«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯ КИМӘЛЕНДӘ ТАНЫЛЫРҒА ҠЕҮӘТЕБЕҘ БАР, ШАРТТАР КӘРӘК
+  - 


Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигән әйтемде йыш ҡына телмәребеҙҙә ҡулланабыҙ. Һәм был һүҙҙәрҙең һәр ваҡыт өҫкә сығыуына, ысынлап та тән сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кешенең йән-күңел торошо ла һау булыуына инанып торабыҙ. Ошо бөтәбеҙгә лә таныш, әммә күптәребеҙ һанға һуҡмаған хәҡиҡәткә күптән түгел Италияға барып, панкратион буйынса Донъя чемпионатында алтын миҙал яулап ҡайтҡан яҡташыбыҙ - Белорет ҡалаһынан Эвилина Хаджиева һәм уның тренеры, "Яугир" ҡатнаш һәм һуғыш алышы спорт үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Абдулҡадир Нурғәлин менән әңгәмәләшкәндә лә инандыҡ.

Тәү сиратта һеҙҙе был юғары уңышҡа килтергән юл тураһында һөйләп китһәгеҙ ине.

Э. Хаджиева:
Мин Белорет районы Үҙән ауылы ҡыҙы, хәҙерге ваҡытта Белорет ҡалаһындағы Металлургия колледжында 3 курста уҡыйым. Бер ваҡыт дәрестәрҙән ҡайтып барышлай "Яугир" ҡатнаш алыштар клубының иғланын күреп ҡалдым. Быға тиклем Сермән мәктәбендә уҡығанда 3-4 ай тирәһе тай боксы менән шөғөлләндем, ә бына Белорет ҡалаһында ундай спорт түңәрәктәре барлығын белмәй ҙә инем. "Яугир"ға килеп, панкратион йүнәлешенә яҙылдым. Дөрөҫөн әйткәндә, унда самбо, башҡа ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса күнекмәләр барлығын белмәнем дә, һайлап та торманым. Хәҙер ике йыл дауамында панкратион буйынса төрлө кимәлдәге ярыштарҙа бик күп тапҡырҙар көсөмдө һынап ҡарағас, дөрөҫ юлдан барыуыма һәм күңелемә ятҡан спорт төрөн табыуыма ҡыуанам. Әйткәндәй, донъя кимәлендәге ярышҡа үтеү өсөн генә лә тәүҙә Башҡортостан, төбәк-ара төрлө ярыштарҙа беренсе урындар алырға, шунан Волга буйы федераль округы буйынса, һуңынан Башҡортостан йыйылма командаһы составында Рәсәй кимәлендәгеһендә ҡатнашып, еңеүҙәр яулау талап ителде. Рәсәй йыйылма командаһы составында сығыш яһап, беренсе урын алыу бәхете шулай тәтене.
А. Нурғәлин: "Яугир" ҡатнаш һәм һуғыш алышы спорт үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы тип ноябрь айынан ғына атала башланыҡ. Быға тиклем беҙҙең юридик статусыбыҙ "ҡатнаш алыштар клубы" тип кенә билдәләнә ине. Әммә әлегә юридик яҡтан ғына "үҫтек", физик яҡтан бер нәмә лә үҙгәрмәне. Спорт үҙәгендә шөғөлләнеү урыны бик тар ғына, артыҡ уңайлы шарттар ҙа юҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, эшебеҙҙе дауам итәбеҙ һәм тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәләрен күреп ҡыуанып торабыҙ. Бигерәк тә быйылғы йыл беҙҙең өсөн бик уңышлы булды, Рәсәй кимәлендә Эвилина Хаджиева 18 йәшлектәр араһында 1 алтын һәм 1 бронза яуланы, Мәхмәтсәит Шәрипов 16 йәшлектәр араһында 3 алтын миҙал яуланы һәм бының менән үҙҙәренә донъя чемпионатына юл астылар.
Панкратиондан тыш, беҙгә тура килгән төр алыштар, мәҫәлән, ҡатнаш алыш сәнғәте (ММА), әрме ҡул һуғышы, һуғыш самбоһы, күп стилле каратэ, кикбоксинг, һуғыш джиу-джитсу, грэпплинг буйынса ла ярыштарҙа ҡатнашабыҙ һәм уңыштарыбыҙ бар. Әле беҙҙә 4 йәштән алып төрлө йәштәрҙәге 50-гә яҡын кеше шөғөлләнә, ҡыҙҙар һәм малайҙар төркөмдәре айырым һәм күнекмәләр көн дә үтә.

Италия һәм Донъя чемпионаты ҡалдырған тәьҫораттар ниндәй?

Э. Хаджиева:
Италия, әлбиттә, бик матур ил, бай тарихлы. Әммә мине сит илдәр артыҡ ылыҡтырмай, унда барып төшөү менән кире өйгә ҡайтҡым килеп тик торҙо. Донъя чемпионатында 22-гә яҡын илдәрҙән, улар араһында Рәсәй, Украина, Беларусь, Италия, Ҡаҙағстан, АҠШ-тан 700-гә яҡын кеше ҡатнашты һәм ярыш 3 көн дауам итте. Мин 18-19 йәшлектәр араһында 65 кг ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаным һәм Рәсәй, Беларусь һәм Италия көрәшселәрен еңеп, беренселекте алдым. Ярышташтар көсһөҙ булды тип әйтә алмайым, барыһының да кимәле юғары, яҡшы әҙерлек үткән ҡыҙҙар.
Мин ярыш алдынан бер аҙ тулҡынландым, үҙемде БДИ тапшырырға йыйынған кеүек хис иттем. Әммә келәмгә аяҡ баҫыу менән баштағы бөтә уйҙарҙы ситкә ташлап, иғтибарҙы алышҡа ғына йүнәлтергә тырыштым. Алдыма ҡуйған аныҡ маҡсаттарым, хыялдарымды тормошҡа ашырырға ынтылышым һәм һәр ваҡытта күтәрмәләп торған яҡындарым ярҙам итте. Ғөмүмән, ниндәй кимәлдә булһа ла ярышта ҡатнашыу, ниндәйҙер берәй уңышҡа өлгәшеү - үҙе үк күңелдәрҙе елкендереп, дәртләндереп ебәрә. Ярыштан урын алып ҡайтыу инде артабан үҫешергә, камиллашырға ҙур этәргес.

Спорт менән шөғөлләнеүҙең кешенең холоҡ-фиғеленә, тәртибенә лә йоғонто яһауы шикһеҙ. Һеҙҙең был тәңгәлдә тәжрибәгеҙ ниндәй?

Э. Хаджиева:
Үҙ миҫалымдан алып та спорт тынысландыра, сабырыраҡ булырға һәм дисциплинаға өйрәтә, тип әйтә алам. Ташып торған дәрт-дарман күнекмәләргә йүнәлтелә, аныҡ маҡсатың бар һәм ярамағандан тыйылырға кәрәкте аңлайһың. Ғөмүмән, ваҡыт ҡәҙерен белергә һәм бирелгән мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, киләсәгең һәм тормошоң үҙ ҡулыңда булыуына ла спорт төшөндөрә.
А. Нурғәлин: Белорет ҡалаһында спорт клубы асыуымдың да төп сәбәбе - балалар урамда аҙыраҡ йөрөһөн, насарға өйрәнмәһендәр, интернет ҡоло булмаһындар, айырыуса малайҙарға ир-егет тәрбиәһе бирелһен тигән теләгемде тормошҡа ашырыу ине. Береһенә лә сер түгел, ҡайһы бер балаларҙың насар йоғонтоға бирелеүе лә, тейешенсә тәрбиә алмауы ла үҙебеҙҙең күҙ алдында. Шуға, бөтәһе лә чемпион булмаһа ла, сынығып һәм үҙҙәрен һаҡларға өйрәнһендәр, рухи яҡтан көслө булып, милләтен, тарихын, динен һәм үҙ асылдарын белеп үҫһендәр, тигән ниәттә эшләйбеҙ. Беҙҙә ябай физик күнекмәләр генә алып барылмай, бөтә яҡтан да белемебеҙ менән бүлешеп торабыҙ, уҡыуҙарын да тикшереп, урамда һәм кеше араһында үҙҙәрен нисек тотоуҙарына ла иғтибар итеп торабыҙ. Бер яҡтан, атай-әсәйҙәре ҡыуана, тренерҙарының иғтибарын тойған бала үҙе лә күп яҙыҡ эштәрҙән тыйыла, эсеү-тартыу тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Шуға ла ярыштарға йөрөгәндә беҙҙекеләр айырылып тора, "Яугир" тигән исемгә тап төшөрмәҫкә, элекке кеүек яҡшы дандары алдынан йөрөгән башҡорт яугирҙары кеүек булырға ынтылып торалар. Әммә бына был урында башҡорт балаларының спортта бик әүҙем булмауҙарын да телгә алып китергә кәрәк. Был тәү сиратта тәрбиәнән килә, икенсенән, йәшәү шарттарына бәйле. Ауыл, бәләкәй ҡала ерҙәрендә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт менән шөғөлләнеү бушлай булырға тейеш. Юғиһә, бик һирәктәр өсөн генә мөмкин булған ҡиммәтле хеҙмәт күрһәтеү төрөнә әйләнде лә ҡуйҙы спорт түңәрәктәре, секциялары. Төбәктәрҙә эш хаҡының кимәле түбән, ә баланы спорт секцияһына йөрөтөү өсөн генә түгел, махсус кейем-һалымға ла, башҡа кәрәк-яраҡтарына ла аҡса кәрәк.

Әйткәндәй, шарттар тураһында. Бөтә нәмә сағыштырыуҙа беленә, ти. Уңайлыҡтар һәм мөмкинлектәр йәһәтенән кимәлебеҙ ниндәй?

Э. Хаджиева:
Беҙҙә спартандарса шарттар. Бөтә кәрәкле ҡорамалдар, кейем-һалымдарыбыҙ юҡ, күнекмәләр үткән бүлмә лә Өфөләге кеүек шәп йыһазландырылмаған. Беҙгә уңышҡа өлгәшергә көслө теләгебеҙ, ихтыяр көсө һәм рух ныҡлығы, бәлки, шундай ҡаты шарттарҙа сынығыу үтеү ҙә ярҙам итәлер.
А. Нурғәлин: Эйе, шарттар йәһәтенән Башҡортостандың Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский ҡалалары менән сағыштырғанда ла күпкә ҡайтышбыҙ, тиергә кәрәк. Баш ҡаланан алыҫыраҡ ятҡан төбәктәргә иғтибар етеңкерәмәүе менән аңлатырға ла булыр быны. Балаларҙан йыйған айлыҡ түләүҙәр кәрәкле инвентарҙар алыуға, ярыштарға йөрөүгә сарыф ителеп тора. Ә инде дөйөм Рәсәйҙәге торошҡа күҙ һалһаҡ, бигерәк тә Кавказ төбәктәрендә спорт яҡшы үҫешкән. Унда спорт залына йөрөгән өсөн, киреһенсә, һәр кешегә аҡса түләнә. Тренерҙарҙың эш шарттары, эш хаҡы һәм социаль тәьминәт бик юғары кимәлдә. Уларға, йәшәргә урыным юҡ, ярышҡа барырға транспорт таба алмайым, икенсе эшкә урынлашмайынса ғаиләмде ҡарай алмайым, тип борсолорға урын юҡ. Ә беҙҙә тренерҙар үҙ теләктәре менән бушлай тиерлек эшләй, "Яугир"ҙа ла балалар менән төп эштән һуң килеп шөғөлләнәбеҙ.

Яңы йыл - ғүмер дәфтәренең яңы, таҙа битен асыр саҡ етеп килә. Үҙегеҙ һымаҡ йәштәргә теләктәрегеҙ ниндәй булыр?

Э. Хаджиева:
Ниндәй генә саҡырыу ташлаһам да, кешенең үҙендә яңы тормош башларға ынтылыш булмаһа, әйткәндәрем елгә осор төҫлө. Бына минең менән колледжда бергә уҡыған йәштәр араһында ла маҡсатлы рәүештә спорт менән шөғөлләнеүселәр, йыр-бейеү түңәрәктәренә йөрөгәндәр, белем алырға ынтылып тороусылар, эшләп тә йөрөүселәр бар. Булған мөмкинлектәрҙе файҙаланмай, ваҡыттарын бушҡа уҙғарыусылар ҙа бихисап. Йәштәштәрем ошо йәштән үк тормошта үҙ урындарын табыуҙы, яратҡан эше менән шөғөлләнеүҙе һәм әүҙем булыуҙы маҡсат итһен ине. Күңелгә ятҡан эштә уңыш ҡаҙаныуҙың ҙур бәхет икәнен тойоу мөһим. Мин дә киләсәгемә ҙур өмөттәр бағлайым һәм юғары юридик белем алыу менән бер рәттән, панкратиондан да һис айырылмаҫмын, тип тәүәкәлләйем.
А. Нурғәлин: Башҡаларға үрнәк булып йәшәйек, тип теләр инем милләттәштәргә төбәп. Тарихыбыҙҙы, рухи байлыҡтарыбыҙҙы хәтерҙә тотайыҡ һәм киләсәгебеҙ - балаларҙы сәләмәт, рухлы, көслө шәхестәр итеп тәрбиәләүгә һәр беребеҙ үҙ урынында тырышлыҡ һалайыҡ. Ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм хөкүмәт бер юҫыҡта эшләгәндә тағы ла ҙур уңыштарға өлгәшә алыуыбыҙға шигем юҡ. Сөнки беҙҙә потенциал бар, тейешле шарттар ғына кәрәк.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.19 | Ҡаралған: 371

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru