«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШМӘ БАШЛЫ ТАУҘАР АРЪЯҒЫНДА
+  - 


Боролоп-боролоп ағып киткән Таналыҡ йылғаһы тауҙан-тауға бәрелеп иркен далаға атлыға. Тауҙар, йәшмә бүрекле Уралтау түбәләре оҙатып бара уны, гүйә, тоғро һаҡсы нүкерҙәре ғәскәр башлығына эйәрә. Иҫ китмәле тәбиғәт ҡомартҡылары - ҡыҙыл йәшмә ҡаялар, йәшел йәшмә түбәләр ҡояшта емелдәй. Йылайыр-Баймаҡ юлынан көнсығыш яҡҡа йомолоп уҡтай тартыла тау юлы. Бына ул Байыштың һарыҡташлы тауҙары, Урғаҙа һыуының йәйрәп ятҡан ҡаҡ үҙәндәре. Әйткәндәй, урғаҙа, ороҡоҙоҡ, ҡороҡоҙоҡ, ҡорғаҙаҡ - бер тамырлы, бер мәғәнәле атамалар. Ер өҫтөнә оро-шар яһап бәреп сыҡҡан ҡеүәтле һыу башы булһа ла, бара-тора ҡоро үҙәнгә йәншишмә булыр ғәзиз йылғалар улар.
Ишмөхәмәтов Илнур Мансур улы - Ишмөхәмәт ауыл советы башлығы әйтеүенсә, был ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай: Ишмөхәмәт, Байыш, Манһыр, Байғаҙы. Совет власы дәүерендә Ленин орденлы "Йылайыр" совхоз-техникумы бүлексәләрендә меңдән ашыу кеше эшләй: һауынсылыҡ, малсылыҡ, игенселек, йылҡысылыҡ, ҡошсолоҡ менән танылған алдынғы хужалыҡтың илгә таралған даны әле һаман ҡолаҡта сыңлай. Бөгөн был тарафтарҙа икенсерәк ҡыңғырауҙар саң ҡаға: йәшмәле тауҙар аҡтарыла, тау түштәрен ярып карьерҙар соҡола, әүәлдән ҡалған шоссе юлдар ватылғандан ватыла, урыны менән ваҡ машина үткеһеҙ булып эре таштар аунай - улары юлаусы тәгәрмәсенә генә түгел, намыҫына ла урала, яр һала! Пайға таратылған совхоз ерҙәрен осһоҙ хаҡҡа ҡалын кеҫәле үткенселәргә һатҡан яҡташтарының башбаштаҡ ҡылығы өсөн кем яуап бирә? "Ике әсмуха сәйгә башҡорт ерен һатыу" ғәрлеге быуат башы һайын ҡабатланып торған бер сиргә әйләнә түгелме?

Байғусҡаровҡа хат

Салт аяҙ ноябрь көнө Ишмөхәмәт ауыл советы биләмәһендә һәр кем күңеленән сәмауи хат яҙҙы. Был сәләм хаттар Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаровҡа төбәлгәйне. Уның килеүен төбәк халҡы алдан уҡ белде, һағайыулы ҡараш менән түҙемһеҙләнеп көтөп алды. Күптәр дәүләт вәкиле менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү мөмкинлеге булыуға шатланды, сөнки республика етәкселегенә һорауҙар ҙа, уй-теләктәр ҙә етерлек. Халыҡ менән осрашыуҙан ҡурҡмаған, уны үҙ туған телендә тыңлаған һәм зарын ишеткән кешеләр хәҙер бик һирәк килә беҙгә, тиҙәр ауылда. Депутаттың һүҙе "башҡорт башын ашаған йәшел аждаһанан" башланды. "Эскелек - беҙҙең милләт биленән батҡан бер упҡын булды, әле лә яһалма араҡы яһап, ошо афәткә илде һөйрәүсе ҡарайөрәктәр осрай, ауыл һайын тиерлек боҫоп-аңдып ята улар. Эскелек упҡынын йырып сыға алмаһаҡ, беҙҙең киләсәк шул ағыулы һаҙлыҡҡа батыуы мөмкин. Иҫерткес эсемлек яһап һатыусылар хәҙер өс мең түгел, утыҙ мең штраф менән "бүләкләнәсәк", - тине депутат. Факт - шаҡ ит! Депутат бер-нисә үткер миҫал әйтте: "Эскән ата-әсәнән тыуған балаларҙың 95 проценты ауырыу, дәүләт халыҡ сәләмәтлеге өсөн бүлгән аҡсаның 25 проценты (күп миллиардтар!) ошо эскелекте дауалау өсөн китә. Бөгөн илдә айнытҡыстар бөтөрөлдө. Айнытҡыс - күп кешене үлемдән алып ҡала, тимәк, күп ғаиләне етемлектән ҡотҡара. Уларҙы яңынан тергеҙергә кәрәк". Залдағы кешеләрҙән дә тәҡдимдәр яңғыраны: "Ир-егетте эскелектән ҡурсалаған "Сафлыҡ", "Ант", "Ҡалҡан" кеүек халыҡ араһында һыналған ойошмаларға ла дәүләт яҡлауы-хуплауы кәрәк".
Зариф Байғусҡаров халыҡ хужалығы өсөн бик мөһим булған тағы бер мәсьәлә - урмандарҙағы ҡороған ағасты йыйыуға рөхсәт ителеүе тураһында һөйләне. Махсус түләү йәки ҡағыҙ кәрәкмәй, бер кем дә бер кемгә лә бының өсөн протокол төҙөргә тейеш түгел, тине ул. Ишмөхәмәттәр был йәһәттән үҙҙәре лә тәҡдимдәр еткерҙе: ағас алыусылар күбәйә, башбаштаҡлыҡ саманан ашҡан факттар бар, урманға күҙ-ҡолаҡ һәм ысын хужалар кәрәк, эш урыны булдырыу мотлаҡ, тинеләр. Урманды ҡырҡып ситкә сығарыуға беҙ ҡырҡа ҡаршыбыҙ, үҙебеҙҙә эшкәртә торған цехтар, заманса ҡоролмалар бар һәм булһын, үҙебеҙ ағас эшкәртергә әҙербеҙ, тине ир-егеттәр.
Ауыл клубында депутат Байғусҡаровҡа һорауҙар ҡойон ямғыр кеүек яуҙы. Әллә халыҡ тарафынан һайланған баш ҡала ҡунағының ихласлығы арбаны, әллә ауыл Советы биләмәһе башлығының кешеләрҙе ауыр хәлгә төшөргән төп мәсьәләләрҙе ил башлыҡтары менән бергә генә хәл итеп булғанын аңлауы, һүҙ иркен ҡыҫмауы, кешене бүлдермәүе лә теләктәр һәм һорауҙар-үтенестәр ташҡынын тыя алманы...
Был төбәктә газ үтмәгән урындар бар, уныһы ла документ әҙерләп биреү шарттарына төртөлөп, нисәмә йылдарға һуҙылған бер баш ауырыуына әйләнгән. Мәҫәлән, Янғаҙы ауылында утыҙ йорт тора, алты фермер йәшәй, типовой клубта ремонт башланған да туҡтап ҡалған...
Иҫке Сибай мәктәбе былтыр мартта ябылып, балаларҙы Сибай ҡалаһына йөрөтөп уҡыталар. Балалар баҡсаһы ла бикле. Декабрҙә йылылыҡ селтәре буйынса экспертиза һөҙөмтәләре әҙер булһа, бәлки, асылыр, тиҙәр...
Ауыл Советтарына юлдарҙы таҙартыуға, урамдарҙы төндә яҡтыртыуға аҡса бүленмәйме, бүленеп тә килеп етмәйме - был да бер проблема булып яңғыраны халыҡ ауыҙынан.
"Инә бүре нисек олой, балаһы ла шулай олой", тип һүҙ ала һикһән йәшлек Гөлсирә апай Абдуллина, күптән түгел уның тотош йорто-донъяһы янып көл булған, биш балаһы биш яҡта ҡырҙа йәшәгән ҡарт әсә ил өҫтөндә яңғыҙы тороп ҡалған. Урғаҙа ауылында урынлашҡан ут һүндереү машинаһы килеп етһә лә, уның помпаһы эшкинмәгән һәм һыу һурҙырыу насосы файҙаһыҙ булып сыҡҡан. Бәләгә ҡалған инәйгә халыҡтан йыйылған ун дүрт мең аҡса бер нәмәне лә хәл итергә етмәй, ә урындағы етәкселәр был һөйләшеүҙе ситләп үтә...
Бына шундай "шартлауҙар" шаңҡыта икәнен ишеттек Урғаҙа буйындағы йәшмәле тау буйҙарында ултырған ауылдар халҡы ауыҙынан.

"Тыңлаусан" быуын олоғайып бара

Ишмөхәмәткә ауыл Советы биләмәһенән тыш, яҡын-тирә ауыл кешеләре лә йыйылғайны ул көндө: Иҫке Сибайҙан "Төйәләҫ" фольклор төркөмө, Байыштан, Йәньегеттән һәм башҡа ауылдарҙан да депутат Байғусҡаровтың һайлаусылары килгәйне. Депутат менән осрашыуҙан һуң улар сараның мәҙәни өлөшөндә ҡатнашты. Аҡморондан килгән "Гөлнәзирә" төркөмө ағинәйҙәренең исемлеген өлгөр килендәре Дамира Әбилова йәһәтләп яҙып та бирҙе: Дамира Фәттәхова, Фариға Ҡунысбаева, Фазила Үтәғолова, Нәсимә Ҡаһарманова, Рәйлә Маннанова, Ишһылыу Рыҫҡужина, Гүзәл Синимкина, Шәһиҙә Рыҫҡужина, Миңзифа Таулыҡаева, Таңһылыу Исхаҡовалар һәм уларҙы өйөрөп алып килгән етәксе Рәшиҙә Фәттәхова. Төркөмдөң уртаса йәше 63 йәш. Тимәк, октябрят, пионер, комсомол булған дәүер кешеләре тиҙерәк ойоша һәм башлыҡтың һүҙенә лә ҡолаҡ һала. Ләкин ул "тыңлаусан" быуын олоғайып та бара. Аҡморондар Рәшиҙә Фәттәхова сценарийы буйынса әҙерләп уҙғарған "Күрше хаҡы - тәңре хаҡы", "Әбейҙәр сыуағы" тигән сәхнәүи тамашаларын онота алмай, халыҡсан йолалар аша улар бер-береһенә яҡынайған, бығаса аңламағандарына төшөнгән икәнен һөйләй.
Байыштың "Иҫтәлек" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Факиһа Таштимерованың фәһемле һүҙҙәре күңелгә уйыла: "Беҙ үҙебеҙҙе бөгөн генә йәшәй башлаған һымаҡ хис итәбеҙ ҡайсаҡ - бөтә нәмә күҙ алдында үҙгәрә, донъя шундай тиҙ яңыра һәм ҡатмарлана. Ҡайсаҡ "тормош - ул кроссворд" тип ҡуябыҙ, сөнки һорауҙар күп: эш-һөнәр-кәсептәрҙе белеү кәрәк, милли кейемдәрҙе аңлап ҡына тергеҙеп кейеү мотлаҡ. Бала-сағаның сәләмәтлеген ҡайғыртып, уларға тәрбиәүи һабаҡтар бирергә тырышабыҙ, аҡса эҙләп күҙе тонған йәш быуынды нисек тә тиҙерәк айнытып, донъяның гүзәллеге һәм камиллығы аҡса менән түгел, иман, мөхәббәт менән үлсәнгәнен аңлатыу буйынса ла саралар үткәреп кенә торабыҙ. Бығаса төшкә лә инмәгән һорауҙар интернет-телевизор аша ҡойола - кислота-һелте ямғыры ише йәндәрҙе көйҙөрә, ләкин тыныслыҡта йәшәгән тыуған еребеҙ - төп байлыҡ, сылтырап аҡҡан таҙа ағым һыу, саф һауа, яҡты ҡояш нуры - бәндәгә төп хөрриәт. Бына шул байлыҡтан яҙмаһаҡ булды, тип беҙ, ағинәйҙәр, көнө-төнө теләк теләйбеҙ..." "Иҫтәлек" төркөмөнә йөрөгән Наилә Сөләймәнова, Рәйсә Мостафина, Тәнзилә Йәнбәкова, Гөлсиә Ибраһимова, Әлифә Ласыновалар өсөн ауылдың тын алышын белешеп торған Ағинәйҙәр ҡоро - әлегә иң ышаныслы таяныс: "Ышаныслы, сөнки ағинәйҙәр яманатлы эскелеккә ҡаршы, төрлө өлкәлә тәрбиә эштәре менән була, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы үҙ асылына ҡайтарыу өсөн тырыша", - ти улар.
Йәньегет ауылынан килгән төркөмдө әйҙәүсе ағинәй Таңсулпан Рафиҡоваға 71 йәш. Ул ҡорҙаштары Зәкиә Ҡоланбаева, Айһылыу Ҡарасова менән килгән, ауылдарында мәсет булыуы, ҡорбан аштарына дәррәү йөрөүҙәре хаҡында һөйләп үттеләр. Ләкин ауыл ағинәйҙәренең тормошҡа икенсе фекерҙәрен ишетеү ҙә ҡыҙыҡлы булды: "Халыҡҡа пенсия биргәндәре өсөн рәхмәтебеҙ ҙур, бик самалы ғына булһа ла, шөкөр итәбеҙ. Ысынлап та, дәүләт таратҡан ҡарттар пенсияһы - бөгөн ауылды ҡотҡарыусы ул. Шул уҡ ваҡытта кешене, бигерәк тә йәш быуынды монафиҡ, ғәмһеҙ итеүсе лә шул пенсия аҡсаһы. Гел илгә һәм ғаиләгә хеҙмәт итергә өйрәтелгән совет осоро балаһы - хәҙерге оло быуын бөгөн килеп тоҡос ҡына пенсияһын бала-сағаһы менән йомарт бүлешә, ләкин ҡулы эш тотмаған, уйы донъя көтөүҙе белмәгән йәш быуынды әҙер пенсия аҡсаһы сөмбәйгә һөйрәй, халҡыбыҙ һаламға йәбешкән ҡырмыҫҡа сүрәтенә инеп бара, ерҙе-һыуҙы хужаларса эшкәртмәйенсә, аҙға ғына риза булып йәшәргә өйрәнә. Кем был тәртәгә һыймай, ана, Себер, Мәскәү, хатта Ҡаҙан юлы балҡып ята - әйҙә, башҡорт, һыпырылып сыҡ тыуған яҡтарыңдан, һурыл Уралтауҙағы тамырыңдан, әйҙә, китеп олаҡ оҙон аҡса артынан... Был хәлгә күпме ҡарап торорға була, күпме лаф орорға, тағы күпме сәпәкәй итергә мөмкин?.."

Йоланың бөгөнгө кәрәге

Ишмөхәмәт ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә "Бала һатып алыу" йолаһы башланды. Клубта балалар һәм өлкәндәр менән эшләүсе халыҡ театры режиссеры Фирҙәүес Фәттәхова ла үҙ көсөн һалғандырмы-юҡмы, ләкин уйнауҙары бик йәмле-йәнле барҙы. Бигерәк тә "сабый"ҙы һатып алыу шатлығы "атай"ҙың дәртле бейеүендә сағылды. Төптән уйлап ҡарағанда, халыҡ ырымы ла тиктәҫтән килеп сыҡмаған. Боронғо ышаныуҙарға нигеҙләнгән йоланың бөгөн дә кәрәге теймәҫ тимә, "башыңа төшһә, башмаҡ булырһың". Шул уҡ ваҡытта был боронғо йоланың кинәйәһе бик тәрәндә ята: үҙ өйөндә туған башҡорт телендә теле асылған сабый-бәләкәстәрҙе дөйөм балалар баҡсаһына илтеп ҡуйып, туған теленән биҙҙергән "тәрбиәсе" йораттарына тапшырыу, аҙаҡ үҙ йортоңа маңҡорт алып ҡайтыу менән бер түгелме? Ҡыҙыҡ килеп сыға: тап үҙеңдең балаңдың йәки ейәнеңдең балалар баҡсаһында һәм мәктәптә "теле ҡырҡылыуын" һиҙмәйбеҙ, имеш. Шулайтып, туған телһеҙлекте, тимәк, телен-илен белмәҫ һәм һөймәҫлекте шаштырабыҙ..." Бына шуны ла иҫкәртә кеүек тойола ағинәй йолалары.
Артабан китапханасы Асия Ульябаева бик сағыу тауыш менән йыйынды дауам итте: "Депутат менән осрашыуға әҙерләнгәндә ауылыбыҙҙа һаҡланып килгән "Ҡәйнә менән килен" йолаһын да тәҡдим итергә булдыҡ. Килен ҡәйнә тупрағынан яраламы? Был һорауға яуап табыу өсөн абруйлы ҡәйнәләр булып ғаилә усағын яндырған ике апай саҡырылды: өс килене Мәймүнә, Әлмира, Миңлегөл менән Хөмәйрә Зәйнетдинова һәм шулай уҡ килендәре Асия, Фәнисә, Ҡәмәриә менән Хөмәйрә Сәфәрғәлиналар улар". Бар ауыл-ғәм алдында үҙ ғаиләһенең ҡот-серен асып һалыу еңелдән дә түгелдер, әммә Хоҙайға тапшырып, бер-береһен шаян йылы һүҙҙәр менән дәртләндерешеп, берсә ҡәйнәләр, берсә килендәр һүҙ алыуын күҙәтеү ҙә бик ҡыҙыҡлы тамаша булды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Баймаҡ районы Ишмөхәмәт ауылы Урғаҙа һыуын һыулай, тирә-яҡта тау-ташлы ҡырыҫ тәбиғәте үҙҙәренә ифрат матур, ифрат яғымлы күренә. Ауыл старостаһы Сынбулат Ярмуллин әйтеүенсә, ишмөхәмәттәр кеүек сая халыҡ бер ҡасан да Урғаҙа буйын ташлап китмәйәсәк, сөнки хандар-замандар алмашынған, йәшмәле тауҙар шаһит булған, был тирәлә иң сыныҡҡан, иң сабыр һәм иң ҡаратырыш кешеләр генә йәшәгән. Ҡаратырышлыҡ Ишмөхәмәт-Ҡарамалы ауылына һәр заманда ла дан килтергән, яуҙа ла, хеҙмәттә лә. Халыҡ телендә лә был төбәк проблемалары тиҙәйткес кеүек тирбәлеп тора: "Ҡарамалы ауылынан ҡарама ҡарамалатыусыға ҡарама ҡарамалатырға биргәйнем, ҡарамаланы микән, ҡарамаламаны микән, ҡарамалауы-ҡарамаламауына ҡарамаҫтан, ҡарап ҡына алып ҡайт әле!" Проблемаларҙы ла шулай тиҙәйткес кеүек тиҙ генә хәл итеп булһа икән...

Кинйә МӘЗИТ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.12.19 | Ҡаралған: 565

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru