«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ШӘЛЕ ТИГӘН МӨҒЖИЗӘ
+  - 


"Кәзә ҡайт, кәзә ҡайт, ҡунаҡтарға һөт кәрәк...", "Аллаһыу, аллаһыу, кәзәләрҙе тауға ҡыу..." тигән сәңгелдәк йыры быуаттар буйы тирбәлә Уралтау буйҙарында. Ҡулдарына күҙ ҙә эйәрмәҫтән тиҙ-етеҙ итеп шәл бәйләгән уңған, тырыш, булдыҡлы әсәйҙәребеҙ баҫалҡы ғына йылмайып күҙ алдына килә... Беҙҙең шәлсе әсәйҙәр... Улар ил иңенә мамыҡ шәл ябып йылытҡан да, йыуатҡан да, уҡытҡан да быуын. Башҡорт шәленә арнап матур илһамлы йырҙар ижад ителә. Тағы ниндәй һөнәр эйәләренә һәм уларҙың ҡул-йөрәк йылыһы яғылған эштәргә ил рәхмәте йыр аша тапшырыла икән?

Кәзә сеймал бирә...


Башҡорт балы, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы янында бөтә илгә дан ҡаҙанған башҡорт шәле лә бар. Башҡорт дебет шәле Башҡортостан халҡын ғына түгел, бөтә Урал буйын, Ырымбур өлкәһен, Үзбәкстан, Алыҫ Көнсығыш, Себер, Мәскәү, Ханты-Мансы тарафтарын да йылыта. Уның шифалы йылыһын халҡыбыҙ борондан белгән, дебет алыу-һайлау серен, бәйләү оҫталығын ҡулдан-ҡулға тапшырған. Башҡортостанға күсеп килгән халыҡтар ҙа был мөғжизәнең бөйөклөгөн аңлап, үҙ оҫталығын, үҙ йүнселлеген өҫтәгән.
Ҡыуандыҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Һарыҡташ, Ейәнсура, Күгәрсен, Мәләүез, Стәрлебаш, Федоровка, Көйөргәҙе, Миәкә, Fафури районына саҡлы урманлы-далалы төбәктә халыҡ һәйбәт дебетле кәзәләрҙең нәҫелен өҙмәйенсә һаҡлаған. Улар хатта "башҡорт кәзәләре тоҡомо" тип йөрөтөлә. Был тоҡомдо республикабыҙҙың төньяғына, көньяҡ-көнбайышына, көнсығыш яландарына күсереп ҡарағандар, бер-ике йылдан мамығының сифаты бөтөнләй үҙгәрә торған булған. Бөтә хикмәт - таулы-шишмәле ерҙәрҙең үләнендә һәм һыу көсөндә. "Кәзәнең кәзәһенә хәтле урын һайлай", тип әйтә алаһығыҙ, сөнки кәзәнең ашау-эсеүгә ни хәтле һайлансыҡ, талымлы булыуын уны аҫраған бөтә кеше белә. Ҡыш буйы кәзәгә яҡшы йәшел бесән, ярма, таҙа йылы һыу, витаминлы аҙыҡ биреү мотлаҡ икәнен һәр кем белә. Кәзә өҫтөнә бесән ҡойолмаһын, уны үтә ел йәки артыҡ һыуыҡ һуҡмаһын, малҡай епшек буран-рашҡыла ҡалып күшекмәһен, өҫтөндә елберҙәп кенә ҡалҡып торорға тейешле мамығы уҡмашмаһын, ул тынсыу-тар урында интекмәһен - көн уртаһын ҡояшлы саф һауала, асыҡ кәртәлә үткәрһен... Ҡышҡы селләнең ҡояшҡа боролған бер мәлендә - шаҡай-февраль айы урталарында кәзәнең дебете ҡалҡа, уның иң ҡуйы һәм иң ныҡ сағы ошо - сатлама һыуыҡ һәм салт ҡояш нуры ергә тура төртөлә башлаған мәл. Тарар алдынан бер-ике көн кәзәләрҙе ныҡ йылы урында тоталар, мамыҡ ҡылдан айырыла, тиренән ҡупшый, өҫкә ҡалҡа һәм тарап алыу еңелләшә, тиҙәр... Йыл ҡоро килһә, дебете ҡыҫҡа һәм ҡуйы, һалҡын килһә - оҙон һәм ҡалын, ямғырлы икән - һуҙылыусан һәм һирәк була. "Үҙебеҙҙең йорт кәзәһенең холҡо дебетендә лә ҡала: бармаҡҡа яғылып, уралып тора бит, кешегә йылышып-иркәләнеп бара. Шуға ла беҙҙең башҡорт шәле муйынға уралып, йылытып-хәстәрләп, иркәләп-һөйөп тора хужаһын. Теләһә ниндәй ауырыуға ла дауа, шәлеңә уран да Хоҙайҙан һаулыҡ һора, шул хәтле килешә, ысын! Тере кәзә өҫтөнән генә тарап алынған тере мамыҡты кәзә беҙгә үҙ теләге менән бирә, ҡурҡмай-өркмәй, рәхмәтле-риза булып тапшыра. Кәзәбеҙ беҙгә дебетен бүләк итә! Шуға ла беҙҙең дебет әллә нисә йыл ятһа ла боҙолмай, ойошмай, иҫкермәй. Тетеп-аялап ал да бәйлә, ябынып рәхәтлән!"-тиҙәр шәл оҫталары, егәрле башҡорт ҡыҙҙары!

Төрҙәре бер нисә

1. "Һуҡҡан шәл", "Һуҡма шәл, "Йыяр шәл" - әүәл халҡыбыҙҙа башлыса һуҡҡан шәл киң таралған, ә бәйләү аҙағыраҡ башланған, тигән фекер бар. Әбйәлилдәр һуғылған шәлде "йыяр шәл" тиҙәр. Амангилде ауылынан Ғәшүрә Әбүбәкирова һуҡҡан һоро, аҡ шәлдәр рәссам Әхмәт Лотфуллиндың картиналарындағы башҡорт ҡатындарының монументаль портретын ғына сағылдырмай, ә башҡорттар йәшәгән һәр төбәктәге тарихи хәтерҙе ҡуҙғыта. Башҡорт һуҡма шәле кәзә дебетенән генә һуғыла, бер ниндәй ҙә еп-ҡатлыҡ ҡушылмай.
2. "Дебет шәл", "мамыҡ шәл" - уртаса ҡалынлыҡта иләнгән (1-1,5мм) дебеттән бәйләнгән классик йылы шәл, ул халыҡсан ысул менән - ситтәре биҙәк һалынып һәм "тел" менән семәрләп айырым бәйләнә һәм тегеп йә бәйләп урта өлөшкә ҡушыла, тигеҙ дүртмөйөш яҡтарының оҙонлоғо 70 см-ҙан бер метрға хәтле булыуы мөмкин. Шәл ситенә биҙәк һалыу элекке йола булһа, бөгөн шәл уртаһына ла биҙәкте йәлләмәйҙәр. Оҫталар дебет шәл биҙәктәренә яғымлы исемдәр ҡуша: "һалма", "кәкерсәк", "бесәй табаны", "тулҡын", "тура биҙәк", "йәйғор", "шыршы", "борсаҡ", "төймә", "тәгәрмәс эҙе", "Заһира бейеүе", "тау биҙәге", "тәрәҙә биҙәк", "өҙмәкәй".
3. "Ауыл шәле", "оло шәл", "сана шәле", "ҡалын, ҙур шәл" йәки "урман шәле" - кәзә дебете йыуан итеп иләнеп (диаметры 2-3 мм), ҙур энә менән бәйләнә. Ҙурлығы 1,5х1,5м йәки 2х2м. Бындай шәл ныҡ ҡабарыуҙан үтеп, бешеләнеп, кейеҙләнеп китә, ҡышҡы һыуыҡта тун кеүек йылы була, сәкмән өҫтөнән кейелә, юрған урынына ла ҡулланыла. Ауыл шәлен Йылайыр яғында бөгөн дә бәйләйҙәр.
4. "Селтәр шәл" йәки "үәл" - эре итеп йыш күҙ салып, күп биҙәк һалып, нәҙек иләнгән дебеттән һирәк итеп бәйләнгән үтә күренмәле шәл;
5. "Өсмөйөш" йәки "косынка" - ҡышҡы кейем эсенән һалып йәки йорт араһында ябына торған баш ябыуы, хәҙер ул бик күп етештерелә.
Кәзә дебетенән ҡатын-ҡыҙҙар шәл менән үәлдән тыш башҡа бөтә нәмәне лә - кейәү бирсәткәләренән башлап йылы балаҫ-юрғандарға хәтле бәйләй. Дебеттән бәйләнгән еңһеҙ өҫ кейеме көртөй тип йөрөтөлә, дебет сәкмәндәр иркен итеп бәйләнә. Кәзә дебетенән бәйләнгән заманса кейем-ҡаралты төрҙәре лә киң таралған башҡорттарҙа.
Башҡорт дебет шәленең дәрәжәһе һис тә кәмемәй. Киреһенсә, шәл бәйләүселәр күбәйә, оҫталыҡ арта. Бөгөнгө ғаилә бюджетына ярҙам итә дебет шәл. Балалар уҡытыу, дауаланыу, йорт һалыу, машина алыуҙа дебет шәл Башҡортостан халҡының ышаныслы таянысы булып ҡала. Башҡорт шәленең мөғжизәһе һаман илгә, күңелгә, сәләмәтлеккә хеҙмәт итә.

Ырымбур яулығынан айырмаһы...

Күренекле рус этнографы Сергей Руденко 19-сы быуатта былай тип яҙа: "...Ырымбур губернаһында башҡорт ауылдарында өй һайын туҡыу станогы тора һәм кәзә дебетенән һуғылған буй балаҫтар күп осрай, шулай уҡ башҡорт ҡатындары кәзә дебетенән иҫ киткес йылы шәлдәр һуға, уларҙы баҙарҙа һатып ғаиләһе өсөн аҙыҡ-түлек таба". Совет власы осоронда "Оренбургский пуховый платок" - "Ырымбур мамыҡ яулығы" тип аталып киткән ҡупшы мамыҡ яулыҡты етештереүсе фабрика тап башҡорт шәленең матурлығын, файҙалы һәм зауыҡлы эш булыуын иҫәпкә алып асыла. Рәсәйҙә кәзә мамығын эшкәртеп, ҡулланыуға бәйле ике абруйлы бренд бар. Икеһе лә гүзәл хеҙмәт емеше. Беренсе бренд - борон-борондан Көньяҡ Башҡортостан хужалыҡ һәм тәбиғәт шарттарына ярашлы барлыҡҡа килгән уникаль кәсептең өҙөлмәй-юғалмай дауам ителгән күренеше - халыҡ оҫталары бәйләгән "Башҡорт шәле". Икенсе бренд - "Оренбургский пуховый платок", фабрикала бәйләнгән биҙәкле "Ырымбур мамыҡ яулығы". Шәл менән яулыҡтың айырмаһы билдәле.
Ағиҙел, Оло Эйек, Һаҡмар, Һүрәм, Ашҡаҙар, Юшатыр йылғалары буйында йәшәгән оҫталар етештергән йылы дебет шәлдәр Ырымбур, Ташкент, Өфө, Стәрлетамаҡ баҙарҙарында һатылды. Йылғыр алыпһатарҙарҙың Башҡортостан ауылдары буйлап өй беренсә ябырылып йөрөп, Ырымбур һәм Урта Азия, Себер баҙарҙарында һатыу өсөн шәл йыйыуы әлеге көндә лә дауам итә. Мәҫәлән, бер Ейәнсура районында ғына ауылдарҙа йылына биш меңләп шәл бәйләнә. Улар ҡайҙа һатыла? Башлыса, Ырымбур яғына оҙатыла, унан алыпһатар юлы менән башҡа яҡҡа таратыла. Боронғо "Ебәк юлы" кеүек, "Дебет шәл юлы" ла киң тармаҡлы һәм өҙлөкһөҙ яңырып тора.

Шәл клубтары

Башҡортостанда бөгөн өс халыҡ шәл-клубы эшләй. Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылында "Вәзәм һуҡма шәлдәре", икенсеһе Стәрлебаш районы үҙәгендә "Стәрлебаш биҙәктәре", өсөнсөһө Йылайыр районы Юлдыбай ауылындағы шәл-клубы. Улар Башҡортостан Халыҡ ижады үҙәге һәм "Урал" галереяһы юллауы менән барлыҡҡа килде. Дүртенсе "Ейәнсура шәле" шәл-клубының асылыуы көтөлә.
Иҫәнғол ауылында йәшәгән Зөлфиә Бикбулатова республика "Башҡорт шәле" фестивалдәрендә дүрт мәртәбә (!) гран-при бүләген яулаған легендар шәлсе. Уның ижадын өйрәнергә, хупларға, рәхмәт әйтергә генә ҡала. Ошо урында бер һорау тыуа: республика фестивалендә гран-при бүләген яуларлыҡ шәл бәйләү оҫталарын, халыҡ кәсеп-һөнәре сәнғәтен үҫтереүсе булараҡ, Башҡортостан Хөкүмәте кимәлендә хуплар-дәртләндерер баһалар ҙа булырға тейештер бит? Унан һуң, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура һәм башҡа райондарҙа борондан килгән шәл бәйләү, балаҫ һуғыу бер ҡасан да эш булыуҙан туҡтамаған. Үҙ йортонда, үҙ яйына эш урындары булдырыусы, шуның менән ғаиләһен туйындырыусылар бит улар, шәлсе ҡатын-ҡыҙҙар. Ләкин... "Башҡорт шәле" тигән мөғжизә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе буйлап йөрөгәндә генә республика етәкселәренең иҫенә төшә, йәки зауыҡлы бүләк кәрәкһә, шәлселәрҙең иң ҡупшы эштәрен таптыралар... Ҡыҫҡаһы, йөҙ илле йыл әүәл Сергей Руденко бөтә донъяға һөйөнсөләгән башҡорт милли кәсебе беҙҙең етәкселәрҙең күҙенә лә эленмәй...

Киләсәге нисек булыр?

2019 йылдың 5-7 декабрендә Өфөләге Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә 6-сы Бөтә Рәсәй халыҡ һөнәрмәндәре форумы үтте. Унда егермеләп павильонда башҡорт шәлдәре күргәҙмәгә ҡуйылды. Бөтә Башҡортостандан иң-иң оҫталары халыҡҡа үҙ шәлдәрен күрһәтте, һатты, бүләкләнде. Әлбиттә, уларҙың бөтәһе лә ҙур маҡтауға лайыҡ. Халыҡ һөнәрмәндәре эшмәкәрлеген Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ғына түгел, Сәнәғәт министрлығына ла үҙ ҡарамағына алырға күптән ваҡыт. Башҡорт шәлдәре иң юғары халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә лә беҙҙең милли оҫталыҡтың сағыу күрһәткесе булырлыҡ, тигән фекерҙе Хөкүмәтебеҙ кимәлендә лә ишетергә тейештәр, тигән һүҙҙәр ҡат-ҡат яңғыраны был күргәҙмә сиктәрендә үткән түңәрәк ҡорҙарҙа, конференцияларҙа. Уларҙа башҡорт шәленең киләсәге хаҡында тағы шундай тәҡдимдәр әйтелде: Башҡортостанда мамыҡ кәзәләрен үрсетеү дәүләт ярҙамына алынһын; шәл бәйләү - республикала махсус сәнәғәт тармағы булырға тейеш; шәл һатыу магазиндарын асылһын; башҡорт шәле тураһында фәнни хеҙмәттәр, махсус каталогтар сығарылһын; шәл оҫталарының даими күргәҙмәләре ойошторолһон; башҡорт шәле Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары исемлегенә теркәлһен; башҡорт шәле - Башҡортостан ҡото, бренды тип рәсми иғлан ителһен. Киләһе Фольклориада йылында был алтын һүҙҙәр һыуға һалынмаҫ, изге уй-ниәттәр онотолмаҫ, тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 606

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru