«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЛАҺ ҠӨҘРӘТЕНДӘМЕ, ӘЛЛӘ ДЕПУТАТ ҠУЛЫНДАМЫ?
+  - 

Ил иҡтисадында үҫеш күҙәтелмәй, халыҡтың яртыһы ашарға һәм кейенергә саҡ еткерә, ә бына байҙар байығандан-байый, тип ғәжәпләнә "КП.RU" көндәлек электрон гәзит эксперттары. Былтырғыға ҡарағанда долларлы миллионерҙар ҙа (172 меңдән - 246 меңгәсә), миллиардерҙар һаны ла (74-тән - 110-ға тиклем) 1,5-әр тапҡырға артҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар ил ҡаҙнаһына һалым түләмәй, ә капиталын ҡайһы илгә алып сыҡҡан, шуның резиденты һәм гражданы булараҡ, ошо сит ил ҡаҙнаһын аҫрай.

Илдә "тигеҙһеҙлек кимәле юғары нөктәлә" (РФ иҡтисад үҫеше министры Максим Орешкин һүҙҙәре) тип танылған мәлдә илдәге социаль хәлде бер аҙға булһа ла тотороҡландырыу маҡсатында яңыраҡ ҡына йыллыҡ килеме 24 млн тәшкил иткән байҙар килеменән һалымды 5 процентҡа күтәреү тураһында тәҡдим Дәүләт Думаһы тарафынан кире ҡағылды. Был башланғыс авторҙарының береһе депутат Олег Нилов белдереүенсә, ун тапҡырҙан ашыу тәҡдим ителеп тә, был проектты ҡабул итеүгә өлгәшеп булмаған. Йәнәһе лә, "һалым ауырлығын арттырыуға халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерәсәк" тип һылтана Дәүләт Думаһы. Ҡыҙыҡ, йыллыҡ килеме 2 миллионға еткән байҙар йөҙөндә "халыҡ"ты күҙаллаусы депутат корпусы 18 млн самаһы ярлы ҡатлам хәлен нисегерәк баһалай икән һуң? Байҙарҙан аҡмаһа ла тамып торһа, ҡаҙна тоғона ямаулыҡ булып, халыҡтың матди хәлен аҙға булһа ла тотороҡландырыуға ярҙам итер ине был, ләкин... Эксперттар фекеренсә, прогрессив һалым системаһына юғары кимәлдә табу һалынған. Илдең һалым системаһының да камил булып етмәүе әлеге шул байҙар файҙаһына эшләй. Ябай халыҡтың һуҡыр тиненән дә һалым һығып алырҙар, ә бына байҙар һәм үтә байҙар өсөн үҙ илдәре ҡаҙнаһына һалым түләмәҫ өсөн әлеге камил булып етешмәгән Рәсәй һалым системаһынан ялтарырға ек-йоҡ табылып ҡына тора. Мәҫәлән, ошоға тиклем йылына 183 көн Рәсәйҙә йәшәгән байҙар килемдәренән һалымды ошо илгә түләргә тейеш булһа, улар, тәбиғи, күберәк ваҡыттарын икенсе гражданлыҡ алып, капиталдарын күсергән шул илдә йәшәй бирә йә берәй әкиәти утрауҙа ял итә. РФ Финанс министрлығы был ике йөҙлөлөккә сик ҡуйырға йөрьәт итеп, байҙарҙың Рәсәйҙә булыу ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға тәҡдим итә, йәғни хәҙер үҙен аҫраған илдә йылына 90 көн булған осраҡта бай әфәнделәр Рәсәй резиденты булып иҫәпләнәсәк һәм килеменән һалымды Рәсәй ҡаҙнаһына түләргә тейеш буласаҡ. Һәм, ғөмүмән, Рәсәйҙә күсемһеҙ милке, бизнесы һәм хатта шәхси бәйләнештәре булған сүрәттә лә һалым түләргә бурыслы улар, тип әйтелә документта. Тик ... был тәҡдим тағы ла Дәүләт Думаһы ҡарауына тапшырылған һәм уның ахыры ни менән бөтөрөн бер Алла ғына белә. Бәлки, илаһи көс ҡыҫылышы кәрәктер был мәсьәләлә, юғиһә был ролде депутаттар үҙ ҡулдарына алмаҡсы түгелме һуң?..

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 418

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru