«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ ИШЕТЕП ЙӘШӘЙЕК
+  - 

Башҡортостан - иң матур төбәктәрҙең береһе. Рәсәйҙең иң алдынғы төбәктәренең береһе булараҡ, Башҡортостан күптәргә өлгө булып торорлоҡ. Һуңғы ваҡытта айырыуса республикала йәнлелек һиҙелә, халыҡ та әүҙемләште: әйтер һүҙен тура бәреп әйтә, оҡшағанын - маҡтай, ә күңеленә хуш килмәгәнен тәнҡитләүҙән ҡурҡмай һәм оялмай башланы. Мин дә тыуған еремә ҡағылышлы күҙәтеү-ҡараштарым менән бүлешеп үткем килде.

Беҙҙең төбәктә шифаханалар күп, ләкин уларҙың ҡайһы берәүҙәре генә тел осонда, ә ҡалғандары тураһында артыҡ белеп тә етмәйбеҙ. Санаторийҙарҙы айырмай ғына, барыһы тураһында ла телевизор йәки радио аша тулы мәғлүмәт еткерһәләр, барыһына ла файҙаға булыр ине. Мәҫәлән, аҙна һайын республиканың бер шифаханаһы хаҡында тулы репортаж эшләү мөмкинлеге табылһа, ял йорттары өсөн дә, ял итергә теләүселәргә тик файҙаға ғына булыр ине.
Республика буйлап фельдшер-акушер пункттары, спорт майҙансыҡтары, клуб һәм башҡа төрлө социаль объекттар төҙөү бермә-бер артты. Ләкин уларҙың ҡайһы берәүҙәре башланып та аҙағына тиклем еткерелмәй. Ауырғазы районы Толбазы ауылы мәктәбе янында, балаларҙың спорт менән шөғөлләнгән майҙансығын емереп, бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөй башланылар, тик ул бөгөнгө көндә "туңдырылған". Яңыраҡ билдәле булыуынса, комплекс бөтөнләй икенсе майҙансыҡта төҙөләсәк икән. Ә тау-тау булып ятҡан балсыҡ өйөмөн, соҡорҙарҙы һәм сүп-сарҙы кем йыйып, кем ул урынды тәртипкә килтерергә һәм балаларға майҙансыҡтарын кире ҡайтарырға тейештер, аңлашылмай. Бер кеше тотош республикала барған төҙөлөштө контролдә тота алмай, әлбиттә, ләкин уның күп һанлы ярҙамсылары ҡайҙа ҡарай?
Баш ҡалабыҙ үҙенең йәшеллеге менән күптән билдәле. Меңйәшәр ағастар үҫкән йәшел "утрауҙар"ыбыҙ ҙа байтаҡ, шулай уҡ ҡала хакимиәте йәш үҫентеләр ултыртыу акцияларын да йылдан-йыл әүҙемләштерә. Шулай ҙа ҡайһы бер ошондай урмандарыбыҙ ҡот осҡос хәлдә. Ҡаланың Глумилино микрорайонындағы яңы йорттарҙа йәшәүселәр халыҡта "Бесәй урманы" тип йөрөтөлгән урындың ни тиклем бысраҡ һәм сүп-сарға батыуын күреп, уны таҙартыу өсөн бөтә йәмәғәтселекте саҡырҙы. Шуныһы ҡыуаныслы, был оранға баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм райондың башҡа ойошма вәкилдәре лә әүҙем ҡушылды. Әлбиттә, урманды бер өмә менән генә таҙартып бөтөү мөмкин түгел, ләкин халыҡтың һәм власть органдарының берҙәм булып, ойошҡан эшләүе уны аҙағына тиклем алып барып еткереүгә өмөт уята. Шулай, бер-беребеҙҙе ишетеп йәшәһәк, бөтәбеҙгә лә яҡшы түгелме ни?
Туризмды үҫтереүгә, уны популярлаштырыуға ҙур иғтибар бүлә башланылар. Бик хуп. Ләкин уның кире яғын әҙәйтеү өсөн дә көс түгелһә ине. Иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем республиканың ҙур йылғалары буйлап кәмәләрҙә ағып төшөүселәр күбәйә. Ләкин ҡайһы бер туристар артынан күпме сүп-сар ҡалыуын ҡайһы бер туризм өлкәһе чиновниктары күреп белмәй. Әгәр ҙә урындағы халыҡ һәр көн тиерлек моңһоҙ туристар артынан йыйып йөрөмәһә, йылға буйҙары күптән сүп-сар утрауҙарына әйләнер ине. Инйәр, Ағиҙел, Әй, Йүрүҙән йылғалары ярындағы ауылдарҙа йәшәүселәр күптән туризм менән булышыусы ойошмаларҙың "штаттан тыш йыйыштырыусылары". Йыймаҫтар ҙа ине, ләкин уларға шул урында йыл әйләнәһенә йәшәргә кәрәк, ә ул төбәктәргә йылына меңләгән туристың барыуын иҫәпкә алғанда, ауыл халҡының күпме көсө, ваҡыты ошо эшкә йүнәлтелеүен аңлатып торорға кәрәкмәйҙер. Ә Ирәмәл тауына күтәрелгән ерҙәге ҡыйлыҡтың йылдан-йыл ҙурайыуына бер кем дә иғтибар итмәй, буғай. Тик Урал тауҙарын популярлаштырыу өсөн күп көсөн һалған Олег Чегодаев ҡына ошо хаҡта әсенеп яҙып сыҡты. Инйәр йылғаһы буйындағы ҡая-тауҙарға алып барған юлдар ситендәге сүп-сар мәхшәренән ҡотолоу юлын табырға кәрәк. Күптән кәрәк.
Һуңғы көн ваҡиғалары араһында иң ҡыуаныслыһы шул - төрлө район хакимиәте, депутаттар советы ултырыштарының башҡорт телендә алып барылыуы! Әлегә тиклем республиканың ике дәүләт теле булыуы тик формаль рәүештә генә булһа, хәҙер уны аныҡ эштәрҙә күрәбеҙ. Әлеге райондарҙың миҫалын башҡалар ҙа үрнәк итеп алыр, тигән өмөттәмен.

Ғәлим ИШБУЛДИН.
Салауат районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 457

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru