«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙНЫТҠЫСТАР КӘРӘК!
+  - 

Гәзитебеҙҙең 46-сы һанында "Илдә айнытҡыстарҙы ҡайтанан тергеҙергә йыйыналар, был кәрәкме?" тигән баш аҫтында бер нисә кешенең фекерен уҡып сыҡтым. "Әйт, тиһәгеҙ" рубрикаһы менән сыҡҡан әлеге әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙың кемдәрелер "төшөрөргә" яратҡан кешеләрҙең һаулығы (хатта ғүмере!) өсөн борсолһа, икенселәре уларҙың унһыҙ ҙа һай кеҫәләрен "ҡурсый", өсөнсөләре эскеселәрҙең ғаилә ағзаларын ҡайғырта. Был авторҙар һәммәһе лә әлеге категория кешеләренә ҡарата тик изге теләктә (эскеселәр уларҙың ҡәҙерен белмәһәләр ҙә).

Айгөл исемле яҡташыбыҙ ҡасандыр үҫмер сағында ана шул йортто үҙе үк инеп күргәнлеге хаҡында ла яҙған. Унда төнәп сыҡҡан кешеләрҙе "Нисек итеп баш төҙәтергә икән?" тигән уйҙан башҡа бер нәмә лә борсомағанын аңлай алған ун биш йәшлек зирәк ҡыҙ. Ифрат та дөрөҫ фекер. Ысынлап та, бындай учреждениеларҙа тәҡдим ителгән психолог, нарколог, алкоголгә ҡаршы дауалау сеанстары үткәреүселәрҙең тырышлыҡтары юҡҡа ғына буласаҡ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә был шешә яратыусыларҙы айыҡлыҡҡа өндәүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ. Минеңсә, уларҙы "алкоголизм" тип аталған яман сирҙән дауалау урыны бөтөнләй башҡа булырға тейеш. Ә шулай ҙа, табип Азамат Ҡашҡаров әйтмешләй, урамда туңып ятмаһын, йә хулиган-маҙарҙарҙан туҡмалып үлмәһен өсөн әлеге бер төнлөк йоҡлап сығыу урыны кәрәктер.
Илдә унһыҙ ҙа көрсөк сәскә атҡан мәлдә бындай йортто тотоу, әлеге "төнгө ҡунаҡтарҙы" хеҙмәтләндереүселәрҙе финанслау мәсьәләһе, моғайын, иң төп төйөн булып торалыр. Шунлыҡтан, "һуғырға" яратҡан әҙәм балаларын, исмаһам, йоҡлатып сығарғандары өсөн бер-нисә көнгә мәжбүри, бушлай эшләтеп алыу ҙа артыҡ булмаҫ ине. Был - беренсенән.
Икенсенән, бына шундай учреждениеларҙы аҡса менән тәьмин итеп тороу бурысын илдәге хәмер эсемлектәрен етештереүсе предприятиеларға йөкмәтеү кәрәк. Әйҙә улар айнытҡыстар ҙа төҙөһөн, ундағы медицина, полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм башҡа хеҙмәтләндереүселәргә эш хаҡы ла түләһен - был ифрат та ғәҙел буласаҡ. Урыҫта бер әйтем йөрөй: "Любишь кататься - люби и саночки возить!" Тап шуның һымаҡ, спиртлы эсемлек етештереүҙән файҙа күрәһең икән, үҙеңдең даими "клиенттарыңды" ла үҙең хәстәрлә…
Хәҙер ябай кеше хаҡында фәлсәфәләп алайыҡ. Ә бит әҙәм балаһы хаталаныусан. Эсергә ярата, тигәс тә, ул бөтөнләйгә кешелектән сыҡҡан, тигәнде аңлатмай бит әле. Ана шул абынған категория кешеләре араһында һәр төрлө һөнәр эйәләре, һәләтле, яҡшы күңелле кешеләр ҙә бихисап. Ситтән ҡарағанда, әлеге айнытҡысҡа килеп эләккәндәр ысынлап та йәл тойола. Етмешенсе йылдар аҙағында беҙгә, медицина институты студенттарына, "халыҡ дружиннигы" булып, ана шул айнытҡыстарҙа ла дежур итеү "бәхете" тейә ине. Милиция вәкилдәренә эйәреп, йәйәүләп йә иһә машиналарға тейәлеп, беләктәргә ҡыҙыл сепрәк таҡҡан бер төркөм егеттәр, ҡыҙҙар урам буйлап сығып киткәнебеҙҙе хәтерләйем. Күпселек төнөн йөрөй инек. Беҙҙе етәкләүселәр - милиционерҙар тротуар буйлап бер аҙ "ҡырын тейәп" китеп барған кешене күреп ҡала икән, шунда уҡ машинаны туҡтата һалып, тегеләрҙе ултыртып алып та китә. Бәғзеләрҙең ризаһыҙлыҡ белдерә башлауы - тәбиғи. Әммә яуап итеп милиция сержанты уның "икмәк шүрлегенә" йә иһә күҙ төбөнә ныҡ ҡына эләктереп тә ебәрә. Олпат сержанттың бер иҫеректең башын машинаның стенаһына ҡуша һуҡҡас, тимергә таш шаҡылдап бәрелгән тауыш сыҡҡаны иҫемдә. "Нисек тере ҡалды икән был әҙәм?" тип аптырағайным. Агрессив булған ысын хулигандар, әлбиттә, нығыраҡ татый әлеге ағайҙарҙың йоҙроғон. Әммә, үкенескә, ыҫпай ғына кейенгән, олораҡ йәштәге кешеләргә лә "өлөш" төшкөләй ине шул… Һуңғы бер-ике тиҫтә йылда, әлбиттә, илдәге тормош бөтөнләйгә тиерлек үҙгәрҙе. Советтар Союзы тигән ил дә, милиция ла юҡ. Бөгөнгө полиция хеҙмәткәрҙәре лә улай түгелдер, моғайын. Хәҙер бит бөтә өлкәлә - магазиндарҙа, почтала, банктарҙа ифрат итәғәтле йәштәр эшләгәнен күрәбеҙ. Хатта әрмелә лә "бабайлыҡ" тигән нәмә бөтөп бара тип ишеткеләйем. Тәртип һаҡлау өлкәһендә лә, моғайын, тәртип барҙыр тип ышанғы килә. Әйткәндәй, урам буйында хәҙер иҫерек йәштәр ҙә һирәгерәк күренә башлаған һымаҡ. Әммә, үкенескә, бәғзе бер оло йәштәрҙәге кешеләрҙең әлегәсә ана шул яман ғәҙәтен ҡуймауы оят, бигерәк оят!..
Шулай итеп, илебеҙҙә күпләп алкоголь эсемлектәре етештерелгән дәүерҙә, ана шул ағыулы (башҡаса атай алмайым) продукцияны һатып алып эсеүселәр барында һәм шул уҡ ваҡытта хөкүмәтебеҙ тарафынан кешеләрҙе хәстәрләү мәсьәләһе алғы планда торғанда, айнытҡыс тип аталған йорттар, әлбиттә, кәрәк. Әйткәндәй, кешеләр Ислам динен ҡабул итеп, Раббыбыҙға иман килтергәндән һуң, Аллаһы Тәғәлә хәмер эсеүҙең харам булыуы, йәғни ҡәтғи тыйылыуы хаҡында аят төшөрә. Ошо аят хаҡында ишеткәс тә, элек хәмер эскән, әммә Аллаһҡа ныҡ ышанған мосолман халҡы шунда уҡ өйҙәрендә булған бөтә шарап эсемлектәрен урамға сығарып түгә башлаған. Шул ваҡытта урамдарҙағы арыҡтарҙа шарап йылға булып ағып киткәнлеге хаҡында риүәйәт бар. Шуға ла кешеләр алкоголдең оло афәт икәнен үҙҙәре үк аңлап, иманға килмәй тороп, илдә эскелектең дә бөтөүе мөмкин түгелдер. Иң дөрөҫө, халҡыбыҙға бына шундай иман һәм аңлау "айнытҡысы" кәрәк!

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 458

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru