхәмдүлилләһ, һуңғы юлға ла "Йа син" сүрәһе менән оҙаттыҡ. Әсәкәйем түшәмгә ҡарап, күҙҙәре менән кемдәрҙелер барлап, йылмайып йән бирҙе. Уға 80 йәш ине. Атайыма ла Аллаһу Тәғәлә хәйерле үлем насип итте. 83 йәшендә изге рамаҙан айының йома иртәһендә әхирәткә күсте.
Артабанғы тормошта үҙемдең иң ауыр саҡтарымда, кемдән яҡлау эҙләргә белмәгәндә, шул Юғары көскә һығындым. Башта доғалар уҡыным, ураҙа тоттом, яйлап намаҙлыҡҡа баҫтым. Яулыҡ өсөн иһә бик оҙаҡ әҙерлек эштәре алып барҙым. Башта өйҙәгеләрҙе өйрәтергә тура килде. Яулыҡ ябынып сыҡҡан өсөн танау алдында машина ишеген шарт ябып, мине ултыртмай, киноға сығып киткән саҡтары ла булды ғәзиздәремдең. Шул тиклем ҡарайһым килгән фильм ине! Уныһынан бигерәк яҡындарымдың мөнәсәбәте... Түҙҙем. Унан эшкә килгәндә, ҡайтҡанда яулыҡта булдым, яйлап кабинетта ла йоҡа яулыҡты һалмай башланым. Был тәңгәлдә ҡаты бәрелеүҙәр ҙә, етди һөйләшеүҙәр ҙә булманы түгел. Мин уларҙы үттем һәм бөгөн, әгәр яулыҡ өсөн мине эштән ебәрергә теләйҙәр икән - һис үкенесһеҙ китәсәкмен. Быны үҙем өсөн хәл иткәнмен инде.
Дин минең ижадыма бер ниндәй сик тә ҡуйманы. Ә инде диндә ниндәйҙер сикләүҙәр бар икән, ул шәхсән шағирәгә генә ҡағылмай, ул барлыҡ мосолмандарға ла ҡағыла. Киреһенсә, яңы темалар, тәрәнерәк фәлсәфә, бығаса аңлай алмаған күп һорауҙарға яуаптар алып килде. Аллаһу Тәғәләгә мең шөкөр, сабырлыҡ, рух ныҡлығы өҫтәлде.
Ә инде чиновник булыу, киреһенсә, миңә шәхес булараҡ үҫешергә форсат бирһә лә, шағирә булараҡ аяғыма тышау һала. Ваҡыт етмәй. Күңелдә бөрөләнеп килгән шиғырҙар ҙа сабып йөрөгәндә онотолоп, хәтерҙән сығып осалар. Артыҡ ҡоро, фактик, бөткөһөҙ мәғлүмәти йәшәйеш ижад ҡойомдо һайыта кеүек. Йәнә... Уҡыусыларым менән осрашыуҙарға һыуһайым, ә сығып йөрөү мөмкинлектәре сикләнгән. Киләсәктә, тынысыраҡ мөхиткә күскәс, ошо үткән йылдарым өсөн дә яҙмаҡсымын әле, Аллаһ бирһә.

"Йөрәк һүҙе" проекты һеҙҙе халыҡҡа асты, һеҙ иһә уны астығыҙ кеүек булды. Әгәр шунда һеҙ ҡатнашмаһағыҙ һәм "Мөздәлифә", "Күрешергә һуҙ усыңды...", "Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға?" тигән шиғырҙарығыҙҙы уҡымаһағыҙ, был программаның "йөҙөмө" лә булмаҫ ине кеүек. Һәм шул уҡ ваҡытта был бәйге һеҙҙе шиғри һүҙ әйтә белеүсе, уны ижад итә белеүсе талант эйәһе итеп данлатты ла. Килешәһегеҙме?

- Мин үҙемде улай ситтән ҡарап әйтә алмайым, шиғриәт бәйгеһендә, ғөмүмән, бик көслө шәхестәр ҡатнашты, әммә бер фекер менән килешәм. "Йөрәк һүҙе" шиғырға, шағирҙарға халыҡ һөйөүен ҡайтара торған бер иҫ киткес проект булды. Уны уйлап тапҡан һәм ойошторғандарға Аллаһтың рәхмәте яуһын! Элек шағирҙарҙы ауылдарҙа көтөп ала, йотлоғоп тыңлай инеләр. Һуңғы йылдарҙа был йола онотолоп, шағирҙарға һәм шиғриәткә битарафлыҡ булып киткәйне. Шул уҡ ваҡытта шиғри формалағы яһалмалыҡтар ҙа күбәйҙе. Шиғырҙың бәҫе, кимәле төшөп, уның кеше аңына алып барып еткерә торған идея-тематик көсө кәмеп киткәйне. Ошо проект уны үҙ урынына ҡуйҙы Был мәртәбәле проекттың артабан да тап шағирҙар һәм ысын шиғриәт мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүен теләр инем.

Һеҙ үҙегеҙҙе ҡыйыумын тип һанамайһығыҙ. Ә үҙегеҙ күҙ ҙә йоммайынса "Мин - башҡорт, тип танышығыҙ", "Ҡарағайҙар", "Түрәкәйҙәр", "Өфө етә барыһына ла", "Яҙмышыбыҙ беҙҙең бер икән", "Башҡортлоҡ" кеүек рух күтәрелеүҙән, йән әсеүҙән сәсәп китерлек шиғырҙар яҙаһығыҙ. Минеңсә, бындай әҫәрҙәр ҡурҡаҡ йөрәктән сыға алмай!

- Алда әйткәнемсә, шиғырҙарым бик һыҡраған һәм хистән быуылған мәлдә тыуа. Һәм улар башҡаса булып тыуа ла алмай. Ундай илһам солғанышында булғанда кемдәндер ҡурҡыу йәки шикләнеү, яраймы-ярамаймы, нимә әйтерҙәр, тип уйлап ултырыу булмай. Был бит һинең күк менән тоташҡан, үҙең үҙеңдеке булмаған сағың була. Аҙаҡтан ғына: "Һин эш урыныңдамы ул?"- тип хафаланып дуҫтар шылтырата, туғандар борсола... Миндә, моғайын, илһамлы саҡта асылып өҫкә бәрә торған боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙы рухы йәшәй. Илемә, халҡыма булған сикһеҙ һөйөү йәшәй. Милләтемде, шул милләттең дауамы булған затымды, балаларымды ҡурсырға теләү теләге йәшәй. Шул ғына. Минең башҡа был тормошҡа бер талабым да юҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 500

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru