«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙОРТ ҺАЛҒАНДАР БОҘҘАН...
+  - 

Заманыбыҙҙың бөйөк шағирҙарының береһе Рәйес Түләк үҙенең бер шиғырында: "Яҙҙар хәҙер барыбер яҙыраҡ шул, Көҙҙәр хәҙер барыбер көҙөрәк", - тип яҙғайны. Әммә ҡыштар ғына хәҙер ҡышыраҡ түгел икән. Балалар ғына түгел, ололар ҙа көтөп алған Яңы йыл байрамы алдынан баш ҡаланың төрлө майҙандарында ҡуйылған шыршылар һәм боҙ ҡаласыҡтары менән танышырға ниәтләгән сәйәхәтебеҙ шундай һығымталарға этәрҙе.

Сәфәребеҙҙе республиканың иң төп шыршыһынан - "Торатау" конгресс-холы эргәһендәге Салауат Юлаев майҙанына ҡуйылғанынан башланыҡ. Әлбиттә, төп шыршы булғас, ниндәйҙер әкиәти мөғжизәгә тап булырға өмөтләнеп килһәк тә, әлегә әкиәт килеп етмәгәйне әле. Эйе, шыршы, һүҙ ҙә юҡ, матур, көн яҡтыһы булыуға ҡарамаҫтан, уттары ла төрлө төҫтә янып тора. Нөктәле (пиксельный) шыршы тигәндең ыңғай яғылыр, моғайын. Һырғалаҡтар ҙа бар, әммә ҡыштың ҡышыраҡ булмауы сәбәпле, бында боҙ ҡаласығы тулыһынса эшләнеп бөтмәгән. Килтерелгән шаҡмаҡлы боҙҙар үҙ сиратын көтөп ята. Шулай ҙа, эшләнгән бер нисә һындарға ҡарап, буласаҡ ҡаласыҡты бер аҙ күҙалларға мөмкин. Эш көнө булғанлыҡтан, шыршы эргәһендә кеше юҡ ине. Бары тик буласаҡ әкиәт тыуҙырыусылар, балаларҙың килеүен көтөп моңайған пониҙар, оҙаҡ тороуҙан өшөп урындарында бейеп-бейеп алған уларҙы йөрөтөүсе ҡыҙҙар һәм бәләкәй балаларын алып йөрөгән бер-ике ғаилә пары ғына ниндәйҙер хәрәкәт барлығына ишаралай.
Совет майҙанында иһә ысын мәғәнәһендә боҙҙан әкиәт ҡаласығы төҙөлгән. Ситтән ҡарағанда хатта уларҙы гәлсәр һындар менән сағыштырырға мөмкин. Юл саты, юл уртаһы булғанлыҡтан, бында кеше күберәк кеүек тойола, әммә улар ошондағы министрлыҡтар һәм ойошмаларға килеүсе-китеүселәр, хеҙмәткәрҙәр, уҡыу йорттарына ашыҡҡан студенттар.
Ә бына Өфө ҡалаһының төп шыршыһы урынлашҡан Ленин исемендәге майҙанда иһә йәнлелек, балаларҙың шат тауышы әллә ҡайҙан ишетелә. Бында ла майҙанға килеп етмәҫ элек уларҙы пониҙар көтөп тора. Бында улар хатта күберәк тә. Ҡыҙыҡһынып, пониҙарҙың ҡайҙан килтерелгәнлеген һорашабыҙ. "Шәхси хужалыҡтан. Хужабикә махсус үҫтерә. Әле көнөнә бер нисә сәғәткә генә, кеше күберәк булған ваҡытҡа сығабыҙ, ә Яңы йыл байрамдарында иртәнән кискә тиклем теләүселәрҙе йөрөтәсәкбеҙ", - ти ҡыҙҙар. Сауҙа рәттәре лә, кибеттәре лә эшләй.
Һырғалаҡтарҙың әлегә береһе генә асылған, икенсеһе ябыҡ. Шунлыҡтан, балалар сират һаҡлай. Ә килеүселәр һаны, киреһенсә, арта ғына бара. Балаларҙы уйындарынан айырмаҫ өсөн уларҙың хәүефһеҙлеге һағында торған хоҡуҡ һаҡсыларына мөрәжәғәт итеп, көндөҙ халыҡ буламы, юҡмы, тип белешәбеҙ. "Эш көндәрендә кискә тиклем кеше бик булмай, ата-әсәләр - эштә, бәләкәйҙәр - балалар баҡсаларында, олораҡтары мәктәптә була. Төштән һуң яйлап күренә башлайҙар, ғәҙәттә, бына ошо - шыршыла уттар ҡабыныр ваҡытҡа киләләр. Киске 8-9-ҙар тирәһендә кеше күбәйә. Ял көндәрендә бигерәк тә. Йәкшәмбе кисен килеп, һырғалаҡтан шыуырға сират еткерә алмай ҡайттыҡ", - ти формалағы һылыуҙар.
Өфөнөң төп шыршыһында уттар нәҡ киске биштә ҡабына. Уны көтөп тороу үҙе бер мөғжизә булһа, ысын мөғжизә иһә һуңынан башлана. Сөнки быға тиклем баш ҡала бындай матурлыҡты күргәне юҡ ине әле. Италияның ут архитекторы һәм рәссам Валерио Фести идеяһы буйынса эшләнгән иллюминация, декоратив ҡышҡы фонтан, ысынлап та, иҫ киткес, хатта майҙанда боҙ скульптураларының бик булмауы ла күҙгә салынмай...
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә ҡала хакимиәтенең махсус комиссияһы баш ҡаланың 11 боҙ майҙансығын (ғәмәлдә, йәмғеһе 31 ҡаласыҡ бар), шул иҫәптән мәҡәләлә телгә алынған өс төп майҙандағыларҙы ла хәүефһеҙлек буйынса тикшерҙе һәм бер ни тиклем етешһеҙлектәр тапты. Комиссия бары тик "Ҡашҡаҙан" мәҙәниәт һәм ял паркындағы боҙ майҙансығының ғына барлыҡ талаптарға ла яуап бирерлек булыуын асыҡланы.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 430

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru